+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
5 Апрель 2019, 17:05

Уймаҡ хикәйәләр

Рәсүл СӘҒИТОВ Маһир радиожурналист, оҫта хикәйәсе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, республиканың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Рәсүл Сәғитовты ошо көндәрҙә билдәләнгән юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм ижадынан бер шәлкем тәҡдим итәбеҙ.

Һинекеме?
– Бына инде минең йорт, – тине ҡала кешеһе, машинаһын туҡтатып.
Ауылдан уға ултырып килгән, ихлас саҡырғас, ҡуна ҡалырға ла ризалашҡан, алыҫыраҡ булһа ла туғаны тейеш ир аптырап китте – әллә ошонда, баш ҡаланың ҡап уртаһында, өй һалып ебәргәнме был?! Һай, афарин! Малай йәшенән эшкингән ине былай: еләк йыйып та һатты, утын да ярҙы, ялланып көтөү ҙә көттө. Студент сағында уҡ автомобиль алған кеше ләһә! Ә ул заманда машина олораҡтарҙың да һирәгенә генә эләкте. Көндөҙгө бүлектә уҡыған башы менән дә йүнселлеккә ваҡыт тапҡайны – нимәлер ойоштороп ебәргәйне. Үҙе хәстәрләгән, ҡыҫҡаһы, аҡсаны.
Килендән генә уңманы – әҙергә хәҙер йәшәүҙе күтәрә алманы уныһы. Әҙер ине шул: ҡалала – ҙур фатир, эргәләге районда – тағы ла киңерәк йорт. Эшен ташлаған сибәркәй. Сыуала башлаған. Был, түҙгән-түҙгән дә, сығып киткән. Бөтә нәмәне ҡалдырған. Яңынан фатир алған, тип ишетелгәйне былай ауылға, тимәк, өҫтәп өй ҙә алғанмы, һалғанмы... Ярай, байыһын, ҡулынан килгәс.
Ләкин эргәлә шәхси өй күренмәйсе.
– Әйҙә, ағай, ҡана, бир сумкаңды. – Йөгөн эләктерҙе. – Һай, тейәгән генә һиңә еңгә!
– Ауыл күстәнәсе. – Ҡунаҡ һаман ҡарана.
– Был яҡҡа атла.
Аһ, аһ, подъезға ымлай ҙаһа.
Шунда ғына аңланы: ҡала кешеһе шулай күп ҡатлы йортто ла минеке, ти бит ул. Ҡайһылыр бер өлөшөндә һауала аҫылынып торған тигәндәй фатир ғынаһын да шулай ололай.
Ауыл күҙлегенән улай түгел: унда – айырымлыҡ, үҙ аллылыҡ. Һөҙөмтәлә – яуаплылыҡ та. Ә был ни, ана, автомобилен ҡыҫыҡ урынға төрттө лә, сипылдатып бикләп, инде лә китте – тышта уға тимәгәйе әллә нимә булып ятмаймы...
Шуға күрә «мин йәшәгән йорт» тиеү дөрөҫтөр.
Әллә «минең йорт» тиеүҙә яуаплылыҡ күберәкме? Әйтә алмайым. Тәҡдимем, эйе, оҙонораҡ, әммә мәғәнә яғынан теүәлерәктәй.

Эш менән һүҙ берлеге
Ҡасан күрмә – ике ҡулы эштә апайҙың. Хаҡлы ялда булһа ла, байтаҡтан, ҡыш тимәй, көҙ тимәй, боҙ тимәй – гел һеперә, көрәй, йыя. Тәртипһеҙ һаһылдашҡандар тәмәке төпсөгөн ташлай тора – эшен, яҙмышына зарланмай ғына, башҡара бара.
– Һай, егәрлеһең! – тинем бер көн. Маҡтауҙан, ҡатын-ҡыҙ барыбер ҙә мохтаж иғтибарҙан бигерәк, үҙем ҡыйламаһам да, уның алдында кисергән күптәнге уңайһыҙлығымдан әйттем.
Ә ул:
– Йылҡы йылында тыуғанмын, – тип кенә ҡуйҙы. Аттай эшләгәнен асыҡлап торманы.
Тапҡыр һүҙе һәм һуҡранып алып китмәүе үҙенә ихтирамымды тағы ла арттырҙы.

Аҫтан – өҫкә
Ниндәйҙер шөғөлдән ялҡып киткәндә аяҡ кейемен ялтыратып алыусанмын. Шулай ял итәм. Былай ҙа таҙа, әлбиттә – иртән эшкә килеү менән башҡарған ғәҙәтемә оҙаҡ йылдар тоғромон – шунһыҙ яҙырым яҙылмағандай, телем бикләнгәндәй. Әллә әрме хеҙмәтенән эйәргән ҡойроҡ, әллә әсәйем, уның апайы – инәйем тәрбиәһенән, әллә ир кешенең гел юғарылыҡта, шул иҫәптән лайыҡлы ҡиәфәттә лә, булырға тейешлегенә ҡаты инаныуым сәбәп. Бөтәһе бергәлер.
Аҫ менән башлап өҫ менән тамамлайыҡ: йәмғиәттә ир-аттың әһәмиәте лә арта барһасы.
Күтәреп күтәрелеү
– Әсәйем атайымды ныҡ ҡәҙерләне. Уны күтәреп, үҙе күтәрелде, – тине боронғо танышым. Студент саҡта ла гел аҡыллы һөйләне, юҡ-барға хихылдап барманы, ҡаштары хәҙер айырыуса төйөү. – Ҡарт рейсҡа йыйынһа, унан да иртәрәк тора ине. Аяғына баҫыуына бөтә нәмә әҙер – ҡулъяулығына тиклем үтекле. Ҡыш көнө машинаһына һыу йылытылған, биҙрәгә ҡойолоп, ишек төбөнә ҡуйылған. Нисәмә ҡатын алып ҡараным, береһе лә улай булманы...
Нисәмә мәсьәләһенә теймәйек, ә баштағыһы дөрөҫ икәне, әйҙәгеҙ, танылһын.
Һөнәри ҡараш
– Ошо кешегә ҡарай алмай башланым, – тине сәс ҡырҡыусы, стенала эленгән телевизорға ымлап. Унда бер билдәле шәхес нимәлер һөйләй. – Сикә сәстәрен төрлөсә киҫәләр шуның: бер яғы тура, икенсеһе ҡыйыҡ.
– Ҡыланыңҡырай, – тип һүҙҙе дауам итте клиент. – Камераға эшләй. Уны бөтөнләй күрмәһә ине лә бит. Үҙ-үҙенә камераның теге яғынан, оператор күҙенән, ҡарай.
– Кем нимәгә иғтибар итә шул, – тип йылмайҙы ханым, – журналист кеше һеҙ – ана нимәгә.
Ҡапма-ҡаршылыҡ гүзәллеге
Шул уҡ сәс алыу урыны, икенсе бер көн. Теге телевизорҙа был юлы етди документаль фильм бара. Күреп кенә булмай, шуныһы ҡыҙғаныс. Ярай, тауышы көслө асылған, шунан ғына аңлап ултырыла. Баш үҙенән-үҙе шул яҡҡа борола башлай – сәс алыусы сибәркәй ипләп, ләкин ҡаты ғына урынына ҡайтара. Фильмда сәс бөртөгөндәй ҙә эше юҡ. Хәйер, ғәжәпләнәһе түгел, сөнки бөҙрәхана үҙе – ҡапма-ҡаршылыҡтар урыны: кеше ялбырап тигәндәй килеп инә лә, бик ҡупшы сығып китә.
Хеҙмәткәрҙәр бөтәһе лә – йәш ҡатын-ҡыҙ. Буш ваҡыт булыу менән бер-береһенең сәстәрен төҙәтә һалалар. Ҡайһылары хатта эшләгән сағында ла үҙенә йыш ҡына күҙ һала, һыпырғылай, ҡулы бушамағанда өрөп булһа ла ҡуя.
Кассир ғына оло апай. Көҙгөгә һирпелгәнен иҫләмәйем.
Ә фильмды, ай әттәгенәһе, ҡарап булмай бит әле.
Апай ултыра бирҙе лә, алдындағы иҫке, бысраҡ, күк йәбештергес таҫма менән килешһеҙ уратылған пультҡа үрелде. Балыҡсы ҡармағын һыуға һелтәгән ише хәрәкәт яһаны, әммә стеналағы ҡара йәшник быны иғтибарһыҙ ҡалдырҙы – ярты быуат элекке хәтәр ваҡиға тураһында һөйләүен дауам итте. Ошондай уҡ тағы бер нисә «һелтәү»ҙән дә ыңғай һөҙөмтәһе булманы. Ары ул өйрәнелгән ысулға күсергә мәжбүр булды – пультты шул йәбешкәкле күк урыны менән усына һуҡҡыланы, баҫҡыланы һәм – бына һеҙгә икенсе канал!
Ә унда – бөтөнләй икенсе хәл. Унда ла – ҡапма-ҡаршылыҡ: кадр артындағы тауыш нәҙек кенә, ә үҙе рәсми, хатта документ теле менән һөйләй:
– Бер ваҡыт ул ире тарафынан үҙенең ҡатын-ҡыҙ булараҡ ҡыҙыҡһындырмағанын һиҙә башланы…
Оран һалдылармы ни – ҡыҙҙар бөтәһе бер юлы баштарын телевизор яғына борҙо.
– … һәм ул хәйләкәр аҙым яһарға булды…
Ҡайсылар шаҡылдауы ҡапыл яйланы.
– … Алдан һөйләшеп килешеү буйынса сәфәрҙән ҡайтҡанында уны бер йәш егет сәскә гөлләмәһе менән ҡаршыланы. Ире лә ултыра бит инде машинаһында, тик буш ҡул менән.
Ҡайсылар шып туҡтаны.
– Был нимә? – ире ҡот осҡос аптырай, – тип артабан тасуирланы телевизор.
– Ярай, ҡайтҡас аңлатырмын.
Бөҙрәханала тулы тынлыҡ урынлашты, гүйә был һылыуҙар – тере заттар түгел, ә ҡиммәтле сауҙаханаларҙағы һындар, сәс алдырыусылар – өйрәнеү өсөн ҡурсаҡтар ғына.
– Һинән китергә булдым, тине ул өйҙә иренә, – телевизор тарихты ары теҙҙе...
Эйе, һәр кемгә – үҙ ҡыҙығы. Һәм булһын да – юғиһә был гүзәлдәрҙең бөтәһе бер булып, улар донъяға тыумаған да саҡҡы нәмәләр хаҡындағы баяғы сәйәси тапшырыуға мөкиббән баҫып тороуы дөрөҫ булыр ине, тип һис раҫлай алмайым.

Артур ВАСИЛОВ һүрәттәре.

Читайте нас: