-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
3 Февраль 2020, 18:56

Утыҙынсы маршрут

Рәсүл БайгилдинРәсүл Байгилдин Йылайыр районының Матрай ауылында 1962 йылда тыуған. Урта белемде Баймаҡ интернат-мәктәбендә ала. Артабан Мейәс геологоразведка техникумында, БДУ-ның Сибай институтында, Башҡортостан Башлығы эргәһендәге Дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһында уҡый. Журналистикала – 1996 йылдан. 2005 – 2019 йылдарҙа Сибай ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы вазифаһын биләй. Бөгөнгө көндә ул – «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире урынбаҫары. Яҙыусылар берлеге ағзаһы. Әҫәрҙәре республика баҫмаларында даими донъя күрә.

Утыҙынсы маршрут
Хикәйә
Оҙайлы яңы йыл каникулының һуңғы көнө. Ул буранлы һәм сасҡау. Шуға ла, күрәһең, урамда халыҡ аҙ.
Ғәҙәттә, Затон биҫтәһенә йөрөгән шығырым тулы утыҙынсы «К» маршруты автобусында тиҫтәләгән генә пассажир. «Мир» туҡталышында автобусҡа ике йәш кеше инде – ҡыҙ һәм егет. Егет ҡышҡы һыуыҡҡа бирешкәндәй түгел: ҡолаҡсыны төшөрөлгән кәпәс, оҙон салғыйлы пальто кейгән. Ә ҡушарлаған тәпәш буйлы сибек ерән ҡыҙ ныҡ өшөгәйне. Торна аяғындай нәҙек балтырҙарына джинсы салбары һылашҡан, ҡыҫҡа курткаһы билен дә ҡапламай. Ҡош тәне ҡалҡҡан арҡаһы күренеп ҡала, саҡ ҡына эйелә төшһә. Был күренештән тән зымбырҙап китә, былай ҙа йылы тунды, үҙем дә һиҙмәй, тағы ла нығыраҡ ҡымтып ҡуям.
Һыуыҡҡа ҡатҡан ирендәрен, аңҡауына йәбешкән телен көскә йөрөтөп, ҡыҙ кондукторға өндәште:
– Зинһар, алығыҙ инде. Затонға хәтлем. Бер тин дә аҡсабыҙ юҡ. Мынауында, торговый центрҙа, көшөлөгөмдө урлап алып киттеләр. Абайламай ҡалғанмын, асыҡ ауыҙ. Ярты көн торабыҙ инде ҡатып, бер генә лә әмәлен таба алмайбыҙ, – ҡиәфәте лә, тауышы ла ялбарыулы уның.
Егет ҡыҙҙы етәкләгән килеш эргәһендә баҫып тора. Үҙе, башын эйә биреп, өмөт менән кондукторға баҡҡан. Ул да нимәлер әйтергә теләгәндәй.
– Ярай, һуң, ултырығыҙ. Иң алғы урынға түлкә, – кондуктор кеше йәнле булып сыҡты.
«Галле округы» туҡталышында ла, һыуыҡ булғанғалыр, водитель тик урта ишекте генә асты. Автобусҡа биш-алты кеше инде. Тәүге пассажир эскә ынтыл­ғайны, кондуктор урынынан торҙо ла, ишектең ҡаршыһына барып баҫты. «Ғәҙәттә, пассажирҙар урынлашып бөткәс үҙ эшенә тотона кондукторҙар. Нишләп инеүселәрҙе ҡаршы алырға булып китте был?» – тип ҡуйҙым аптырап үҙ алдыма.
– Иптәш, билетығыҙҙы күрһәтегеҙ, - һиҫкәнеп киттем был тауышҡа.
«Бына ҡайҙа икән кондукторҙың әрһеҙлек күрһәтеүенең сере – автобусҡа билет тикшереүселәр ингән дә баһа. «Ҡуяндар»ҙы алды бит ул. Хәҙер ни ҡылыр инде?» – хафаға ҡалдым һәм, кондукторҙың хәлен тоҫмалларға теләп, ул йөрөгән яҡҡа баҡтым. Әлфиә Марат ҡыҙы – түшендәге бейдждан уҡып белдем исем-шәрифен – бер ни булма­ғандай, баяғы ике йәш пассажирға билет бирҙе лә, сиратлап, башҡаларҙан да юл хаҡы өсөн түләү ҡабул итә башланы. Тиҙ генә эшен тамамлап, тикшереүселәр янына барҙы, улар биргән ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙы. Былары ла артыҡ әрһеҙлек күрһәтмәгән кеүек. Бер һүҙ ҙә ҡат­манылар, сырайҙары битараф килеш ҡалды. «Автовокзал» туҡталышында сығыуға ыңғайланылар. «Ҡуяндар» тотолманы, Әлфиә Марат ҡыҙының хилафлыҡ ҡылыуы фашланманы.
Бәләнән ҡотолоп ҡалған автобус хужабикәһе бер килке уйланып ултырҙы ла йәштәр янына йүнәлде. Урта тоштан ишек янында ултырғас, һүҙҙәрен ишет­мәнем. Кондуктор, ҡалай оҫта тикше­реүҙән ҡотолодоҡ, тип ҡыуанысын «ҡуяндар»ға еткерә һымаҡ тойолдо миңә тәүҙә.
Һөйләшеү юғары тонда барған кеүек тә баһа. Һағая төштөм. Автобус, Ағиҙел күперен үтеп, Затон биҫтәһе юлына борола башлаған мәлдә, егет урынынан һикереп торҙо ла сығыу яғына уҡталды:
– Ишекте асығыҙ, – тип ҡысҡырҙы ярһыулы тауыш менән водителгә.
Артынан ҡыҙ ҙа эйәрҙе.
– Юҡ, ултыр, бер ҡайҙа ла бар­майһың. Урыныңа ултыр! – йәштәрҙән арыраҡ урын биләгән төҫ-башҡа артыҡ күҙгә ташланып бармаған, ябай ғына кейенгән ҡырҡ биш йәштәр сама­һындағы ҡатын егеттең юлын быуҙы.
Ҡапыл юғалып ҡалған кондуктор ҙа иҫенә килде:
– Билетығыҙ бар! Ултырығыҙ, һеҙҙе бер кем дә ҡыумай… Ҡыумайым да баһа, – тип ҡуҙғып киткән пассажирҙың еңенән эләктереп алды.
– Үҙегеҙ рөхсәт иттегеҙ ҙә, ҡыуаһығыҙ… – ҡатын Әлфиә Марат ҡыҙына үпкә ҡатыш ташланы быны.
– Ҡыуманым мин бер кемде лә… Ҡыуманым!

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 1-се (2020) һанында уҡығыҙ.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: