0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
1 Июль 2019, 12:16

Йөрәгемдә ҡояш йәшәй...

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА «Шиғриәтте тойорға ла, шиғри әҫәрҙе һөйләп кенә түгел, яҙып шатлыҡ бүлешергә йә дауаланырға ла кескәй генә саҡтан миңә эйәрә йөрөгән шиғыр һөйләү ғәҙәтем өйрәткәндер, тием. Эйе, хәҙер үҙем дә, тамашасыларым да, офоҡтарым да, үҙ-үҙемә ҡуйған талаптарым да бүтән. Ҡул сапһындар өсөн генә яҙмайым. Шағирлыҡтың асылы – әйтер һүҙең булыу, күргән-кисергәнеңде, тойғандарыңды һөйләп биреү түгел, ә үҙеңсә генә итеп һүрәтләй белеү. Шағирлыҡ шуны аңлаған көндән башланалыр, моғайын», – ти шағирә Ғәлиә Кәлимуллина. Әлеге ваҡытта ул Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә.

Шишмә башы
Таңдан тороп һыуға барҙым әле,
Күптән онотолһа ла был шөғөл.
Көйәнтә ни – килешә иңдәремә,
Һыр бирәһе ҡыҙ ул мин түгел.
Бирешмәйем, бының иңдәрен дә
Донъя баҫҡан икән, тимәһендәр.
Һырлай биреп атлап сығып киттем,
Күҙләһә ни, әйҙә, күҙләһендәр!
Һағындыра шишмә башынан уҡ
Миңә ҡарап баҡҡан ике күҙ.
Ҡорғаҡһыған йәнем терелмәҫме,
Ошо ер бит миңә яҡын, үҙ…
О, ул күҙҙәр!..
Һыуға барған һайын,
Күпме сер һөйләнем мин уларға.
Йөрәк тәңгәлендә бер ҡуҙ яна,
Һүрелмәҫме, тием, һүтелмәҫме,
Һалһам уны ағым һыуҙарға…
Ә ул күҙҙәр
Тәүҙә… тертләнеләр,
Йылмайғандай булдылармы аҙаҡ?..
Бер-беребеҙгә оҙаҡ ҡараштыҡ беҙ,
Оҙаҡ ҡараштыҡ беҙ, бик оҙаҡ…
«Һаумы, хыял?!» – тиһәм, телһеҙ ҡалдым,
Бында ла бит һыуҙар боларған!?
Бынау тал да олоғайып киткән,
Олонона тиклем ҡыуарған.
Мин түгелһәм, нисек түҙерһегеҙ,
Ҡалмаған бит бөгөлөр ерегеҙ?!.
Суп!.. Суп!.. Суп!.. Суп!..
«Батты, тигәйнек, бит,
Төшкән еренә, – тип, – берегеҙ!?»

«Ҡайттым...» – тиеп әйталманым, буғай,
Йылмайғандай иттем яуапҡа.
«Һыу алырға килдем, әсәй менән
Сәйҙәр эсергә тип, сауапҡа...»
Суп!.. Суп!.. Суп!.. Суп!..
Йөрәк тәңгәлендә
Бер ҡуҙ ғына тертләп уятты.
«Һағыштарың ҡалһын, йәнгенәңде
Алып ҡайт!..» – тип, шишмәм оялтты.
«Ҡайттым...» – тиеп әйталманым инде,
Юл алайым төшкән еремә.
Сер һөйләгән теге күҙҙәр ҙә бит
Инмәнеләр минең хәлемә...
Керҙәр сайҡаған урында...
Керҙәр сайҡаған урында
Тирәкте ҡолатҡандар.
Ҡолатҡандармы, ауғанмы –
Йылғаны илатҡандар.
Йылға менән бер йәштәрҙә
Булғандыр әле тирәк.
Ҡолас етмәҫлек ине бит,
Ярына ине терәк...
Ана, хәҙер яр ишелеп
Һибелгән һыу өҫтөнә.
Илай-илай, һыу һыйынған
Тирәгенең өңөнә.
Яр өңөлгән, теткеләнгән,
Йылғаның ярһыуынан.
Терәү эҙләп иңдәренә
Сигенгән ул һыуынан.
Серҙәрем сисер ер ине –
Күп белә ине тирәк.
Ҡолас етмәҫлек ине лә,
Һөйәлергә иң, терәк.
Тирәктең күргән-белгәне
Убылған ер аҫтына.
Ташҡа әйләнеп, һеңгәндер,
Ерҙең ете ҡатына...
Туғандарым менән
Туғандарым менән бергә
Сәй ҙә тәмлерәк.
Өҫтәл һығылып тормаһын –
Табын йәмлерәк.
Ауыр саҡта гел янымда
Үҙ туғандарым.
Йәнемә – ял, иңгә – терәк,
Үҙ булғандарым.
Туғандарым менән бергә
Донъя йәмлерәк.
Туғанлыҡтың йәме шунда –
Беҙ бит – көслөрәк!..
Донъя йөгө
Үҙ-үҙеңә, миңә тоғролоғоң
Бығау инеме ни йәндәреңә?
Хыянатың бер ем генәлер бит
Төҫһөҙләнеп барған төндәреңә?
Ниндәйерәк һуң ул был йәриәң,
Йәндәреңә аҙыҡ түгелдер ҙә?
Әллә ни тиң, ант ит – ышанмайым,
Ул хыянат ҡына үҙ-үҙеңә.
Ҡиблаларың алмашынғас, донъяң
Теүәлләнгән кеүекме һуң хәҙер?
Өҙөлөптәр генә торалармы,
Һәр һүҙеңде итәләрме ҡәҙер?
Өмөт аҡланмай ул – өйрәнелгән,
Өф иткән ер юҡ ул был донъяла.
Бокал күтәргәндә һағыраҡ бул,
Бәхет бокалдары – сың – быяла...
Һағынырмын...
Хушлашаһым килмәй...
Тик йырыңды
Алып китәйемсе үҙем менән.
Һағынырмын...
Килер йәйҙәремде
Көтөп алырмын, тим, түҙем генә.
Тын алышың миңә шундай таныш,
Йәндәребеҙ уртаҡлығын тойҙом.
Быуылып сәсәгәнбеҙ...
Хәтеремдән
Ул көндәрҙе мин дә юйҙым, юйҙым!..
Һүҙһеҙ аңлашайыҡ,
Шып-шым ғына,
Ҡуҙғатмайыҡ иҫке яраларҙы.
Ҡолағыма ғына йә шыбырла
Беләһең бит сара-дауаларҙы.
Ярһымай тор...
Ҡосағыңда саҡта
Бәүет мине, бәүет тулҡыныңда.
Ҡурҡыуҙарым ҡалған...
Яҙмыш мине
Нисә алды икән алҡымымдан?..
Ярһымай тор.
Яйлап ҡына иреп,
Әйләнәйем әле бер тамсыға.
Ошо наҙҙан мәхрүм йөрәк күптән
Ҡоршауҙарҙа йәшәп, эй, талсыға.
Ирейем дә... ҡабат яралырмын
Аҡ томандар булып, моңдар булып,
Күргәндәрем генә ағып китһен,
Үткәндәрҙән ал һин мине йолоп.
Таңдар ата...
Айырылғы килмәй,
Эҫендем дә киттем ҡуйыныңа.
Яна-яна, тәмен белеп һырылам
Миңә тоғро берәү ҡуйынына...
Йә, хуш, Нөгөш!..
Һағынырмын әле,
Йөрәгемдең баҫтың ярһыуҙарын.
Быуылып сәсәүҙәр бит һиңә таныш,
Һиңә таныш һүҙһеҙ яныу зары.
Хушлашаһы килмәй...
Аҡ ташыңды
Бетеү итеп кенә тағайымсы.
Бер тулҡының бигерәк моңло ине,
Серен үҙем менән алайымсы...
Аллаһ әмере
Ҡабырғаларың һыҙлаймы?
Ишелгән бит иңдәрең.
Һыҙланғандарыңды һиҙәм,
Мин бит һаман һиндәмен!..
Һиндәмен. Эйе, шуныһы –
Иң-иң ныҡ һыҙлағаны.
Яраларыңдың ап-аяҙ
Көндә лә ҡуҙғалғаны.
Мең яралы ҡабырғаңмын,
Мин – Аллаһтың әмере.
Ҡабырғаңды ҡәҙерләһәң,
Төшмәҫ ине йәбере.
Яралы ергә наҙ кәрәк,
Йылы кәрәк, им кәрәк!
Дауалай һал, һыҙлауҙарың
Үтә бара төпкәрәк,
Йөрәк тәңгәленәрәк...
Һынауҙар
Муйыл сәскәһенең еҫтәренән
Быйыл иҫермәнем.
Күрмәйерәк ҡалдым,
Күпереп торған
Хистәр кисермәнем.
Һин дә күбегенән аҡ хистәрҙең
Сәсәмәнеңме ни?..
Мин булмағас,
Ап-аҡ донъяларҙа
Йәшәмәнеңме ни?!
Һине һаташтырған мин инем бит,
Сәскәле яҙ булып.
Быйыл бөрөһөн үк муйылдарҙың
Киткән ҡырау һуғып.
Өлгөрмәнек, күрмәйерәк ҡалдыҡ,
Их, шул ҡырауҙарҙы!
Айырым-айырым кисерербеҙ микән
Ҡаты һынауҙарҙы?..
Ожмах ошолор ул
Ожмах ошо микән?..
Йөрәгемдә
Ҡояш йәшәй.
Донъям – нур ғына.
Әй илаһи һиллек!
Күңел – даръя,
Мөлдөрәмә тулы йыр ғына.
Ожмах ошо микән?..
Ҡош юлынан
Йондоҙ төшөп ҡуна яныма.
Күк көмбәҙен асып,
Аҙашмаҫҡа
Хыял элеп ҡуя таңыма.
Ожмах ошолор ул!..
Устарымда
Иҙерәп тә генә Ер йоҡлай.
Ер йоҡоһон
Ҡәләм осондағы
Йыһандарҙан тамған йыр һаҡлай.
Ҡояш сығыштары – байыштары...
Йәйҙәрҙән дә күпте көтмәйем мин,
Төпһөҙ хыялдарҙан өмөт өҙҙөм.
Офоҡтарҙа шәфәҡ балҡығанда,
Күләгәһен күрәм инде көҙҙөң.
Эңер юллап байып барған ҡояш,
Әүрәтергә уйлап, әйҙәйҙер ҙә...
Ҡәҙерлерәк ҡояш сығыштары
Төнө ымһындырмай был йәйҙәрҙең...
Төнө ымһындырмай был йәйҙәрҙең...
Ҡояш сығыштары ҡәҙерлерәк.
Ә шулай ҙа ҡояш байышына
Үҙем торайым, тим, әҙерерәк...
Киске шәфәҡ йәнде иретә лә
Донъяларҙы хатта оноттора.
Шәфәҡтәрҙә, тән йәменән бигерәк,
Йәндәр теүәллеге ылыҡтыра.
Эңереңдә йәнең теүәл булһын,
Анау ҡояш кеүек түп-түңәрәк.
Теүәлләргә ҡояш байыштарын,
Түп-түңәрәк кенә донъя кәрәк,
Шәфәҡ кеүек ирер йәнең кәрәк...
Читайте нас: