-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
7 Октябрь 2019, 12:39

«Ҡояш нурын йәлләп бүлешһә лә, нур тарата һәр һарғайған япраҡ»

Нәркәс Ҡәйепҡолова Нәркәс Ҡәйепҡолова Әбйәлил районы Буранғол ауылында тыуған. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала. Шиғырҙарҙы бала саҡтан яҙа. Ҡәләме өмөтлө, офоҡтары киң Нәркәстең. «Ҡош юлы» бард йыры фестивалендә ул еңеүсе булды.

Ваҡыт
Аға һыуҙар, аға ваҡыт йылға һымаҡ,
Беҙ ағабыҙ караптарҙа уның буйлап.
Һәр беребеҙ хужа ошо караптарға,
Рулеңде бор дөрөҫ яҡҡа, бор һин уйлап.
Аға ваҡыт иң шәп тиҙлек, ҙур көс менән,
Бер ваҡытта туҡтамай ул, бара алға.
Йылғалағы боролоштар – һынауҙарҙыр,
Һин бирешмә, алда – ҡояш, шуны аңла!


***
Кем һин?
Әллә буран...
Көтмәгәндә яҙын
Алып килгән ҡышҡы һыуығын...
Һәм туңдырып күңел сәскәләрем,
Аҫтан-өҫкә әйләндереп донъям
Үҙ ҡанунын ҡуйған мауығып...
Кем һин?
Әллә инде йылы ҡояшһыңмы..
Ҡараңғылыҡ баҫҡан үҙемде
Алып сыҡҡан яңы алһыу таңға,
Ҡырауҙары, ысыҡтары аша
Һынай- һынай минең түҙемде...
Кем һин?
Моң-һағышлы көҙҙәремме икән
Илһам яуҙырыусы йөрәккә...
Бөтә шиғырҙарым һиңә тыуа:
Ҡабатланған юлдар...
Бер үк тема...
Әйтерһең дә, кемдер өйрәткән.
Буран булһаң да, һис ҡурҡытмайһың,
Яндырмайһың, ҡояш булһаң да.
Сәйерлегең әллә мине тарта,
Сихырлаған кеүек аптырата,
Уйҙан исемеңде ҡыуһам да...


***
Яҙ килмәгән.
Килерме бер ваҡыт,
Йылытырмы яҙғы ҡояшым?
Күпме һыуыҡ ҡышты түҙергә һуң,
Ап-аҡ бураныңда аҙашып?
Яҙ килмәгән.
Тиҙҙән өмөттәрем
Янып бөтөп, көлгә ҡалырҙар,
Тик ышаныс йәшәү көсөн өҫтәй,
Ирер, тиеп, бер саҡ ҡалын ҡар.
Умырзая булып сәскә атыр
Күңелемдә тыуған хистәрем.
Көткәндәргә бәхет үҙе ҡуна,
Нурға сорнап ҡара кистәрен....


***
Ат аяғын тышап ҡуйған кеүек,
Тышап булмай күңел аяғын.
Аяғы ла түгел,
Ҡанаттары
Әйҙәй сикһеҙлеккә аяуһыҙ.
Әйҙәй, әйҙәй...
Мөһим түгел уға
Нимә осоштарҙа көтөрө.
Бары иреклеккә ғашиҡ булып,
Һаман дауам итә өтөрөн...
Эй, ҡош-күңел,
Упҡындарҙан ҡурҡмай,
Ҡанаттар бар, тиеп, ышанып.
Бәрһәләр ҙә ҡая остарынан,
Кире күтәрелә ҡыйшанып.
Тыймайым да, әйҙә гиҙһен күкте.
Тышамайым,
Әйҙә йүгерһен.
Йыһандың бер өлөшө булғанға,
Ерҙә генә түҙмәй күңелем.


***
Һәм башланды ямғыр... Аңғармаҫтан.
Әллә тышта, әллә күңелдә
Ҡапыл һағыш бер ҙә һорамайса
Килеп керҙе йөрәк түренә.
Кинолағы кеүек берәм-берәм
Иҫтәлектәр китте теҙелеп.
Күпме ваҡыт үткән?
Иҫәбе юҡ,
Һағынғанға һине өҙөлөп...


***
Алтын көҙөм, һинең төҫтәреңдән,
Һағышыңдан табам йәнгә дарыу.
Шундай оҡшаш кеүек беҙҙең күңел:
Бер моңһоубыҙ,
Бер ҡараһаң, ярһыу.
Ямғыр яуһа, йыйылған арыуҙар,
Талыуҙарым йыуылғандай итә.
Күшекһәм дә, мәңге йөрөр инем
Ынйыларға ҡойоноп таңдан-кискә...
Ҡояш нурын йәлләп бүлешһә лә,
Нур тарата һәр һарғайған япраҡ.
Нәҡ шуларҙа йәшәй көҙ һағышы,
Көҙ моңо ла тик уларҙан һымаҡ.
Был миҙгелдең нәфис сәйерлеге,
Үҙенә хас моңһоу йыры бар.
Ишеткәнгә уны – донъя яҡты,
Һағыш өсөн йәндә урын тар...
Читайте нас: