+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
2 Июль 2020, 16:40

«...Үҙ көйөндә минең «Ҡарабай»

Миңзәлә ШөғәйеповаБашҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәби премия, республиканың матбуғат һәм шиғри бәйгеләре лауреаты Миңзәлә Шөғәйепова бала саҡтан ҡәләм тирбәтһә лә, шиғриәткә һуңлап килә. Уҡыған һөнәре буйынса ул – уҡытыусы, агроном, әммә яҙмыш уны комсомол, партия, хакимиәт эше менән бәйләгән. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. «Шиғриәттә иң мөһиме: ихласлыҡ, үҙ-үҙеңә, дөрөҫлөккә тоғролоҡ», – тип иҫәпләй ул.

«...Үҙ көйөндә минең «Ҡарабай»
Йырға ҡайтыу
Етегәнде сүмес итеп,
Көйәнтә һалып иңгә,
Йырға ҡайтам.
Моң-шишмәгә
Юл күрһәт, ҡайын-еңгә!
– Һуңланың! – тип шелтәләмә,
Ҡояш саҡ төшкөлөктә!
Һирпеп кенә йыр һайлаһам,
Һанамам көшкөлөккә.
Танһыҡ ҡандырырлыҡ ҡына,
Һағышты таратырлыҡ,
Күңелемде йыуатырлыҡ,
Йырлатып илатырлыҡ
Бер көйәнтә моң иңемдә!
Сайпылдырып түкмәйсә
Ҡайтып етһәм ялан аяҡ,
Ауырлыҡтан сүкмәйсә –
Мин бәхетле!
Һуң, тәхетле
Булмай инде шағирҙар.
Мөхәббәттең тәхетендә
Ғәлиәләр, Таһирҙар
Булһа еткән.
Шул да еткән!
Мине Миңзәлә иткән
Һәр көнөмдән эй, ризамын!
Миңә бит шул да еткән...
Етегәнде сүмес итеп,
Көйәнтә һалып иңгә,
Йырлап ҡайтам моң-шишмәнән.
И-ий, рәхмәт, ҡайын-еңгә!
Үҙ гармуным
Йүгерә-атлай йәй ҙә үтеп бара.
Ашығыуы сыҡҡан йөҙөнә:
Йылмайыуы һүлпән, бойоҡ ҡараш.
Һоро төҫтә икән күҙе лә...
Гармунының йәшел күректәре
Күшекһә лә мыжыҡ ямғырҙа,
Теле сағылмаған!
Көйө лә бар.
Һалмаҡ ҡына бейей йәй ҡырҙа.
...Ҡулдарымда көмөш телле гармун:
Үҙ яйыма ғына уйнатып,
Көҙҙәремә мин дә инеп барам
Ғүмеремде йәйҙә йырлатып.
Асылым да шул гармуным ише:
Күшеккәне булды.
Бешекте!
Үтә һуҡҡанда ла йәшен уғы
Моң бәүелтте күңел-бишекте.
Гармун гармун инде.
Орган түгел.
Гимндарҙы,
юҡ, ул һайрамай.
Иң мөһиме:
һәр теле лә төҙөк!
Үҙ көйөндә...
минең «Ҡарабай»...
Күк бүре
Халыҡ йырҙарында ниндәй аһәң,
Күктең үҙе кеүек илаһи,
Тик ниңәлер осһоҙ шоуҙар күп бит...
Аптырарлыҡ бына, биллаһи.
Үле тауыш менән эфир тулы.
Ниндәй талап һуң ул
«икс плюс иф»?
(Тере тауыш менән йырлаусыны
Иғлан итәләрсе: Эксклюзив!!!)
Йән йәшнәтер йырҙарыбыҙ барҙа:
«Ҡаһым түрә», «Урал», «Шәүрәкәй»...
«Фанера»лы попса – сүп-сар ише
Ваҡытлыса ғына «әүрәкәй»...
Бер көнлөк ул бер зауыҡһыҙ йырҙар.
Фәриҙәләр моңо күңелдә,
Абдуллабыҙ тере!
Беҙҙең халыҡ
Моңһоҙ-көйһөҙ генә түгел дә...
Үҙ моңобоҙ барҙа тарих йәшәй,
Йәндең ҡуҙы бар ул –
Рух тере.
Ете ырыуымды бергә туплар
«Урал» бит ул – үҙе Күк бүре!
Ҡаҙаҡ далаһында
«...Йөҙ баш йылҡы әле өйөр түгел!»
Мең саҡрымдар хәҙер арамы?!
Һағынғанда ҡаҙаҡ далаларын
Алдан сабып күңел барамы?!
И-ий, йәнемдең иркенлеккә һыуһап,
Сарсап килеп шунда ауыуы –
Болот булып йәндең,
ямғыр булып,
Йәшнәп,
күкрәп,
йырлап яуыуы!
...Үҙем тауҙар ҡыҙы –
тик ниңәлер,
киңлек арбай.
Шундай яҡындыр...
Һуш-иҫтәрҙе алыр дала үҙе –
Һүҙ оҫтаһы,
мәшһүр аҡындыр!
Думбыраһын елдәр көйләгәндә
Тарпандарҙы күңел ҡороҡлай!
Сабыр ғына тойолһа ла дала,
Ярһыу моңо йәнде тураҡлай...
Бер тынала ябай күркәмлекте
Беләм,
аңлаталмам күптәргә...
Хайран ҡалам киңлегеңә.
Йәнде
Бөркөт итеп сөйәм күктәргә!
Айғырташта
Зыр-р-р әйләнә донъя күсәрендә...
Күкте терәп тора ҡаялар!
Ысҡынды ла осто ҡотмо?!
Ҡурҡып,
Тын да алмай торам баянан...
И-ий, Хоҙайым,
Бар бит сая йәндәр!
Ҡыуыш ҡороп ҡая ситенә
Ҡурай уйнай берәү!
Оло ғына ханым
Доға уҡый. Ниҙер үтенә...
Ғәләмәт ки: кемгә нимә кәрәк?!
Хыял кемгә?
Миңә – батырлыҡ...
Мәғрур тауҙың таштары һуң эҫе –
Тик ҡосаҡлап, үбеп ятырлыҡ!
Ҡайындары һис тәкәббер түгел,
Ҡулын һуҙып һәр бер ботағы
Өҫкә әйҙәй!
Тамырҙарын иһә
Баҫҡыс итеп түшәй бит тағы!
Ҡаяларҙан ҡаяларға күңел,
Ҡыр кәзәһе кеүек артылып,
Айғырташта төпһөҙ күктәр астым!
Йәйәләге уҡтай тартылып...
Яратам
Мин йәриәң түгел,
Йәшереп һөйөп,
Йәрәхәтле йәнең майлаған,
Яҙмыш үҙе йәрәбәгә һалып
Йәнтерәгең итеп һайлаған.
Ҡыш уртаһы.
Һағындырған ҡояш.
Йәнтәслимгә йүг(е)рәм яҙҙарға.
Тик бер һүҙем етер кеүек, йәрем,
Сыуаҡ яҙҙай йәнең яҙырға.
Дауалары булып һағышыңдың
– Яратам! – тип әйтһәм иркәләп,
Әлүән нурлы хистәремдән Бәхет
Ҡояш булып ҡалҡыр иртәрәк!
Ихлас һөйөү – үҙе дауа бит ул,
Төҙәтерҙәй һәрсә ялғышты,
Батырырҙай тәрән ятыуҙарға
Сирең менән барса һағышты...
Ынйы
Йылға ҡомо кеүек йәнде өйкәр
Һүҙҙәреңде һалдың күңелгә.
– Бәхетле бул! – тинем. Иламаным.
Йәшем тамды бары күк елгә...
Аҫылйәрҙәр шуға – аҫыл йәндәр,
Был донъяны һөйөп туялмай.
Үт әсеһе, нәфрәт һуты – ағыу,
Мөхәббәттең йәне булалмай.
Һәм ғашиҡтар, яҙмыш яҙлыҡтырһа,
Һис булалмай үсле бер йәндәр.
Йылдар, ваҡыт үҙенекен итә –
Һыҙландырмай инде үткәндәр...
Йәнде өйкәр ҡомдо ла бит күңел,
Ынйы итеп нурҙа әүәләп,
Ҡабырсаҡҡа йәшерә ул! Ята
Хистәр диңгеҙендә бәүелеп...
Һуңғы ҡыңғырау
Аҡ алъяпҡыс кейгән ҡыҙҙармы ни,
Яйыҡ муйылдарын,
күрсәле!
Өй(ө)рөлә «һуңғы ҡыңғырау»ҙа
Туфлиҙәрен кейеп үксәле.
Сыңлап китә йәндә ҡыңғырауҙар –
Бер бәхетле саҡтың дауамы
Ҡабатлана шулай май айында.
Ул һиңә лә, әйтсе,
дауамы?
Ҡуйынында аҡ вальс өй(ө)рөлткән
Яҙҙарымдың
шәрбәт иренен
Йәшертмәсе яулыҡ остарына,
Баҡсаларҙың бәрхәт сирене!
...Аҡ алъяпҡыс кейгән ҡыҙҙар уҙҙы,
Ҡулдарында – еҫле-е-е сирендәр.
– Яратам! – тип ҡабат шыбырланы
Ҡолағыма баллы ирендәр.
Читайте нас: