+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
29 Апрель 2020, 13:27

«Күктә түгел, ерҙә минең Етегән йондоҙлоғом!..»

Гөлсирә ШафиҡоваРФ һәм БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы, Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге һәм Учалы районының Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премиялары лауреаты Гөлсирә Мазһар ҡыҙы Шафиҡова быйыл май айында үҙенең 65 йәшлек матур юбилейын ҡаршылай. Ғүмере буйына әҙәбиәт һөйөүселәрҙе үҙенең матур әҫәрҙәре менән ҡыуандырған, китапханасы булараҡ, кешеләрҙә китапҡа һөйөү уятҡан егәрле әҙибәне ихлас ҡотлайбыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Балан бүләге
Әйтер ине ҙур инәйем,
Балан йыйырға килһәк:
Бәхетеңдән уңған емеш,
Һатһаҡ, алырбыҙ күлдәк!
Хәтерләйем, йыйыр инек
Баланды күнәк-күнәк.
Ирендәргә буяр инек,
Көлөшөп, ҡай саҡ иҙһәк.
Мәрйәләр юҡ – һатыулашҡан,
Ғүмерҙәр уҙған инде.
Йылы тәндә матур-матур
Күлдәктәр туҙған инде.
Һағышланам, хәтер балҡып,
Көҙгө яланға килһәк.
Онотолмай, балан һатып,
Ҙур инәй алған күлдәк.
Йәшәрә ер яҙҙар һайын
Ҡар менән ҡапланһа ла.
Баш ҡалҡыта йәшел үлән,
Аяҡтан тапалһа ла.
Үлмәгән әле, үлмәгән,
Тамыры булғас көслө.
Аунаһаң да, тороп баҫ һин
Ана шул үлән төҫлө.
Етегәнем
Етегән күктә тиһеңме,
Ерҙә бит ул Етегән.
Ана, ут-нур – Әмир тигән,
Илнара, Илнур ... тигән.
Ете ейән, ейәнсәрем –
Шаян шуҡ йондоҙҙарым.
Балҡыта күңел күгемде
Төндәрен, көндөҙҙәрен.
Ете моңом, ете нурым –
Ҡыуаныс, ғорурлығым.
Күктә түгел, ерҙә минең
Етегән йондоҙлоғом!
Ҙур йыһанда , бәхетемдән
Бар янып-балҡырлығым!
Алмағас эргәһендә тыуған уйҙар
Көҙгө елдәр иҫә Әй ярынан,
Ҡоймалар юҡ һеҙҙе йәшерер.
Шуғалыр ҙа йәшле ботаҡтарҙа
Емешегеҙ һеҙҙең әселер.
Үҫтегеҙ һеҙ шат балалар менән
Ҡото булып ҙур йорт, баҡсаның.
Йыуа хәҙер илаҡ ямғыр ғына
Тәнегеҙгә ҡунған юл саңын.
Һүтелгән йорт, нигеҙ эргәһендә
Тик һеҙ генә яңғыҙ хужалыр.
Үткән һәр кем таҡыр һуҡмаҡтарҙан
Ауыр тойғо менән уҙалыр.
Мин дә уҙам. Күңел һиҫкәндереп,
Тыпылдашып яуа алмалар.
Алмаларҙай ситкә һибелгәндәр
Тыуған йорттан киткән балалар.
Баһа
Ағас көсө – емешендә,
Гөлдөң йәме – сәскәһендә.
Өмөтләнә уңышына
Һәр кем орлоҡ сәскәнендә.
Нәҫелдән, тип, дауам ҡалыр,
Ир һәм ҡатын бала бағыр.
Үҫтергән ҡыҙ, улдар менән
Ғүмерҙәре баһаланыр.
Күҙҙәр
Тылсымлы ла, тәрән дә бик,
Әйтәләр бит: «Күҙ – даръя!»
Әммә күрә сағылышын
Тик көҙгөгә ҡараһа.
Ул йәшәгән ауыл яҡын ғына,
Әй буйлатып атлап бараһы.
Барыр юлдар алыҫая икән,
Алыҫ булһа күңел араһы.
Ҡаса инем таныш йөҙөн күреп,
Килгән саҡта уны күрәһем.
Ғорур йәндә үпкәм тауҙай булып
Юлдарымда торған, күрәһең.
Ҡиммәттәрҙе барлар мәлем етте,
Ғүмер баҡсаһында көҙ етеп.
Бер һөйләшкем килә атай менән,
Күҙгә күҙ ҡарашып, үҙ итеп.
Ир-егеткә нәсихәт
Боҙоп йәмде, боҙоп йорттоң тынлығын,
Бер ирекәй туҡмай икән ҡатынын.
Булған төҫлө һәр-береһе бер һүҙҙән,
Боролғандар барыһы ла был ирҙән.
Ғәжәпләнгән: «Йә, әйтегеҙ, ни ҡылдым,
Ниндәй яҙыҡ эшләнем мин, ни булды?
Саңын ҡаҡтым бары йүләр ҡатындың,
Тәтене ул йоҙроғомдың ҡатыһын...»
Яуаплаған уға аҡыл эйәһе:
– Бәргесләнең һин тыуасаҡ ҡыҙыңды,
Һүҙем менән асыҡлайым уйымды...
Улың торҙо: – Һуғыша, – тип, – атайым.
– Әйт әле, әйт, нисек һине аҡлайым?
Ҡул күтәрҙең, тимәк, улым, өсәүгә,
Һис тә һыймай был ҡылығың үлсәүгә.
Зар илаттың ҡатыныңдың әсәһен.
Ул, әлбиттә, тән яраһы алмаған,
Әрнеү алған йән яраһы алғандан –
Уларҙың бит барыһы ла бер ҡандан.
Ғазапланыр яҡындарың, бел, улым,
Аҡыл – тома, ҡулдар оҙон булғандан.
Читайте нас: