Тәрән кешеләр ҙә, ах(ы)ры,
Төпһөҙлөкһөҙ бейеклек юҡ,
Һүҙҙәр... Күҙҙәр... Аңла, йәнем,
Нимә менән һулайым мин? –
Бар хистәрҙе әйтеп бирһен
Таш ташланым һыуға бер киҙәнеп...
Ҡыбырланы тулҡын, йәйелде.
Дәү ташымдан дәү тулҡындар сыҡты,
Кескәйенән – саҡ-саҡ кәйелде.
Уй ташланым күңел иҙеленә...
Тулҡынланмай инде ҡалһана!
Һәр бер киҫәксәһе телгә килде –
Хәрәкәткә килде бар һауа!
Таш ташланым... Һайҙа, сөмбәйҙәрҙә
Әйтерһең дә, бер урында торған
Ҡаҡҡан ҡаҙығымды ҡуҙғаттым.
Рәхмәт әйттем шул саҡ тулҡындарға,
Мине йәнләндергән саҡтарға,
Ерҙе ярып сыҡҡан йылғаларға,
Тауҙы ярып сыҡҡан таштарға.
Бер тапҡыр һәм һуңғы ҡабат
Орсоҡ тота, бәйләм бәйләй,
Бармаҡтарым – ҡармаҡтарым,
Ептәр һаплай, теген тегә.
Буш ҡалдырмай, – яҙмышлата.
Бар минең дә тәсбихтәрем.
Эй, Хоҙайым, һәр бармағым
Тәүбәм булһа, яң(ы)лышҡанда
Бер сәбәпһеҙ көләм ҡай саҡ...
Һәйбәтлек тә, насарлыҡ та
Гонаһлы ун бармаҡтандыр...
Сөйөлдө ҡош... Ҡанаттарҙың