Тормош тәгәрмәсен тәгәрләтеп,
Алға барам тиһәң, юл яраһы.
Сәтләүекте көслө заттар вата,
Был донъяла ирҙәр идараһы.
Тирмәнгә лә һыуҙы улар ҡоя
Һәм дә яра бөгөн бар ярманы.
Ил башында, түр башында – улар,
Һәр дарманға барҙыр фармандары.
Был донъяла ирҙәр идараһы,
Гүзәл заттың ҡаршы һуң ҡайһыһы?
Ирҙәрҙе – ир, тормошто көр иткән
Ҡатын-ҡыҙ ҙа бөтә илһамсыһы.
Һынмай ҙа һәм һығылмай ҙа
Был донъяның ғәжәп хайран
Һеҙ барҙа гөлдәр сәскәле,
Мөхәббәт тә, һөйөү, наҙ ҙа –
Аҫыл заттар, ғәли заттар,
Һоҡланғыс һеҙ, Таңһылыуҙар,
Рәйлә, Миләүшә, Диләләр –
Күкрәк һөтө, бишек моңо...