Өләсәйем Гөлниса Ҡасим ҡыҙы Хәйҙәрованың (1917–1993) яҡты рухына бағышлайым
Күңелемдә оло һағыныу бар,
Һағыныу бар ихлас йылылыҡты,
Уйсан ҡараштарҙа сабырлыҡты,
Өләсәйле генә бала сағым –
Ғүмеремдең иң-иң татлы мәле.
Бер-бер артлы теҙелеп аҡҡан йылдар,
Тартылғандай тиҫбе мәрйендәре.
Ярты бүлмә хәтле оҙон сәке.
Таң һарыһы төшә мендәрҙәргә.
Тиҫбе тарта өләсәй. Ирендәре
Шыбырлайҙар изге теләктәрен.
Бүлдерергә ҡыймайынса ғына,
Яндарына килеп сүгәләйем.
Йәнәш ҡуям алға ике ҡулды –
Өйрәткәйне шулай өләсәйем.
Доға уҡый үҙе. Эстән генә
Арттарынан уның ҡабатлайым.
Тарамыш ҡул ҡатҡыл ғына һөйә:
«Тел асҡысы бирһен, балаҡайым».
Доға моңо, тиҫбе сыңы менән
Иман нуры күңелемә күскән.
Буйым ғына түгел, уйым үҫкән.
Күҙ асҡыһыҙ буран. Юлһыҙ ерҙә
Апай менән икәүләшеп ултырып,
Баҡсаға тип китеп барабыҙ.
Өләсәйҙең ҡара суҡлы шәле
Ыһ та тимәй сана һөйрәй өләсәй,
Ҡаршы тороп көслө буранға.
Ҡаҡса һыны менән ел-дауылдан
Ҡурсып килә кеүек һаман да.
Таңғы ҡараңғылыҡ. Эттәр олой,
Шом арттырып ҡарлы буранда.
Туп уйнаныҡ, ахыры, уймаҡ сыҡты –
Мулла-әбей булғас, урыны түрҙә.
Намаҙ уҡый, моңло йыр кеүек.
Аҙаҡ килеп минең ҡулды ҡарай.
Ике һыпырғандыр, өшкөрөп...
Ҡул да онотола. Етәкләшеп
Оло урамдан йәнәш атлайбыҙ.
Бик ғорурмын – алып ҡайтып киләм
Оло тоҡсай тулы күстәнәсте –
Көтөп алған беҙҙең һый инде.
Атайға – ҡаҙ бото. Булһын, әйҙә!
Ҡоймаҡ-бәлештәре мул инде.
Ҡалыуҙабыҙ. Минең тәүгә килеү.
Оло ялан. Бесән. Бөрлөгән.
Йәндәренә ғәзиз тыуған ерен
Өләсәйем һағынып өлгөргән.
Күҙ алдымда һаман. Оло ялан.
Бер туп булып осҡан ҡоштарҙай,
Теҙелеп, ҡолас ташлап бесән саба
Бабай, инәй, апай һәм ағай.
Ниҙәр генә икән кисергән?
Һуғыш алған бәхетен эҙләгәндер
Бөрлөгәнле йәшлек эҙенән.
Үҙе кеүек яңғыҙ ҡарағайҙа
Сәңгелдәктә атай ятҡанын.
Күҙендә йәш. Өләсәйҙең йырын
«Еләк кенә йыйған ерҙәрем,
Бесән генә сапҡан ерҙәрем...»
Был ҡарашты хәтеремә уйҙым...
Йыш ҡына ул саҡыра ине мине:
«Яныма, – тип, – ҡыҙым, кил әле.
Усың менән маңлайыма баҫһаң,
Еңелерәк кеүек хәлгенәм».
Ҡулды ҡуям, хәленә инәм тиеп,
Ике сикте бәйләгәнгәме икән,
Шундай төпһөҙ ине был ҡараш.
Һүҙһеҙ генә аманаты булып,
Хәтеремә уйҙым. Күҙҙәр аша
Быуындарҙы бәйләр нур аҡты.
Өләсәйле сағым менән бергә
Сабыйлыҡты шул саҡ юғалттым.
Күңелемдә оло һағыныу бар.
Һағыныу бар ихлас йылылыҡты,
Уйсан ҡараштағы сабырлыҡты,
Өләсәһен алһа бөгөн ҡосоп.
– Нәнәй! – тиеп өҙөлөп әйткән саҡта
Күңел китә ҡанатланып осоп.
Ғәзиздәрем – атай-әсәйемә
Сәләмәтлек, ғүмер һорайым.
Беҙҙең балаларҙың татлы сағы –
Оҙон-оҙаҡ булһын, Хоҙайым.