Йәшел ҡурпыны устарына ҡыҫып, ергә йөҙтүбән ятҡан килеш, ай, үкһеп, ярһып иланы ул. Йөрәкһеп, тырнай-тырнай умырып алған үлән дә ирҙең ҡулында йәшел йәштәрен һарҡытты.
Тороп ултырҙы. Устарын йырпыслаған һуттан, күҙҙәренән аҡҡан йәштән, таңғы ысыҡтан лыс сыланған кәүҙәһе һаман һулҡылдай ҙа һулҡылдай…
Тәрән көрһөнөүенә үлән тирбәлеп ҡуйҙы. Оҙон тын алып, көс менән башын күтәрҙе ир. Ниндәйҙер дәртле ауаздар ҡупты. Һабантурғайҙар сыр-сыр килеп ҡояш ҡаршылай икән. Ана, теп-тере, көләс, бер нимәгә бошонмаҫ нур эйәһе – Ҡояш! Уның алтын ептәре тылсымлы шул – Искәндәрҙе ерҙән тартып алып торғоҙоп ултыртты: «Ир-аттың күҙ йәшен ҡояш күрмәһен», – тип әйтә ине инәһе. Ана бит ул, бөйөк, тыныс, мәшһүр Күк хужаһы үҙенең мөһабәт, мәңгелек йөрөшөнә үҙе һоҡланып, Ер-һыу биҙәп ҡалҡып килә! Йәнәһе, Донъя ошолай булырға тейеш, тип, нурына солғап килә бит Көн батшаһы – Ҡояш! Ҡалай рәхәт уға шулай булыуы. Уның бер ҡасан илағаны юҡ, тип уйланы Искәндәр.
Оҙаҡ ҡына кибенде ир. Яҡты, һылыу, батыр, олпат, мәңге йылы һәм бөйөк яратыу менән мөлдөрәмә тулы Күк тәңреһе! Камиллыҡ эйәһе булғанға ул түңәрәк, мәңге йылы булғанға уны яраталар, ул да ярата... Яратмаһа, төндө еңеп ҡайтмаҫ ине.
Барыһын да йылыта, йыуата йә ярһыта. Ул һәр саҡ ҡәнәғәт һәм көләс. Һәр саҡ йомарт, нур эсендә. Кешеләргә, донъяға шулай булырға уға кем ҡушҡан икән? Яҡшыһы ла, яманы ла, шаҡшыһы ла, уғры йә ғәҙеле лә, ҡоло йә хакимы ла – барыһы ла берҙәй йылына унан. Барына ла ҡояш кәрәк. Бәй, һуң ул да бит, Искәндәр ҙә, ауылы халҡына ҡояштай булды. Хужа булды. Бер кемде нахаҡҡа рәнйетмәне. Баҫҡан ерендә баҡыр иҙеп йөрөнө. Уны күргәндә һәр оло, һәр яҡшы ике бәндәнең йөҙө яҡтыра, ә ялҡау – күҙен, уғры ҡулын йәшерә, аҙғын юлын бора ине. Үҙе колхоз рәйесе булып байтаҡ йылдар эшләгәндә нисә ауылды гөл итте, баҡса итте бит... Ә ни өсөн әле ул ерҙә илап ята?!
Ҡояш менән бергә торҙо, ил яҡтыртты, эше менән ер балҡытты, ҡояш байығандан оҙаҡ ҡалып, йоҡлар булды. Эш батыры булды, бауыр ҡалҡытты… «Ниңә һуң эш кәңәшсеһе, оло бата биреүсе Ҡояш әле йыуата алмай уны? Һәр иртә шатланып көтөп ала ине Ҡояшы, егәрле кешеһенә асып ҡына тора ине ҡапҡаларҙы. Ихлас ярҙамсыһы бөгөн ниңә йыуата алмай? Ниңә һаман күҙ алмалары сатнап тоҙло һыуҙа йөҙә?! Ҡояш! Ишетәһеңме? Ни өсөн мин был хәлгә тарыҡтым? Ни өсөн был тиклем оят, әҙәм ғәрлегенә ҡалдым? Еремде ялап алырҙай эшләнем, артта һөйрәлгән колхозды иң алдынғыға сығарып данлы булдым. Һәр саҡ тура һүҙ әйттем, ғәҙел ҡарар ҡылдым, хәрәм мал алманым, кеше өлөшөнә кермәнем бит. Бер тиненә лә… Ә халыҡ нисек ярата ине! Ниңә мин яза алдым? Мин бит...» Шул саҡ янында үлән ҡыштырҙаны. Йылғыр кеҫәртке башын ҡырын һалып күҙен ҙур итеп асҡан, таш һын һымаҡ ҡарап ҡатҡан. Искәндәрҙең тәне сымырҙап китте. Был ҡарашты ул ҡасандыр күргәйне. Ҡасан, ҡайҙа күрҙе ул был ҡаты, йән өшөткөс ҡарашты? ...
Ҡояш, ҡәмәр ҡыҙыл бөркәнсеген ябынып, ҡайҙалыр төшөп китте. Ерҙе ҡалдырып… Иҙелеп бөткән ерҙән ауыр һөйәкләп тороп баҫты Искәндәр. «Ҡояш байығанда зәхмәт йөрөй, кис ергә ултырма, һыу алма!» тигәне – ҡарт инәһенән ҡалған һабаҡ. Эй, ярата ине ул аҫыл һөйәк ейәнен. Тупылдатып һөйгән мәлендә аҡыл туҡып та ебәрә ине: «Баҫҡан ереңдә баҡыр иҙеп йөрө!», «Тапҡаның хәләл, таянғаның хәләл булһын!» Һуғышҡа киткәндә түшәктә ҡалды: «Ҡайтҡаныңды күрә алмам, балам. Бәхил бул. Аллаһ һаҡлаһын инде!» – тип мөлдөрәмә йәшле күҙҙәре менән оҙатты. «Һин ҡайтырһың, балам, ҡайтырһың…» – тине.
Өлкәндәрҙә ниндәйҙер хикмәт бар ул. Һиҙәләр, беләләр, белгәненән яҡшыларын әйтәләр… Яманды кинәйәләйҙәр. Шулай булды. Һуғыштан ҡайтҡанында ҡартинәһе гүр эйәһе ине. Ә ниңә әле уны иҫләне? Ниндәйҙер йылы тулҡын башын һыйпағандай булды. Әллә йәне инде?! Фронтҡа киткәндәге кеүек башымдан һыйпаны. «Нәнәй?! Һинме?!...» Тағы күңеле тулды. Уйҙарына уйылды Искәндәр.
Алты йыл һуғыш һөрөмөн йотоп ҡайтты Искәндәр. Ни күрмәне, ҡот осҡос ваҡиғаларҙан сәстәре үрә торор мәлдәрҙең ниндәйенә генә шаһит булманы. Икешәр-өсәр тәүлек разведкала йоҡоһоҙ йөрөп, командованиеға рапорт биргән ыңғайы торған урынында сүкәйеп йоҡлап киткән мәлдәре күп булды. Ошо ял мәле, иҫ киткес татлы мәл, ергә ятҡан һайын һаман ҡабатлана. Әсә кеүек ҡосаҡлап ала бит ул. Ииии, ергенәм! Шәрә ҡатындар, бабалар мәйете менән тулы яланды таҙартҡаны, күҙ алдында йән дуҫының мина шартлауынан өҙөлгән аяҡ-ҡулдарын йыйғаны, фашист десантнигы менән алышҡан ҡаҙаҡ дуҫы Маҡсат Арманов – барыһы буталды. Ул ваҡыттарҙағы күңел ыҙалары ла, ай, ауыр ине. Күкрәгенә килтереп бәргән әсе тулҡында һаман көйҙө Искәндәр… Йә Хоҙай… «Ниңә был замандағы көйөү, был ауыртыуҙы шул тиклем күтәреүе ҡыйын? Түҙеп торғоһоҙ бит! Ни йотоп, ни эсергә, ҡайҙа батып, ҡайҙа үлергә, ҡалай итеп өҙөп алырға йөрәктән был ҡаҙауҙы?..» Бер дауаһы бар кеүек. Эс тә онотол... Тағы уйҙары буталды. Аңы томаландымы, әллә фронтта күҙенә операция яһағас, ике аҙна буйы бер ни күрмәй ятыуын иҫләнеме?! Аңламай.
Хәл шулай булды. Ерҙән күтәргәндә мина ҡулдарында шартланы, ярсыҡтары ике күҙе ситендәге һөйәкте селпәрәмә килтергәс, операция яһалды. Табиптар уның ҡасан да булһа күҙҙәре күреүенә лә, яҙыша алыуына ла ышанманы. Ярсыҡтарҙы бармаҡтары менән бергә киҫеп алғанда, күҙҙәрен таҙартҡанда ҡот осҡос ауыртыуҙан ҡысҡырғанында бар кәүҙәһе, тәне ҡырҡмаһа ҡырҡҡа йыртылғандай ине. Повязкалар менән сорнап ятҡырғас, ярһыны, йәшәйһе килмәне, асыу менән аҡырҙы, туланы! Ике ҡулын, аяҡтарын шаҡарып карауатына бәйләргә мәжбүр булдылар. Ошо мәлдә, ике аҙна бер ни күрмәй ҡараңғылыҡта интеккәндә, ғәзизкәйе, инәкәйе Мәғрифәнең һыны килде. Янына ултырып доға ҡылды. Тыныс, асыҡ, көслө тауыш менән: «Балам, Аллаһ ҡушҡаны булыр, сәбәләнмә! Атайыма, илдә көслө мулла рухына Ҡөрьән сыҡтым. Сабыр бул. Һиңә яҙған нур ҡайта ул! Һин деүәрәндәр, батырҙар нәҫеленән, ҡурҡыштан шыр ебәреп ултырған ҡуяндай ҡыланма!» – тине. Ошо ваҡыт Искәндәрҙең күҙҙәренән йәш тәгәрәне. Табиптар хайран ҡалды хикмәткә! Тимәк, илағас – күҙҙәре тере, тере һәм был сибәр бәһлеүән егет күрәсәк!!! Ул сәләмәтләнде. Мәңге инәһенә һоҡланып, уны ололоҡлап йәшәне. Ана шул ваҡытта кисергән йылы Яҡтылыҡ әле лә Искәндәрҙең рухын бер аҙ яҡтыртты кеүек. Аңы асылды... Ә хәтер һаман ҡайнай бит әле. Һуғыш бөткәс йән һөйгәне, Камиләһенә, тоғробикәһенә өйләнде. Эй, ул бәхетле мәлдәр! Ғәзизе Таһирйәнен көтөп алдылар. Эй, Аллаһ биргән сабыйҙары шул тиклем татлы ине. Өс йәшендә тупылдап, тәтелдәп «әт-тәә!» тип ҡаршы килә бит ана, ҡулдарын йәйгән бит әле. Йә, Хоҙай, һаташтырма! Ул бит донъяла юҡ инде.... Донъя биҙәп йөрөгән тумалаҡ сабыйҡайы – ҡапылдан ҡысҡырып, ҡайырылып илап, тәгәрәп үлеп китте. Күҙе тейгән юлаусы ҡарт артынан ат саптырҙылар – юҡ, яуыз, олаҡҡан ине ҡайҙалыр. Быуылып һынһыҙ сабый мәйете алдында икеһе лә иҫһеҙ ҡалды, таш булып ҡаттылар. Дүрт йылдан икенсе улы – Ғәзизйәне донъя ҡуйғас, ҡәбере янында тағы ер тырнап һынһыҙ ултырҙы. Бүреләй олоно. «Түҙгәс кенә егет түҙә икән эскенәйе тулы ялҡынға»… Юҡ, етер быларҙы иҫләү...» Торҙо. Бер аҙ сайҡалып үрә баҫты, ырҙындан өйгә табан атлайым тиһә, тағы туҡтаны. Көн үтеп киткән шулай... Юҡ! Ул унда ҡайта алмай. Балалары-бөртөккәйҙәре бит мөлдөрәп торасаҡ. Улар бер ҡасан атайҙы былай көсһөҙ, ҡурҡаҡ итеп күргәне юҡ, күрергә лә тейеш түгел! Оят. Кермәй ул өйгә. Ана, синнеккә керә лә… Тьфү, тәүбә, эстәғәфирулла… һаламда йоҡлай. Унда йәндәй тоғро дуҫҡайы Күгасман исемле атының еҫе бар әле. Был еҫтән хуш ни бар икән?
– Искәндәр!?… Ни эшләйһең бында? – Камиләһе икән.
– Ҡайт, Камилә! Кит бынан!
– Юҡ, әйҙә өйгә. Ни ҡыланып ятаһың?!
– Кит тим, һис күрәһем килмәй!
– Ярай, әтеүһә. Яныңда ғына булам, өндәшмәй генә ултырам…
– Мин күрәһем килмәй. Кит! Кит, тим би-и-и-ит!
– Ила әтеү, әрлә мине! Китмәйем!
Тағы ыңғырашып, күҙен сытырлатып йомдо Искәндәр… Етер. Бисә янында иламағайным бына...
Тағы хәтер ебен тарта... Колхозды етәкләне ул, иң артта ҡалған, һис мантый алмаған, көскә тын алған ауыл ине. Һаман бер үк уй. Күпме мөмкин инде, ә ауыл халҡы йомшаҡ түгел. Уҫал. Үҙ һүҙле, ҡырыҫ баҫалҡылары бик һирәк. Аҫтыртындары күп. Тоғро эттәй һиңә ҡарап тора, һүҙеңде йотоп тыңлай, эште эш итергә ризалыҡ бирә, серҙе асып бөтмәҫкә һүҙ бирә. Иртәгеһен, иң әшәке ялған, ғәйбәттең башы уға тоташа… Эй, был бәндәләр. Терәк булырҙай аҡыл эйәләре – фронттан ҡайтҡан биш-алты кеше бар, үҙенең туған ағалары – алтын бағаналары бар Искәндәрҙең. Ауыл тулы ихлас йәнле, ҡара тырыштары ла йән йылыта ине. Тик һәр һүҙен кирегә бороп, һәр тинен уғрылыҡҡа юрап торғандарының башында кем торғанын аңлай алманы. Аңлаһа ла, тиреҫ ҡорттарын тиреҫтә ҡалдырҙы. Яман эсле һәр нәмәлә яман күрә бит. Ә бит колхоз өсөн, етешлек өсөн үҙ аҡсаһын да күпме һалды, йәлләмәне. Бирешмәне, һәр саҡ нахаҡты, ғәйбәтте еңә барҙы. Ярҙам да һораманы, инәлмәне лә. Өс йыл тигәндә ауыл гөл-сәскә булды. Газета, радио шаулап килеп торҙо, газ үткәрҙе. Алдашыуҙы үтәнән күрҙе, уғрылыҡты, ил милегенә ҡағылыуҙы иң оло хыянат итеп белде. Ундайҙар ил ояты, тип ауылдаштарын тәрбиәләне. Ана бит, уртансы ҡыҙы һөйләй. Бесәндә булғанда апайҙар әйтә икән: «Яландың теге башынын Искәндәр абыйҙың «Волга»һы күренһә, ҡулыбыҙҙа булған ике сөгөлдөрҙө ташлап, йән-фарман ырғытып йүгерәбеҙ. Тотоп алһа – бөттө! Иртәгеһен йыйылышта, йә кантур ултырышында беҙҙең исемдәрҙең рәте ҡалмай, кәрәкте бирә!» Эйе, үҙе лә хөкүмәттең бер тиненә теймәне, башҡаларҙан да талап итте. «Хаким үҙе ғәҙел булһа, иле лә шуға баҫа!» – ти ине атаһы.
Тик колхоздың бер арба оно, ун ике тоҡ игене, бер нисә йылҡы малы юғалғас, аһ, асыуы ҡалҡты. Махсус органдар саҡыртты, тиҙ таптылар ҡараҡты. Ике балалы ата булып сыҡты. Элек тә оҙон ҡулы һиҙелә ине. Уҫал, үсле йән, ҡаты ҡарашлы, сикәһе ҡыҫыҡ, йоҡа иренле ҡаҡса кеше. Ултырттылар. Ҡараҡ исемен алған уҙаман да, оҙон сәсле һылыу ҡатыны ла законды түгел, Искәндәрҙе ғәйепләне. Ғүмерҙәренә ҡара үс, ҡон менән тулыштылар. Тағы ике бурҙы ултырттылар. Икешәр йылға. Минехан тигәне лә Искәндәргә ҡара үсен тыя алмай йәшәне. Шуларҙың рәнйешеме икән әллә был хәл? Ниңә мине төшөрҙөләр? Ниңә мин былай ятам?! Ниңә???
– Атай... Атай, һин өйгә кер әле… – Алтын башлы ҡыҙыҡайы килгән... балаҡайы.
– Юҡ, ҡыҙым, бында һауа саф, ошонда йоҡлайым.
– Инәй, һиңә һалҡын тейә бит!
– Бар, бар атайың әйткәс, ин. Хәҙер мин дә инәм, йәме!
Ҡыҙҙары үрһәләнеп йөрөй. Эйе, бына ошо алтын сәсле балаһын харап итергә маташҡан ҡара эсле ҡараҡ Минехан. Хатта бысағын да күрһәткән үҫмер ҡыҙыма… Хоҙай ишаралаған, ҡулы бармаған… Әммә, юлымда ҡабат осрама, тигән. Балам ошо серен дә бит йылдар үткәс кенә әйтте. Күрһәтер инем мин уға бысаҡты.
Йылдар үтте, еңеүсе булды Искәндәр. О, ниндәй егеттәре бар ине!..
Ауылда булмаған хәл. Тәүге йылдарҙа уҡ бынамын тигән 10 йыллыҡ мәктәп төҙөттө. Ялтыратып ауыл уртаһынын асфальт юл һалдырҙы. Оло магазин. Хәҙер халыҡ аҙым һайын районға кәрәк-яраҡҡа йүгермәй. Иген эшкәртеү цехы төҙөттө. Ҙур итеп, шартына килтереп. Күпме эш урыны булдырҙы. Ниһайәт, районда бер итеп, мәҙәниәт йортон, ҙурҙан алып, һарай итеп һалдырҙы. Китапханаһы, репетиция бүлмәләре, ҙур залы ниндәй! Һәләк бит, эй, кинәнде халыҡ. Фронтташтарының яҡты иҫтәлегенә бейек итеп аҡ таштан обелиск ҡуйҙырҙы. Изге исемдәрен алтындан ялатып яҙҙыртты. Аят-доға уҡытып оло байрам, Еңеү көнөн туйланылар. Илау ҙа булды, уйлау ҙа… Һуң улар рухы риза түгелме икән – ни эшләп был көнгә ҡалды әле ул?»
Ысын күңелдән, ихлас ғәмәлдән һалдырҙы ул ташъяҙманы, шаһиттарҙың исем-шәрифтәренә аят уҡытты бит Искәндәр. Үҙе һуғыш утында биш йыл көйгән-янған ил һаҡсыһы бит, шуға Хәтер ҡәҙерен дә, шаһит фронтташтарының яҡты рухын ризалатыу бурысын да ныҡ белә ине. «Мәрхәмәт ит – мәрхәмәт күрерһең», – ти ине инәйе. Улар ҙа был тиклем ғәҙелһеҙлектән айырып ҡала алманылармы ни? Нисек түҙергә һуң? Ытырғынып күкрәген ыуҙы, башын аңғармай тәртәгә бәреп алды ла тағы шешәһенә үрелде. Муйынынан бороп алып, ауыҙына текәне.
– Искәндәр! Етер инде! – тип үтенде Камиләһе.
Эҫе тулҡын үңәсен ярып үтте, тын юлдарын киреп ебәрҙе, йылылыҡ ялманы тәнен, унан быуындарына үрелде, йәнен йыуатты. Оһ, ҡалай рәхәт булып китте !
Камиләһе өндәшмәй. Арығандыр бахырҡай. Аҫҡа ҡараған килеш көйөнөп, күҙ йәштәре сөбөрләп ултыра бирҙе… Искәндәр иһә иҫе китмәне, үҙ йырын һуҙҙы:
Белһәң ине, был ғәзиз баш
Ошо йыр менән ул Венгрия, Бельгия, Чехословакия, Украина, Польшаны үтте. Ата-баба йөрөмәгән ерҙәрҙә, фашист тылында нисә рәт үлем ауыҙынан сыҡты бит. Сит-ят илдең ҡара урмандарын ҡара төндәрҙә бер үҙе йәйәү үтте. Ни күрмәне, ниндәй шом булманы ул һуҡмаҡтарҙа. Нисә шпионды, нисә фашист офицерын ҡулға алып, штабҡа тапшырҙы. Ажар бүре кеүек булды ул дошман менән алышта. Иң ауыр, иң яуаплы разведкаға иң элек уны, «Заговоренный Шах»ты, ебәрҙеләр. Шаһисолтанов булғанға шулай тип йөрөттөләр. Оһ, фашист һеләгәйҙәрен, ҡуяндай дерелдәтеп, шаҡарып алды ул, торор урынын онотоп, уның тыуған иленә бысраҡ аяғы менән ингәндәрҙе берәм-берәм командованиеға алып килеп торҙо. Һунар ҡомары ҡупты. Ата-бабаһы һунарсы башҡортҡа был бер ни түгел. Әммә уның ҡулында ҡан, кеше үлеме юҡ. Ошо хәҡиҡәткә риза Искәндәр: бер йәнде лә ҡыйманы. Шулай килеп сыҡты. Ике ҡулында ла өсәр бармаҡтары булмағас, револьверҙан атыу, төҙ сәпкә тигеҙеү мөмкин булманы, ахыры. Әллә Хоҙай ошолай араланы. Иң оло сер һаҡлаған документтарҙы яу эсенән кәрәкле ергә ваҡытында еткерҙе ул! Эй-й... Ә хәҙер ул – ошо герой синнектә әлһерәп ята, илай. Ҡыуылған меҫкен, хәлһеҙ, бер кемгә көсө етмәй. Йә, Хоҙай! Искәндәр тағы ҡомһоҙланып әсе һыуҙы йотто, тағы... Бер аҙ башы еңеләйҙе, ҡан тамырҙары кирәйеп китте, тик күҙҙәре ауырайҙы. Уйҙары еңеләйҙе кеүек. Исмаһам, бер йән килһә, аңлатһа ине. Берәйһе һүҙ әйтһен, мине тыңлаһын ине. Ни булды донъяма?. Ниңә миңә генә ошо тиклем яза?! Кинәт алдына ниндәйҙер оҙон шәүлә килеп баҫты. Әллә өн, әллә төш. Аңламай Искәндәр. Мискәнән килгәндәй тауыш яй ғына һөйләнә:
– Һо-о, был хәлең ғәҙелһеҙлек, тиһең инде, ә?! Ниндәй шәп кешене ни эшләп яҙмыш улайта, тиһең, ә?! Бер ғәйебең дә юҡ, тиһеңме? Нисә көн эшлектән сығып эсеп, ҡот осҡос булып, әҙәм төҫөн юғалтыуыңды оноттоңмо?! Хатта балаң, бисәңде, туғаныңды танымаҫ булып һаташып, аҡырып йөрөүең дә бер ни түгелме ?
Тауыш әллә ҡайҙан, урман төпкөлөнән килгән һымаҡ Искәндәргә.
– Нисек? Һин мине әйтәһеңме? Мин шулай булдыммы?!
– Эшләгән эшеңә хатта эсеп барыу ғәҙәткә инде. Иман һүҙен, инәйең ҡан илап тыйғанын, ҡарт атайың күҙ йәштәрен түгеп туҡтатырға ынтылдылар. Бер ағзаң да сирҡанманы, тибеп кенә ебәрҙең!!!
– Яп ауыҙыңды! Мин һиңә тиҫтерең түгел әрепләшергә! Үҙең саҡырҙың – килдем! Бына һөйләшәм, һин дә әҙәм балаһы бит. Һинең һымаҡ һаташҡандарҙы күп күрҙем. Иҫәбе-һаны юҡ.
– Мин бит асыуҙан түгел, былай ғына бит. Улар асыуланманы шикелле. Мин бит…
Тауыш эйәһе ҡысҡырып өҙҙө уны:
– Һин! Бәндә йораты! Инәйгә тибеү – бер ни түгелме? Атайға яҫҡыныу ҙа бер ни түгелме? Һеҙҙең һымаҡ иблес ҡолдарына әшәкелек бер ни түгел! Һинең кеүектәрҙе бына шулай, бына шула-а-ай!
Искәндәрҙе нимәлер дер һелкетә, ҡаҡҡылай, башын һуҡҡылай, йоҡлап китергә ирек бирмәй. Был оҙон аҡ кейемле дәү бәндә һаман уны язалай, һөйләй, битәрләй. Кем һуң ул?
– Кем һин? Кем?! Һөйлә әле. Йә.
– Әйтәм, йә, уйыңды һүтәм… Бер мәжлестән башланды. Эш эйәләре йыйылып күңел астығыҙ. Күҙе төшөп йөрөгән бисә һине лаяҡыл эсерҙе лә үҙенә алып ҡайтып китте. «Һин бит бер ни аңламаған мал инең ул саҡ! Аҙаҡ, аҙғын нәфсең бер шашҡас, ундай төндәрең, гонаһың, ай-һай, күп булды. Һине «ныҡ яратҡан» ул бисәгә шаштың, зина ҡылдың, иң яманы – уға ышандың. Ялғанына ышандың... Хәләл бисәң ят булды. Хатта ытырғындың, биҙҙең унан. Ятманың янына. Шул сәйерлекте аңларға ла тырышманың..
– Ожмахын биреп, тамуғын алған бисә һине шулай ырымланы. Аңыңа зарар килде, донъяң онотоп тик шул иблес йоратына ашҡындың, уны алдан йөрөттөң. Уны күрһәң, һеләгәйең аҡҡандай хәлгә килдең. Уның ошағына ышанып, күпме яҡшы, тоғро кешеләрҙе үҙеңдән биҙҙерҙең.
– Ә ниңә туҡтатманың шул саҡ, бик күрәҙә булғас?!
– Ә мин һиңә әшнә лә, дуҫ та түгел, түгел! Дуҫ тигәндәрең дә шатланды был хәлеңә. Шайтанға буй биргән кешене кем тыя алһын, Алланан үҙе һорамағас!
– Ышанмайым! Ғәйепләмә уларҙы! – Искәндәр ынтылып алды.
– Элекке Искәндәр юғалды. Аҙҙың. Боҙом эскәнде белмәй зиһенең томаланды. Йәштән өҙөлөп һөйгән, Иҙел буйында бер һылыу Камиләң, һылыуҙан-һылыу зат ике йылда төҫ ташланы. Ҡарсыҡҡа әйләнде. Биш балаңдың дүртеһе ситтә ине инде. Иң кесекәйең, үҙең Хоҙайҙан һорап алған ҡыҙың йортта ҡалды. Бәпләп кенә үҫтерҙегеҙ бит. Уның өсөн һин идеал булдың... Ә һин?! Ни ҡыландың... Эскән сағыңда ла һине ҡосаҡлап-ҡосаҡлап ҡыҙ балаҡайың иланы. Был оятты белдермәҫ өсөн йөҙөн баҫты. Башҡа балаларың белһә лә, бер ни эшләй алманы...
–Алйот! Боҙом алған кеше араҡы менән ҡатышҡас, Иблес ҡоло ғына була! Эскән һайын ул нәғәләтте һимерттең, ә ул көлдө, шатланды, һине кеше булыуҙан айырҙы. Елкәңә менеп ултырҙы, һине ҡоло итте. Бауырың балаң да, ҡарынында ятҡан инәйең дә, өҙөлөп һөйгән бисәкәйең дә дошман булды. Теге бисәгә шул ғына кәрәк ине... Ошо иң бәләкәсеңә төштө ҡыйыны. Бөтөн ауыл һөйләгән ғәрлекте күтәрә алмай, ауыл аша үтә алмай, эшкә ырҙын артынан йөрөнө… Ә ҡатының!! О-оо, ул ҡатын. Ундай ҡатынды Хоҙай яратҡанына яҙмыш бүләге итеп бирә... Уны бит ауыл иман күрке тип белде. Ул үткәндә бит ауылда нур күтәрелә ине. Иҫерек ир ихатаға кереп ҡотола, йә урамдың икенсе яғына сыға ине: «Тик Камилә апаның ҡарашына осрарға яҙмаһын». Йәштәр уға баш эйеп үтә ине. Ул йырлаһа, ел туҡтай, һандуғастар тына ине! Аһ, ниндәй һылыу ине ул! Ул....
– Етер! Етер, тим... – Искәндәр битен ҡапланы. Юҡ, был дәү нәмә теҙә генә бит...
– Тубығынан төшөп торған оҙон ҡара сәсле, ете бала тапҡан ҡатын тимәҫһең, зифа – ғорур һыны менән ауыл балҡытып йөрөй ине!
Искәндәрҙең башынан «келт» итеп фекер үтте. Эйе, бына кем ғәйепле Искәндәрҙең был хәленә – Камиләһе!
– Эйе! Ул! Ул ғына харап итте мине, Искәндәрҙе!
Ҡулына эләккән утын киҫәген эләктереп, ҡайҙалыр торған шул дәү нәмәгә бәреп ебәрҙе Искәндәр.
– Ай, Аллам! – ауыртынып ҡысҡырып ебәрҙе Камилә.
Күҙе асланған Искәндәр тағы бер утын киҫәген алғансы Камилә саулап илап сығып йүгерҙе. Һылап, һыйпап тынысландырған һымаҡ ине лә бит яратҡанын. Юҡ. Ана бит, һаман ҡотороғо бирмәй, ыҙалата. Ни генә эшләһен һуң. Күҙенә әллә ни күренә.
– Ана бит, эсеңдәге шайтан ҡалай ҡоторған – һине, һине йәндәй күргән, нисәмә йыл бергә йәшәп саф тәңкәләй тоғро булған, биш балаңды гөлдәй үҫтергән бисәңде һаман ҡан туҡмап илатаһың!
– Ха! Улмы тоғро?! Улмы, беләбеҙ инде! – Искәндәр йәмһеҙ итеп аҡырҙы. – Беләбеҙ инде! Ана, теге… ҡаланан килгән ир...
Шап! Шул саҡ Искәндәрҙең ауыҙын теге шәүлә ҡатырып ҡуйҙы. Һөйләй ҙә алмай, әйтә лә алмай аңшайҙы Искәндәр… Шунан әкрен, ҡаты, уҫал итеп:
– Һин ул ғәйбәтте кем ебәргәнен, ни өсөн шулай ҡыланғанын белдең. Яп ауыҙыңды!
Әшәке ғәйбәтте бысраҡ кеше үҙ бысрағынан башҡаларҙы яҙлыҡтырыр өсөн ебәрә. Хаҡ асылһын өсөн ҡайһы кеше дәүер ғүмерҙәрен бирә. Ә һин бер айҙан уҡ астың, белдең бит! Өс ауыл ҡарты килеп шаҡарып бәйләп ташланылар. «Фәхишә бисә ҡотҡоһона ышанып Камиләгә һүҙ тигеҙәһеңме? Нәғәләт! Алйот! Камилә – иман нуры! Башың ҡайҙа? Ауыл уртаһына сығарып күкәйеңдән аҫам, малай, тағы бер уға тейһәң!!! Тьфу, тьфу, ҡотҡо ҡалдығы!» – тип, ҡамсылап ярҙылар үҙеңде. Әҙ булған!!
Илһам Ноғоманов һүрәттәре.