+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
6 Май 2020, 12:20

Ҡабырсаҡ

Таңһылыу ВӘЛИЕВАТаңһылыу Вәлиева (Ҡарасурина) Баймаҡ районы Байым ауылында йәшәй, оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Уның хикәйәләре журналыбыҙҙа даими баҫылып тора.

Ҡабырсаҡ
Хикәйә
Ҡулындағы китабы шап итеп иҙәнгә төшкән тауышҡа тертләп, Иштуған күҙҙәрен асты. Иҙәндәге балаҫты тағы тышҡа алып сыҡҡандыр Ғәйшәһе. Ҡалын балаҫҡа нимә генә ҡолаһа ла, тауыш-тынһыҙ ғына барып ята ла ҡуя бит ул. Саңын һурҙырып торалар балаҫтарҙың ураған һайын, юҡ, тәки үҙенсә эшләй һаман – сығарып элдертә лә гөпөлдөгөн сығарып туҡмай. Яҫтыҡ-юрғандарын, түшәк-кейеҙҙәрен дә ҡағып ала гел. Ярата шул эште Ғәйшә. Ҡаралдыларын теҙеп элеп бөтә лә, тәүгә күргәндәй, ситкәрәк китеп, һоҡланып тора үҙе. Яңы оҙатылып килгән йәш килен, тиерһең.
– Саң еҫе бөтһөн әле, – ти ҙә ҡояшта, елдә ҡалдыра.
Бер аҙҙан:
– Ҡорамалары уңып ҡуймаһын, – тип икенсе яҡтарын әйләндереп сыға.
– Йөрөйҙөр инде тағы шулай ҡыялып. Эш тапмаған эш тапҡан...
Иштуған, күҙлеген танау осонан алып маңлайына күтәреп ҡуйҙы ла, аяғына тәпешкәләрен эләктереп, сығырға ыңғайланы. Үҙе, берәйһе ишетеп ҡалмаһын тигәндәй, тирә-яғына ҡаранып алды ла шыбырҙап ҡына һүҙен бөтөрҙө: «...ыштанынан бет тапҡан».
– Ҡыҙыҡ бисә инде ошо әбей. Эш тапмаған, теге, ни, бет тапҡан! – тип көр тауышы менән ихатаны яңғыратты күтәрмәгә сығып баҫҡан Иштуған.
Үҙенең был тупаҫыраҡ мәрәкәһенә егерме йыл эсендә әллә нисә тапҡыр Ғәйшәһенең:
– Тапманым шул әле, юҡтыр бет тигәнең, – тигән өйрәнелгән, көткән яуабын ишетмәне Иштуған.
Ғәйшә ишек алдында юҡ ине.
– Балаҫты ла элмәгәнһең, – Иштуған яуап көтөп тора бирҙе.
Һарай, кәртә яғына барып ураны, мунса соланын асып, эскә ҡолаҡ һалды. Юҡ, бында юҡтыр. Кисә үк, мунсаға кермәҫтән алда, иҙәнен ҡырып йыуып ҡуйғайны Ғәйшә.
– Һы. Бының да әйтмәй-нитмәй сығып йөрөр көнө бар икән.
Ҡойма аша күршеләренең урам эсен байҡап алды. Күренмәй Ғәйшә, тауышы ла ишетелмәй. Башҡа саҡта үҙе менән булһа ла һөйләшә ул әбейе. Мөңгөр-мөңгөр сыҡҡан тауышынан ҡайһы тирәлә икәнен шундуҡ тоҫмаллай Иштуған.
– Әбей! Һин ҡайҙа ул? Ҡайт, сәй эсеп алмайыҡмы?
Ғәйшәһенең:
– Үү, хәҙе-ер, хә-әҙер, – тип баҡса эсенәнме, келәттәнме килеп сығыуын көткән Иштуған тағы аптыраны.
Кире өйгә инде, аш бүлмәһенә үтте.
– Һа! Уат һин әй!
Иштуғандың аптырауының сиге юҡ. Иртәнге сәй өҫтәле йыйыштырылмаған! Башҡа һыймаҫлыҡ бындай хәлдең уларҙа булғаны юҡ бер ҡасан да. Ялт иттереп тота Ғәйшә донъяны. Үҙенекен дә, Иштуғандыҡын да.
– Һин ун етегә ун туғыҙ асҡысты күрмәнеңме, ҡайҙа ята икән? – тип һора, хәҙер килтереп тоттороп китә ҡулыңа. Литолдың ҡайҙа ҡуйылғанын да, гидравлика шлангыларының ҡайһы сөйгә эленгәнен дә әйтеп бирә. Иштуғандың гаражы эсендә лә таҙалыҡ, тәртип. Ә бында ана нимә – ә Ғәйшә өйҙә лә юҡ!
Иштуған тағы тышҡа сыҡты. Улай-былай ҡаранып, ҡолағын ҡарпайтып тора биргәс, үҙе лә һиҙмәҫтән әсе итеп һыҙғырып ебәрҙе. Урманда йөрөймө ни. Ихатаһы урман кеүек инде былай – ишек алдынан уҡ емеш ағастары, ҡыуаҡтар башлана.
– Ғәйшә!
Тағы урманда, бесәндә йөрөгәндәй ҡысҡырып, ҡарсығын саҡырҙы Иштуған.
Юҡ. «Әү!» – ҙә тимәй, ғәҙәтенсә: «Үү!» – ҙә тимәй.
Ҡайҙа барырын әйтмәйенсә, бер аҙым ситкә баҫмаған Ғәйшәһенең тауыш бирмәүенә аптыраған Иштуған алмағас төбөнә сүкте.
Туҡта, әллә Ғәйшәһен һаҡһыҙ үпкәләтеп ҡуйҙымы? Уйламай һүҙ әйтеп? Юҡ, шикелле. Үпкәләшерлек сиккә еткәнсе һөйләшеп тә ултырманылар, буғай. Ғәйшә былай ҙа аҙ һүҙле ул. Һәр ҡайһыһы үҙ уйына бирелеп эстеләр сәйҙе иртәнсәк. Ҡатыны сынаяғындағы сәйен яртылаш ҡына эскән ниңәлер.
– Бынау ишек алдындағы алмағастың аҫҡы ботаҡтарын ҡырҡып ташласыәле, Иштуған. Улай үтһәң дә, былай үтһәң дә, эләктереп-тартып, зыйтҡа тейәләр. Башымдағы яулығымды тағы һыпырып алды бына. Иң яратма­ғаным – башымдағы яулыҡтың һыпырылыуы... Күпме әйттем.
Диванға, Иштуғандың аяҡ осона килеп ултырған Ғәйшә сәстәрен һыйпап, төҙәткеләп, шулай тигәйне уға.
Китабынан күҙен алмай ғына:
– Ҡарсыҡ, һин ул яулығыңды ни әбейҙәрсә ябын да эйәгең аҫтынан бәйлә, – тип кәңәш биргәйне Иштуған.
– Һин әбей, тиһәң дә, әбей түгел әле мин, Иштуған, минең еләк кеүек сағым әле хәҙер, белә белһәң, – тигәйне Ғәйшә.
– Күрҙем инде мунсала еләк икәнеңде. Һуты һығып алынған еләк.
Урынынан тороп сығып барған Ғәйшәнең артынан әйтеп ҡалғайны был һүҙҙәрен Иштуған.
– Тфү, телеңде эт ялаған нәмә!
Һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды ул. Ботаҡҡа эләгеп, башындағы күҙлеге ергә төшөп китте, сыбыҡтың сәнскеһе сикәһен сыйып ебәрҙе. Нимәгә көс төшөрөргә белмәгән ир һә тигәнсе алмағасты ботап та ташланы. Асыуы нисек тиҙ ҡабынһа, шулай тиҙ баҫылды. Бысҡыһын һүндереп, ергә ҡуйғансы, үҙе лә һыуынды. Ә ишек алды иркенәйеп, яҡтырып ҡалды. Үҙенә лә оҡшаны был эше. Ғәйшә әллә нисә тапҡыр әйткәйне шул, ә Иштуған ниңәлер ҡолаҡ һалманы. Үҙе белеп тотонмаһа, ул нисектер теләкһеҙ генә башҡарып ҡуя Ғәйшәнең ҡушҡанын.
Бысҡыһын урынына илтеп ҡуйҙы ла ботаҡтарҙы утынлыҡҡа ташыны. Үткер балтаһы менән ҡыя-ҡыя сабып, өйөп тә ҡуйҙы.
– Алма еҫтәре генә сығып торор инде сабынғанда, эйе бит, әбей? – тип артына боролдо. Сырайы ҡараңғыланып китһә лә, Ғәйшә ҡайтып ингәнсә өлгөрөп ҡалырға теләгәндәй, селек һепертке менән бысҡы табын, бөртөгөн дә ҡалдырмай, һепереп алды. Был эш тә күңеленә хуш килде.
– Сүрприз булыр әбейемә.
Тағы ниндәй сүрприз эшләргә икән?
Вахтанан ҡайтҡан саҡтарында эшләп өлгөрә Иштуған йорт-ҡура тирәһендәге эштәрен. Ҡалала уҡыған малайҙары ялға ҡайтҡанда әсәләренең ҡулынан эште алалар, ял бирәләр. Ҡалғанын Ғәйшә тота – яңғыҙлығын эшкә баҫа. Шуға донъялары төҙөк, күркәм. Ире өйҙә саҡта Ғәйшә уның янында булырға тырыша. Ә бөгөн, ана, һыпыртҡан ҡайҙалыр.
– Өй һалдым, малайҙар бар, ағас ултырттым, ҡалғаны һинән, – тип шаяртһа ла, ҡатынын йәлләй ине Иштуған. Шуға мул аҡса табырға ла, донъяһын тәрбиәләп, ҡарап китергә лә өлгөрөргә тырыша. Бер ҡайҙа ла китмәҫ ине, уҡыған һөнәренә ауылда эш юҡ шул. Нефть быраулау белгесенә ауылда ниндәй эш булһын?
Ғәйшә лә эшһеҙ ҡалды. Китапханасы булырға уҡыған ул. Ауылға эшкә килгәндә Иштуған тотоп алды Ғәйшәне. Ҡалала йәшәргә риза булманы кәләше. Ауылда ҡалдылар. Иштуған шофер булып эшләне. Ауылдан ҡалаға көнө-төнө ағылған байлыҡ бөткәс, уҡыған һөнәре буйынса эшкә китергә мәжбүр булды. Ситкә күп китте ул саҡтарҙа типһә тимер өҙөрҙәй йәш ирҙәр. Ә Ғәйшәне «ҡыҫҡарттылар».
Шулай булды. Ғәйшә донъя көттө, Иштуғанды ҡаршы алды, оҙатып ҡалды.
Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 4-се (2020) һанында уҡығыҙ.

Илһам НОҒОМАНОВ һүрәте.

Читайте нас: