-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
3 Декабрь 2019, 12:25

«Был донъяға ҡырын ҡарау ситен, дилбегәһе булһын ҡулдарыңда!..»

Тамара Ғәниева,Башҡортостандың халыҡ шағирыБашҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева шиғриәттә үҙенең ихласлығы, саялығы, оҫталығы, һүҙгә һиҙгерлеге менән күптән халҡыбыҙҙың һөйөүен яулаған.Күңел төпкөлөндә ятҡан иң йәшерен серҙәргә асҡыс яратып, асыҡ яраларға шифа, им булыр ҡөҙрәткә эйә уның йөрәк һүҙе. Ынтылыштары, маҡсат-ниәттәре – халҡыбыҙҙы, еребеҙҙе, телебеҙҙе данлау, йәшерен ятҡан хазиналарын өҫкә сығарып, фәҡәт уның, кешелектең, ҡаҙанышы итеү.

Үр
Үңерҙәрҙе үттем, ә ҡаршымда
Кәпәстәрең төшөр үркәстәр.
Үрләмәһәм, үртәр үкенестәр,
Сәм тамырым тиртә үңәстә.
Үркәстәрҙең үре – илһам сере,
Болоттары ятып йөҙмәле,
Үрҙәлер ул кеше аяҡтары
Ҡағылмаған ҡөҙрәт эҙҙәре.
Их, үркәстәр!
Алда күрәсәктәр
Шул үрҙәрҙән микән күренмәҫ.
Тартыу-арбау мәғәнәһе тауҙың
Эйәләгән. Булды һүрелмәҫ.
Беләм дә ул дарман аҙ икәнде,
Ереккәнде беләм тупраҡҡа,
Уҡлы ҡая ниңә арбап-арбай,
Күҙ ҡыҙҙыра ҡырлас Ҡыраҡа.
Эй, күңелдең сәйер халәттәре:
Ымһындыра, тарта үрҙәргә.
Тоташҡыбыҙ килеү булһа кәрәк
Илаһиәт тигән серҙәргә.
Ямғыр
Яланбашсан,
Ялансаяҡ көйө
Мин йүгерәм. Ямғыр – күнәкләп.
Бик беленмәй ҙә ул илағаным,
Һығыла бары һушым үңәстән.
Өлгөрмәҫем микән, өлгөрмәҫем,
Тайып ҡуйыр микән табаным.
Аңламаған сағым: хәтәр – донъя,
Аяуҙарға яҙмыш һаранын.
Сәскәләрем лыс һыу ҡулымдағы,
Ә улары кемгә, тимәгеҙ.
Минең кеүек, йәнен һурыр сиктә
Яратҡандыр әле берегеҙ.
...Ә поездан бары алһыу-күкшел
Томан ғына тулай.
Их, ямғыр...
Инмәнең шул минең хәлдәремә,
Тоҫҡағансы йәшен йәндәремә,
Йәйғор һоноп инең тыйылыр.
***
Ҡулымда Ай. Үҙем өҙөп алдым.
Аҫҡы иренең кеүек, ныҡ эҫе.
Ә иҫке йыл, төндө кисеп сығып,
Ирене лә ҡуйҙы шәм төҫлө.
Йән-ҡумтама һалам шыбырлауың:
«Ҡаршылағас йылды, был таңды,
Бергә булырбыҙҙыр..
Сисмә берүк,
Мин яратҡан алтын алҡаңды.
Ҡулсалар ҙа инем һин – кейекте,
Баш бирмәҫһең, тик бел, мин – түҙем.
Нишләп һауалы һин шул тиклем дә,
Ғаләм һыйҙырышлы бер үҙең?»
...Һалҡын кеүек күктә,
Ә ҡул бешә...
Йондоҙ яуа юллап шул Айҙы.
Ғашиҡлыҡтан мин аҙ ҡайнаманым.
Һаҡ һалҡынлыҡ хәҙер йышайҙы.
Кире эләм айҙы. Йәнем тыны
Аяҙайтыр, бәлки, күк йөҙөн.
...Эре түгел ул мин...Балдаҡ-балдаҡ
Быуыныма төшә һәр һүҙең.
Һепертмә буран
Елдәрҙе етәкләп елә
Һепертмә буран ерҙән.
Өй(ө)рөлөп киткән була,
Йәһәт ысҡына күҙҙән.
Етеҙ елдәр шуҡ – шаяндар,
Ҡыуалар: «Әйҙә, әйҙә!»
Һыҙғырып та ебәрәләр
Үҙҙәре белгән көйгә.
Һепертмә буран һыпырта,
Йәшенмәк уйынымы?
Килеп ауа ҡосағыма,
Һарыла ҡуйыныма.
Күктең ерҙе яулауымы,
Ерме күккә тартыла?
...Елдәр әллә йылдарға ла
Хужа микән?
Елдерәләр
Ҡарамай ҙа артына.
Ҡор
Табындарҙа урын баҫҡыс-баҫҡыс,
Ҡул йыҙыра бәғзе. Йәш әле.
Түрҙәгенә башлап тотторалар
Ит табағын, һурпа кәсәһен.
Табындарҙа ырыу мәртәбәһен
Яулағандар йырға дәрт итһә,
Ҡушылмайҙар уға. Кем уйлана...
Кем йәшереп кенә йәш һөртә.
Табындарҙа күберәк аҡһаҡалдар
Вәғәз һөйләй фәһем бирерлек.
Түрҙән түбәндәрәк ултырғандың
Аң-уйына үтеп инерлек.
Табындарҙа ризыҡ сираты бар:
Һоғондорош, һурпа ҡоротлап.
Уйын-көлкө бер аҙ, иң һуңынан
Ултыралар оҙаҡ сәй уртлап.
Ана шундай ғәҙәт, ҡағиҙәләр
Юғалдиһә – илдең ҡото юҡ.
Йөрәктәрҙең эске уты юҡ.
Сыр яланғас күңел. Ни барыһы
Бүҫелерлек сиктә тамаҡ туҡ,
Донъяларҙың никтер хуты юҡ.
Ғүмер
Башҡынамдан һыйпап, алдаштырып,
Үтеп бара ғүмерем, ел кеүек.
Үртәлеүҙәр, уттар йотоуҙанмы,
Уҙғандарым төҫһөҙ көл кеүек.
Күңелемдән усаҡ яҡҡыланым,
Үрткә түгел, ҡалды ҡуҙҙары.
Үрелеп баҡтым артҡа. Әллә ҡалай
Һайыраҡ һымаҡ һалған ыҙаным.
Шыйыҡ өйрә эсеп тәрән эҙҙәр
Һалып булмай микән юғиһә.
Бынау ғүмере...
Киренән төш ине ул...
Бер аҙыраҡ ҡына көн бирһә.
Баштан һыйпай ғүмер көлә-көлә:
«Лимит, ханым,
Запас юҡ миндә;
Ыҙан боҙҙоң, усаҡ ҡабыҙҙың ни,
Яуап бирәсәкһең тегендә!»
Ҡулдарыңда
Инде хәҙер ситтән күҙәтмәйем.
Донъяның нәҡ уртаһында үҙем.
Йәшәү асылы ниҙә? Ул – һынамыш,
Белә тороп шуны – түҙеү, түҙеү.
Йәшәү уртаһында уртасалыҡ –
Юҡтыр халәт ана шунан ғәрле.
Батша күсере булып йөрөгәнсе,
Ҡороҡ ташла. Тәхет – ат эйәре.
Был донъяға ҡырын ҡарау ситен,
Дилбегәһе булһын ҡулдарыңда!
Тик шул саҡта заман – һиңә таман.
Ә ил ғәме – милләт улдарында.
Шыбырланым...
Нимәнәндер ҡурҡып фырлап осҡан
Сәпсек ине ул саҡ был йәнем.
Исемеңде ҡат-ҡат әйткем килде, –
Таң еленә генә һөйләнем.
Мәрйен кеүек, һибелеп, өйөлөп төштө,
Ҡуш усыма йомдом көҙ кисен.
Донъя – кәсә тулы әрем һуты,
Ай нуры, тип, шуны мин эстем.
Ерҙе әйтәм, йәмле баҡса ғына.
Йә йондоҙҙай балҡый, йә һүнә.
Беҙ бар ни ҙә, юҡ ни, бер күбәләк
Көҙләгән һәм тере. Һөйөнә.
Күбәләктең ҡанатына һарыған
Һеркә кеүектер беҙ ғаләмдә.
Йыһан бармы-юҡмы – донъя хәтлем
Күңелдәшлек кәрәк әҙәмгә.
Төн иренен тәмләп иҫе киткән
Икебеҙҙең был саҡ халәтен,
Илаһи ҙа фасыл асылы тип,
Күкрәгеңә генә шыбырланым
Һәм ғаләмгә генә мин әйттем.
Автор:Гульназ Кутуева
Читайте нас: