– Ҡайҙа улар, ҡайҙа?! Әллә бында киләләрме?! – Искәндәр һиҫкәнеп был шәүләгә текәлде…
– Эй, мәхлүк, һин... аңра кеше. Улар сирҡаныс, ҡәберең яҡын булмаһын. Улар әлегә тере, тере кешеләр. Тик тиҙҙән береһе һөйәге сереп ятып үлер, икенсеһен яман шеш ыҙалатасаҡ... Әхирәткә барғас, береһе буҡлы эсәген һурып ултырасаҡ, икенсеһе ҡыҙған табала һөйәгенә тиклем көйөр, тағы ит үҫер, тағы көйөр. Бына ни яҙған уларға. Бына уларҙың мәңгелеккә алған язалары».
Искәндәр уҡшый, ҡоҫаһы килеп үрһәләнә башланы, башы әйләнде, тағы әсе хәмер йотто…
Был аҡ шәүлә һаман һөйләй, һаман. Ул бит был нәмәләрҙе ҡайҙалыр ишеткәйне. Ә-ә-ә, ҡартинәйе лә шулай һөйләгәйне... Иҫендә: «Уларҙың унда ҡәберҙән аҡырышыуын зиһенле муллалар ишетер, һиҫкәнер, ҡара тиргә батып төнөн уяныр. Тәһәрәтләнеп, йәһәт доғаға ултырыр. Улар, әшәкеләр, шулай ярҙам һорап киләләр икән. Ә тәүбә ҡапҡаһы ябыҡ бит, ниндәй мулла, ниндәй әҙәм улар өсөн Аллаһтан ҡурҡмай доға уҡыр!? Аллаһты асыуландырып, ауыҙ бысратып?! Кем улар өсөн ярлыҡау һорар. Күпме яҙмыш боҙолған, күпме ғүмер зая киткән шул хәшәрәттәр арҡаһында? Уларҙы ярлыҡау – гонаһ! Тәүбә ҡапҡаһы ябыҡ уларға!»
– Һинме. Һинең ыҙғырыр көнөң алда әле!
– Мин бит былай ҙа яза алдым! Миңә бит күпме күрһәтте Хоҙай. Ниңә тағы, ниңә?
Шәүлә китеп барышлай сәйер йылмайып боролдо:
– Ә һин Хоҙай эшенә, самаһына ҡыҫылма. Кемгә күпме кәрәген ул ғына белә! Ул ғына!
Искәндәр үҙе лә һиҙмәй: «Ҡал, ҡал, һөйләш, зинһар. Аҡылдан яҙаммы мин?! Мин ни эшләйем бында?!» – тип уны саҡыра.
Шәүлә шешәгә ҡарап: «Ана бит, һинең бында бына тигән дуҫың бар. Һөйләш. Һөйләш, әйҙә, уның менән», – ти.
Шул саҡ Искәндәргә ниндәйҙер сәм, асыу инде. Әсенеп ҡулдарын таҡтаға бәрҙе: «Ә мин бирешмәйем, махы бирмәйем мин, вәт! Кит бар! Харап икән! Үҙем алып эсәм! Кит, һинең һымаҡтар ғына ти ана, аҡыл өйрәтеүсе!»
– Һинең бүтән юлың юҡ шул. Күрәһен күрмәгәнһең әле.
– Ошо тиклем мыҫҡыл, мәсхәрәнән һуң, әҙәм ғәрлегенән һуң дамы? Тағы ла мыҫҡылмы?!
«Дәү кеше тағы асыуланды, китмәгән. Кире боролдо:
– Эсеп балаларыңды өйҙән ҡыуҙың. Аҙна элек Камиләңде ҡарар ерен ҡалдырмай туҡмап, үлтереү хәленә еттең. Ҡоторҙоң, төн буйы ауыл гөж килде. «Үлтерәм!» – тип янаның. Милиция килеп алып китте. Иртәгеһен һине колхоз рәйеслегенән төшөрҙөләр. Инде ҡайҙа, ни өсөн былай ятҡаныңды шәйләнең, ахыры. Шуға ергә ятып илайһың. Һин бит уны, Ерҙе, ныҡ ҡараның мәлендә.
– Аһ! – йөрәген тотоп ыңғырашты Искәндәр.
– Эйе, бына һинең күргән ғәҙелһеҙлек сәбәбе! Үҙең гөл иткән ауылың бына ни өсөн һинән ытырғына хәҙер. Күп түҙҙе Камиләң. Кисерҙе, кешегә белдермәне. Тәҡдир шулай, тине. Тырышты. Һин аңламаның. Сиге, самаһы бөткәс – һине һатманы ла, яҡламаны ла... Ҡартлыҡҡа йәһәт керҙе, бахырҡай.
Искәндәр шапырынып тағы екерҙе:
– Эйе! Өйөрлө һатлыҡ йән! Милицияға шылтыратҡандар, үҙҙәренә күпме изгелек эшләп! Һатлыҡ! Бары ла һатлыҡ!.. – тағы йотто эсе араҡыны…
– Юҡ! Һин үҙеңә лә, кешегә лә хыянат иттең. Һин халыҡты алданың. Шуға синнектә ятаһың хәҙер. Изгелек хыянатты ҡапламай ул! Бел шуны!..
Шәүлә китте. Искәндәр һаташыу, аңһыҙ хәл баҙына, ауыр йоҡоға төшөп китте.
Синнеккә һыҙылып ҡояш нуры төштө. Әтәс ҡысҡырҙы. Тубалдай ауыр башын күтәрә алмай күҙен саҡ-саҡ асты Искәндәр. Кемдер тағы ике күҙен уттай бәҙерәйтеп уға ҡарап тора, тик башы ҙур, йомро түгел, дүрткел. Был ғәләмәт ни эшләй бында?! Йә, Хоҙай, синнек ҡапҡаһы икән, ботаҡ тишегенән ҡалған ике «күҙ» шулай ҡарап тора. Еңел һулап ҡуйҙы Искәндәр.
Камилә бында. Ул уға ҡараны ла, яй ғына мөңрәп алды. Тик тауышы илау менән өҙөлдө, илай-һыҡрай һыйырын һауҙы. Ул, мәхлүк бит, өйрәнгән, хужабикәһе йырламайынса һауҙырмай торғайны… Хәҙер уныһы ла аңланы, йыр көтмәне, былай эйҙерҙе... Наҙлы һөт еҫе Искәндәрҙе тамам уятты, һиҫкәндереп ебәргәндәй булды, татлы бер ел килгәндәй булды.
– Камилә, йырла әле. Ниңә йырламайһың?
Биҙрәгә сәнселгән һөт уҡтарының ғына тауышы килә – шыж-шыжж, шыж-шыжж… Һөт тамсылары ла әллә ниндәй рәнйешле, әсе асыулы төшә… Мейене тишеп алып баралар. Алыҫтан көтөү тауышы ла килә. Әллә бесән еҫенән, әллә саф һауала йоҡлау килешкән, яңы көс менән тороп ултырҙы Искәндәр.
Камилә һауып бөттө. Һыйырҙы ҡыуып алып сығып китте.
–Һе! Камиләгә ни булған? Башы эйелгән, яурындары төшкән? Өндәшмәй. Йә Хоҙай, ҡуҙғалыр әмәл юҡ, – тағы ергә һеңде.
Бер аҙҙан Камилә өнһөҙ генә ҡоротлап ҡайнар һыу алып килде. Бер сүместе шунда уҡ бушатты Искәндәр. Боролоп киткән Камиләһенең бите күм-күк, нишләптер аҡһабыраҡ йөрөй. Ни булған?
– Камилә тимен! Кил әле бында!
Юҡ, боролманы, әллә ниндәй үкһеү, йән өшөткөс ятһыныу үҙендә. Йөҙө ҡартайған. Нурһыҙ. Ни булған?
Ҡабат мейеһе эшләмәне. Төш ауып кискә тартылғансы йоҡланы.
Ай буйы өйҙән сыҡмай эсте лә йоҡланы, эсте лә йоҡланы. Өй мәхшәргә әйләнде. Искәндәрҙең эсендә һимергән шайтан шул тиклем кинәнде. Уға бер ниндәй тәртә булманы. Өйҙә ҡуныр хәл ҡалмағас, Камилә бәләкәй ҡыҙын эйәртеп төнөн сығып китте, апаһында ҡуныр булды.
Камилә, үҙе саф булғас, кешеләрҙе лә шулай күрҙе. Кешегә изгелек, бәләкәй генә ярҙам күрһәтһә лә, бәхетле булды. Кемгә генә ниндәй ярҙам итмәне, кемгә генә аҡ теләктәрен теҙмәне! «Бергә эшләгән кеше, йортома килеп минең ҡулдан аш ашаған, минән изгелек күреп йәш сағынан ярҙам алған, инде күтәрелеп киткәс, ул ҡатын миңә ҡаршы шулай ҡәбәхәтлеккә барғас, Аллам, ҡайҙа һуң һин ҡушҡан «Изгелек ҡыл!» тигән бойороҡ!? Ниңә улай ыҙалайһың мине!? Минең тормошомдо боҙорға килгән кешене ниңә атлаттың тупһамдан?! Ни ғәйебем булды, йә, Хоҙай?! Мин ни өсөн ошо тиклем михнәт күрәм һуң? Ниңә Аллаһ мине былай язаланы? Мин бит тик изгелек эшләп йәшәнем?!» Эй, бәндәләр, Аллаһ үлсәүҙәре шулай ябай ғына булһа икән. Үҙе китеп бара, сөбөрләп йәше аға, тыйыла алмай. Ярай ҡараңғы. Йәштәрен ҡыҙы күрмәй...
Инде туҡмалған тәне лә үҙ урынына ҡайтты, ахыры. Тик баш ауыртыуы бөтмәй, һыҙлап ҡуя. Йәндәй күреп яратҡан, өҙөлөп торған кешеңдән шулай ҡул язаһын ал, туҡмал әле… Тән һыҙлауы бөтһә лә, йән һыҙлауы китмәҫ инде. Күрә алмай уны хәҙер. Биҙҙе. Мөкиббән килеп яратыуы менән уттай нәфрәте ҡушылғас, бындай ҙа тулҡынды күкрәгенә һыйҙыра алманы, үкһеп, ҡысҡырып иланы.
Был төндө үтә ныҡ һаташты Искәндәр. Башы, аңы томан эсендә кеүек. Тороп та булмай, айнып та булмай, аңлап та булмай. Шул саҡ тәндәре сымырҙап китте – әллә ҡайҙан йән дуҫының иңрәп-сыйнап кешнәүе ишетелде.
– Күгасман?! Малҡайым, атҡайым, әллә һин бындамы?
Туҫтаҡтай тояҡтары юлға һыймаҫ, ауылға кергәндә ер һелкетер йән эйәһе бит уның аты. Бар донъяны гөрһөлдәтеп саба торған күк алмасыбар айғыр ул Күгасманы.
Тағы ла кешнәү! И-иһо-һо-искәндә-ә-әр! Был сырҡырау тамам ҡаҡшатты йәнен Искәндәрҙең. Һылыу толпары килдеме ни... Атын өҙөлөп һағынып саҡырҙы Искәндәр. Тик сәйер кешнәү генә әллә ҡайҙан килә. Һаташа, ахыры... Искәндәр башын тотто. О, уның аты!!!
Бейек арҡа, йылан тамаҡ, текә муйын, ҡарсыға түш, нәҙек бил, ҙур туҫтаҡтай тояҡлы, бер баҫҡанды биш баҫып, ер иҙеп бөтөр, үрәпсеп туймаҫ ғәййәр айғыр ул. Сапҡанда ер һелкетер, кешнәһә тәҙрә быялалары сыңлап китер көслө тауышлы, үҙе сысҡан һыртлы, ҡырас яллы, күлдәй төпһөҙ күҙҙәре ҡылдай бәбәге аҫтынан бер ялмап ҡараһа, барын тертләтер! Тирә-яҡ аттары уның янында ишәк кеүек. «Дарҫ» итеп ергә тояғын ҡаты итеп бер генә бәреп ҡуя – янына Искәндәрҙән башҡа бер кемде яҡын килтермәй. Ажар, баш бирмәҫ үтә ғорур, йүгән һалып еккәнсе сыбанлап, тапанып тора, түҙмәй, ҡаты ерҙе он-талҡан, ҡом итеп бөтә. Артыҡ ҡыланһа, һыртына сыбыртҡы эләгә, тиреһе ел иҫкәндә һыу тулҡыны кеүек тартышып, йәһәт хужаһына башын бороп, ҡолағын ҡайсылап ала. Көслө үҙенән көслөгә генә баш бирә шул. Буйһондора белә Искәндәр, ярата ла белә. Малҡай, йүгән һалғас, Искәндәр тарантасҡа ултырып та өлгөрмәй, уҡтай атылып, колхоздың ат һарайынан осоп сығып та китә! Тирә-яҡты яңғыратып сырҡыратып кешнәп ебәрһә, ауыл яңынан тыуа кеүек. Тетрәү, шаңдау, әйтеп бөтмәҫ шатлыҡ килтерә уның кешнәүе! Аяҙ көндө йәшенме ни! Ҡарап ҡалырға ынтылмаған кеше һирәк була шул саҡта. Эй, елә лә инде малҡай. Әллә бөтөн ауыл һоҡланып ҡарап ҡалғанын белеп, тағы ла мәғрур уйнаҡлай, ярата, әллә иреклеккә ҡыуанып, юлға сыҡҡанына шул тиклем кинәнә, әллә хужаһына ярағанын белеп ирәйә! Искәндәр уға: «Районға!» тип әйтеп кенә өлгөрә. Туғыҙ саҡрымда хужаһы туғыҙ тапҡыр тын алып та өлгөрмәй – етер ергә еткерә! Барыр ергә барып еткәс, Искәндәре арҡаһынан бер-ике һапылдатып алһа, түбәһе күккә тейә, күҙ бәбәктәре сыланып ҡуя, башын сайҡап, йүгәндәрен сылтыратып ала. Атын иҫләп ярһыған Искәндәрҙең күҙҙәренән сөбөрләп йәш аға.
Ә бит Күгасман бик уҫал, яуыз, ҡара эсле, ташбәғер кешене лә белә. Ҡыҫыҡ сикәле, бәләкәй күҙле, йылмайғанда ауыҙы шаҡалдаҡ һымаҡ, һөйләшкәндә лә ыржая. Унан Күгасман һәр саҡ һиҫкәнде, ҡолаҡтары үрә торҙо, эсе ҡара ҡон тулы бәндәнең яуыз ниәтен һиҙә ине толпар. Ҡасандыр бурлығы өсөн төрмәлә ултырып сыҡҡан ул кеше Искәндәрҙе ғәйепләй. Бына әле, аттың Хужаһы янында булмағас, үҙе генә белгән ҡот осҡос үсен аттан алырға булып, уның тирәләп йөрөй. Күгасманға инде өс көн ашарға ла, эсергә лә бирмәй. Астан хәлһеҙләнгән ат барыбер ҡәбәхәтте янына ебәрмәне, әйләнеп тибенеп кенә торҙо… Ҡамсы менән теге бәндә һелтәнде лә:
– Ярай, яра-ай, бөгөн булмаһа, иртәгә ҡаныңда йөҙәм мин һинең, – тип янаны.
Йән әрнеүе менән кешнәне Күгасман. Ҡайҙа һүң Искәндәре?! Ниңә ҡотҡармай?! Ниңә килмәй?! Ни... И-и-Һо-һо-һо, И-иииһо-искәндә-ә-ә-р! Э-э-э!
Ҡара янып ҡайтып китте Ҡараман. Эсендә ҡайнап, уртын сәйнәне, үҙ алдына мығырҙап екерҙе. Ытырғыныс ул әҙәмде, шулай ҡотороп, күҙе ҡонға тулы шашҡан ут шикелле йөрөгәнен бер нисә кис күргәндәр.
Етенсе кис ат ергә аунаны. Аттың башын ҡаҙыҡҡа бәйләне йәлләт, унан кинәнеп ҡамсыһын шыйлатып, бар көсөнә аҡыра-аҡыра атты ярырға кереште.
– Мә, кәрәгеңде ал! Хужаң кеүек кәкрәй!!!
Ҡотороғона һыйышмай ҡулына тағы бер тәртә алды ла, аттың башына бирҙе. Күгасман бөгөлөп, сайҡалып китте. Сырҡырап кешнәүе йөрәк ярырлыҡ ауаз булып таралды ауылға.
– Ҡайҙа Искәндәрең? Килмәйме яҡларға? Ха! Мә!
Оҙон ауыр сыбыртҡы ҡанға туҙҙы. Бар көсөн йыйып, ниндәйҙер мөғжизә менән тороп баҫты Толпар. Әсе итеп тағы кешнәне. Бөтә ауыл дер һелкенде, тертләне. Ике ир килеп ҡарап торҙо… Тик берәү яуызды туҡтатманы. Ҡанһыраған аттың башына эҫе һыу килтереп ҡойҙо бәдбәхет. Ни хикмәттер, ат бар көсөн йыйып тағы һикереп торҙо ла, башы менән саңҡата бәреп ебәрҙе йәлләтте.
Тағы кешнәне, оҙон-оҙон сырҡырап, илап, өҙөлөп:
– Ҡайҙа һин, Искәндәр?! Иһо-һо-Э-э-эй-ииии! Ки-и-ии-һи-ил!
Тағы саҡырып кешнәне Эй-иһа-эһ!!! Ниңә ташланың мине, дуҫым, хужам?!
– Аһ, һин алаймы әле! Күҙенә ҡан тулған Ҡараман оҙон сыбыртҡыһын шыйлатып аттың аяҡтарынан бөрҙө лә бар көсөнә тартты. Гөрһөлдәп ергә ауҙы ат. Йән асыуына бысаҡ менән сәнскеләне яуыз кеше… Боғаҙын ярҙы... Толпар йән биргәндә таң һыҙыла ине… Ауыл кешеләре ниндәйҙер ғәжәп матур күкһел нур күргән ул төндө. Ул нур әллә йәйғор, әллә оҙон ял һымаҡ сәселеп күккә олғашҡан.
Искәндәр алйыны, арыны. Ҡолағында һаман бер ауаз, аһ, өҙә бәғерҙе. Был ниндәй кешнәү һуң ул? Төн буйы йөрәге һыҙлап, башы шаңҡып сыҡҡан Искәндәр кинәт үҙәк өҙгөс һағыныу, бар булған тән тамырҙарын һыҡратырлыҡ зарығыу тойҙо. Эйе, эйе, ниндәй рәхәт хис!! Уның һағынған заты бар! Искәндәрҙең йөҙөн йылы йылмайыу биҙәне. Ул бит Күгасманын һағынған!!! Уның тоғро дуҫы, иң-иң йән терәге – Күгасманы бар бит! Бына ниндәй шатлыҡ! Бына бит ниндәй шатлығы бар уның! Һо-о! Ана бит саҡырҙы ул. Ялдарын ялбыратып янына килеп тупылдап баҫты кеүек.
– Оһ, матурым, малҡайым, хәҙер, хәҙер барам яныңа, атҡайым, алтынҡайым…
Атҡайын барып ҡосаҡлаһа, бөтөн был ҡаза юғалыр, донья яҡтырыр, был касафат бөтөр кеүек ине. Ай, был ниндәй хәл? Бер ҡасан был тиклем бауыры өҙөлмәне. Камиләһен хатта улай һағынғаны булманы. Һурып алып бара, тик дауаланыр әмәле юҡ. «Һыу! Һыу! Һыу! Кем бар? Һыу?! Һыу, тимен!»
Иртән Камилә һыйырын һауып көтөүгә ебәрергә өйөнә ҡайтты. Һыу һорап интеккән Искәндәргә һыу бирҙе. Үҙе лә һыуға уйламаҫтан йоҡо дарыуы һалды. Хәҙер йоҡламаһа, был хәбәрҙе ишетеп йөрәге… шартлаясаҡ. Ана бит, яратҡан сергеһен ҡыҫып тотоп алған, аты янына йыйынған бит, бахырҡайым. Искәндәренең маңлайынан һыйпап-һыйпап алды. Ҡулдарын оҙаҡ алманы, иренең ярһыу башынан һыйпай-һыйпай Камилә түҙмәне, түгелеп иланы. Хәҙер йоҡлап китер, хәҙер, йәнекәйем, Аллаһ еңеллек бирһен бахырҡайыма. Йоҡлаһын.
– Камилә, Күгасманым саҡыра, уны егеп еләм хәҙер. Һыу бир тағы. Һыу!..
– Хәҙер, хәҙер атҡайым, малҡайым, сабыр, сабыр… Хәҙер еләбеҙ далаға, иркенгә! Эх! Сабам, сабам… Еләм! Китәм! Күгасманҡайым... Һаташҡан иренең маңлайынан үпте. Йоҡлап китте тағы, йәнекәйем… Шул саҡ ҡатын түҙмәне. Бар көсөнә ат кешнәгәндәй сырҡырап ҡысҡырып илап ебәрҙе. Өйгә ҡайтҡанда аттың үлемен ишетеп һынһыҙ ҡалды. Йә, Хоҙайҡайым!.. Мөғжизәле ат уны ике тапҡыр үлемдән ҡотҡарғайны… Был тиклем вәхшилек… фашиста ла юҡ бит… Йә, Хоҙа. Ни ҡылаһың әҙәмең менән?! Нисек бындай ҙа ҡәбәхәтлекте аңға һыйҙырырға?! Ярҙам бир, Аллам!.. Шундайын да һинең хикмәтең – һылыу толпарҙы язалап, имәнеслеккә батҡан кешене нисек Ер күтәрер? Нисек? Эй, мәхлүккәйем, малҡайым, кисер, кисер, кисер. Инде ни әйтәйем. Я, Раббым, түҙем бир…
Искәндәре ни эшләптер сабый һымаҡ йылмайып йоҡлап киткән. Ҡулына Күгасманының йүгәндәрен ҡыҫып тотҡан бит. Йоҡлай. Шул тиклем сибәр булыр икән кеше, яратҡаным минең. Гел шулай йылмайһаң икән. Атын төшөндә күрәлер, эй, бәғеркәйем, эй, йәнем минең. Ни көндәргә ҡалдыҡ, ни йөрәк менән түҙерһең, күтәрерһең икән, ни булыр хәҙер?! Ул йәлләттең исемен әйтә генә күрмәһен бер кеме, йә, Раббанәм. Искәндәренең сәстәрен һыйпаны, өҫтөнә япты. Оҙаҡ илағас, доғаға ултырҙы. Инәһе өйрәткәнсә, бит-ҡулын сайҡап, сабыр холоҡ, таҙа аҡыл менән Аллаһтың ҡаршыһына үҙе баҫҡандай булды.
Шул саҡ ул булған бер хикмәтле хәлде иҫләп алды. Яҙғы мәл үҙенең бауырына ҡаты приступ, ә ҡыҙыҡайының эсе ныҡ ауыртып ни ҡылырға белмәгәндә, Искәндәре йәһәт Күгасманын егеп район дауаханаһына алып китте. Елдәй генә елде малҡай!
– Сыҡма Димдән, урап барайыҡ, бөтәбеҙ бит! – тип ҡысҡырҙы Камилә, ире атты турылай йылғаға борғас. Юҡ инде. Искәндәрме тыңлай торған кеше! Боҙҙан барабыҙ. Ауыр таштай тояҡ аҫтында боҙ ватылып бара, ә сана арты һыуҙан ҡала бара. Әйтерһең, һыу фәрештәһеләй осоп, боҙға тояғы теймәгәндәй талпынып бара бит малҡайғынабыҙ! Ул ниндәй хикмәтле мал булғандыр ҙа, ул ниндәй мөғжизә булғандыр. Алып сыҡты Дим аша мәхлүк... Больницала ашығыс ярҙам булды. Баланы ла, үҙен дә ҡотҡарҙылар. Эй, атҡайым, малҡайым. Ни хәл итәйем. Ата-бабам борон-борондан Ер-һыуға арнап ат ҡорбаны салған бит. Оло ул ҡорбан ат артынан алғыш әйткән. Мин дә һиңә алғыш әйтәм. Түлдән үткәнмен – мөмкин, ҡабул булыр. Мин әйтәм, һин ишет, Күгасманҡайым!
Үлемең ҡорбандыҡы булһын!
Илем тормошона дүрт яҡтан
Матур яҙҙар килһен, иген уңһын,
Аҡҡан ҡаның хәләл булһын!
Йәнселгән һөйәгең ер сатыры булһын!
Беҙҙең ҡан түгел, һинең ҡан ағып,
Беҙҙең һөйәк түгел, һинең һөйәгең йәнселеп,
Һин сапҡанда нисек юл асыла ине,
Шулай беҙҙең юлдар асылһын!
Һин кешнәгәндә нисек ен-шайтан ҡаса ине,
Тояҡтарың нисек тупылдай –
Батыр йөрәктәре шулай тупылдаһын!
Искәндәрем, бәпәйҙәрем иҫән булһын,
Тояҡтарың нисек тупылдай –
Батыр йөрәктәре шулай тупылдаһын!
Искәндәрем, бәпәйҙәрем иҫән булһын,
Ҡулдарын күккә һоноп, атын шулай ололап, доға бағышланы ла бағышланы Камилә. Унан башын Искәндәргә һалды ла илай-илай тағы ла теләне. Рәтләп әйткән доғаның, һүҙҙең тылсымы бар шул. Бер аҙ тынысланды, күңеле урынына ултырҙы кеүек. Ҡулдарына тамған йәштәр, ай, әсе. Эй, малҡай, малҡайым, бәхил бул! Ат йәл, атынан да йәре, Искәндәре, йәл. Әле ярай, йоҡлаған. Ни эшләр ине бит!? Ярай, береһе килеп әйтеп өлгөрмәгән. Һүҙ әйттермәм, бәғерем, йоҡла.
Йә, Аллам, инде бел, гонаһтан үлсәмә, үтенәм! Сөнки уянғас, мин иремә тағы йоҡо дарыуы һалам. Уның әле был фажиғәне күтәрер көсө кире ҡайтмаған. Ниндәй генә дәһшәтле ир булмаһын, йөрәктәрен бит йоҙроғонан ҙурын бирмәгәнһең... Йоҡла, йәнем, мәңге яратҡаным минең. Иртәгә яңы Ҡояшың ҡалҡыр.
Илһам НОҒОМАНОВ һүрәттәре.