-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
1 Июль 2019, 18:53

Иҙел солтаны

Айсын АҠБУЛАТОВА Айсын АҠБУЛАТОВА (Алһыу Ишемғолова) – Күгәрсен районы ҡыҙы. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған. Әлеге көндә «Йәшлек» Башҡортостан йәштәре гәзите сәйәси һәм ижтимағи өлкә яңылыҡтары бүлегендә эшләй. Тәүге шиғырҙары, хикәйәләре «Шоңҡар», «Ағиҙел» журналдарында донъя күрҙе. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яҙылған «Таштауҙың аҡ кәмәһе» әҫәре «Шоңҡар» журналының Булат Рафиҡов исемендәге фантастик хикәйәләр конкурсында дәртләндереү премияһына лайыҡ булды. Үҙнәшер менән сығарылған «Ысыҡ тамсыһылай күңелем» тигән шиғри йыйынтығы авторы. Тиҫтәләп шиғырына көйҙәр яҙылған.

ИҘЕЛ СОЛТАНЫ
Тарихи фараз

Гөлсәсәк Иҙел яғына баҡты. Ысын көҙ етте, даръя тарафынан иҫкән ел көндән-көн һалҡыная. Тиҙҙән ҡалаға ҡайтырҙар. Шундай ул дала халҡы – йылдың яртыһын иркендә, йәйләүҙә, үткәрмәһә күңеле булмай. Бына әле лә йәйрәп ятҡан йылғаның тынысыраҡ та, туғай­лыраҡ та урынында уларҙың тирмәләре. Күкһел урман да күренә, күңел ҡалҡыуыраҡҡа тартһа, тауҙар ҙа бар.
Гөлсәсәккә айырыуса бер күренеш оҡшай. Уның хәләле, Оло бүре ҡәбиләһе ханы Бошман, ҡарашын алыҫҡа төбәп, уйҙары менән яңғыҙ ҡалып торорға ярата. Йәш ҡатын уның бындай хәлен сәғәттәр буйы күҙәтергә әҙер. Бошман, йәшкелт-зәңгәр күҙҙәрен ҡыҫа биреп, күҙ иңләй алырлыҡ киңлеккә төбәлә. Ир уртаһы йәштә булһа ла, кәүҙәһе тура, ҡупшы. Яланбаш булһа, һары сәстәре елгә әкрен генә тирбәлә. Үҙе күп ваҡыт уң ҡулы менән һаҡалын һыйпай, һулы иһә билендә була. Башы саҡ ҡына артҡа ташланған. Аяҡтарын кирә биреберәк баҫһа, ҡарап туймалы була ла ҡуя.
Гөлсәсәктең кәләш булыуына әле йыл да тулмаған. Ирен солтандай күреп ихтирам итә, бер һүҙһеҙ буйһона. Үҙен бик бәхетле тойоп йәшәй.
Ханбикәнең әле моңһоуланып, Иҙелгә табан төбәлеп тороуының да сәбәбе бар: сиктәрҙә тыныслыҡ тамам юғалды. Бошмандың яу башына тороуына ла байтаҡ ваҡыт үтте. Хәйер, ҡыпсаҡ батыры йәш кенә егет ҡоронан уҡ ат өҫтөндә, ҡулында – ҡындан һурылған ҡылыс…
Монгол ғәскәренең Ҡыпсаҡ ерҙәрен баҫып ала барыуын көнбайыш кенәз­дәре ҡото осоп күҙәтә. Ҡыпсаҡтарҙы тотош буйһондорһа, Сыңғыҙхан нәҫел­дәре был яҡҡа һә тигәнсә аяҡ баҫасаҡ. Ярай әле, Урта һәм Түбәнге Иҙел буйлап Бошман яугирҙары ныҡ тора. Ҡыпсаҡ далаһын яратҡан Джучи – Сыңғыҙ улы – нисәмә йыл был ерҙәрҙе үҙенеке итергә хыялланды. Хыялы уның балаларына күсте.
…Бошман йәйләүен тупларға, ҡышлауға тиҙерәк ҡайтарырға уйланы. Тынысыраҡ булыр. Йәйләүҙән өс көнлөк юлда нығынған һаҡ яугирҙәре янынан ҡайтышлай шулай уйланы ул. Бығаса ла иле өсөн хәүефле яуҙарҙа ғәскәр башында күп торҙо. Урыҫ кенәздәре менән дә, Хәрәзмшаһтыҡылар менән дә ҡылысҡа ҡылыс һуҡты. Алтынсәсе, өлкән ҡатыны, Болғар ханы Алтынбәктең сая ҡыҙы менән ҡушарлап та бихисап яу сапты. Әле иле өсөн уғата яуаплылыҡ тоя. Ниңәлер күңеле тулай. Ҡайҙан ҡайҙарға һуҙылып ятҡан Дәште Ҡып­саҡтың көнсығыш төбәге көсһөҙләнде. Монгол яуы өҫтәренә баҫып килә.
Ғаиләһе лә ишәйҙе Бошмандың. Ҡартайған әсәһе лә бергә. Олатай булды. 14 йәшлек Исмәғиле үҙе менән ғәскәрҙә. Керпек елпеп тә өлгөрмәҫ, башҡа улдары ла ҡушылыр. Әле сәңгелдәктә ятҡан сабый ҡыҙын сикте нығытыр өсөн берәй кенәзгә лә биреп ҡуйыр, бәлки. Йәш ҡатыны, Гөлсәсәге лә вариҫ бүләк итер. Шундай ул ырыу башының яҙмышы: күп йыл алдан киләсәккә бағыр кәрәк.
Дала саңын борҡотоп ҡайтып килгән ханды йәйләүҙәгеләр алыҫтан уҡ күрҙе. Бошман атынан төшөр-төшмәҫтән, бер һыуһын ҡымыҙ килтерҙеләр. Тирмә­һенән сулпыларын сыңҡылдатып Алтын­сәс сыҡты, бер яҡтан йыйырсыҡлы йөҙөн балҡытып әсәһе ыңғайланы. Сыр-сыулашып балалар яҡынлашты. Оҙон толомон ҡушуслап тирмәһенән Гөлсәсәк сығып баҫты. Бошмандың уларҙы күреп, күңеле болоҡһоно. Тыныслыҡтан яҙҙылар...
Хан ярҙамсыларын саҡыртып, һәр береһенә фарман биргәс, тәүҙә – әсәһенә, унан Алтынсәскә инде.
– Ҡара яу яҡынлаша. Ҡалаға ҡайтығыҙ. Йорттағы һаҡсылар һанын арттырырға кәрәк булыр. Һиңә өйрәтергә түгел, Алтынсәс. Һин – минең менән яу сапҡан батыр ҡатын, дошман ғәскәренән нисек һаҡланырға икәнен яҡшы беләһең, – Бошман ханбикәһенең тап ул әйткәнсә эшләренә тамсы ла шикләнмәй.
– Мин дә барайым яуға. Әлегәсә күҙҙәрем үткер. Йәйә-янымды ла нисек тоторға онотмағанмын. Өләсәй булһам ни… – Алтынсәстең күңеле лә ил именлеге өсөн борсола. Был сифаты уның ҡанында. Ил башы ҡыҙы, ил башы ҡатыны шул.
– Бик хәүефле был юлыбыҙ. Исмәғил, Гөлсәсәк минең менән ҡала. Башҡалар – һинең яуаплылыҡта. Әсәйҙе лә ҡара, оҙон юлды һыҙланмай ғына үтһен, – Бошман, Алтынсәс ниәтенән кире ҡайтһын өсөн, тауышына бойороҡ ғәләмәте сығарҙы. Әсәһен иҫкә алыуы уның ҡәтғилеген дә белдерә. Әсә тигәндә бер ниндәй ҙә ҡаршы өндәшеү, тыңлашмау юҡ ҡыпсаҡтарҙа. Бошмандың атаһы Аҡоба-Аҡман хан былтыр баҡыйлыҡҡа күсте. Әсәһе – хан ҡарамағында.
…Бер нисә көндән бушап ҡалған йәйләү урынында Бошмандың ҙур һанлы ғәскәре тора ине. Ырыуҙаштарынан ғына түгел, башҡа ҡәбиләләр, халыҡтар вәкилдәренән тупланған яуҙаштарына Ҡыпсаҡ ханы ҡулын һелтәй-һелтәй һөйләй. Нисек булһа ла монголдарҙы бынан кире борорға! Юҡһа, Ҡыпсаҡ далаһына ҙур хәүеф янай!
Монголдар был тарафҡа күптән күҙ һалды. Улай ғына ла түгел, һөжүм итте. Күп яу үтте, ерҙәр таланды, халыҡ ҡырылды. Ҡалалар емерелде, малдарҙы һәм кешеләрҙе ҡыуып алып киттеләр, сиктәр бөтөнләй үҙгәрҙе. Илдәре лә саҡ-саҡ ҡына йәшәп ята. Күп ырыу башлығы, башҡа сара тапмағанлыҡтан, Сыңғыҙхан нәҫелдәренә үҙ ирке менән ҡушылыуҙы хуп күрҙе. Ҡыпсаҡтарҙы оҙайлы һуғыштар бик ялҡытҡайны. Шулай ҙа монгол яуына ҡаршы сығыусылар етерлек. Байтаҡ ырыуҙар тамам көсһөҙәйеп, бүтән яҡтарға ҡасты, ә бәғзеләре тирә-яҡта батыр тигән даны сыҡҡан Бошманға килеп һыйынды. Уның отрядтарын диңгеҙгә яҡын Иҙелдең ике яғында ла, Яйыҡ буйлап та, Урал тауҙары башланған ҡырҙарҙа ла осратырға була. Әммә ҡыпсаҡтарҙы ҡабаттан туплап алыу мөмкин түгелдер шул. «Их-х, илем, илем, иңләһәң, көндәр етмәҫлек, йәшәһәң, йәшәп туймаҫлыҡ инең дә бит…» – Бошман күңеленән ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлап, яугирҙәренә һуңғы тапҡыр фатиха биргәндәй мөлдөрәп ҡараны. Яу башлығына бындай ҡараш килешмәй, әлбиттә, тик хан башҡаса булдыра алманы. Ҡара яу ине монголдар менән алыш, ҡара яу…
Ә Гөлсәсәк, алыҫтан ханын күҙәткән бикә, Бошмандың йәшкелт күҙҙәрендә өмөт тә, үкенес тә күрҙе. Ебәк күлдәген яугир кейеменә алмаштырып өлгөргән йәш ҡатын, иренә күптән әйтә алмаған һөйөнөслө хәбәрен еткермәй торорға булды. Юҡһа, уны ла Алтынсәс кеүек ҡалаға ҡайтарып ебәрер. Был көндәр тиҙҙән уҙыр, һуңынан ҡыуанды­рырмын, тип уйланы. «Сер»ен яратып ҡуйҙы: түҙәйек, йәме.
* * *
Монгол ғәскәре башлығы Мәнгү, иҫе китеп, Ҡыпсаҡ биләмәләренә ҡарап тора.
– Көнбайышҡа бер аҙым ҡалды. Бошман хан беҙҙән оҙаҡ ҡасып йөрөй алмаҫ, – янында торған ҡәрҙәше Бүсеккә өндәште ул бер талай киңлекте байҡағас.
– Ҡасып ҡына йөрөһә, беҙҙең бөркөттәр тиҙ эләктерер ине лә. Ҡыпсаҡ ханы яман ҡаршылыҡ күрһәтә бит, – тип яралы битен һыйпаны Бүсек.
– Башыңды эйергә ашыҡма. Тотһам, ул Бошманды һиңә бирермен. Яраң өсөн туйғансы үс алырһың. Ҡыпсаҡ ҡылысы үткер шул. Мә, – Мәнгү ҡустыһына ҡылыс һондо, – теге яуҙа бер батыр­ҙарынан ҡалғайны.
– Һо-о, ҡыпсаҡ ҡоралы ҡыпсаҡҡа ҡаршы бара! – Бүсек яугир ҡысҡырып көлдө лә ҡапыл асыулы тауыш менән өҫтәне. – Бөгөн! Ошонда! Дәште Ҡыпсаҡтың һуңғы көнө!
– Барыһы ла Күктә хәл ителә, – Мәнгү хан доға ҡылды.
Монгол ханы оҙаҡ эҙәрлекләне Бошманды. Ҡыпсаҡ иһә уның ғәскәрен шаҡтай һирәгәйтеп, эҙ яҙлыҡтыра торҙо. Ярһығандан ярһыны Мәнгү. Бошман ҡыпсаҡты тотоу хәҙер уның намыҫ эше. Бер яҡтан, был ҡаһармандың яу тәртибен дә белгеһе килә. Монгол ғәскәренә шундай аҡыллы уҙамандар бик кәрәк. Тик тотолмай бит! Берәй ҡыпсаҡ хаинын тапҡанда, ә?!
Мәнгү бер төркөм яугиргә ҡыпсаҡ йәйләүҙәрен байҡарға ҡушты. Өс көн тигәндә ебәргән кешеләренән берәүһе ахмайылға төшөп ҡайтып етте. Ҡалғандары ғәйеп булды. Хәлдән тайған яугир үлер алдынан әйтеп өлгөрҙө шулай ҙа:
– Бошман Иҙел эсендәге утрауҙа булыуы ихтимал…
Монгол ханы көлөмһөрәне:
– Һатлыҡ йәндәр ҡыпсаҡта ла табыла, эҙләһәң. Тик Иҙелдең ҡайһы ерендә һуң утрау? Даръялай йылғаның?
Мәнгү был осрашыуға ентекле әҙерләнде. Өҫтәмә ғәскәр саҡыртты. Бормаланып, көҙгө ямғырҙарҙан һуң һыуы тулып алҡынып аҡҡан йылғанан диңгеҙгәсә 200 карап төшөрҙө. Һәр карапҡа баштан-аяҡ ҡоралланған йөҙәр кеше һыйҙы. Караптар Иҙел буйлап аҡты. Ғәскәр башлығы үҙе бер төркөм менән яр буйҙарын ҡыҙырҙы.
Юҡ, Мәнгү үлтермәйәсәк был ҡыпсаҡты. Валлаһи-биллаһи, йәшерен серле көскә эйә Бошман хан тигәндәре. Әгәр ҡулға төшөрһәләр, ул монголдарға көнбайышҡа ҡапҡа буласаҡ. Бошманды тоттониһәк, тимәк, Ҡыпсаҡ далаһының бер ҡанаты һынды тигән һүҙ. То-та-саҡ! Юҡҡамы ни ул был яҡтарға 20 мең яугире менән килде?!
Монгол ғәскәре башлығы үткән бер яуҙы иҫләне. Ҡыпсаҡтар үҙ ерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн йәнтәслим алышты. Һуғыш тактикаһы иң хәйләкәре, иң камилы һаналған монгол ғәскәре яугирҙәре байтаҡ ҡырылды. Башта унлап-иллеләп кенә күренгән ҡыпсаҡтарҙың береһе «Урат, ура» тип ҡысҡырыуы була, оран тиҙ арала әллә ҡайҙарға тарала ла һыбайлы ғәскәр килеп тә сыға. Унан уҡтар оса. Мәнгү оҙаҡ ваҡыт ҡолағында сыңлаған шул «ура» оранын онота алмай йөрөнө. Хатта һөжүм иткәндә үҙе лә күңеленән шуны ҡабатланы. Һәм еңеүҙәре лә булды. Әле иһә ошо һүҙ менән ул Бошман ғәскәрен юҡҡа сығарырға тип килде.
…Ә Бошман хан, ысынлап та, Иҙел түбәнендәге утрауҙарҙың береһендә ине. Яугирҙәрен дүрт тарафҡа урынлаштырҙы ла, үҙе күп яуҙа һаҡланып ҡалған утрауына йөҙөп сыҡты. Өс кенә кәмәлә килделәр. Иҙелдең бөгөллө бер урынында ул утраусыҡ. Исемһеҙ хатта. Ярҙан күренер-күренмәҫ. Тыныс. Тик бөгөн ниңәлер аҡсарлаҡтар ғына тауышлана. Йылы яҡтарға юлланыуҙарын хәбәр итәләрме, дауылдан иҫкәртәләрме? Кәйелеп-кәйелеп осалар ҙа, Иҙелдән һыу эскәндәй, тулҡындарға бәреләләр. Тауыштары йөрәккә үтеп инә. Яралы яугирҙең һуңғы оранымы ни?!
«Яу, яу, һуғыш, үлем… Ниңә хатта ябай ҡоштоң осошон да һуғыш менән бәйләйем һуң?» – хан, буталсыҡ уйҙарынан арынырға теләп, Гөлсә­сәгенең гүзәл йөҙөнә баҡты.
– Сәсәгем, яу шундай була. Ауыр. Хәтәр. Алтынсәс ханбикәләргә кәрәкле холоҡ-фиғелде ошондай яуҙарҙа ла үҙләштерҙе. Ҡатын-ҡыҙ яу күрергә тейеш. Һеҙгә бит яугир, яу башы, хан үҫтерәһе, – Бошман йәш ҡатынының нәфис бармаҡтарын һыйпаны.
– Беләм, солтаным, мин һинең иң яугир ҡатының буласаҡмын. Һинең уландарыңдың даны, исеме алыҫтарға таралыр, илебеҙ сиген үтер, алы-ыҫ киләсәктә лә беҙҙе иҫкә алырҙар, – Гөлсәсәкте Бошман көлөп туҡтатты:
– Солтаным тимәһәңсе…
– Һин – минең донъямдың солтаны. Йәйрәп ятҡан Иҙелебеҙ солтаны. Һине ошондай яу мәлендә лә шатландырғым килә, – Гөлсәсәк Бошмандың битенә үрелде, сикәһен һыйпаны. Тик бер нәмә лә әйтеп өлгөрмәне, алыҫ ярҙан хәүеф билдәһе күренде.
Хан ҡатынын утрау төпкөлөнәрәк әйҙәне. Ҡуйы ағаслыҡта текләп ҡарағанда ла күренмәҫлек итеп ҡыуыш ҡоролғайны. Гөлсәсәкте шунда индерҙе. Ҡыуыштан арыраҡ йәшерен соҡорҙарға ике һаҡсыһын ҡалдырҙы.
– Солтаным, солтаным, мин, мин… – ти башлаған ҡатынын һурып үпте лә хан ҡалған яугирҙәре менән кәмәһенә йүнәлде. Гөлсәсәк, өҫтөндә шыптырлаған япраҡтарға күҙ йәше аша ҡарап, ултырып ҡалды.
Теге яҡ ярҙа монголдар баш бирмәҫ ҡыпсаҡтар менән тиңһеҙ алыш баш­лағайны инде. Бошман ярға сығып өлгөрмәне.
Иҙелдә көслө ел сыҡты. Тулҡындар бер-береһен ҡыуышып уйнаны. Хатта яр буйында ағастар ергә тейә яҙып, тейә яҙып бөгөлөштө. Туптарға ойошоп баяғы аҡсарлаҡтар ҙа юҡҡа сыҡты. Гүйә, улар, был тынысһыҙлыҡты һеҙгә ҡалдырабыҙ, кешеләр, тигән кеүек, хушлашып китте.
Был ваҡытта утрауҙан һәм ярҙан ике хан бер-береһенә төбәлгәйне. Монгол ханы түҙемһеҙләнә – Бошманға иң тәүге булып бығау кейҙергеһе килә. Йөҙөп кенә сығыр ине, янында кәмәһе юҡ. Ә Бошмандың кәмәһе бар, ҡотолор әмәле юҡ.
Шул саҡ Иҙел яман үкерҙе, хатта ки дауыл уның һыуын ҡайҙалыр алып китте. Ғәләмәт ҙур бер януар йоттомо ни! Мәнгүнең аяҡ аҫтындағы таш шыптырҙаны, балыҡтар һикереште.. Бына Күктәрҙең мөғжизәһе! Бошман яғына тиҙерәк барып етергә ынтылған монгол ханы Иҙелдең уртаһына төшөп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Утрауға табан һыу, ысынлап та, бик кәмегәйне. Кисеп кенә сыҡмалы. Мәнгү һыбайлылары Бошман янына бер нисә секундта барып етте. Ҡыуанысынан Мәнгү хандың күҙенә ҡан һауҙы. Ҡыпсаҡ ханы янындағы һаҡсыларҙы шундуҡ тураҡлап ташланылар.
Ул, Сыңғыҙхан ейәне Мәнгү, күптән еңергә хыялланған дошманы менән күҙмә-күҙ ҡарашып тора! Арала осҡон сәсрәй, туп шартлаймы ни! Ниһайәт, монгол ханы телгә килде:
– Бошман! Башыңды эй! Буйһон!
– Мин – хан. Башым эйелмәй. Яуҙа баш эйһәм, мин нисек илемдең ханы булып ҡала алам? Үлемең мең артыҡ.
– Бошман! Тубыҡлан! Ғәфү итермен. Һинең кеүектәр монгол иленә бик кәрәк.
– Тубыҡланырға мин һиңә дөйә түгел.
– Төмән бирәм, – Мәнгү үҙенең нимә вәғәҙә иткәнен дә аңламай ныҡышты. Тотҡон көлөмһөрәне генә.
– Мине үҙең үлтер, хан!
Мәнгү Бошмандың был үтенесен, бәлки, үтәр ҙә ине. Ни тиһәң дә, хан тиклем хандың йәнен алыу маҡтаулы эш. Тик Бошмандың был теләге ҡанһыҙ үлемде аңлата. Ышаныу буйынса ундай үлем ҡабат терелеү мөмкинлеге бирә. Ҡан түгелһә иһә йәнең мәңгегә алына. Монголдарға көнбайышҡа юлды тотҡарлаусы, етмәһә, Мәнгү ғәскәрен аяуһыҙ ҡырыусы Бошманға нисек йомшаҡлыҡ күрһәтергә? Юҡ, әсир хан кеүектәр монгол ҡаршыһына ҡабат сығырға тейеш түгел.
Шул саҡта Бошмандың тыныс тауышы яңғыраны:
– Хәҙер ел тынһа, һыу ҡабат тула. Ярға сығып өлгөрөргә кәрәк, яугирҙәрең батып әрәм булыр.
Мәнгү шаҡ ҡатты. Кем был ҡыпсаҡ?!
– Күктәрҙә шулай яҙылған. Беҙ балыҡ түгел, ә кеше. Батабыҙ ҡайһы саҡ. – Бошмандың һуңғы һүҙҙәре булды был.
Мәнгү ҡәрҙәшенә әйткән һүҙендә торҙо: Иҙелдән сыҡҡас, тотҡондо Бүсеккә бирҙе. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙенең ҡулы ла бармаҫ ине. Ә Бүсек – ҡанһыҙ. Ағаһынан алған ҡыпсаҡ ҡылысын бер-ике генә һелтәне. Бошман хандың ҡаны ҡойма ямғыр менән ҡушылып, ергә һеңде, кәүҙәһе урталай ярылды.
Был ваҡытта утрауҙан ярға Гөлсәсәк төбәлгәйне. Лысма һыу булған, ирендәре күгәргән. Үҙе бер үк һүҙҙе ҡабатлай:
– Солтаным, солтаным, бәпесебеҙ буласаҡ…
* * *
Ҙур эш башҡарған Мәнгү ғәскәре ярҙан алыҫ китмәй генә туҡталҡа яһаны. Хан Бошмандың кәүҙәһен күмергә ҡушты. Йонсоған, күшеккән һуғышсылар мәйетте алыҫҡа алып китмәне, арлы-бирле соҡор ҡаҙып төшөрҙө лә, өҫтөнә кәҫле, батҡаҡлы тупраҡты тигеҙләп ҡуйҙы. Ҡыпсаҡтар был хандарының ҡәберен дә белмәйәсәк. Дәште Ҡыпсаҡты ла тарҡатыуы еңел хәҙер.
Мәнгү менән Бүсек ғәскәре әсир төшкән ҡыпсаҡтар менән артабан йүнәлде. Тотҡондар араһында Бошмандың улы Исмәғил дә бар ине. Юҡ, ҡылыс күтәрелмәне уға. Малайҙы монгол ханы үҙенә алды.
Ә артабанғы тарих сәсәндәр теле менән таралды.
Бошман нәҫеленең бер төркөмө быуат ярым Ҡырымда йәшәгәндән һуң, Һөйөн хужа Сәңкем менән Көньяҡ Уралға ҡайтты. Бында уларҙың ырыуҙаштары күптән йәшәй ине инде. Батыр бабалары Бошман хандың да ҡәбере тәрбиәле тора.
Теге алыҫ йылдарҙа, 1238 йылдың октябрендә, Иҙел утрауында ҡалған Гөлсәсәк ханбикә монгол ҡылысынан ҡотола алған ҡыпсаҡтарҙы йыйып, Бошмандың кәүҙәһен алып, Яйыҡ йылғаһы аръяғынан башҡорт ырыуҙары төйәгенә юлланғайны. Дала бөтөп, Урал тауҙарының яңы башланып ҡына торған ерендә, ханға ҡабаттан йәсин сығылды. Ҡәбер ташы яҙыуы ябай ине: Солтаным. Һижри 636, сәфәр. Алтын Урҙа хакимлығында был ҡәбергә әллә ни иғтибар итмәнеләр. Әҙме ни Солтан исемле кешеләр…
Көньяҡ Урал итәктәренең береһендә Солтан тауы бар. Уның тәпәш түбәһендә ап-аҡ таштың осо ғына сығып тора ергә. Яҙыуы күптән ер аҫтында ҡалған. Башҡорт ҡыпсаҡтары төйәгендә тыныс ята Бошман батырҙың – Оло бүренең һуңғы ханының һөйәге.

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.
Читайте нас: