Зәңгәр тышлы хатҡа яуап яҙам…
Зәңгәр тышлы хатҡа яуап яҙам,
Мин иҫән-һау, әсәй, иҫән-һау,
Бик һағынам беҙҙең йыйнаҡ өйҙө,
Барып етәһем бар Ҡарлүҙәккә,
Атлайһы бар Норот һыртына,
Ҡояшым да байып өлгөрмәгән,
Ни арала һыҙлап йыр тына?!
Туҡтап китәһе бар Сейәлеккә,
Көтәлер, тим, йәшлек ҡайыны,
Мөхәббәтем өсөн һөйөнәйем,
Яҙған хаттарыма яуаптар юҡ,
Көтөүҙәрем бушҡа, хат килмәй,
Яндарыңа ҡайтам хәл белергә,
Ҡайтмайынса, әсәй, йән түҙмәй...
Күҙҙәреңә ҡыйып ҡараманым,
Онотолған инде төҫтәре лә.
Өйөм тупһаһында ҡыш туҡталған,
Аҡҡа һырынған бит өҫтәрем дә.
Күҙҙәреңә ҡыйып ҡарағанда,
Осор инем зәңгәр күктәремдә,
Ҡайтыр инем буран-дауылыма,
Балҡыр ине диңгеҙ төптәре лә.
Баҙнат итеп, ҡыйып ҡараманым,
Ҡанаттарым инде туҙып бара,
Бейектәрҙә осҡан сая ҡошто
Ғәйрәтләнеп китеп, уҙып ҡара.
Уҙа ғүмер, ҡанат туҙып ҡала,
Һауаларҙа, ерҙә, диңгеҙҙәрҙә,
Миңә етер далам күкрәге лә,
Үҙем кеүектәрҙе тиңһенгәнгә...
Эй, һылыу ҡыҙ, һылыу ҡыҙый,
Һеҙҙең өсөн «үлдем» йырҙа,
Аяҡтарым йөрөй таш ҡалала
Аяҡтарым йөрөй таш ҡалала,
Күңелем ҡалаларҙа ҡалалмай,
Алйыраған, албыраған сағым,
Моңдарынан яҙған далалай.
Аҡ сымылдыҡ кеүек киң яландар,
Күҙ ҡамашыр аҡыҡ киңлектәр.
Юғалайым микән шул сафлыҡта,
Улар миңә йәндәш кеүектәр.
Әсәм ҡосағылай далам иңе,
Юҡ ғәйепләү, юҡтыр талаптар.
Йөрәген дә ярып бирер ине,
Итмәҫ изгелеген һанап та.
Эй, тыуған яҡ, ғүмер буйы яҡын,
Әсәм һөйөүеләй бик ғәзиз.
Далаларға ҡайтып ауайымсы,
Далаларға йәнем бикләгеҙ!
Саф хистәрҙе таплауымдан ҡурҡам,
Һаҡһыҙлыҡтан ҡурҡам һәр ваҡыт.
Төҫөн уңалтмаһа, юғалтмаһа,
Нәфис күренә бит һәр аҡыҡ.
Күп һөйләүҙән ҡурҡам, маһирлыҡ та
Гәүһәр-яҡуттарҙай, зөбәржәттәй
Рәнйетеүҙән ҡурҡам бәндәләрҙе,
Һаҡһыҙ ғына берәй һүҙ әйтеп.
Йөрәгеңә таштай ята улар,
Шул хатаңды булмай төҙәтеп.
Ауыр һүҙҙәр ҡай саҡ ишетһәм дә,
Ғәйеплемендер, тим, тик үҙем.
Нахаҡ һүҙҙәр йәнде көйҙөрһә лә,
Ныҡлығыңды һаҡлай бит түҙем.
Ҡояш һүнде ҡайын араһында...
Ҡояш һүнде ҡайын араһында,
Ап-аҡ һындар төндә – аҡ маяҡ.
Аҙашмай ҙа китеп барған булам,
Бурандарҙа туңһам, кем аяр?
Аҙашмай ҙа китеп барған булам,
Бер юлаусы сыҡһа, ни ғәжәп?
Сәфәремдә юлдаш булыр ине,
Атлап барһа йәнәш бер әҙәм?
Ҡараңғы төн, ҡояш һүнде тамам,
Таҫма нуры һүрелеп юйылды,
Йәйғорона төрөп алып китте
Атылып осҡан ҡоштай уйымды,
Ҡояш һүнде ҡайын араһында...
Күрешеүҙәр булыр ожмахтарҙа,
Ә был донъя үҙе – ут-йәһәннәм,
Күрешербеҙ, бәлки, мөмкин булыр,
Күҙҙәребеҙ күҙгә төбәлгәндә,
Күрешербеҙ бер саҡ, ышан миңә,
Икәү иләҫләнеп ярған һуҡмаҡ
Өҙгөләнмә унда, өҙгөләнмә,
Язаланып, яңғыҙ болоҡһома,
Бала саҡта ҡалған уталасыҡ
Күҙ алдында тора, төтөн сыға,
Хәҙергемә минең – һөйөнсө!
Аш бешерә әсәй ҡаҙанында,
Ҡайын утын яна, һүрелмәй.
Киске көтөү ҡайта, һыйыр һауа,
Эштең ос-ҡырыйы күренмәй.
Йүгергеләп йөрөп, донъя көттөң,
Һин егәрле булдың, ут булдың.
Усағыңда янған ҡуҙҙар кеүек,
Яйлап ҡына һүнеп йығылдың.
Һының, әсәй, хәтер күктәремдә
Йондоҙ кеүек яҡты янасаҡ.
Уталасыҡ, тере утың йәндә,
Онотолмаҫҡа мәңге ҡаласаҡ!
Моңайма ла, моңһоуланма...
Тауҙар битен томан ҡаплай,
Эй, йәшлегем, һинең менән
Аҡ һуҡмаҡтар – хәтирәләр,
Көмөш ҡоршау – тынлыҡтар бар,
Йым-йым итә, йым-йым итә,
Кеше ғүмере – өҙөлгән юл.
Аҡ һуҡмаҡтар йым-йым итә,
Мөғжизәле төҫтәр донъяһы,
Өн дә сығарырға ҡыйманым.
Яҡты көндәр генә уйымда...
Яҙҙырмасы ошо бәхетемдән,
Аҙҙырмасы башҡа нәфсемде.
Ҡыуанмаһын әле сит кешеләр,
Яҙҙырмасы ошо бәхетемдән,
Тәхетем бар – моңом – шиғриәт.
Күңелемдә тыуыр йыр-гөлләмәм,
Йәнең нуры икән – хөрриәт.
Яҙҙырмасы ошо бәхетемдән,
Ҡара болот ҡалҡып килеп сыҡһа,
Аҡ болотҡа илтеп йәшендер...
Зәңгәр болоттарҙа – юлым,
Салт йәйҙәрем – йәшел төйәк,
Ҡыш биҙәге – йондоҙ-ҡарҙар