+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
28 Май 2020, 13:39

«Бөгөн минең диңгеҙ булғым килде...»

Тамара ИСКӘНДӘРИӘТамара Искәндәриә йондоҙо башҡорт шиғриәтендә бына инде утыҙ йылдан ашыу балҡып яна. Тәрән кисерешле, уйсан, кеше рухын алға әйҙәүсе шиғырҙары, эпик ҡоласлы «Аҙнабикә», «Тимер быуат» поэмалары менән замандашы күңелендә лайыҡлы урын алды ул. Шағирә халыҡ-ара әҙәби, мәҙәни хеҙмәттәшлеге өсөн Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нурсолтанда үткән «Евразия баш ҡалалары яҙыусылары» форумында Лев Гумилев исемендәге Евразия университетының «Көлтәгин» миҙалы менән бүләкләнде. Тамара Искәндәриә – өлкәндәр һәм балалар өсөн 15 китап авторы.

Ҡашмау
Ҡатын-ҡыҙға биҙәнергә кем һуң ҡушмай?!
Башҡайыма кейәм әле затлы ҡашмау!
Ебәк епкә теҙгән һымаҡ сын мәрйенде,
Тапҡыр, зирәк һүҙ биҙәһен телмәремде.
Мәлен белеп, тәмен тойоп һөйләмәһәм,
Телкәйемә ҡайҙан ҡунһын моңло аһәң?
Сылтыраған сулпыларҙай сың-сың ғына,
Башҡорт ҡыҙы өндәшәлер тын-тын ғына.
Ҡашмауымдың арҡа тотҡан арҡалығы –
Ҡойроғонда сағылалыр бар ҡылығым!
Килен булып төшкән ерҙең мин олоно,
Шәжәрәнең башлай алһам ҙур, оҙонон.
Зат-ырыуҙың бәҫен һаҡлап, булмаҫ артыҡ
Ҡашмауымдың ҡойроғона теҙһәм аҡыҡ.
Фирүзә лә яҡут таштар, йә зөбәржәт
Ян-яғынан биҙәр уны, һай, булыр шәп!
Игәү менән тишеп ҡуям ҡортбаш төбөн,
Йыймаһын ул был донъяның ҡыйын-сүбен.
Үҙ-үҙенә ала ҡалһа ят ҡарашты,
Таҙартһын да яҡтыртһын ул бар тарафты.
Тарих һөйләр көмбәҙле лә тәңкәләре,
Ҡот, бәрәкәт бөркөп тора тамғалары.
Арҡамды төҙ тотамын да,
Атлайым мин,
Эй ҡашмауым,
Күңелемде паклайһың һин!
Мин атлайым һөйөү урамынан
Яҙғы бөрөләрҙәй ағастарҙа,
Был күңелем ҡайҙа талпына?
Ҡояш тулы һауа биткә бәрә,
Турғай осоп төшә алдыма...
Мин атлайым һөйөү урамынан.
Һөйөү урамдары тар икән.
Сит-ят ҡараш бында, шик-шөбһәләр,
Хыянаттар бында бар икән.
Мин атлайым һөйөү урамынан.
Ҡыҙған таба, гүйә, был урам.
Аяҡтарым менән ерҙе тоймай,
Күккә ҡарап хыял мин ҡорам.
Ураммы был, әллә йылғамы был?
Әллә күктән осоп бараммы?
Урам, йылға, хатта күктәр буйлап
Үтеп булмаҫ беҙҙең араны.
Мин атлайым Һөйөү урамынан...
Хәҡиҡәт
Ҡарышлауыҡ, ҡатып ҡалып, әйләнгәндә ҡурсаҡҡа,
Эй ҡайтаһы киләме икән шыуышып йөрөгән саҡҡа?
Ҡурсаҡ торасаҡ эленеп, йә йәбешеп бер ерҙә,
Һиҙелмәҫ ни кисергәне, һиҙелмәҫ һис бер сер ҙә.
Ә бит сере тауҙай уның: яңы тормош тыуҙыра.
Ҡан илата яңы булмыш, йөрәккә ҡан һауҙыра.
Бөтәһе лә емерелә, бөтәһе лә ҡыйрала!
Булған барлыҡ ҡиммәттәре ватыла ла турала.
Ҡапма-ҡаршылыҡтар хәҙер алмаша урындарын:
Бығаса белгәнме был йән ошондай ҡаза барын?
Ҡаза ғына түгел, яза – буламы әллә һәләк?
Был хәлдә ярҙам итмәй шул йоҙроғоң түгел, беләк!
Бөйөрөңә таянһаң да, таянһаң да терһәккә,
Был донъяның хикмәттәре ҡарамай шул теләккә.
Аҡ-ҡараны, утты-һыуҙы бер бөтөн итеп күреп,
Бөттөм! тигән бер мәлеңдә асыла зиһен үрең!
Асыла!..
Бындай гүзәллек һис күрелмәгән элек!..
...Ҡурсағынан арынды ла...
Осоп китте күбәләк!
Осоп китте күбәләк...
***
Мин яратам һине бик борондан,
Донъя яралған бер саҡтан уҡ.
Әллә ҡолас киреп йәйәң тартып,
Керешеңдән сығып осҡан уҡ
Булдымы был йәнем?
Мин белмәйем.
Офоҡтарҙа ҡояш ҡыҙара.
Бөркөт ҡанатынан иңрәгән моң
Дала киңлектәрен һуғара.
Күпме остом, күпме осасаҡмын –
Һинең ихтыярҙа барсаһы.
Күпме миңә серҙе төшөнәһе,
Күпме һыҙланыуҙы баҫаһы...
Мин яратам һине һәр мәлемдә.
Осоп үткән саҡта миҙгелдәр,
Юлдарыңа һинең һибермен мин,
Юҡ, юҡ, көлдәр түгел, тик гөлдәр!
Яралдым мин һинең һөйөүеңдән,
Һинең мөхәббәткә баш һалам.
Юҡҡа сығыр сиккә еткәнемдә –
Өр-яңынан мин бит башланам!
Яр буйында маяҡ
Яр буйында маяҡ
Яна, һүнә...
Яр буйҙары яйлап яҡтыра.
Диңгеҙ тыныс. Иркә тулҡындарын:
«Әле йоҡлағыҙ!» – тип, ятҡыра.
Ә офоҡтан утлы шар күренә,
Ҡыйыуланып китеп ҙурая...
Гүйә, шул саҡ бөтә кипаристар
Уға хөрмәт менән турая!
Бына тыуҙы диңгеҙ офоғонда
Алтын төҫөндәге алһыу таң.
Елкәндәрен киреп үтте кәмә,
Гүйә, әйтте: «Тулҡын, йә, уян!»
Ҡарағыҙсы, йәш ҡояштан ярға
Һуҙылды бит сағыу бер юлаҡ!
Шул юл менән әллә ҡайҙарға ла
Барырҙай бит күңел тай-тулаҡ!
Күтәрелә Ҡояш...
Батшабикә!
Маяҡ уты яйлап һүрелә.
Яр буйында баҙлар шул маяҡтан
Бар ғүмерем әллә күренә?
Читайте нас: