-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
3 Март 2020, 15:15

Йәшлеккә ҡайтыу

Хәйҙәр ТАПАҠОВХәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов – Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, бик күп повестар һәм хикәйәләр авторы. Яҙыусының тиҫтәнән ашыу китабы донъя күргән. Мәҙәниәт, әҙәбиәт, мәғариф, журналистика өлкәһендәге ҙур хеҙмәте «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» исемдәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт, Рамазан Өмөтбаев исемендәге Сибай ҡалаһы премиялары менән баһаланған. Ошо көндәрҙә Хәйҙәр Тапаҡов үҙенең 65 йәшен билдәләй. Уға журнал уҡыусылар исеменән сәләмәтлек, ижади уңыштар теләйбеҙ.

Йәшлеккә ҡайтыу
Бәйән
Медицина училищеһына уҡырға инеп ҡайтҡайным, әсәйем, алдан төйнәнеп ҡуйыуың хәйерле, тип көнэлгәре мине юлға йыйындыра ла башланы. Ҡабаланмай-ҡарһаланмай, һәммәһен тәфсирләп тыҡшырып әҙерләнеү – ҡулай һәм кәрәкле эш. Беҙгә уҡыуҙың беренсе көнөнән үк өҫкә – аҡ халат, башҡа ҡалпаҡ кейеп килергә ҡушҡайнылар. Дауаханала ашнаҡсы булып эшләгән әсәйем уңып бешкән икмәктәй ҡабарынҡы башлығын бүләк итте, санитарка Мәрхәбә апайҙан, бер айға ғына тип, үтескәгә халатын алып торҙом. Шулай итеп, уҡыу йортона барыуға бәйле иң беренсе мөҡәддәс бурыс үтәлде, ә ҡалғандары инде – ваҡ мәсьәлә.
Ул саҡта беҙҙең тарафҡа автобус маршруты булмағанлыҡтан, уңыш мәлендә элеваторға ашлыҡ ташыған машинаның кузов башына һағып киттем. Иҙәндәй тигеҙ, туптай тығыҙ иген өҫтөнә ябылған брезентта тырпырап ятыуы үтә лә яйһыҙ, йә берәй йәбешеп барыр тотанағы юҡ, соҡор-саҡыр боролмаларҙа бына-бына тәгәрәп төшөп ҡалыр хәлдәмен. Баймаҡҡа еткәнсе һалынған ҡырсынташ юлдан үткән-һүткән ылауҙарҙан күтәрелгән саң бейектә болоттай ауалап күренә. Сибайға килеп төшкәндә юл туҙаны ҡаплауҙан өҫ-башым бысранып, буялып бөткәйне, тештәрем, күҙ аҡтарым ғына ағарып күренә, ә сырайым, негрға уҡ тартмаһа ла, тән тиреһе һоро-көңгөрт сүл ғәрәбенә оҡшап ҡалғайны. Шуғалырмы ҡунаҡханала, көтмәгәндә ҡайҙан килеп юлыҡты был берәҙәк, тигәндәй шикләнеп, тексәйеп, паспорт мәғлүмәттәрен ентекләп тикшереп, теләр-теләмәҫ рыя ғына ҡабул иттеләр. Кис буйы кейем-һалымымды таҙартып, йыуынып, әҙәм рәүешенә инергә тырыштым. Иртәнсәк тамаҡ ялғап алыу уйы менән беренсе ҡаттағы буфетҡа төштөм, оҙон муйынлы һауытҡа ҡойолған ҡатыҡ, майикмәккә тартым түңәрәк ҡабартма һатып алдым. Һауыттың башы ҡурғаш менән көпләнгәйне. Үҙем менән бәке-маҙар йөрөтмәгәнлектән, быны нисегерәк асалар икән, тип тәғәмләнергә ингәндәрҙе бер килке ситтән күҙәтергә тура килде. Ә асыу өсөн һауыттың өҫтөнә бармаҡ менән баҫырға ғына кәрәк икән дә баһа, бына бит донъя күрмәгәнлек, рәт-яй белмәгәнлек нишләтә!
Ҡаланың беренсе участкаһында 6-8 барактан ойошҡан училище ҡаласығына йәйәүләп киттем, барып еткәс, әлегә иртәрәк булғанлыҡтан, артмаҡлаған әйберҙәремде өй мөйөшөнә һалдым да килгән-киткәндәрҙе күҙәтә башланым. Байрамса кейенеп, шау-гөр килеп тантанаға ағылғандарҙың исмаһам берәүһе минең яҡҡа ҡараш ташлаһасы, юҡ бит, әйтерһең дә, иғтибарға лайыҡһыҙ бер түңгәкмен, ҡош-ҡорт өркөтөргә ҡуйылған ҡарасҡымын. Ҡапыл ғына ауылға ҡайтҡым килеп китте нишләптер, әсәйемде, ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырған халаттың хужаһы, әҙәм күҙенә салына һалып бармаған, күрмәлекһеҙ, ҡылыйлауыраҡ, уң аяғы аҡһаҡ Мәрхәбә апайҙы, машина башына мендереп ултыртып, оҙатып тороп ҡалған ырҙын табағы мөдире Ғиниәт ағайҙы, туҡал һыйырыбыҙҙы, этебеҙ Алғырҙы яман­һыулап юҡһындым. Күрәм – минең ише сәйер кейенгәндәр башҡаса күренмәй, тимәк, мин берҙән-бермен, ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле өлгөмөн, шуғалырмы, ситләп, ятһырап, ғәжәпләнеп, таһырайып ҡарап үтәләр янымдан. Мин дә, үҙ сиратымда, юғарынан аҫҡа, тегеләрҙе түбәнһетеп-кәмһетеп, һауалы ҡыланып, аяҡтарымды тарбайтып, төрөк солтанылай бойондороҡһоҙ ҡиәфәттә баҫҡанмын…

Илһам Ноғоманов һүрәттәре.

Бәйәндең тулы вариантын журналдың 2-се (2020) һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: