+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
13 Август 2019, 17:12

Әйтмәнең...

Дилбәр БУЛАТОВА Дилбәр Данис ҡыҙы Булатова (Сөләймәнова) Саҡмағош районы Ҡашҡар ауылында тыуған. Ҡалмашбаш урта мәктәбен – алтын миҙалға, БДУ-ның филология факультеты татар-рус филологияһы бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Татар телендә нәшер ителгән «Туй», «Көлдән яралған гөл», «Һуң түгел» сәсмә әҫәрҙәр китаптары авторы. Бөгөнгө көндә «Толпар» журналында эшләй. Башҡортостан яҙыусылар берлеге ағзаһы, филология фәндәре кандидаты.

Әйтмәнең...
Хикәйә
Дүшәмбе көндө иртән офисыбыҙҙың ишеген асыу менән ниндәйҙер бик күңелһеҙ хәл булғанлығы һиҙелде. Барыһының да ҡулынан эш төшкән, йөҙҙәре ҡасҡайны.
– Ни булды? – тинем сабырһыҙланып.
– Лаура вафат булған!..
Көтөлмәгән хәбәрҙән шаңҡып, оҙаҡ ҡына ни әйтергә лә белмәй торҙом.
– Ул бит Питерға йыйына ине! – телемә килгән беренсе һүҙем шул булды.
Ҡыҙҙар, ни һөйләйһең һин, тигәндәй, минең яҡҡа ғәйепләү тулы ҡараштарын ташланы. Һәм мин бындай осраҡтарҙа әйтелә торған ғәҙәти һүҙҙәрҙе ҡабатларға мәжбүр булдым:
– Урыны ожмахта булһын!
– Эйе, эйе, – тиештеләр улар.
– Ҡасан?
– Телефоның ҡайҙа һуң? – тип, һорауыма һорау аттылар. – «Ватсап»ҡа яҙҙыҡ бит!
Кисә кистән бирле, нишләптер, телефоныма күҙ һалмағайным шул.
– Бөгөн иртән Лаураның атаһы шылтыратты. Эш телефонына. Мөдирҙе эҙләне. Ә ул – Төркиәлә.
– Нимә булған? – тип, ҡыҙҙарға ҡараным, ауыр уйҙарымды бүлеп, был ҡайғылы хәбәргә күнергә, уны зиһенемә һыйҙырырға теләнем.
Нимә булғанын ҡыҙҙар ҙа белмәй ине. Лаураның атаһы күп һөйләшеп тормаған. Адресын әйткән дә бөгөн сәғәт ун икелә алып сығасаҡтарын хәбәр иткән.
Быныһы ла башҡа һыймай. Нишләп былай ашығыс? Йәшен йәшәгән, ашын ашаған кеше булһа бер хәл. Телдермәйҙәрме, сәбәбен асыҡламайҙармы икән ни? Улы, Альберты быға ризамы?
Ҡыҙҙар ҙа аптырашып ултыра.
Ҡулға телефонды алып, номерҙарын эҙләмәксе булдым. Тик, ни ғәжәп, улар ситтән тороп булһа ла яҡын таныштарыма әйләнеп бөтһәләр ҙә, миндә бер бәйләнеш тә юҡ икән. Миндә булмағас, бүтәндәрҙә лә юҡ инде ул.
– Адресы нисек? – тинем зиһенем тарҡалып.
– Өмөт урамы, 217-се йорт.
– Бәй, нишләп ултырабыҙ, ҡыҙҙар! – тип һикереп торҙом. – Был бит Черниковкала! Туҡтағыҙ әле, Лаура Черниковкала йәшәй инеме ни?
– Әллә... – тиеште бүлмәләштәрем. – Һорағаныбыҙ юҡ ине бит.
Эйе шул, һораған юҡ ине. Нисектер, ҡунаҡҡа-фәлән дә барылмаған, осраҡлы рәүештә лә юл төшмәгән.
– Былай ултырыуҙан мәғәнә юҡ. Әйҙәгеҙ, йыйынайыҡ тиҙерәк, – тинем, инициативаны үҙ ҡулыма алып.

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 7-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: