+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
14 Май 2019, 14:10

«Кеше йәнле» кеше

Рәлис УРАҘҒОЛОВ Рәлис Ураҙғолов Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылында тыуып үҫкән. Тыуған яғынан һис айырылмаған ул: Өфөгә йөрөп эшләп, ҡала тормошонда ҡайнаһа ла, журналист булараҡ та, прозаик булараҡ та ижады тулыһынса ауыл тормошона арналған, ер яҙмышына бәйләнгән. Һеҙгә тәҡдим ителгән ошо хикәйәһендәге төп геройы, «Аслыҡ» романы, башҡа повесть, хикәйәләрендәге һымаҡ уҡ, ауыл кешеһе. Рәлис Ришат улы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республика журналистарының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты.

«Кеше йәнле» кеше
Хикәйә
Ауылдың ситендә генә бәләкәй йорт бар. Бөгөнгө бейек, тимер ҡоймалы урам өйҙәре рәтендә һис булмаған ул. Нигеҙе ҡоролғандан алып ситтә торһа ла, колхоз заманында бында ауыл халҡының күпмелер өлөшө үҙе «күсеп» килгәндәй ине: йәйен ырҙын табағы гөрләп торҙо, арыраҡ урынлашҡан фермаға, трактор паркына юл шуның ихатаһы аша һуҙылды. Ҡышын иһә үҙҙәрен клуб йәшенән үткән, тансы-мансыларҙан алыҫ торам тип иҫәпләгән ир-егеттәрҙең мәҙәниәт йортона әйләнде. Тәмәке төтөнөнә ҡуша түбәгә анекдоттар эленде, уйын-көлкө, ҡатын-ҡыҙ тураһында ғәптәр ҡал­маны, өҫтәл өҫтөндә домино һуғылды, кәрт шапылданы. Ҡулдан ҡулға күсеп һырлы стакан йөрөнө…
Бөгөн бында – тынлыҡ. Тишек ҡыйыҡтан төшкән һыу тамсыларынан түбә таҡтаһы сереп, һалынып төшкән, матсаһы бөгөлгән, буяуһыҙ иҙән күптән һыу заты күрмәгән, ярылған мейестең тирә-яғынан әсе, дымлы төтөн сыға. Ҡайҙа етте шунан һындырылған кәртә-ҡорта киҫәктәре еҫе бар өй эсен ыҫлаған. Ырҙын табағы ла, келәт, арыраҡ торған трактор-машина паркы ла хәҙер юҡ. Тик ҡалын ҡар аҫтынан ара-тирә иҫке бағана баштары, кәртә ҡалдыҡтары ғына һерәйгән. Булған тимер торбаларҙы күптән һурып оҙатһалар, алынма­ғандарын киҫеп металл йыйыусыларға тапшырғандар. Өй эсе кистән үк ҡараңғылыҡҡа сума – электр уты өҙөлгән. Алюмин сымын алып киткәндәр. Тик стенаға беркетелгән шәшкегә уралған өлөшө генә ҡасандыр бында Ильич лампалары янғанын хәтерләтә. Тышта ҡоторған буран олоуынан, көслө елдең ҡыйыҡ ҡалайын шапылдатыуынан башҡа тауыш-тын юҡ. Хәйер…
Иҫке тунға, юрғанды хәтерләткән сепрәккә уранып, бер кеше ята. Туҡ­тауһыҙ йүткереүе, дер-дер ҡалтырауы ғына бында йән эйәһе булғанын белдерә. Исемен күптәр хәтерләмәй уның – «кеше йәнле» тиҙәр. Моғайын, ата-әсәһе ҡушҡанса Хәлфетдиндән һалдырһалар, ауылда бындай бәндә юҡ, тип, аптырарҙар ине. Кешеләргә бәләкәйҙән ярҙамсыл, итәғәтле булғанға ололар: «Был бала бигерәк кеше йәнле инде», – тигән. Икенселәре иһә тормошта уға бик ҡыйын булырына ишаралаған. Ғүмер үҙ яйына үтә бара, малай ҙа үҫә, егет, һуңынан ир ҡорона инә. Яратып, бәхетле, изге теләктәр теләп, булмышына күрә икенсе исем ҡушҡан ҡарттар фани­лыҡтан китә. Аҙаҡ инде был һүҙ ҡушаматҡа әйләнә, бөтөнләй үк Хәл­фетдинде алыштыра. Олоғая башлағас, ҡушамат та «изгелекле» мәғәнәһен юғалта, кәмһетеү булып ишетелә башлай. Кеше йәнле – үҙ тормошо юҡ, берәҙәк, бомж. Барыһын берләштерә ул. Кеше йәнле…
Алтмышты саҡ артмаҡлаған ирҙең айына бер генә байрамы бар – пенсия килтерәләр. Ғүмере буйы егелеп колхозда эшләһә лә, уныһын «ми­нимум»дан бирәләр. Быныһына ла шөкөр. Тик… «Пенсия ала» тип ауыҙ тултырып әйтһәң, әү, тиер, исемлеккә ҡултамға ғына һала. Ҡалғаны – ҡустыһы ихтыярында. «Һиңә етер, барыбер эсеп бөтөрөрһөң, минең, ана, балаларҙы уҡытырға кәрәк», – тип, һыпырып уҡ тигәндәй алып китә. Бер әсмүха сәйлек, ике ҡап шәкәр менән ай буйына дүрт-биш буханка икмәкте иҫәпләмәгәндә. Тағы ла, мең һүҙгә етеп, ҡултамға ҡуйған көндө бер ярты ҡалдыра. Ике-өс ҡап тәмәкеһен ҡыҫтырып килә.
– Һин минән күберәк алаһың әле. Һыйырым юҡ аранда, ҡайғым юҡ буранда, тип, үҙеңде генә ҡарап ятаһың. Кәрәк икән, берәйһенә барып сәмәйен эсәһең, кәрәк икән, тәмәкеһен тар­таһың, ҡар көрәгән булып, һурпаһын һемереп сығаһың. Ә беҙгә… – Ҡус­тыһы үҙенең күпме мал тирәһендә булашҡанын, тегеңә, быға аҡса етке­рәлмәүен – барыһын-барыһын теҙеп алып китә. Һуңынан, уфылдап, былай тип ҡуя: – Ашаған белмәй, тураған ғына белә шу-ул…
Хәлфетдин иһә, йүтәлләй-йүтәлләй йөҙ грамын эсә лә, бөтөнләй «кеше йәнле»гә әйләнә.
– Кәнишнә-кәнишнә, ҡустыларға ярҙам итергә кәрәк. Смәтри, бабайың яҡшы уҡыһындар, тип әйтте, тиген. Әтүһә, ҡолаҡтарын борормон, – тигән була. – Мин ни, яңғыҙ башыма, һыныҡ икмәклек таба алмайыммы тағы? Хи-хи-хи… – Туҡтап, уйланып тора ла тағы берҙе пулкелдәтә. – Ултырып тор әле аҙ ғына, бер күреп һөйләшкәндәй булайыҡ – элеккесә, үҫкәндәгесә…
– Йо-оҡ, ҡайтаһым бар. Киленең мунса яҡҡайны, оҙаҡ йөрөмә, тип ҡалды.
Күгәндәре май ишараты күрмәгән элекке ҡарауыл йортоноң ишеге ябыла. Тынлыҡ. Шомлоҡ. Өй эсен яйлап ҡараңғылыҡ баҫһа ла, электән ҡалған һуҡыр лампа үҙенең тирә-яғын яҡтыр­тырлыҡ көс таба. Мүге ҡойолған бүрәнә араһынан үткән һиҙелер-һи­ҙелмәҫ елгә ялҡынын уйнатып, солярка еҫен аңҡыта, һөрөмөн түбә таҡтаһына осора.
Хәлфетдин ғыжлай, быуылып йүткерә. Һыуыҡ тейгән уға. Кисә лә, бөгөн дә түгел. Байтаҡ йылдар була инде, шуға ла «хронический» тиҙәр. Әлеге шул ҡустыһына буралыҡ сыҡһын тип, бер ҡышты Белорет яғында ағас киҫкәйнеләр. Бүрәнәләрҙе ни, йәнәһе, яҙын түбәнгә табан элеккесә һал яһап төшөрәләр. Һәр хәлдә, буратҡан ауылға ҡәҙәр. «Ағай, ней, шулайтһаң, осһоҙға төшә ул, хәҙер бит транспорт ҡиммәт», – тип бик белдекле һөйләнде Әхнәф. Знамы, ҡустыһы әйткән икән, шулай кәрәк. Туған менән иҫәпләшеп, хаҡлашып тормайҙар.
Ялан кешеһе өсөн урман яғыны­ҡыларҙың эше бик мәшәҡәтле лә, ҡыҙыҡ та икән ул. Оҙо-он, ун икешәр метрлыҡ бүрәнәләрҙе бергә бәйлә­неләр ҙә, киттеләр түбәнгә табан ағыҙып. Һалдар тыңлашмаһа, өҫ­төндәге ир-ат ҡолға-кәртә менән төртә – төрлөсә ҡыландыра. Нисек кенә булмаһын, Хәлфетдингә был эш бик ҡатмарлы, баш етмәҫлек тойолдо. Теге ауылға яҡынлашҡас, һалдарҙы то­торға, туҡтатырға тейештәр ине. Тик… боролошҡа етәрәк кенә береһе таралды ла китте. Ярай әле ҡалғандары, быныһының бүрәнәләре һайыраҡ ергә барып төртөлдө.
– Уф-ф, ағай, бар әле, минең радикулит бит, – тип бөтөрөлдө ҡустыһы. – Әрәм генә була инде мал аҫрап тапҡан аҡса, әрәм генә була инде-е…
Хәлфетдин, уны-быны уйлап тормай, күкрәк тиңете һыу эсенә инеп китте: бүрәнәләр тотто, һәр береһенең башынан аша алып, ҡалын арҡандың осон бәйләне, ырғаҡҡа эләктерҙе. Ҡалған ирҙәр ярға һөйрәне. Шулай итеп сығарып бөттөләр. Ошо ауылда буранылар ҙа, йәйен оҙон арбалы «вертлюгалар» «һә» тигәнсе ташып та ҡуйҙы. Тик Хәлфетдиндең генә хәле мөшкөлләнде. Тегендә, Инйәр һыуы кискәндә, йылыныр өсөн эскән яртылар ҙа ярҙам итмәне, район дауаха­наһында дауаланып сығыу ҙа. Табиптар шифаханаға барырға ҡушҡайны ла – аҡсаһы булманы. Шунан һуң, бура – бура менән, уны өй итер өсөн, ай-һай, күпме эшен башҡарырға кәрәк бит әле. Бында иһә балта оҫтаһы Хәлфет­динһеҙ – никак. Бына шулай. Һу­ңынан ни, матур итеп өй туйланылар ҙа… Ҡустыһы иҫке өйҙө шаҡарып бикләп алды. Күп тә тормай, һүтеп, һатып уҡ ебәрҙе.
– Ағай, ней бит әле, беҙҙең балалар ҙа бар. Үҙеңә берәй нәмә хәстәрлә инде. Яңғыҙ башың – не пропадешь, тигәндәй, әмәлен табырһың. Ата-бабанан килгән йола: төп йорт – төпсөктөкө, кинйә малайҙыҡы…
Тағы таң аттырҙы ир. Төнө буйы ҡоторған буран тынған. Март башы бураны бер ҡоторһа, аҙаштыра торған. Юҡҡа ғына «аҡман-тоҡман» тимә­гәндәр. Ниңә шулай атағандарына бала сағында аптырай торғайны. Өләсәһе былай тип һөйләне: «Имеш, борон Аҡман менән Тоҡман исемле ике бер туған булған. Былар, атай малы бүлешәлмәгәнме, башҡа нәмәме, икеһе ике сиреү йыйып, алышҡа сыҡҡан. Бик ҡаты булған һуғыш, аттарының тояҡ аҫтынан күтәрелгән саңда бер ни күренмәгән. Әҙәм балаһын аҙаш­тырырлыҡ буранға исемде бына шуға «аҡман-тоҡман» тигәндәр, имеш. Улым, ҡустың менән һис арағыҙҙы боҙмағыҙ, туғандар ыҙғышынан да яманырағы юҡ. Тыштағы буран бер ни түгел, өйҙә буран булмаһын…» Бик аҡыллы ине өләсәһе. Ғәрәпсә белһә лә, башҡа белеме булманы. Ниңәлер ул заман кешеләре Хәлфетдингә сей наҙан һымаҡ тойола торғайны: пионер булмағандар, галстук таҡмағандар, урыҫса һөйләшмәйҙәр, партия сәйәсәтен аңламайҙар…
Хәлфетдин стенаға эленгән, йыл башында ҡайһылыр гәзиттә баҫылған календарға күҙ һалды. Ҡыҙыл ҡәләм менән уратылған – бөгөн пенсия таратырға тейештәр. Үҙ байрамдарын билдәләп, шулай ҡыҙыл йөрөтөүсән ул: пенсия көнө, ҡустыһының, килененең, балаларының тыуған көндәрен, ике туғандарының, дуҫ тип иҫәплә­гәндәрҙең. Һәммәһенең. Хәлфетдинде иһә кем нисек һанайҙыр, уныһы – ҡараңғы. Тыуған көндәрендә ситтә йәшәгәндәргә шулай шылтырата ла, тегеләре аптырап: «Ниндәй Хәл­фетдин тағы?» – тип һалып та ҡуя. Быныһына ла үсекмәй, ҡабат шылтырата: ҡайһыһы, тыңлап та тормайынса, эт урынына һүгә, ҡайһыһы инде дежур һүҙҙәргә ҡушып рәхмәт әйткән була. Бына шуға ла, ҡәләм менән уратылып, көн иҫәбенең аҫтарына һыҙып бөт­кәнгә, календары ҡып-ҡыҙыл. Ярай әле, телефоны бар. Ауырып-фәлән китһәң, тигән булып, малдарын ҡа­рашҡан өсөн фермер Низам биргәйне. Дөрөҫөрәге, кәрәгең сыҡһа саҡы­рырмын, тип. «Иҫкерәк тә инде, шылтыратырға ярап торор, интернетта ултырмайһың, – тине, ихлас йылмайып ул. – Килеп эшләгән һайын аҙ ғына булһа ла аҡса һалырмын. Тик теләһә кем менән һөйләшмә, бөтөп ҡуймаһын...» Кем менән һөйләшһен инде? Яҡыныраҡ кешеләрен тыуған көндәре менән ҡотлау өсөн дә нумир­ҙарын ата-әсәһенән, туғанда­рынан саҡ һорап алды. Был турала Низамға ла: «Мин кемгә кәрәк инде?» – тигән булды. «Һо, – тине уныһы, һауа ярып, – һинең һымаҡ кеше бик һирәк. Хәҙер бит ул эшкә кеше табырмын тимә. Барыһына ла әҙергә бәҙер кәрәк. Ниндәй эш икәнен һорамайҙар, иң тәү хаҡын белешәләр. Ә һин – үҙ кеше. Кем әйтмешләй, прастуйһың – нас­тоящий...»
И-их, ирей ҙә китә шул һүҙҙәргә Хәлфетдин. Кәнишнә, настоящий! Кеше һинән ярҙам һораған саҡта үҙ ауылдашыңа хаҡлашып ултыраһыңмы ни?
Тағы бер «ҡыҙыл көн» бар календарҙа. Уныһы ғәҙәти түңәрәк түгел, сәскә тажы итеп төшөрөлгән. Рауза! Сәскәһе лә рауза, исеме Ғәлиә булһа ла – үҙе лә. Тәүге мөхәббәте лә, һуңғыһы ла. Һөйөнөсө лә, көйөнөсө лә. Һис көйөнөс булмаҫҡа тейеш ине лә бит. Әгәр ҙә... Әгәр ҙә икеһенең дә әсәләре араһынан ҡара бесәй үтмәһә. Күҙгә күренмәҫ ҡара бесәй. Әйтеүҙәренсә, ҡасандыр улар әхирәт булған. Ниндәй һағыҙаҡ саҡҡандыр, үҫеп етеп, тормошҡа сыҡҡандар ҙа юҡтан-юҡҡа ғына аралары һыуынған. Ныҡлы ғына сәбәбен үҙҙәре лә белмәгән, шикелле. Һәр хәлдә, ғүмер буйы кеше-фәләнгә һиҙҙермәнеләр. Уның ҡарауы, береһе берәй нәмә алһа, икенсеһе яҡшырағын эҙләне, был ғаилә кәртә-ҡорта яңыртһа, күрше ҡатын, ирен игәп, араларына тимер ҡойма ҡуйҙырҙы. Тәүҙә шулай ҡапҡаларын, һуңынан инде бөтөн­ләйгә күңелдәрен бикләнеләр. Ут күршеләр булып үҫкән малай менән ҡыҙ бергә уйнай алманы, бер партала ултырырға яраманы, танауҙары еҫ тоя башлағас, күңелдәре бер-береһенә тартылһа ла... һөйөү һүҙҙәре әйтә алманылар. Береһе армияға китте, икенсеһе – ҡалаға. Егет колхозда тәүҙә механизатор булды, хужалыҡ тар­ҡалғас, ҡулына балта тотто. Ҡыҙ уҡып бөтөп, кейәүгә сыҡты – район үҙәгендә йәшәй. Ата-әсәһе иҫән саҡта ҡайтып йөрөйҙәр ине. Һуңынан инде өйҙәрен һатып уҡ киттеләр. Оҙон теллеләр еткереүенсә, ире менән бик матур йәшәйҙәр икән. Бына шулай, Хәлфетдин өсөн барыһы ҡыҫыр мөхәббәт булып тороп ҡалды. Армиянан һуң күрше ауылдан бер ҡыҙҙы алып та ҡайтҡайны. Әсәһе тағы ҡаршы төштө: «Атайың да иртә китте. Һеҙҙе яңғыҙым ат һымаҡ егелеп үҫтерҙем. Хәҙер үк өйләнеп, ярҙам да итмәҫкәме иҫәбең? Иң тәү ҡустыңды уҡытып бөт. Техникумын тамамлаһын, институтҡа инһен. Мин уны уҡыта алмайым...» Әхнәф техникумын тамамлап, инсти­туттың өсөнсө курсына етте лә килен дә алып ҡайтты. Бына шул. Йәштәр тәүҙә сығып китте. Ауырыу әсәһен ҡарап, Хәлфетдин өйҙә ҡалды. Шунда ғына әсә үҙенең яңылыш­ҡанын аңланы. «Улым, – тине ул, хәлһеҙ тауышын ҡалтыратып. – Барыһы өсөн дә ғәфү ит, алып ҡайт берәй ҡатын. Яңғыҙың ҡартаяһың би-ит...» Юҡ, өйләнмәне Хәлфетдин. Өйгә килгән ҡайһы ҡатын фалиж һуғып биш йыл буйы түшәктә ятҡан әсәһен ҡараһын? Ә инде иң ҡәҙерле кешеһен юғалтыуға, өй ишеген ҡустыһы менән килене асты.
Ауыр уйҙарға сумған Хәлфетдин яй ғына өҫтөнән иҫке толопто, уның аҫтындағы юрған ишаратын ситкә алып ҡуйҙы. Торорға кәрәк. Буран тынған, моғайын, берәрһе ҡар көрәргә кәрәк тип килер. Хәйер, улары тороп торор – бөгөн пенсия көнө!
Стенаға йәбештерелгән көҙгө киҫәгенә ҡараны. Ба-а... Күптән күҙ һалғаны юҡ ине: йөҙөн баҫҡан һаҡал-мыйығына ҡырау төшкәнме ни – ала-ҡола булып һуҙылған төпһәләре уҡмашып бөткән, шешенгән ҡабаҡ­тары артынан күҙҙәре саҡ һыҙылып күренә, ике сикәһе үшән һыйыр осаһы шикелле тырпайған, кипке кәзирүге һымаҡ сығып торған маңлайындағы тәрән бураҙналар әллә йылдар һанаған, әллә инде яҙмышнамәһе яҙылған ғәмәл дәфтәре юлдары булып һуҙылған.
– Шула-ай, – тине ир, ҡырын­ғысын эйәгенә килтереп. – Шула-ай... Был һүҙҙә, ниндәй көнгә төштөң һин, Хәлфетдин, тигән мәғәнә лә, нисауа, ҡырынып ебәрһәм, пинсә таратыусы ҡатын ғашиҡ булырлыҡ әле, тигән дәрт тә, сисергә теләгән кешегә асылмаҫ сер ҙә бар ине. «Ине» генә шул. Сикһеҙ уй-хыял диңгеҙенә елкәнен киреп, ырғаҡ-якорын ҡайҙа ғына ташламаһын, ул бында тора. Ҡараңғы, һалҡын ҡарауыл йортонда. Мүге тупраҡҡа әйләнеп ҡойолоп бөткән бүрәнәгә йәбеш­терелгән ватыҡ көҙгө алдында.
«Ҡабаланырға кәрәк. Аҙ ғына булһа ла иҙәнен һепереп алырға, мейескә кәртә-ҡорта ярҡалары ырғытырға...»
Тәүге мәлдә пенсияһын ҡустыла­рына барып ала торғайны. Өйө лә яҡшы. Район тиклем район үҙәгенән кеше килгәндә бында йәпһеҙ. Ҡустыһы ла шулай ти ине: «Биткә ҡыҙыллыҡ килтермә, йыуынып, өҫтөңдө алыштыр. Ни генә тимә, һин фәлән-фәләнычтың ағаһы!» Хаҡ әйтә. Уҡыған кеше уҡыған инде, Хәлфетдин ише тома наҙан түгел – техникум тамамлаған, колхоз заманында бригадир булып эшләгән! Силсәүиттәге башлыҡ ҡатын да: «Һине ҡайҙа теркәргә белмәйбеҙ. Ҡарауыл өйөнөң паспорты юҡ, – ти, аптырап. – Ни сығып китмәйһең, йөрөйһөң инде ауыл пачутын төшөрөп, статистика боҙоп. Ярай әле киленең яҡшы. Уға рәхмәт әйт, берәү булһа, күптән аҡсаңды картаға күсертеп, шиш тотторор ине...» «Силсәүит» – килененең әхирәте: ҡайҙан килешкәндәр, ҡайҙан ярашҡандар – һөйләшеп һүҙҙәре, сәйнәп кешеләре бөтмәй. Әлеге шул әсе теллеге арҡаһында хәҙер Хәлфетдин пенсияһын бында ғына ала. Дөрө­ҫөрәге, буяу еҫе бөтмәгән яңы ҡағыҙ аҡсаларҙы тотоп ҡарай. Юғиһә, айына бер генә булһа ла ҡустыһына барыр, сәй-мәй артында аҙыраҡ һөйләшеп ултырыр ине. Ошоноһо ҡәҙерле уға, ошоноһо. Бергә уйнап, бергә үҫкән ҡорҙаштарының да ваҡыты юҡ, ҡайҙалыр сабалар, йүгерәләр – эштәре күп. Инеп ултырайым тиһә, кистән үк тимер ҡапҡаларын эске яҡлап бикләп ҡуялар.
Туҡ-туҡ-туҡ...
–Ы-ы... – Туҡылдатҡас, ауыл кешеһе түгелдер, улары тибеп асыр ине. – Ә-ә, үтегеҙ, үт...
Хәлфетдин телһеҙ, өнһөҙ булды. Башын сайҡаны. Һаташыуы ошомо, күҙенә күренәме, йә, Хоҙа-ай, ишек асыусы йәш кенә ҡатын артынан... Ғәлиә инде! Ир яйлап артҡа сигенде лә тимер карауатына лып ултырҙы. Тутыға башлаған пружиналар шығыр­ланы. Тынлыҡ. Бер, ике, өс... Күпмегә һуҙылғандыр, әммә ғүмере буйы ошо минутты көткәндән дә оҙағыраҡ тойолдо.
– Һаумы, Хәлфетдин, – Ғәлиә лә тулҡынланды. Ҡулдарын ыуғыланы, өй эсе буйлап урап килде. – Көтмәгәйнеңме? Ә мин килдем әле бына, ауылды күреп, йөрөп киләйем, тинем. Һеҙгә ингәйнем дә...
– Унда ни, унда... – Хәлфетдин тотлоҡто. Быуылып, йүтәлләп алды. – Үҙең күреп тораһың инде...
– Күрәм. – Ҡатындың ҡарашында ла, тауышында ла Хәлфетдингә булған йәлләү тойғоһо ла, ниндәй көнгә төштөң һин, тәүге мөхәббәтем, тигән әрнеү ҙә һиҙелмәне. Өй эсен күҙ ҡарашы менән йүгертеп сыҡҡас, былай ғына тине: – Нишләйһең инде...
– Әйҙәгеҙ, бына, ултырығыҙ, – Хәлфетдин ултырғыстарын ишекле-түрле йөрөттө. – Иҫке генә булһалар ҙа, ныҡлы, таҙа улар. У-ултырығыҙ, – еңе менән өҫтәрен һөртөп, өҫтәл эргәһенә ҡуйҙы.
– Әйҙә, ҡыҙым, ултыр. Әле өй беренсә тигәндәй йөрөйһөң бар. – Ғәлиә, һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, ныҡлап тулҡынлана ине. – Таныш бул, Хәлфетдин, был минең кесе ҡыҙым. Ауылға пенсия таратырға барам, тигәс, машиналарына ултырып киттем. Тыуған яҡты күреп киләйем, мин әйтәм. Сит-ят кеше йәшәһә лә, өйгә инеп сыҡтым. Һеҙгә лә. Әхнәф бында икәнеңде әйтте. Өйҙәре ҙур, матур икән.
Баҡһаң, Хәлфетдингә пенсия килтерә торған ҡатын ауырып киткән дә, уның урынына Ғәлиәнең ҡыҙы ҡалған. Форсаттан файҙаланып, әсәһе бергә йөрөп ҡайтырға булған.
– Ҡыҙың һиңә оҡшаған, – тигән булды ир. – Ә мин йомош төшкәндә районға барған һайын һеҙҙең өй ҡырынан үтәм. Ике ҡатлы икән...
– Эйе, – тине ҡатын, – матур йәшәйбеҙ. Ҡыҙҙарымдың да, Аллаға шөкөр, тормоштары гөрләп тора. Ейәндәрем, ейәнсәрҙәрем үҫә. Ирем яҡшы кеше... – Быныһын артығыраҡ әйтте шикелле Ғәлиә, уңайһыҙланып, һүҙҙе кирегә борорға тырышты: – Фәриғә апайҙың гүр эйәһе булыуына ла байтаҡ ғүмер уҙҙы. Ауырығас, һин ҡарағанһың, тип ишеттем...
Һүҙ былайға киткәс, Хәлфетдин әсәһенең һуңғы ниәтен әйтергә булды.
– Эйе, оҙаҡ ятты ул. Һине көттө. Гелән: «Шул баланан ғәфү үтенергә ине, Фатима менән беҙ генә арағыҙға төштөк бит, бергә булыуығыҙҙы телә­мәнек», – тип бик бөтөрөлдө. Үкенде...
Ғәлиә өндәшмәне. Бер аҙ торғас, былай тип ҡуйҙы:
– Яҙмыш шулай ҡушҡандыр инде, Хәлфетдин. Фәриғә апайға ла, әсәйгә лә был йәһәттән үпкәм юҡ минең. Ысын мөхәббәт булһа, бер кемгә лә, бер нәмәгә лә ҡарамайынса йөрөр ҙә китер инек бит...
– Бәлки, шулайҙыр ҙа. Хистәр ниндәй генә көслө булмаһын, әсәйҙәр теләгенән дә юғарыраҡ нәмә юҡ был донъяла. Улар ихтыярын хөрмәт иткәнбеҙҙер.
Ғәлиә йылмайып ҡуйҙы.
– Һин һаман шул Хәлфетдин икәнһең дә – кеше йәнле! Малай са­ғыңда ла шулай инең, хәҙер ҙә. Ошо холҡоң өсөн бәләкәйҙән оҡшатҡайным мин һине. Тик һинең һымаҡтарға был тормошта йәшәүе, ай-һай, бик ҡыйын. – Ғәлиә бер аҙ уйға ҡалып ултырҙы ла ирҙең күҙҙәренә ҡараны. Аһ, ул ҡараш! Иркәләп наҙлай ҙа, йәшен ҡамсыһылай бәғерҙе лә телә. – Мин йәшлектә ҡалған икебеҙ араһындағы хистәр ту­раһында ла, әсәйҙәрҙең теләге хаҡында ла әйтмәйем. Бөгөнгө ысынбарлыҡты, ҡырағай тормошто күҙ уңында тотам. Һин әсәйең өсөн яҡшы ул, ҡустыңа яҡшы ағай, башҡаларға туған, дуҫ булдың. Һине шуның өсөн яраттылар. Ололар «кеше йәнле бала» тип йөрөттө. Ә бына ҡустың нисек теләне – шулай йәшәне, тормоштан нимә алаһы килде – шуны алды. Уны бөтәһе лә нисек бар, шулай ҡабул итте. Бар кәмселектәре менән. Быны мин ни өсөн һөйлә­йемме? Ишетеп, бөгөн иһә күреп торам, элек тә Әхнәф һине фай­ҙа­ланды, әле лә елкәңдән төшмәй. Баш­ҡалар ҙа шулай эшләй: һине «яҡшы» тип маҡтайҙар, ә һин, бер ҡатлы, саф күңелле кеше, үҙеңде кешегә кәрәк­леһең, тип уйлайһың. Бүтән­дәргә ярҙам иткә­неңдән кинәнес та­баһың...
– Ә нимә, ярҙам итеү насар эшме ни? – Хәлфетдин һис кенә лә һүҙҙең ошо юҫыҡҡа йүнәлгәнен көтмәгәйне. Тулҡынланды, ҡыҙҙы. Быуылып йү­тәлләне. Тағы һорауын ҡабатланы: – Кешеләргә ярҙам итеү насармы? Әхнәф – бер туған ҡустым, башҡалар тигәнең – ауылдаштарым. Эйе, һин күптән ситтә, ә мин бында – ауылда. Улар миңә һәр береһе яҡын...
Эштең ҡайҙа барғанын ҡатын да тойомланы. Әммә бында тиклем килгән икән, әйтәһен әйтмәһә, ниәтен тормошҡа ашырмаһа, уның исеме Ғәлиә буламы?!

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәттәре.
Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 4-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: