Ят бер ҡала. Һүрән генә уттар.
Ҡыйыҡтарҙан торбаларға күсеп,
Күңелдәргә ятып үкһей көҙ.
Трамвай-ғәләмәттәр туҡтаған ул,
Метроға ла инде һуңланым.
Һуңғы тапҡыр тим дә... Ҡабат арта
Һиңә илткән сәфәр, юл һаны.
Сәстәреңдең еҫен тоям тиеп,
Бергә бағам тиеп йондоҙға,
Ҡаршы ҡуйып бөтә бөгөнгөмдө –
Мин бит барам ошо аҙымға.
«Ҡайтам!..» – тиеп тороп ҡалаһың.
Усҡа һалып алып китке килә
Һине йотҡан урыҫ ҡалаһын.
Мәңге шулай ҡабатланыр кеүек,
Сиге булмаҫ кеүек сәфәрҙең.
Тороп ҡал, тип үҙең әйтәлмәйһең,
Үҙкәйеңдән үҙең ебәрҙең...
Һин ғәйепле түгел ул хәлдәргә.
Был уйҙарым бер аҙ буйһонһа ла,
Хистәремдең бына – үҙ ирке.
Улар хаким минең бар донъяма,
Был хәлемдә икән кем йәлләр?
Йөрәк ялҡыныма бар уйҙарым
Ҡоралһыҙ зат кеүек күнәләр.
Ғәйебем юҡ ошо хәлдәремә,
Осҡон төштө миңә бейектән.
Алдарыңда һинең мин Ләйләмен,
Бәлки, Зөһрә, үҙең бел, иркәм.
Асманымда әләм – аҡ тамғам.
Үҙ аллылыҡ күптәп яулаған.
Ай янында тик бер йондоҙ ҡалҡҡан
Ғәжәйеп тә генә бер төндә,
Илаһилыҡ Ергә бүләк итеп,
Икебеҙгә шул мәл күренде.
«Теләк телә!» тигән булдым һиңә,
Тойҙом бит мин ҡабат һис кенә лә
Күренмәҫен сихри был йәмдең!..
Әллә күңелемә шулай килде?
Эстән йыуатырға булып киттем:
«Тағы тыуыр әле был таңым!»
Ҡабатланамы ни инде таңдар?
Теге ваҡыт эй көлөшкән булдыҡ,
Ҡарышҡайны хатта яңағым...
Теләк теләмәнем түгел, ҡуйсы,
Мин теләнем уның хәтәрен!
Мин яратһам – ошо Йыһан тиклем!
Тик ҡалмаһын, зинһар, хәтерең:
Яҙмышыңа инәм тип тә түгел,
Йөрәк ҡушҡандарын теләгәнмен!
Булдым микән әле аңымда?..
Һис онотоп булмай, тиһең йәнә,
Хаталарҙан бәндә азат түгел,
Минең өсөн һөйөү – ул бетеү!
Әллә ниндәй хистәр йөрөтөп тә,
Ҡулдарыңдан килһә, һин Ер шарын
Теге мәлгә ҡайтар ҡайырып!..
Танһыҡ миҙгел. Сыуаҡ иртәләре:
Хатта еҫе башҡа был мәлдең.
Һин, ниһайәт, бына килдең тиеп,
Көҙ йөҙөндә осоп, кәйелдем.
Япраҡ туйы бына-бына тора,
Тәңкәләрен һибер аҡ ҡайын.
Көткән кеше үҙе генә белә:
Мин сабырһыҙ ситтән, моғайын.
Танымаҫмы икән танһыҡ мәлдәр?
Шәфәҡтәрен әйтәм, ҡуй инде.
Ҡара көҙҙө иҫкәртепме әллә,
Миңә генә танышмы ни һуң ул
Күккә хәбәр яҙған был көтөү?
Зар-интизар түгел, татлы хисте
Йылдар буйы бәпләп йөрөтөү.
Танымаҫлыҡ түгел алтын мәлдәр,
Шунда бит ул көҙҙөң ҡәҙере.
«Сабырлығың һинең мең алтын!» – тип,
Япраҡ булып төштө хәбәрең.
Хәтерләтеп бында тормаһын тип,
Рәсемеңде ҡуйҙым йәшереп.
Уртаҡ ҡорған диуарҙарҙа уны
Эләктереп торған бер шөрөп.
Йәшереүен бына йәшерҙем дә,
Тик тарайып ҡалды бар донъям.
Гүйә, саф тойғоһоҙ тороп ҡалып,
Бите йыуылмаған әҙәм, гүйә,
Хыянатым, имеш, ҙур хискә.
Әле генә алма кеүек инем,
Емеш төҫлө булдым бөрөшкән...
Һүрәт миңә бер им булған икән,
Был донъяны асыр бер ғәләм!
Әйтерһең дә, Һөйөү көрәшендә
Төшөп ҡалған минең төп әләм.
Рәсемеңде йыйып ҡуйҙым да ул,
Тик йөрәктән төҫөң китмәне.
Бер минутта булды барыһы ла,
Тик аҡылдың ҡәтғи был ҡарарын
Саф хистәрем ғәфү итмәне.
...Хәтерләтеп бында тормаһын тип?
Төптән хата бит ул был уйым.
Хистәремә етмәй шул буйым!..
Ә беҙ хәҙер һөйләшмәйбеҙ күптән,
Телмәрһеҙ ҙә бары билдәле.
Мин ашҡынып әйтәм тигәндә лә,
Һин сабырҙан-сабыр ир әле.
Арығанбыҙ аралағы һүҙҙән,
Һинһеҙ үткән һәр бер көнөм шуға
Келәм булып йәштән туҡылған.
Өндәшмәйсә генә аңлашабыҙ,
Әйтеү булып ята өнһөҙлөк.
Ниндәйҙер хис эҙләп ике яҡта,
Бер-беребеҙҙе уйлап, төн һөҙҙөк.
Үткәндәрем – ҡабат ҡайтмаҫ миҙгел,
Киләсәгем түгел билдәле...
Өндәшмәйбеҙ, тинең, ә шулай ҙа
Һин бит һүҙен әйтер ир әле!..
Иҫем китеп баҡтым урмандарға:
Һаҡландығыҙ нисек саф көйө?
Һоҡланыуҙы эскә йәшергәйнем,
Тамағымда ҡалды бер төйөн...
Тау итәген яңы айҡаһам да,
Буйлап менгәс Мөрйәташына,
Үрҙәр яулау күңел үҫтерә шул –
Ҡабат килде был уй башыма.
Сатнап ҡуймаҫ әле был тештәрем
Һуғарғанда йәнде тау ҡото.
Һинең барлығыңды иҫләнем дә,
Кемлегемде хатта оноттом.
Ҡылын өҙөп, теләк теләнем мин
Боронғолоҡ тигән бер ялдың.
Мөхәббәткә ҡабат төйнәлдем дә,
Арбалдым мин, моңдан арбалдым!
«Һағындым!» – тип хәбәр ебәрҙиһәм,
Юҡ, юҡ, тиеп әйтә күрмә, зинһар,
Яҙғы ташҡындарҙай ташты ғына,
Йөрәгенә һыймай һағышы...
«Һағындым!» – тип сәскәләргә әйттем,
Ул күбәләк булып ҡағынды.
Үҙ һүҙҙәрем осоп усҡа ҡунды:
«Һағындым шул, бәғ(е)рем, һағындым!»
«Һағындым!» – тип ҡарға яҙып китәм,
Тап һин уҡып үтер урындан.
Йылмайырһың хәтереңә алып,
Хистәремә минең нур ҡунған.
«Һағындым»дың һәр хәрефе, ана,
Тамсы тама-тама ташты тишә,
Рөхсәт итсе тамсы булырға!..