+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
6 Июнь 2019, 16:49

Өҙөлмәҫ моң

Гөлдәриә ЙОСОПОВА Әлегәсә шиғырҙары менән таныш тележурналист Гөлдәриә Йосопова сәсмә әҫәрҙәр яҙыуҙа ла ҡәләмен һынай. Уның «Бала саҡ татлы булһын» хикәйәһе «Бөйөк Еңеү геройҙары» Бөтә Рәсәй әҙәби конкурсында финалға сыҡты.

Диплом, маҡтаулы билдә алды. «Башҡортостан ҡыҙы» уҡыусыларына тәҡдим иткән был хикәйәһен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, диктор Әхәт Мортазин радио фондында уҡып ҡалдырған. «Әҫәремдең геройы, прототиптары – ауылдаштарым. Булған хәлгә таянып яҙылған хикәйәмдә мин уларҙың исемдәрен дә үҙгәртмәнем. Балалары уҡып шатланды. Мине һәр ваҡыт һуғыш темаһы, яу йылдарында айырым кеше яҙмыштары ҡыҙыҡһындырҙы. Геройҙарҙың беҙҙең арала, ғаиләлә, күрше йортта, урамда, ауылда йәшәүен аңланым. Киләсәктә шулар тураһында күберәк яҙғым килә», – ти автор.

Өҙөлмәҫ моң
Хикәйә
Өҫтә – ап-аяҙ күк. Ҡояш иркәләй. Ҡайҙандыр ҡоштар һайрағаны ишетелә. Ә Миңлеәхәт ғаиләлә быуындан-быуынға күскән ҡурайҙа тын ғына бейеү көйөн һыҙҙыра. Төшкө ашҡа башҡаларҙан иртәрәк туҡтаған егеттең кәйефе күтәренке. Күп тә үтмәй, иптәштәре уның ҡыҙыу көлдә тәгәрәткән картуфын тәмләргә йыйылыр, ҡыҙҙар шаярып ҡына бейеү көйөнә әйләнеп алыр... Араларында бер Алмабикә генә оялып ситтә баҫып торор... Тик ниңә? Ниңә һуң бөгөн ҡулына алыу менән көй башлаған ҡурайы уны тыңламаған кеүек? Улай ғына ла түгел, ҡулдарынан төшөп китеп аптырата. Бер мәл һул ҡулы ныҡ итеп һыҙлай башланы... Ә ҡурайы... Ҡурайы әсенеп-әсенеп һыҙғырғандай тойолдо.
...Тап шул мәлдә Миңлеәхәт күҙҙәрен асып, үҙенең Ашҡаҙар буйҙарынан бөтөнләй ситтә булыуын аңлап ҡалды. Әкренләп аңына килә башлаған һалдат һуңғы көндәр ваҡиғаларын бер-бер артлы күҙ алдына килтерҙе. Бына отряд командиры уға һәм фашист тылына разведкаға ебәрелгән тағы ла ике иптәшенә уларҙың бурыстарын аңлатты. Хәрби задание дошмандың сигенеүен тәьмин итеүҙә ярайһы ғына уңыштарға ирешкән ҡыҙылармеецтарҙы тағы ла дәртләндереп ебәрҙе. Ыжғырып барған танк алдынан килеүсе дошман һалдаттары засадала улты­рыусы егеттәрҙе һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә разведчиктар дошман төркөмөн һөжүм утына алды һәм штабҡа «тел» менән әйләнеп ҡайтты. Ошо операциялағы сослоғо һәм башҡа батырлыҡтары өсөн 3-сө дәрәжә Дан ордены Миңлеәхәтте һуғыштан һуң ғына эҙләп табасаҡ. Ә әлегә часҡа әйләнеп ҡайтыусы һалдаттарҙан яуыз дошмандың көткәндән дә мәкерлерәк булып сығыуы хаҡында ишетте. Ставканың Ленинград оборонаһын өҙөп, бөтә фронттарҙа ла контратакаға күсеү ниәте менән ойошторолған бер нисә операцияһы уңышһыҙ тамамланды. Шуға ҡарамаҫтан, Миңлеәхәттең яуҙаштары бер генә минутҡа ла фашистарҙың сигенәсәгендә шикләнмәне. Бөгөн иртән дә улар яуға ошондай уйҙар менән күтәрелде. Дошмандар көтмәгәндә самолеттарҙан бомбалар ырғыта башлағас та, бер кем дә юғалып ҡалманы.
– За Родину! За Сталина! – яҡында ғына бер-бер артлы бомбалар шартлағанда ла, һалдаттар ошо һүҙҙәрҙе ҡабатланы. Бер-нисә минуттан бөтәһе лә тынды. Миңлеәхәт аңын юғалтты...

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.
Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 5-се (2019) һанында уҡығыҙ.


Читайте нас: