Бала кеүек саф, эскерһеҙ,
Китеп барҙың был донъянан,
Яуға киткән йәп-йәш һалдаттар.
Күк йондоҙҙар төҫлө һибелделәр
Ғәзиз илкәйҙәрен һаҡларға.
Яуға киткән йәп-йәш һалдаттар.
Ҡалҡан булып дошман юлын киҫте
Кескәй сәскә, нескә һабаҡтар.
Яуға киткән йәп-йәш һалдаттар.
Үҫмер генә ғүмерҙәрен өҙгән
Батырҙар тик ҡайтмай ҡабаттан.
Яуға киткән йәп-йәш һалдаттар.
Иҫкә генә беҙҙе алығыҙ, тип,
Һәр яҙ сәскә ата һымаҡтар.
Беҙ күнегеп бөткән ғәҙәти хәл –
Яҙын ҡабат ҡоштар ҡайтыуы,
Ә уйлаһаң, оло мөғжизә бит
Тыуған ерҙең шулай тартыуы.
Тик елгә хас ныҡышмаллыҡ менән
Беҙ аңламаҫ тылсым менән ҡоштар
Осор юлдарын бит табалар.
Ошо кескәй генә ҡоштар өсөн
Биләмә бит тотош Ер шары,
Тәбиғәттең бөйөк көсө менән
Тағы ҡайта беҙгә ҡош йыры.
...Бары һинең менән минең ара,
Ә артабан, гүйә, тормош юҡ,
Нисә йылдар инде һөйөүҙе лә
Бикләп ҡуйыр өсөн тырыштыҡ.
Ана, ҡоштар, донъя буйлап осоп,
Һөйөү моңон ихлас тарата,
Улар белә беҙ белмәгән серҙе,
Йыуатмасы мине, көҙгө япраҡ,
Осоп киткән саҡта торналар,
Мин үҙемде ғәфү итмәҫ инем,
Йыуатмасы мине, көҙгө япраҡ,
Көҙөн күшеккәндә сәскәләр,
Мин үҙемде ғәфү итмәҫ инем,
Йәйҙәгесә хуш еҫ сәсһәләр.
Йыуатмасы мине, көҙгө япраҡ,
Мин йырсыһы түгел миләштең.
...Яҙҙың тик минеке булмауына
Күптән инде, күптән килештем.
Сәнскеле гөлдәр... Сәйер улар
Тик үҙҙәре белгән сер менән.
Эш бүлмәмдә тәҙрә төбөндәге
Кактус хайран итте бер мине.
Тыуған көнөм ине. Илле йәшем.
Эшкә килһәм, атҡан ал сәскә!
Ә был кактус тик бер сәскә ата
Гөлдәр генә түгел, сәйер донъя:
Бына миңә тулды илле йәш,
Ә ҡайҙалыр йәш ҡыҙ һөйөүенән
Түгеп ултыралыр ҡайнар йәш.
Ҡайҙарҙалыр әле һаман йәйҙер,
Ә ҡайҙалыр ҡомһоҙ ҡараңғылыҡ
Бәндә ғүмерҙәрен киҫәлер.
Тик быларҙы ҡайҙан белә кактус,
Нисек һиҙгән минең байрамымды,
Минең күңелемдең һағышын?
Үҙенең дә гүзәл мәле менән
Бүлешкәндә тыуған көнөмдә
Ул, моғайын, ихлас ынтылғандыр
Бәхет ҡабынһын, тип, йәнемдә.
Тик бер тапҡыр сәскә атыр кактус...
Тик бер тапҡыр булыр мәлдәр бар,
Һәр кемдең дә йөрәгендә улар
Һис бер ҡасан һүнмәҫ шәмдәлдер.
Йыр кеүек бит һәр ауазың,
Ҡолон кеүек, себеш кеүек,
...Һәр ғүмер өлөш ҡалдыра,
...Тамаҡ туҡ та, тик намыҫым
Һәр яңы көн бер ғүмерҙәй,