-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
13 Ғинуар 2020, 16:33

Умырзая

Заһит МӨРСИЕВЗаһит Мирхәйҙәр улы Мөрсиев 1950 йылдың 21 ноябрендә Ҡариҙел районының Әбүталип ауылында тыуған. Күп йылдар «Ҡариҙел» район гәзитендә эшләй. Баҫма биттәрендә тәүге хикәйәләре, шиғырҙары донъя күрә. «Мөхәббәтте һаҡлағыҙ» (2004), «Һандуғас бүләге» (2007), «Солтанйәр» (2019) китаптары авторы. 2015 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Әҫәрҙәрендә тыуған яҡ тәбиғәтен, кешеләр мөнәсәбәтен сағылдыра, тормош мәғәнәһе тураһында уйлана.

Умырзая
Хикәйә
Ҡыҙҙар күңеле иртә уяна шул. Малайҙар тәнәфестә дыу килеп уйнай, йә булмаһа ихатаға сығып туп тибә – рәхәтләнеп бала саҡтарын үткәрә, ә ҡыҙҙар инде юҡ-юҡ та малайҙарға серле ҡараш ташлап ала. «Ниндәй булыр икән?» – тигән һорау яҙылған был ҡарашта. Ниндәй һөйгән йәр, ниндәй ир? Шәһиҙәнең дә бар күҙе төшкән егете. Күҙе төшкән тип, уныһы арттырыу инде, аҙыраҡ оҡшай кеүек, бары шул ғына. Оҡшаған нәмә күп булыр, тип үҙ-үҙен тыя ҡыҙ был хаҡта уйлағанда. Ваҡытһыҙ килгән хистәр ҡурҡыта шул. Ағастар ҙа бит яҙ килмәй бөрө ярмай.
Шулай ҙа күңелдә ул бөрө бар инде. Юғиһә, Шәһиҙә: «Ниңә мине ваҡытында уҡырға бирмәнегеҙ?» – тип әсәһенә үпкә белдерер инеме ни. Ноябрь айында тыуған ул. Шуға, йәше тулмаған тип, беренсе сентябрҙә уҡырға алмағандар һәм ул бер синыфҡа түбән уҡып йөрөй. Былай булһа, бергә барып, бергә ҡайтып, бәлки, бер партала ултырып уҡырҙар ине. Күңел тартҡан малай менән йәнәшә ултырыуы нисек була икән ул, ҡыҙ быны күҙ алдына килтерергә тырыша ла, биттәренә ҡыҙыллыҡ йүгереүен тоя.
Ҡыҙҙың теләгәне күктәргә барып иреште, ахыры. Инде бер нисә йыл үткәс, Шәһиҙә уҡытыусы булып эшләй башлағас, ә Сайран, механизаторҙар курсын тамамлап, тракторға ултырғас, яҙғы бер көндә умырзаялар тотоп килгән ине ул ҡапҡа төбөнә.
– Сөбөханалла, ҡара әле, ниндәй матурҙар! Ҡайҙан йыйҙың? – тип шатланды ҡыҙ.
– Ҡыҙылбай урманында күп ул, – тине егет.
– Ҡыҙылбай урманында?! Шунда ҡәҙәр барҙыңмы? Йыраҡ бит.
– Бер ҙә йыраҡ түгел, – тине Сайран. – Һинең өсөн әллә ҡайҙа барыр инем әле... – һүҙен әйтеп бөтөрмәне.
Эйе шул, ғәжәп нәмә икән ул һөйөү тигән илаһи хис. Йәштәр көн буйына бер-береһен иҫтән сығармай, бөгөн осрашһаҡ шулай әйтер инем, былай әйтер инем, тип икеһе лә әллә күпме матур һүҙҙәр уйлап ҡуя, ә осрашҡас инде, бөтәһе лә онотола. Зиһен сыуала, хыялдар таша, йөрәк сәйер тибә, әллә ләззәт, әллә ғазап кисерә – аңламаҫһың. Хәйер, уйлап ҡараһаң, һөйләшеүҙең артыҡ хәжәте лә юҡ бит, тип йыуана ҡыҙ. Сәскәләр килтергән, тимәк, ул ярата! Ярата торғандыр. Теле менән дә әйтер, ниңә ашығырға.
Ә йәмле май айында Сайранға повестка килде. Башты ташҡа орорҙай бәлә түгел, һәр егет армияға бара. Ләкин ғашиҡтар өсөн ул иҫ киткес аяуһыҙлыҡ, көтмәгәндә башҡа ишелеп төшкән тау шикелле тойолдо. Егетте оҙатҡанда Шәһиҙәнең йөҙө сепрәк кеүек аҡ, ирендәре ҡалтырай ине. Ба­рыһы менән дә һаубуллашып сыҡҡас, Сайран үҙен көтөп торған машинаға табан йүгерҙе. Ләкин кинәт туҡталып ҡалды, ҡайырылып артына ҡараны.
– Кире боролма! – тине уны аңлап торған дуҫы.

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 12-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: