+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
13 Апрель 2020, 16:24

Өмөт

Мария КУЖУГЕТТыва прозаигы, шағирә, тәржемәсе Мария Кужугет (1955) Ҡыҙыл дәүләт педагогия институтын тамамлаған. Мәктәптәрҙә тыва теле һәм әҙәбиәте дәрестәре бирә, Тыва дәүләт университетында уҡыта. Әле юғары уҡыу йортоноң әҙәбиәт музейы етәксеһе. Һигеҙ китап авторы, әҫәрҙәре Рәсәй халыҡтары телдәренә тәржемә ителгән.

Өмөт
Хикәйә
Бала табыу йортонда тормош үҙенсәлекле тәртиптә бара. Был урын бөтөнләй башҡа, айырым бер ғаләмгә оҡшаш. Шулай булырға тейеш тә, сөнки бында ерҙә йәшәүҙе дауам итәсәк ба­лалар донъяға килә, бында әсәләрҙең күҙҙәренә балҡышлы нур инә, ә йәш әсәләрҙең күбеһе үҙ-үҙҙәрен аңлауҙа яңы биттәр аса. Был йорт янында һәр ваҡыт ҡатындары өсөн борсолоп, үҙенең яңы тыуған улын йәки ҡыҙын тиҙерәк күрергә теләгән атайҙар йөрөй. Был йорт үҙен һаҡлаусы һәм яҡлаусы ниндәйҙер күҙгә күренмәгән ҡөҙрәт, көс менән уратып алынған һымаҡ...
Тәүге балаһын та­быусылар, уларҙың туғандары һәм яҡындары һәр саҡ нәмәнәндер ҡурҡа, шикләнә, барыһынан да һаҡлана. Шуға күрә билем саҡ ҡына ауырта башлау менән, яҡындарым мине шунда уҡ бында килтерҙе. Билем ауыртыу тиҙҙән туҡтаһа ла, мине ҡайтарып ебәрмәнеләр. «Ваҡытығыҙ еткән», – тине табиптар. Бер нәмә лә эшләп булмай, улар менән бәхәсләшеү урынһыҙ, мин бәпесләүҙе көтөргә тороп ҡалдым.
Көтөү палатаһындағы койкаларҙың береһен биләнем. Үс иткәндәй, бер ерем дә ауыртмай, тегеләй-былай кәләп һалып тик йөрөйөм. Баҡтиһәң, бында ятып, бала тапҡандарҙы күҙәтеү бик ҡыйын икән. Бәпесләүселәрҙе күргәндә көнсөллөк уяна, улар үҙҙәрен еңел һәм иркен тота, йөҙҙәрендә йылмайыу балҡытып сабыйҙарын имеҙә, һәр саҡ ни менәндер мәшғүлдәр. Ә бала табыр алдынан ыңғыраша-ыңғыраша, илай-илай, хатта һүгенә-һүгенә тулғаҡ тотҡандарға ҡарау бигерәк үҙәкте өҙә. Табиптарҙы әрләргә тотоноусылар ҙа бар хатта. Берәүгә лә мәшәҡәт тыуҙырмаусылар ҙа осрай.
Палатала беҙҙең менән бергә беҙҙән олораҡ чабан ҡатын ята. Бер мәл кис ул палатанан сыҡты ла оҙаҡҡа юғалды. Бер аҙҙан шәфҡәт туташы инеп: «Һеҙҙең апай бушанды. Ҡыҙы тыуҙы. Ғәжәйеп сабыр ҡатын, зарланманы ла, тамсы ла ыңғырашманы ла. Киреһенсә, баланы ҡабул иткән табиптарға кәңәштәр бирҙе. Барығыҙ ҙа уның һымаҡ булһағыҙ икән», – тине. Минеңсә, тулғаҡ тотҡанда кемдең кемлеге, холоҡ-фиғеле асыҡлана. Быларҙың барыһын да күҙәткәндә: «Беренсе мәртәбә бала табыусыларға көтөү палатаһында ятмау хәйерлерәк булыр ине. Мин ни эшләрмен икән?» – тип шомланып уйлайым.
Беҙ, дүрт ҡатын, көтөү палатаһында оҙаҡ тотҡарландыҡ. Башҡалар килде, тиҙҙән бала табып, икенсе палаталарға күсте. Палаталаш күршеләремдең барыһы ла минән олораҡ. Улар хәтирәләре менән уртаҡлашып, тормоштарындағы төрлө хәлдәрҙе бер-береһенә һөйләп, үҙ-ара әкрен генә әңгәмәләшә. Тик мин генә, уларҙың һөйләшеүенә эске тетрәнеү менән ҡолаҡ һалып, тын ғына ятам. Әкренләп уларҙың олпатлығына яраҡлаша башланым, бер аҙ тыныслана төштөм. Әңгәмәләренә әллә ни ҡатнашманым, һорауҙарына ғына яуап биреп, күберәк тыңланым.
Бер көндө тулғаҡ тота башлаған йәш ҡатынды килтерҙеләр. Шунда уҡ тотош бала табыу йорто уның әсе тауышына тулды. Өҫтәүенә, ул ҡысҡырып ҡына ҡалмай, ҡарғана ла. Ауыҙынан сыҡҡанды эт ашамаҫ! Тыңлағы килмәй, барыбер ишетәһең.
– Ах, һин кәкре үләкһә! Ниңә мине ғазаплайһың?! Хәшәрәт, мин һинең ҡәберҙә ятҡаныңды ҡарармын әле! Бына күрерһең, яңы тыуған балаңды ла шунда, ҡәбереңә ырғытырмын! Мәкерле ҡорсаңғы! Табиптар ҡайҙа олаҡҡан?! Ә һеҙ, ҡатындар, күҙле бүкән һымаҡ ниңә баҫып тораһығыҙ, күрмәйһегеҙме ни, хәлем хөрт?!
Ул шулай туҡтауһыҙ әрләште. Артабан тыңлай алманым, башымды мендәр аҫтына йәшерҙем. Ул хатта баш табиптың иҫкәртеүенә лә саҡ ҡына ла ҡолаҡ һалманы. Һуңынан ҡатындар, уның яңы тыуған балаһының илауын ишеткәс кенә шымып ҡалыуы, әкрен генә илап ебәреүен һөйләне.
Арабыҙҙа иң өлкәне – Билчин апай, ул палата ишеген ябып, әкрен, әммә ҡәтғи тауыш менән:
– Ишеттегеҙме, был әсә ниндәй ҡурҡыныс һүҙҙәр әйтте? – тине. –Ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәрҙең мәғәнәһен үҙе аңлаймы икән? Күренеп тора, ул тормоштоң, баланың ҡәҙерен аңламай. Үҙең ярлыҡа, Илаһым! Мин кисергәндәрҙе кисерһә, ул нисегерәк ҡысҡырыр ине икән?
Тауышы ҡалтырып, ҡарлығып киткәс, ул сынаяҡтан сәй уртланы. Күҙҙәренә тулған йәште усы менән шым ғына һөртөүен шәйләп ҡалдым. Нәмәгәлер хәүефләнеп, барыбыҙ ҙа тынып ҡалдыҡ, шунда Билчин апай ҡиссаһын дауам итте.
– Ҡыҙҙар, тәҡдиремә ниндәй касафат ябырылыуын аңламайым. Мин һеҙгә, өс балам бар, тигәйнем. Ысынында, улар – минең ғәзиз балаҡайҙарым – юҡтар. Сабый ғына саҡтарында уҡ үлделәр... Етмәһә, өсөһө лә... Беҙ, чабандар, һәр ваҡыт бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөйбөҙ, ни генә күрелмәй. Нисектер йәй көнө һыу баҫты, ул йылғаның теге ярында көтөүҙә йөрөгән кәзә һәм һарыҡ бәрәстәрен беҙҙең ауыл-туплауҙан айыра башланы. Иремдең көтөүҙе туплауға ҡыуып килтергәнен көтөргә булдым, ләкин кискә табан ҡапыл һыу килеүе көсәйҙе. Бәрәстәр туплауҙан айырылып ҡаласаҡ. Тирмәлә бәләкәй генә ике ҡыҙым ултыра: береһенә – өс, икенсеһенә – бер генә йәш. «Был ҙур һыуҙың нисә көндән кәмей башларын кем белә, бәрәстәр менән, елендәре ташҡан һарыҡ-кәзәләр менән ни булыр?!» – тип уйланым, әрнеп. Ҡыҙҙарыма тирмәнән сыҡмаҫҡа ҡушып, ишекте ныҡлап яптым, йылғаның теге ярына көскә сыҡтым. Бәрәстәрҙе йылға аша сығармаҡсы булдым, ләкин өрккән кәзә һәм һарыҡ бәрәстәре мине тыңламаны. Шунан ҡайһы берҙәрен эләктереп теге ярға ырғыта, ҡайһы берҙәрен ҡулыма алып ағым аша сығара башланым. Шулайтып бәрәстәрҙең күбеһен йылға аша сығарҙым. Шул мәлдә ҙур көтөүҙең төп өлөшө туплауға яҡынлаша башланы.
Көтмәгәндә, осраҡлы ғына артыма әйләнеп ҡараһам, ҡыҙҙарымдың етәкләшеп ярға килгәнен күреп ҡалдым! Ҡурҡышымдан ҡысҡырып, ҡулдарым менән, ярҙан алыҫыраҡ китегеҙ, тип ишараланым, һыуға ташландым. Ҡеүәтле ағымда әле йығылып, әле ҡалҡып, аңымды юғалта яҙып теге ярға еткәнсе ҡыҙҙарымдың ярҙан йығылып төшөп, болғансыҡ һыуҙа юғалыуын күреп ҡалдым...
Ирем сабып килеп етте, атынан һикереп төшөп, йылға буйлап түбәнгә йүгерҙе, теге урындан бер ни тиклем алыҫлыҡта барыбер ҡыҙҙарҙы тотоп алды. Балаларыбыҙҙы һыуҙан сығарһаҡ та, беҙ уларҙы һуштарына килтерә, ҡотҡара алманыҡ... Етәкләшкән килеш, бер-береһенән айырылмай батҡандар. Мал арҡаһында сабыйҙарымды юғалттым.
Бынан һуң көнө лә, төнө лә минең өсөн бер төрлөгә әйләнде, битарафлыҡ баҫты. Шәүләгә әйләндем, үҙемдең тереме, үлеме икәнемде белмәнем. Әллә нисә мәртәбә үҙемә ҡул һалырға маташтым. Янымда ирем булмаһа, был хәл, бәлки, булыр ҙа ине. Ирем арҡаһында ғына, уның мине тынысландырыуы, йыуатыуы, өгөтләүе арҡаһында ғына үҙемде бер аҙ ҡулға алдым. Бер йылдан улыбыҙ тыуҙы. Яңынан ҡояш яҡтыһын күрә, ризыҡ тәмен, йәшәү һулышын тоя башланым. Тирмәбеҙгә тормош, йылылыҡ тулды. Быға тиклем бер-беребеҙҙең күҙҙәренә ҡарарға ла ҡыймаһаҡ, хәҙер йылмая, һүҙһеҙ генә бер-беребеҙҙе дәртләндерә башланыҡ. Ә ул улыбыҙҙы нисек яратты!.. Буш ваҡыты булыу менән улыбыҙҙы ҡулына алды, тубығына ултыртып иркәләне.
Бер мәл, ауылда чабандар йыйылышы була, тип иғлан иттеләр. Ул саҡта ауылыбыҙҙа ҡустыларыбыҙ һәм һеңлеләребеҙ йәшәне, хужалыҡты улар менән бергә алып барҙыҡ. Йыйылышты иғлан иткәндәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе лә бар ине. «Билчин, ниңә һиңә лә йыйылышҡа бармаҫҡа, халыҡ араһында күңелеңде күтәрмәҫкә? Улығыҙ үҫә төшкән инде. Тормошта төрлө хәлдәр була. Һеҙ ике ҙур ҡайғы кисерҙегеҙ. Ирең менән бер-берегеҙҙе яҡшы аңлайһығыҙ. Быйылғы күрһәткестәрегеҙ ҙә бик һәйбәт. Йыйылышҡа килергә тырышығыҙ», – тип өгөтләргә кереште ул мине. Ирем менән кәңәшләшкәс, ауылға йыйылышҡа барырға булдыҡ.
Ауылға барғас, улыбыҙҙы иремдең оло ағаһының өйөндә уның балалары янында ҡалдырҙыҡ та клубҡа йыйылышҡа киттек. Өйҙәре клубтан алыҫ та түгел. Мин хатта улым унда нисек икән тип, бер мәртәбә өйҙө урап та килдем. Ул бер нәмә лә булмағандай, ике туған ағайҙары һәм апайҙары араһында ашап ултыра ине.
Тәнәфестән һуң йыйылыш оҙаҡ барманы, алдынғы чабандарҙы бүләкләнеләр. Беҙгә лә ҡаймаҡ айыртыу сепараты бүләк иттеләр. Элекке сепаратыбыҙ ҡаймаҡты йүнләп айырмай башлағайны, бүләккә ныҡ ҡыуандыҡ. Бүләкләүҙәрҙән һуң концерт ҡуйҙылар. Концерт оҙаҡҡа һуҙылды, уның бөткәнен көтмәй, ирем менән сығып киттек. Ҡайтҡанда ниңәлер күңелем тынысһыҙланды, йөрәгем ярһып типте. Ағаһының өйө янында «Ашығыс ярҙам» машинаһы тора ине. Өйгә нисек йүгереп барып еткәнебеҙҙе хәтерләмәйем... Ҡараһаҡ – ергә аҡ йәймә түшәлгән, унда улыбыҙ ята... Табиптар ҙа, ундағыларҙың барыһы ла сабыйыбыҙ янында борсоулы тапана. Өҫтөмә ниндәйҙер ҡурҡыныс ҡара нәмә ябырылды, тыным ҡыҫыла башланы, артабан бер нәмә лә хәтерләмәйем...
Баҡтиһәң, сабый йоҡлап киткәс, уның ике туған ағайҙары һәм апайҙары туғандарын уятмаҫ өсөн өйҙән сыҡҡан. Улар ишек алдындағы бәләкәй өйгә инеп, сатраш уйнаған. Ә минең меҫкен улыҡайым ул арала уянған, ағайҙарын һәм апайҙарын эҙләп, һарай яғына барған. Ул тыуғандан алып мал араһында йәшәне, ғәҙәте буйынса, күрәһең, шунда ынтылғандыр. Ә унда һыйырҙарға һыу тултырылған тәрән тимер кәритә торған. Баҡтиһәң, сабыйым шул кәритәгә баш түбән йығылып төшкән дә сыға алмаған. Бына шул. Чабандар йыйылышы арҡаһында яратҡан улыбыҙҙы юғалттыҡ.
Улыбыҙ үлгәс, ирем күҙ алдында ҡарайып, ҡайғынан ябыҡты. Ике ҡыҙыбыҙ үлгәс мин тере мәйеткә оҡшап ҡалһам, хәҙер меҫкен ирем шундайға әйләнде. Ә мин, киреһенсә, бөтә бәләләргә үс итеп, ҡатҡылландым, көсәйҙем. Хәҙер мин иремде тыныслан­дырыу һәм әҙ генә булһа ла албырғатыу өсөн барыһын да эшләнем, йәшәргә, бөтә бәхетһеҙлектәргә ҡаршы көрәшергә кәрәк, беҙ ҡартаймағанбыҙ әле, тинем. Шулай ул бер аҙ һуш йыйҙы. Бына хәҙер, бәпесләр ваҡыт яҡынлашҡас, ирем мәленән алда бында килергә мәжбүр итте. Беҙ бөтә ғүмеребеҙ буйына кешеләргә түгел, хатта малдарға ла яуызлыҡ ҡылманыҡ. Әгәр Аллаһы Тәғәлә бар икән, Ул барыһын да күрәлер, моғайын. Мин хәҙер беҙҙә бөтәһе лә һәүетемсә булыр, балаларыбыҙ тыуыр, улар беҙҙе ташлап китмәҫ, тип ышанам. Әлбиттә, үлгән теге балаларыбыҙ барыбер йөрәгемдә йәшәй, шуға күрә өс балабыҙ бар, тим.
Йә, Хоҙай, теге илаулап ҡысҡырған йәш ҡатын ниндәй яман. Мин күргән ҡайғыларҙы кисерһә, ул ҡалайыраҡ ҡысҡырыр ине икән? Илаһым, ярлыҡа!
Ҡиссаһын шулай тамамлағас, Билчин апай көтмәгәндә һиҫкәнеп ҡуйҙы. Мин уға ҡарарға ла ҡыйманым.
– Һеңлем, зинһар, табипты саҡыр әле, – тине ул миңә, һәм билен тотоп, һаҡ ҡына аяғына баҫты.
Тиҙҙән уны бала табыу бүлегенә алып киттеләр. Барыбыҙ ҙа, үҙебеҙ тураһында онотоп, Билчин апайҙың иҫән-аман бәпесләүен теләнек, уның бөтә хыялдары ла тормошҡа ашырына өмөтләнеп көтә башланыҡ. Беҙҙең көтөүгә яуап булып, бала табыу йорто яңы тыуған сабыйҙың тауышына тотошлай тулды...
Бала табыу йортонда тормош үҙенсәлекле тәртиптә бара. Был урын бөтөнләй башҡа, айырым бер ғаләмгә оҡшаш. Шулай булырға тейеш тә, сөнки бында, юлдар сатындағы һымаҡ, тормоштоң төп изге терәктәре – өмөт, ышаныс һәм мөхәббәт осраша.

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Читайте нас: