+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
7 Ноябрь 2019, 14:00

Бишек йыры

Сәйет ӘХМӘТ Үзбәк әҙәбиәтенең бәләкәй проза – хикәйә – оҫтаһы Сәйет Әхмәт 1920 йылда Ташкент ҡалаһында тыуған. Педагогия институтын тамамлағас, урындағы гәзиттәрҙә хәбәрсе булып эшләй. Сәйет Әхмәт хикәйәләрендә, повестарында һәм «Офоҡ» трилогияһында Фирғәнәлә сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүселәрҙең тормошон яҡтыртыуға ҙур иғтибар бүлә. Пьесалар яҙа. Мәҫәлән, «Кәләштәр болаһы» комедияһы донъяның 14 илендә ҡуйыла. Үзбәкстан Геройы, Үзбәкстандың халыҡ яҙыусыһы, Үзбәкстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. 2007 йылда 87-се йәшендә вафат була.

Бишек йыры
Хикәйә
Эштән ҡайтҡанда Озода трамвайға ултырманы, кеше мыжғып торған күләгәле урамдан атларға булды.
Һауанан яҙҙың хуш еҫтәре аңҡый. Ишек алды ҡоймалары аша аҫылынып төшкән өрөк ағастары сәскәләренән аҡ мамыҡтай таж япраҡтары ҡойола, селтерәп ағыусы арыҡтарҙа күңелле йөҙә.
Озоданың бында биш йыл инде булғаны юҡ: урам да, ағастар ҙа, селтерәп ағыусы арыҡтар ҙа – уның күңеле мөхәббәт утында янған, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡан, йөрәге аҫтында беренсе тапҡыр башҡа тормошто тойған бәхетле мәлдәренең тере хәтере улар.
Юҡ, мөхәббәт тураһындағы хәтирә­ләр ҙә, яҙғы күренеш тә уны был урамдан яңынан уҙырға мәжбүр итмәне. Бында боролғанда ниндәйҙер серле көс тәьҫире аҫтында ине, үҙе лә һиҙмәҫтән, уға буйһондо. Озода ниндәй урамдан атлауы, ул үҙенә танышмы икәне хаҡында уйламаны.
Тиҙҙән өйөнә барып етер. Моғайын, ире Хәмитйән эштән ҡайтҡандыр. Һәр ваҡыттағыса ҡатынын ҡыуанып ҡаршылар. Уның күҙҙәре шундай матур. Ошо өс йылда уларға күпме баҡты, оҙон керпектәр аша осҡондар сәсеүсе ҡара күҙҙәр күпме хозурлыҡ, бәхет бүләк итте Озодаға. Ире әле лә уның ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә.
Тап бына ошо һөйөү һәм наҙ менән мөлдөрәмә тулған ҡарашты Озода күтәрә алмай. Һуңғы көндәрҙә унда йәшерен күңел ауыртыу билдәләре барлыҡҡа килде. Озода был ауыртыуҙың ниҙән икәнен белә. Ләкин иренең моңһоу күҙҙәренә ҡарап, уны йыуатырлыҡ көс тапмай үҙендә. Бына биш йыл инде иҫәрлеге һәм еңел аҡыллығы арҡаһында ҡылған яҙыҡ аҙымы өсөн көн-төн интегә. Их, ул булмаһа икән... Ҡотороп йәшәргән яҙғы япраҡтарҙы, тирә-йүндәге дәртле көлөүҙәрҙе башҡаса ҡабул итер ине, бәлки.
Урам фонарҙары ҡабынды. Тротуарҙы аҡ япма менән ҡаплап, әле тегендә, әле бында өй тәҙрәләренән яҡтылыҡ төштө. Күрше урамда шаулап уҙған трамвай дуғаһынан сағыу яҡтылыҡ гөлт итеп ҡабынды ла, бейек биналарҙың көмбәҙендә сағылып, шунда уҡ һүнде.
Озода өрөктөң таж япраҡтарына баҫҡанда иренең моңһоу күҙҙәрен күҙ алдына килтерҙе. Ирекһеҙҙән, тертләп, башын эйҙе... Үткәндә тороп ҡалған күңелһеҙ хәтирәләргә әйләнеп ҡайтыу ауыр һәм үкенесле икән...
Ә ул ниндәй бәхетле ине! Төнгө күккә ҡарап, Моратйән хаҡында уйланы. Уның менән осрашырға вәғәҙә иткән һәр иртәгәһе көндө түҙемһеҙләнеп көттө. ЗАГС күтәрмәһендә тулҡынланып көтөү, туй, бокалдар сыңлауы, музыка, йыр һәм, ниһайәт, бергә булған татлы һәм ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр...
Морат тауҙарҙағы экспедициянан мыйыҡ-һаҡал үҫтереп, ҡояшта янып, ябығып ҡайтты. Иренең ҡайтыуына Озода мунса яҡты, ҙур көҙгө янына ҡырыныу әйберҙәрен ҡуйҙы, кейемдәрен үтекләне, өҫтәл әҙерләне, зәң­гәрһыу гәлсәр графинға уның яратҡан шарабын тултырырға ла онотманы.
Ошондай көндәрҙең береһендә Морат ҡатынын кәйефһеҙ тап итте.

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.
Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: