+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
13 Август 2019, 17:07

«Хоҙайыма шундай рәхмәтлемен миңә изге яҙмыш яҙғанға»

Тәнзилә Дәүләтбирҙина Яҙыусы, драматург, журналист, ете китап авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһенең төбәк этабы еңеүсеһе, Төркиәнең «Хәҙерге сәнғәт» журналының Ҡайғысуз Абдал исемле премияһы лауреаты. БР Урман хужалығы министрлығының әйҙәүсе кәңәшсеһе Тәнзилә Дәүләтбирҙина ошо айҙа үҙенең матур юбилейын билдәләй. Шағирәгә ижади уңыштар теләп, уҡыусыларға уның шиғри шәлкемен тәҡдим итәбеҙ.

Киләсәкте уйлап
Төшкә генә бер мәл инер әле
Дер һелкетеп ерҙә йөрөгәндәр.
Балаң кәрәк булыр, һәҙәп төшөп,
Ҡуйыныңа елдәр өргәндә.
Бәлә булыр төймә тағыуҙары,
Еп табалмаҫ энә күҙәүен.
Мыжыҡ ҡарттай ҡолаҡ итен ашар
Серәкәйҙәр менән күгәүен!
Асһам ине ҡартлыҡ ҡапҡаларын
Ирем менән генә бергәләп.
Булһын тағы энә күҙләр ҡыҙым,
Көрәк һаплар улым эргәлә!
Бәпембә
Кәкүк саҡыра. Саҡ-Суҡ илай.
Һунарға сыҡҡан талпан.
Май ҡояшы ҡурған ерҙәр
Тапалып, булған талҡан.
Бәпембә генә бирешмәй,
Күтәргән дә әләмде,
Эйәртерҙәй булып бара
Үҙ артынан ғаләмде.
Бәпәйем, тип һәр береһенә
Күҙ нурын сәсә Ҡояш.
Уның ҡыҙыу устарынан
Бәпембә сәсен ҡоя.
Был сәскәнең ғүмере ҡыҫҡа,
Ҡыҫҡа еңеү осоро.
Уның һуңғы сәс бөртөгөн
Елдәр йөрөй осороп.
Яулыҡлы тауҙар
Тауҙар яурынына алһыу яулыҡ
Һалып ҡуя Ҡояш таң атҡас.
Шул уҡ яулыҡ үрҙе тағы биҙәй,
Көн мунсағын эңер тағатҡас.
Төн тауҙарҙың шунан күҙен быуа,
Ҡара ебәк таҫма бәйләй ҙә.
Шуны белмәй, уны шат йондоҙҙар
Төнө буйы күккә әйҙәйҙәр.
Ҡояш сискәс ҡара таҫмаларҙы,
Тау йылмая, йырып теш-ташын.
Шунан трактор йүгереп менеп китә,
Күрһәткәндәй таңдан эш башын.
Балан
Көҙгө иртә. Муйыл тәҙрә сиртә,
Япраҡтарын ҡурған сал ҡырау.
Йәш баландың һуттан һытылыуы
Әллә өлгөрөү, әллә ҡанһырау.
Уның суғым, тығыҙ тәлгәштәрен
Ҡоштар суҡып, йолҡоп кинәнә.
«Ҡотҡарығыҙ, емеш ауыр», – тиеп
Күҙгә ҡарап балан инәлә.
Күнәк-күнәк емеш тиреп алғас,
Балан йәйрәй, рәхәт кирелеп,
Әле генә яурын эйек ине,
Киткәнендәй кемдер гер элеп.
Баланы ла хатта бала кеүек,
Мохтаж һинең ихлас ярҙамға.
... Хоҙайыма шундай рәхмәтлемен
Миңә изге яҙмыш яҙғанға.
Ғүмер
Яҡтыкүл шифаханаһында
Был донъяла ҡунаҡ ҡына
Икәнлекте беләбеҙ.
Ә шулай ҙа үтмәҫ бысаҡ
Менән йәнде теләбеҙ.
Ҡәҙерҙәрҙән йәбер артыҡ,
Хаттин ашҡан яуызлыҡ.
Ҡыҫҡа ғүмерҙә уларға
Табып булмай ауыҙлыҡ.
Шифахана. Һәр кем ҡунаҡ.
Һәр кем белә баһаһын.
Һөйләп ҡала бер-береһенә
Һәр бер кеше бар аһын.
Изге хәбәр оҙатып йөрөй
Ҡараңғыға яҡтынан.
Һәр кем тырыша артынан
Ҡалдырырға яҡты дан.
Осрашалар, танышалар,
Тапҡас, аймылышалар,
Ахирәттә осрашырҙай
Булып ай(ы)рылышалар...
Эй ғүмерҙәр... Шифахана
Тәртибе булһа ерҙә
Кеше шауҡымынан кеше
Сырхамаҫ ине бер ҙә!
Читайте нас: