+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
12 Сентябрь 2019, 11:38

Оҙон бер кис

Анатолий Емельянов Анатолий Емельянов (1932 – 2000) – билдәле сыуаш яҙыусыһы, дәүләт һәм партия эшмәкәре. Төрлө йылдарҙа Сыуашстан Республикаһының Вурнарск районы комсомол һәм партия комитеттарын етәкләй, республикаһының мәҙәниәт министры вазифаһын биләй, Сыуашстан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе була. Бай ижады Сыуашстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы исеме (1990), К.В. Иванов исемендәге Дәүләт (1990) һәм М. Сеспель исемендәге Сыуашстан комсомолы (1975) премиялары менән билдәләнгән. Киң танылған әҫәрҙәре – «Цивиляла ташҡын», «Көмөш ел» романдары, «Ҡыңғырауҙар», «Ҡара гөрөздәләр», «Әүермән» повестары.

Оҙон бер кис
(повестан өҙөк)
Ҡомалаҡлыҡта эшен бөтөргәс, Роза өйөнә ашыҡты. Йыуынып, усаҡ яғып ебәреүгә, ҡыҙы Галяны етәкләп, күршелә йәшәүсе Ундри бабай менән Анна әбей килеп инде.
– Беҙҙең ғаилә кәңәшмәһе булды, – тип, хәйләкәр йылмайып, һүҙ башланы Ундри ҡарт. – Минең әбейем һинең ҡошсоғоңдо йәй буйы ҡарап торорға риза. Иртәнсәк инеп алыр­быҙ ҙа кискә килтереп ҡуйырбыҙ.
– Риза! – Анна әбей үпкәле төҫтә ҡысҡырып ебәрҙе. – Шундай итеп хәбәр һалаһың, әйтерһең, ҡартлас, Галяны ҡарарға мин үҙем теләк белдермәгәнмен, ә һин инәлеп кенә ризалатҡанһың.
– Һин ни, мин ни – унда айырма юҡ, – тип тыныс ҡына уны бүлдерҙе Ундри бабай. – Иң мөһиме – күрше­беҙгә ярҙам итәбеҙ.
Шунан Галяға ҡарап, өҫтәп ҡуйҙы:
– Ҡыҙың көндән-көн аҡыллана, Роза. Хәҙер бытылдап һөйләшә лә башлаған. Эйеме, ҡыҙым?
Бәләкәй ҡыҙыҡай ҡыуанып яуап бирҙе уға.
– Һиңә беҙҙә күңеллеме?
– Күңелһеҙ.
– Нишләп? – ҡарттың кәйефе ҡырылды.
– Әсәйем юҡ һеҙҙә.
– Әсәйеңә эшләргә кәрәк, ә һин хәҙер бәләкәс түгелһең. Күңелһеҙләнмә. Иртәгә мин һиңә бейей белгән ҡурсаҡ яһап бирермен.
– Алдамайһыңмы? – тип етди һораны ҡыҙыҡай.
Был һорау Ундри ҡартҡа бигерәк оҡшаны. Ул бәләкәй балалар кеүек һөйөнөп көлөп ебәрҙе, үҙе:
– Бына ниндәй аҡыллы ҡыҙ! – тип һөйләнде.
Ә Анна әбей етди һәм итәғәтле ҡиәфәттә ултыра бирҙе. Бының менән үҙенең ире кеүек елбәҙәк түгел, ә күптән аҡыл кергән оло кеше икәнен күрһәтергә теләй ине булһа кәрәк.
Роза уларға һөйөнөп ҡарап ултырҙы. Ул ошо һәйбәт кешеләргә күңелендәге рәхмәт тойғоһонан шат ине. Ундри ҡарт менән Анна әбей эргәһендә Роза үҙенең бөтә борсо­лоуҙарын онота. Улар эшләгән яҡшы­лыҡҡа һәр саҡ изгелек менән яуап бирергә тырыша.
Әле лә мөгәрәпкә төшөп, һыра алып менде. Күршеләре һыраны һыуыҡ көйө эсмәгәнлектән, бер аҙ йылытҡас ҡына уны өҫтәлгә ултыртты.
Ихлас күңелдән бирелгән һыйҙан ололар бер ҡасан да баш тартмай. Розаның күршеләре лә өҫтәл эргәһенә инәлтмәй генә килеп ултырҙы. Ундри ҡарт, һыраның әскелт тәмен нығыраҡ тойор өсөн, уны телендә оҙағыраҡ тотоп, ваҡ-ваҡ ҡына йотҡолап, кинәнеп эсте.
– Һәйбә-ә-әт! Минең мәрхүм әсәйемдең һыраһы шулай шәп була торғайны.
– Эйе, хәс уның һыраһы кеүек. Урыны ожмахта булһын мәрхүмәнең, – тип ҡарты менән килеште Анна әбей.
Икенсе стакандан һуң Анна әбейҙең яңаҡтары йәш ҡыҙҙарҙыҡы кеүек алланып китте. Тимәк, ҡарсыҡ ныҡ әле. Ә Ундри ҡарт, бер аҙ ҡыҙып алғас, хәтерләүҙәргә бирелде. Ул үткәндәрен һәр саҡ яҡты, ҡояшлы итеп иҫләй. Әйтерһең, юғалтыуҙар, ауырлыҡтар бөтөнләй булмаған.
– Һинең атайың менән дуҫ йәшәнек беҙ, Роза. Ул һәйбәт тимерсе, ә мин оҫта йылҡы ҡараусы инем. Шуға күрә һуғышта ла йөк ташыуға эләктем бит. Йөк ташыу, бер уйлаһаң, – хөрмәте лә, даны ла күренмәгән бер эш. Әммә кем һуғышты китаптан уҡып йәки кинонан күреп кенә түгел, ә үҙ елкәһендә татып белә, ул беҙҙең иңгә төшкән ауырлыҡты яҡшы аңлай. Снарядһыҙ, патронһыҙ оҙаҡ һуғышып буламы? Ә аҙыҡ-түлекһеҙ? Алғы һыҙыҡты кем ҡорал, аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән, тиһең? Беҙ, йөк ташыусылар! Һуғыш беҙҙең иңдә лә барҙы. Мин үҙем – ике тапҡыр ҡамауҙа ҡалып йырып сыҡҡан, бер мәртәбә немец десантынан тере ҡалған кеше. Бына һиңә йөк ташыусы! Хәйер, һөйләп кенә лә...
Ундри ҡарт тынып ҡалды. Кем белә, бәлки, был һүҙҙәрен ул бер малайҙың уның һуғышта йөк ташыусы булыуынан мыҫҡыллы көлгәнен хәтерләп һөйләгәндер.
Тағы ла бер стакан һелтәгәс, Ундри ҡарт яй ғына урынынан ҡуҙғалды.
– Ҡара әле, минең әбейем ҡайһылай ҡыҙарып китте. Етер, әбей, йә өйгә ҡайта алмаҫһың. Рәхмәт, Роза, һыйыңа.
Роза тағы ла ултыра бирергә ҡыҫтап ҡараһа ла, ҡарттар тыңламаны. Рәхмәт әйтеп, ҡайтырға ҡуҙ­ғалдылар. Шулай ҙа уларҙың әле үк йоҡларға ятҡылары килмәй ине булһа кәрәк. Йорттары тәңгәленә еткәс, ҡапҡанан инмәй, туҡтап ҡалдылар.
– Әллә әҙерәк саф һауала ултырабыҙмы? – тип тәҡдим итте Ундри ҡарт.
– Әйҙә, ултырайыҡ, – тип ризалашты әбейе. – Кис матур, тыныс.
Улар ҡапҡа төбөндәге киң эскәмйәгә ултырҙылар. Икеһе лә, ғәҙәттәгесә, ҡулдарын тубыҡтарына ҡуйҙы.
– Розаның һыраһы шәп булды! – тип маҡтаны әбей. – Хатта башҡа сыҡты.
– Һин айрандан да иҫерәһең бит, – тип төрттөрҙө бабайы. Әммә әбейенең фекере менән килешмәй булдыра алманы – Эйе, һыраһы шәп!
Бер аҙ тын ултырҙылар. Ошолай өндәшмәй ултырыу уларға ҡыйын түгел ине. Оҙаҡ йылдар бергә йәшәп, бер-береһен ярты һүҙҙән, хатта һүҙһеҙ ҙә аңларға күнеккәндәр. Ҡайһы саҡ уларға бөтә нәмә хаҡында ла ҡат-ҡат һөйләшеп бөткәндәрҙер, инде һөйләшер һүҙ ҙә, яңы фекер ҙә ҡалмағандыр төҫлө тойолоп китә.
Шул мәл һандуғас моңо ишетелде. Үҙҙәренең бик-бик алыҫта ҡалған йәшлеген хәтерләп, ҡарттар моңһоу йылмайҙы. Йәшлегендә кемдең генә һандуғаслы һөйөү төндәре булмай?! Ул айлы төндәр ғүмергә йөрәктә уйылып ҡала. Ваҡыт ҡына кешенең иң бәхетле, ҡанатлы һәм хыялый мәлен оноттора аламы ни?
Оҙаҡламай был һандуғастың тауышына тағы ла бер һандуғас яуап бирҙе. Ә бер аҙҙан был икәүҙең оҫталыҡта үҙ-ара ярышыуын ҡыҙыҡһынып тыңлап торған бүтән һандуғастар, улар моңонан инде шымып тора алмаҫтай булып арбалып, үҙҙәре лә һайрай башланы.

«Дан өсөн түгел» повесынан өҙөк. 1979 йыл.

Йомабикә Аҡъюлова тәржемәһе.

Рауил Шәйхелисламов һүрәте.

Повестың дауамын журналдың 8-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: