Ең һыҙғанып, ҡала мәғарифын,
Тәрбиәләп ватансы вариҫты,
Иң терәшеп ауыр заманала,
Уртаҡлашып, нимә бар, шуны,
Йырып сығып, бер эш тамамлауға,
Нисә дауыл аша атланыҡ беҙ,
Кисеп үттек нисә ташҡынды?!
Илдең ышанысын һаҡланыҡ беҙ,
Үтә сығып ялҡын-һалҡынды.
Ҙур тарихта беҙҙең быуындың да
Эш ыратҡан берҙәм буйһоноуҙың
Оло быуын өлгөрмәгәндәрҙе
Беҙ үтәнек, илде ныҡ тотоп.
Оҫталыҡтың йыйнаҡ мәргәндәре,
Ярыштарҙан ҡайтты дан отоп.
Башҡортостан инде – мәшһүр төбәк,
Беҙҙең юлдан бара яңы зирәк –
Моң тәңренең ғәзиз ҡаурыйы.
Иҫке өмөттәрен ҡоя күңел,
Тәбиғәтте аңлап һүҙһеҙ генә.
Йөрәгемде Көҙ ҙә аңлай еңел,
Алтын телгә күнеп, түҙем генә.
Өмөтһөҙлөк юҡ был диалогта,
Кеселекле аҡыл тыныс бөгөн –
Аса миңә бер хәҡиҡәт, дуҫтар,
Туттар теймәй торған яҡты йөҙөн:
Иң тәбиғи драма – һиндер ул, Көҙ!
Һыҡтамайһың юҡҡа, эҙләп йәбер.
Усағыңа атлап, баҫыуың төҙ –
Гүйә, үҙ-үҙеңә биргән әмер.
Үҙгәрештәр, һеҙгә – хөрмәт-ҡәҙер! –
Әйтерһең, һөйөүҙән һулҡый
Көс сарыф – хәл бөткәнсе,
Аһ, был ел, йөрөй йыһанды
Яңы көҙҙөң текә елдәрендә
Яҡын күктән илһам табамын.
Саҡрымдарҙы тоймай, юл көйөндә
Йырлап бара еңел табаным.
Һағыштың да бар үҙ камиллығы.
Донъяуи ел – Ваҡыт тирмәне.
Сәскә ғүмеркәйҙәр һис йәл түгел,
Бала йәйҙең керһеҙ шатлыҡтары
Хушлашыуҙы сабыр көткән Көҙөм
Һүҙһеҙ генә тотҡан еңемдән.
Ағастарҙың туҙған сатырҙары
Миҙгел драмаларын алҡышлай.
Үрҙән күрәм ҡулса йылдарымды
Күлен урап осҡан аҡҡоштай.
Һорнай моңо таңда һиҫкәндереп,
Балкон ишегенән кергән Көҙөм
Ҡосаҡлай ҙа ала: «Яратам!»
Япраҡ ҡойондары аша йыр юлын һуҙам һиңә.
Сәстәремә әскелт елдең саф һағыштары һеңә.
Уятамын, йыуатамын – үпкәләмә, мин – елдән,
Тәңкә-тәңкә булып ҡуба бөтә юшҡын күңелдән.
Мин һиңә киңлек килтерәм – көҙгө усаҡ төтөнөн,
Юғалтыу һәм табыштарҙың, асыштарҙың бөтөнөн.
Олоғайып йәшәрәмен, йыйып хистәр аһәңен.
Ниндәй сихри азатлыҡ бар һиндә, Көҙ Алиһәһе?
Өлгөргән илаһи көстән өмөттәр сөйҙөртәһең,
Ҡайтҡан йәшлек менән ҡапыл донъяны һөйҙөртәһең.
Ураған йыл туғайында үтә күрәм үткәнде –
Таңғы һуҡмаҡта Яҙһылыу маңлайымдан үпкәнде,
Ярһыған илһам даръяһы өҫтәлемде баҫҡанын,
Ергә һыймаған дәрттәрҙең йондоҙҙарға ашҡанын.
Шиктәр ситен бөгөн миңә – самалар тулған күптән,
Эшләйһе генә Ватанда, ярҙам көтмәйсә күктән:
Шәфҡәт юлында кәртәне түңкәреп, еңеү раҫлап,
Көткәндәргә уртаҡ бәхет – яңырыу йырын башлап.
Боронғоларҙың юлы – Рим, һиңә – минең юлдарым.
Алтын балдаҡ булып оса күңелем ҡойондары.