+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
8 Апрель 2020, 16:13

«Яраттыра алмайым мин, Ярата ғына алам...»

Таңһылыу ҠарамышеваБилдәле шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңһылыу Ҡарамышеваның журналға тәҡдим иткән шәлкеме яҙ ҡояшы кеүек сағыу, наҙлы, сөнки ул әсәлек хистәренә, ҡатын-ҡыҙға хас йылылыҡҡа, наҙға мөлдөрәмә. Әҙибә үҙе лә март айында донъяға килгән. Ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ уға!

Бишек йыры
Әлли-бәлли, бәлли-бәү,
Йом керпегең, йондоҙом.
Йондоҙҙарың ял итһен,
Йәшерһен күҙең нурын.
Талғын ғына, йә, кемде
Бәүелтә сәңгелдәге?
Ирендәрең таңғаса
Йылмаймай торһон әле.
Эһ, тиһәң дә һиҫкәнә
Баш аҫтыңда мендәрең.
Тып-тын ғына төн буйы
Серем итһен көндәрең.
Һикермәйсә торһондар
Һинең шаян ҡаштарың.
Сапмай тор устарыңды,
Бәү итһен ҡурсаҡтарың.
Бәләкәсем, йом күҙең,
Иртән булыр «әү» генә.
Итә күрһәң бәү генә,
Булырһың бит дәү генә.
Бәү-бәү-бәү....
Бәпес һөйөү
Дыңғыл-дыңғыл арҡаңды
Дыңғылдатып ҡағайым,
Бер яратып алайым, –
Ҡайҙале, балаҡайым!
Бәпес, бәпес, бәпес тә,
Бәпелдәтеп һөйәйем.
Һәтес, һәтес, һәтес тә,
Ҡайҙа(ә)ле, бер сөйәйем!
Йәтеш, йәтеш, йәтеш тә
Кемдең бәпескенәһе?
Ҡанатлы бер фәрештә,
Һәп-һәп иткәс инәһе!
Сырҡ-сырҡ килеп сырҡылдай
Был кемдең шат көлөшө?
Ҡоштоң тиһәм, йылтырай
Сабыйғынам күҙесе!
Үҫә-үҫә, ҙур үҫә, –
Ай-һай баҫып тора ул,
Сәп-сәп итеп ҡулдарын,
Талпынғандай була ул.
Тыпыр-тыпыр тыплаһын,
Атлауына һөйөнһөн,
Бәпкә кеүек бәпелдәп,
Тәп-тәп итеп йөрөһөн!
Тәтел-тәтел тәтелдәп
Теле асылып китһен!
Күҙ теймәһен үҙенә,–
Бәхетле булып үҫһен!
Теләк
Иҫән кейеп, һау туҙҙырҙым
Ғүмер күлдәктәремде.
Үҙ бармағым, ҡулым менән
Элдем элмәктәремде.
Ни кейһәм дә, барыһы ла
Йылы өҫтөмдә туҙҙы.
Һыуыҡ тәнем һалдырманы
Яратып кейгән тунды.
Үтте ғүмер... Иҫләмәйем
Үтмәй ҡалған мәлемде.
Уҙған ваҡыт туҙҙыртты шул
Йән кейемем – тәнемде.
Иҫкермәне бары йәнем! –
Түрендә гел өйөнөң.
Бүтән күлдәк кенә кейә,
Алмаштыра кейемен.
Мәңгелек мәл булмаһа ла,
Мәңгелек йән булыр гел.
Теләп кейһәң, кеймәһәң дә
Күлдәк кенә туҙыр гел.
Үҙ аңыбыҙ, үҙ аяҡта
Ғүмерҙе уҙҙырайыҡ.
Ни кейһәк тә, иҫән кейеп,
Һау килеш туҙҙырайыҡ.
Ҡулъяулығым
Күҙ йәштәрен һөртөр өсөн
Әҙер тора ҡулъяулығым.
Һаҡлап тора, юғалттырмай
Көндәремдең уяулығын.
Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла
Ҡорота ул йәштәремде.
Именлеккә, тыныслыҡҡа
Күсерә йән хәстәремде.
Өмөттәрҙең сәғәттәрен
Сәғәҙәтле итә бит ул.
Аҡтағы ҡара таптарҙы
Иренмәйсә һөртә бит ул.
Һөртә-һөртә, үтәләйгә
Еүешләнеп бөтә бит ул.
Йәш аралаш йылмайыулы
Еңеүҙәрҙе көтә бит ул.
Читайте нас: