+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
4 Декабрь 2019, 12:20

Уңыш килтергән калуш

Таңсулпан Ғарипова Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова башҡорт әҙәбиәтендә тәүге пенталогия – «Бөйрәкәй» романының авторы булараҡ киң билдәлелек яуланы. Бер-бер артлы халыҡсан пьесалар менән ҡыуандырҙы, театрҙар улар буйынса спектаклдәр ҡуя. Уның хикәйәләре лә әленән-әле матбуғат биттәрендә донъя күреп тора. «Башҡортостан ҡыҙы»ның мөхәрририәт ағзаһы булараҡ, баҫмабыҙға гүзәл заттарыбыҙ хаҡында бай йөкмәткеле очерктар ҙа яҙа ул. «Уңыш килтергән калуш» бәйәненең тап бөгөнгө көнгә ауаздашлығы бар. Һығымтаны үҙең яһарһың, ҡәҙерле уҡыусым!

Уңыш килтергән калуш
Бәйән
Төрки халыҡтары донъя­һында зирәклеге менән дан тотҡан Хужа Насретдин һәм уның тоғро ишәге тураһындағы яҙмалар менән таныш булмаған кеше юҡтыр ул. Уның популярлығы шул тиклем, хатта Туҡайҙың «Шүрәле»һенә Ҡаҙанда һәйкәл ҡуйылған кеүек, Хужа Насретдин һәм уның ишәгенә лә тыуған илендә – Үзбәкстанда – һәйкәл бар. Үҙем дә шул яҡтарға сәфәр сыҡҡа­нымда ул легендар зат тураһында күп ишеттем. Шуларҙың береһен һиңә лә һөйләргә булдым, ҡәҙерле уҡыусым.
Аҡыллыға – ишара, тигәндәй, был бәйәндең тормошта кәрәге тейеүе лә бар. Донъя бит. Донъя булғас, ниндәй генә хәлдәр булмай ҙа ниндәй генә әҙәмдәр осрамай…
***
Бер мәлде Хужа Насретдин Бохара ҡалаһына юлланған. Юл оҙон, ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра. Көндөң иң эҫе мәлен күләгәлә ял итеп үткәреү теләге менән Хужа ҙур ғына ауылдың сәйханаһы эргәһендә туҡтаған. Ишәген бәйләгәс, сәйханаға күтә­релгән һәм сәй килтереүҙәрен һо­раған.
Сәйханала кешеләр күбәйгәндән-күбәйә. Эҫегә йөҙө бурҙаттай ҡыҙарған сәйханасы сәйнүктәрен бер-бер артлы ташый ғына, сәйхана тауыштарҙан геү килә. Бер мәл йоҡо аралаш ҡурылдаған, хырылдаған ауаздар ишетелә башлай, ә торараҡ сәйхана бөтөнләй тын ҡала: бөтәһе лә уш та пыш йоҡлай.
Сәй эскәс, Хужа ла башын мендәргә терәй. Әҙерәк серем итеп алғанда яҡшы булыр ине, тип уйлай, тик, әмәлгә ҡалғандай, аҡса янсығы буш. Ас ҡарынға йоҡо ла килмәй. Әҙерәк аҡсаһы булһа ла ул уны, Бохараға барып еткәс, ҡалаға инеү хаҡын түләү өсөн һаҡлай. Бер нисә көндән ниәт итеп сыҡҡан еренә барып етергә тейеш. Күп ҡалмаған. «Ярай, – тип уйлай ул, – бөгөн кискәрәк берәй ерҙә туҡтап, бер тәгәс былау һәм ишәге өсөн ярты ҡосаҡ бесән һатып алыр. Ә хәҙергә түҙергә кәрәк, түҙергә һәм серем итергә…»
– Эй, юлаусы! Һинең бер аҙ аҡса эшләп алырға теләгең юҡмы? Туҙған, саңланған кейемеңә ҡара­ғанда, күптән юлда килгәнгә оҡшайһың. Был хәлдә һиңә бер нисә тәңкә зыян итмәҫ.
Баҡһаң, Хужа Насретдин йоҡом­һорап ойоп ятҡан арала сәйханаға яңы кешеләр өҫтәлгән. Хужанан йыраҡ түгел мендәргә янтая биреп ике эйәкле, ебәк күлдәген бүҫеп сығырҙай булып ҡабарған ҡорһаҡлы ир урынлашҡан. Уның уң яғында – башына оло салма ураған һаҡаллы кеше. «Береһе ауылдың байы, икенсеһе – мулла, ахыры», – тип уйлаған Хужа.
– Хөрмәтле Һарыбеккә яуабыңды әйт, юлаусы, – тигән мулла үҙенең ҡалтырабыраҡ сыҡҡан сыйылдаҡ тауышы менән. – Кескәй сабыйҙың да хәленән килә торған эшкә егерме тәңкә түләйҙәр икән…
– Ун биш тәңкә, хөрмәтле мулла әфәнде, – тип уның һүҙен бүлгән бай, аҫтыртын йылмайып. – Ул ғына эшкә ун биш тәңкә лә күп әле…
– Эйе, эйе! Аллаһ теләһә, бик мәхкүл эш, – тигән быға ҡаршы мулла мыҫҡыллы йылмайыуын һаҡалы эсенән йәшерергә тырышып.
«Эй-й-й… былар, ахыры, торғаны мут әҙәмдәр. Алдашырға күптән өйрәнгәндәр, – тип фекер йөрөткән Хужа, – бындайҙарҙан йыраҡ йөрөгәнең яҡшы!» Шулай уйлаһа ла, Хужаның күҙ алдынан эре-эре ит киҫәктәре ятҡан, һимеҙ һарыҡ итенән бешерелгән былау китмәй икән. Шул саҡ, уйын һиҙгәндәй, сәйхана эргәһендә бәйле торған ишәге лә баҡырып ебәргән. «Ярай, ни булһа ла булыр!» – тигән дә Хужа Һарыбеккә:
– Ун биш тәңкәнән кем баш тартһын, хөрмәтле Һарыбек? Һин әйт кенә: мин нишләргә тейеш?
– Эш шунда: минең баҡсамды уратып алған ҡоймала тишек барлыҡҡа килде. Иртәгә иртүк кил дә шуны һылап-ямап ҡуй. Эш тамам булғас, мин һиңә вәғәҙә иткән ун биш тәңкәне тотторормон.
Һүҙен әйткәс, бай сәй эсеүен дауам иткән, ә мулла һәр мосолман өсөн Аллаһ тарафынан һәҙиә ителгән уңыш тураһында хәбәр сурытҡан: «Уңышты Хоҙай бирә. Ул бирһә, була, бирмәһә – юҡ».
Ҡояш төшлөктән китеп, ялҡыны һүрелә төшкәс, ҡунаҡтар таралыша башлаған, сәйхана әкренләп бу­шаған. Хужа Насретдиндың барыр, ҡуныр ере юҡ, шуға ул сәйханасыға:
– Хөрмәтлем, мин бында ғына ҡуна ҡалһам, һеҙгә ҡамасауламаммы икән? Иртәгә, эште бөтөрөп аҡсаһын алғас, күрһәткән ҡунаҡсыллығыңдың әжерен тулыһы менән ҡайтарырмын, – тигән.
– Ҡал әйҙә, йоҡла. Унан да бигерәк доғаларыңды уҡы, Хоҙайҙан уңышлы көн һора һәм иртән иртәнсәк башта уң аяғыңа баҫырға, уң калушыңды кейергә онотма. Ә мин һине иртән яңы бешкән күмәс менән һыйлармын. Ас ҡарынға эшләү ауыр булыр, етмәһә көн иртәгә лә бөгөнгө кеүек ҡыҙыу булмаҡсы.
Хужа Насретдин, таң һарыһынан уянып, сәйханасы әйткәндәрҙе иҫенә төшөрөп, йылмайған да күпте күргән иҫке калуштарын, таушалған халатын кейгән, арыҡ һыуы менән битен йыуғас, йәһәт кенә тамаҡ ялғап, теге байҙың өйөнә барып та еткән. Матур семәрле ҡапҡаны шаҡыған. Урам эсенә килеп ингәс, Хужа үҙе ямай торған тишекте күреп шаҡ ҡатҡан: унан, моғайын, үркәсенә әйбер тейәлгән дөйә еп-еңел үтер ине.
– Эй-й-й, был байҙың һаранлығының, күрәһең, сиге юҡ, – тип аптыраған Хужа. – Нисек тырышһам да, был эште ярты көнһөҙ тамамлай алмаясаҡмын. Күрәһең, ауылдарында ун биш тәңкәгә риза булып эшләр кеше тапмаған, шуға күрә лә бахыр юлаусыға мөрәжәғәт иткән. Тик, нишләйһең: вәғәҙә – иман.
Байҙың ялсыһы уны эскәрәк үткәргән, ә унда, баҡса күләгәһендә, ҡиммәтле келәм өҫтөндә бай үҙе сәй эсеп ултыра икән.
– Килдеңме? Ярай, хуш. Афарин. Хәҙер үк эшкә тотон. Иртәнән һуңға миңә ҡунаҡтар килә. Улар килеүгә ҡоймам өр-яңы булырға тейеш.
Хужа Насретдин башта соҡор ҡаҙыған, шунан унда балсыҡ һәм ваҡланған һалам һалып, һыу ҡойоп иҙмә яһаған. Күңелде күтәрерҙәй йырҙар йырлай-йырлай эшкә тотонған. Ғөмүмән, Хужаның был донъяла белмәгән бер эше булмаған, ә инде атаһы көршәксе булғас, балсыҡ эшенә бигерәк ныҡ оҫта икән.
Төш етеүгә дөйә дәүмәлендәй тишек ҡапланған һәм Хужа, өҫтө-башын ҡағыштырып, рәтләп, сәйханаға ашыҡҡан, сөнки, байҙың ялсыһы әйтеүенсә, Һарыбек тап ошо мәлдә мулла менән төрлө яңылыҡтар бүлешер өсөн, көн дә сәйханала осраша икән.
Кисәге көндәгесә, Һарыбек бөгөн дә өйөлгән мендәрҙәргә янтайып, ашыҡмай ғына сәй һемерә икән, ә мулла бик йоҡа быялалы нәзәкәтле сынаяғына өрә. Сырайҙарына ҡарағанда, былар үҙҙәренә генә ҡағылышлы мәсьәлә хаҡында әкрен генә әңгәмәләшәләр.
– Мин эште тамамланым, – тигән Хужа. – Инде, хөрмәтле Һары­бек, тейешле хаҡты алырға килдем.
– Яраған, – тип мығырлаған бай һәм үҙенең бәрхәт билбауына беркетелгән аҡса янсығына үрелгән. – Әйткәс, түләйем инде, нисек түләмәйһең…
– Туҡта әле, хөрмәтле Һарыбек, минең был юлаусыға бер һорауым бар, – тигән мулла. – Бөгөн иртән торғас, ҡайһы калушыңды иң алда кейҙең? Уңынмы, әллә һулынмы?

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.
Бәйәндең тулы вариантын журналдың 11-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Автор:Расуль Байгильдин
Читайте нас: