Эй уңған да инде Сәлимдең ҡатыны! Ире уяныуға аш бүлмәһендәге ап-аҡ ашъяулыҡ ябылған ыҡсым өҫтәлгә әллә күпме һый теҙеп ҡуйған! Икеһе лә яратып ашаған – былау, ваҡ бәлеш бешергән, йәшелсәнән турама эшләгән. Ҡайһы арала өлгөргән? Дөрөҫ, Рәмиләһе уны эшенә гел тәмле итеп ашатып оҙатырға тырыша. Әммә бөгөнгө табын, ниндәйҙер тантана үткәреү өсөн әҙерләнгән кеүек, айырыуса күркәм. Ҡатыны үҙе лә нисектер серле күренә. Ап-аҡ туҡымаға ваҡ ҡына ҡара борсаҡ һибелгән, бәләкәй генә аҡ яғалы, оҙон итәкле, тәненә һыланып ҡына торған күлдәген кейгән. Был күлдәген бик ярата ул, һаҡлап ҡына – ҡунаҡ саҡырғанда йә үҙҙәре ҡунаҡҡа барғанда ғына кейә. Бер нисә йыл элек, һыҙмаһын үҙе ҡағыҙға төшөрөп, тектереп алғайны. Иртә таңдан ниңә тап шул күлдәген кейеп алған икән? Башына ла бер нисә йыл элек Төркиәгә ялға барғандарында һатып алған ҡиммәтле ап-аҡ ебәк яулығын бәйләгән. Аш бүлмәһенә бер ҡасан да яулыҡһыҙ аяҡ баҫмай ул, әммә, ғәҙәттә, ябайыраҡтарын ябына. Был үҙгәрештәр нимәгә булыр?..
– Ғүмерем юлында ҡасандыр һине тап килтергәне өсөн Хоҙай Тәғәләгә мең рәхмәтлемен, – тип ипләп кенә һүҙ башланы ул. – Иҫ китмәле ҙур минең бәхетем! Һәм шул бәхетте миңә һин бүләк иттең. Балаларыбыҙҙың инсафлы, илтифатлы, уҡымышлы булып буй еткереүҙәренә лә һин күп көс һалдың. Һинһеҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым мин! Һинең менән танышҡан көндән алып әлегә тиклем, гүйә, гел наҙлы рәхәтлек донъяһына сумып йәшәйем. Туйыбыҙҙың икенсе көнөндә ауылыбыҙ эргәһендәге күлгә барғаныбыҙҙы иҫләйһеңме? Күлдә ике аҡҡош йөҙөп йөрөй ине. Шундай гүзәлдәр, шундай камилдар ине улар! Минең беренсе уҡытыусым: «Һеҙ ҙә шундай пар аҡҡоштар кеүекһегеҙ», – тигәйне. Беҙ бит, ысынлап та, нәҡ пар аҡҡоштар кеүек ғүмер кисерәбеҙ! Бел: һин – минең йәнемдән дә ҡәҙерлерәк йәремһең!
– Ниңә шулай хисләнеп киттең әле, Рәмиләкәй? – тип һораны ҡатынынан Сәлим. – Нәҡ шағирәләр кеүекһең һин бөгөн! Ваҡытым булһа, һине тыңлап ултырыр ҙа ултырыр инем. Үҙең беләһең, эшкә ҡабаланам, һуңларға ярамай. Иртәнән һуң, мин ҡайтҡас, һөйләшеүҙе дауам итербеҙ.
Ҡатыны шымып ҡалды. Иренең ҡулына тәүлек әйләнәһенә етерлек итеп әҙерләп ҡуйған аҙыҡ-түлек тулы сумка тотторҙо. Ғәҙәттә, ишек эргәһендә генә оҙатып ҡала торғайны, был юлы урамға сыҡты. Ире машинаһының ишеген асҡас, уны ҡосаҡлап алды. Бер килке башын хәләленең көслө күкрәгенә терәп торҙо. Ҡапыл боролоп, йорттары яғына атланы.
Үҙҙәре көн иткән ҡаласыҡтан ун биш саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан нефть эшкәртеү заводына барып еткәнгә тиклем Сәлим ҡатыны тураһында уйланып барҙы. Уның иртәнсәк үҙ-үҙен сәйерерәк тотоуының сәбәбен аңларға тырышты.
Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.
Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2019) һанында уҡығыҙ.