0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
11 Сентябрь 2019, 12:28

«Был донъяның матурлығын таныйым шиғыр аша...»

Ринат Сөләймәнов Йәш шағир Ринат Сөләймәнов 1985 йылдың 1 ғинуарында Архангел районы Аҙау ауылында тыуған. 2006 йылда БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай. Әлеге көндә Өфө ҡалаһының 68-се лицейында башҡорт теленән белем бирә. Шул уҡ ваҡытта әҙәби ижад менән шөғөлләнә. 2008 йылда З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Ҡабаттан ғашиҡ булыу» тигән повесть һәм хикәйәләрҙән тупланған проза китабы донъя күрҙе, 2018 йылда «Йөрәгемдә – яҙҙарым» тигән шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы баҫылып сыҡты. 2016 йылдан РФ һәм БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы. Һуңғы йылдарҙа драматургия өлкәһендә лә ҡәләм тирбәтә.

Йәшерен һөйөү
Йәшерен һөйөү –
Иң ауыр һынау.
Ул – үҙ-үҙеңде
Тереләй тунау.


Йәшерен һөйөү –
Ирлек түгел ул.
Көрәшмәй генә
Ул бит еңелеү.


Һуң асып һалғас
Йөрәгең серен,
Йәшерен һөйөү
Булмай йәшерен.


Ул хис-тойғолар
Йомғағын һүтеү –
Тоғролоҡ ебен
Ашатлап үтеү.


Һәр кемдә лә бар
Йәшерен һөйөү.
Ул бит күңелдә
Ултырған дейеү.


Ирлек түгелме
Шул дейеү менән
Көрәшә алыу?
Йәшерен һөйөү –
Йәшерен һалыу.


Ҡайынлыҡта
Ҡояш нурҙары йәшенмәк уйнай
Ҡайынлыҡ эстәрендә.
Аҡ ҡайынҡайҙар яна шикелле
Мөхәббәт хистәрендә.


Яҙ яҡтыһына аҡ ҡайындарҙың
Һипкелдәре таралған.
Эй, шул һипкелдәр – хистәр тамғаһы,
Мөхәббәттән яралған.


Һипкелдәр ҡосағында наҙланам,
Моң ағыла ҡайҙандыр.
Был хәтерләтә Кәләштәр балы
Уҙғарылған майҙанды.


Теҙелешеп күл-көҙгө алдына,
Ҡайындар биҙәнәләр.
Ана, ҡырҙараҡ көтә уларҙы
Сабыр имән-еҙнәләр.


***
Был донъяның матурлығын
Таныйым шиғыр аша.
Ана, текә яр аҫтында
Ғашиҡтар шыбырлаша.


Юҡ-юҡ, тыңлап тормайымсы
Уларҙың серләшкәнен.
Тулҡындарға ҡарап тоям
Йәндәре берләшкәнен.


Шәмбе кистә тулҡындарҙың
Сайҡалыуы иркәрәк.
Тормош тулҡындарын ярыр
Йәрҙәр иңгә иң терәп.


Ә һин бында ни юғалтып
Йөрөйһөң әле үҙең?
Йәшлек мөхәббәтемдең
Юллап йөрөйөм эҙен.


Йондоҙло төн
Йымылдашҡан йондоҙҙар –
Фәрештәләр түгелме?
Төнгө асыҡ һауаға
Ҡарап тороу күңелле.


Күпме ғашиҡ йыһанға
Бәхетле ҡараш ташлай.
Йондоҙ атыла –
Йыһан
Һөйөүҙе ҙурлап, ергә
Нурлы гөлләмә ташлай.


Яралғанмы йондоҙҙар
Ғашиҡтар ҡарашынан.
Ҡайһыһы беҙҙең йондоҙ?
Ул барына ышанам.


Үҙе бер йондоҙло төн
Йәрең менән серләшеү.
Йондоҙҙар тәьҫирендә
Хыялдарың берләшеү.


Серле йондоҙло төндә
Күпме йөрәк ҡауыша.
Мөхәббәткә мәҙхиә –
Һандуғастың тауышы.


Парлы ғашиҡ йөрәктәр –
Ерҙәге йондоҙсоҡтар.
Уларҙың сағылышы –
Күктә йондоҙло суҡтар.


Ҡоймаҡлы бала сағым
Өләсәйҙең майлы ҡоймаҡтарын
Ашай-ашай үҫкән бала беҙ.
Баллап-майлап һөйләр ҡарһүҙҙәрен
Ҡаба-йота үҫкән бала беҙ.


Түп-түңәрәк бәхет теләп беҙгә
Ҡоймаҡ ҡойор ине йомала.
Көләкәстәр – өйҙөң йәме ине,
Гүйә, йомро ҡояш йылмая.


Ошо мәлдәр яҡты хәтер булып,
Донъябыҙҙы тора йылытып.
Ҡоймаҡ-ҡояш йылдар аша наҙлай,
Ҡаплап алһа тормош болото.


Майлы ҡоймаҡ күрһәм, балҡып ҡуям,
Яҡты хәтер китә ҡуҙғалып:
Көләкәстә – өләсәйҙең йөҙө
Ҡояш булып яна ҡуҙланып.


Ҡайнар ҡояш кеүек ҡыҙыу плитә,
Таба еҫе һеңгән аласыҡ...
Был – ҡоймаҡлы бала сағым минең,
Минең өләсәйле бала саҡ.


Көләкәстәр – ҡояш «ҡуяндар»ын
Тәмләй-тәмләй ярышып ашайбыҙ.
Ашап туйғас, ҡапҡа тышындағы
Күрше балаларға ташыйбыҙ.


Күршеләр ҙә һинең ҡоймағыңды
Һағыналыр әле, өләсәй.
Ҡоймаҡтар бит – ҡояш «ҡуяндар»ы,
Бәхет сатҡылары өләшә.


Ҡояш кеүек балҡыу ал йөҙөңә
Бер быуаттай ғүмер яҙылған.
Ул йөҙөңә балаларыңдың да
Шатлыҡ-ҡыуанысы яғылған.


Әйҙә, тағы ҡоймаҡ ҡояйыҡ бер,
Килендәрең торһон өйрәнеп.
Ниндәй бәхет өләсәйле булыу,
Шул бәхеткә йәшәү төрөнөп.


Февраль бураны
Офоҡтар ҡуйырҙы ҡаранан,
Төн яҡтыһын баҫты болото.
Ыжғыра февраль бураны
Асыулы бүрене олотоп.


Бурандың көйөнә ҡушылып,
Олоһа олорҙар бүреләр.
Ә ҡыштың был мәле лә минең
Күңелгә моң булып үрелә.


Буранда ла моң бар – аңлаһаң,
Ул кәйеф – иртә яҙ сәләме.
Бурандың ҡарҙарҙы күтәреп,
Елберләтеүе киң һауала –
Һөйөүгә баш эйеү әләме.


Яр һәм тулҡын
Ярҙарға үрелә тулҡындар,
Улар бит йыйылған тамсынан.
Тулҡындай мин һиңә һонолоп,
Иңдәрем етмәүҙән талсығам.


Буй етмәҫ текә яр күңелең,
Унан тик сәм генә өҫтәлә.
Йөрәгем тулҡыны ҡағыуҙан
Уйылып төшөрһөң өҫтөмә.
Читайте нас: