0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
5 Декабрь 2018, 12:45

«Күңелем шиғриәттә – сихри илдә...»

Яҙыусы Мәүлит Ямалетдинов башланғысы аҫтында төҙөлгән «Ҡуңыр буға» төбәк йәмәғәт ойошмаһы Учалы, Белорет һәм Әбйәлил райондарынан 50-нән ашыу әүҙем ижадсыны берләштерә. Ойошма быйыл үҙенең биш йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан һеҙҙең иғтибарға берләшмә ағзаларының шиғри күстәнәсен тәҡдим итәм. Идара рәйесе Мәүлит Кәримов.

Көҙ

Көҙ тауҙарға һары ҡашмау кейҙергән

Һәм уларға хайран ҡалып, иҫергән.

Матурлыҡҡа иҫе китеп, ҡаңғырған,

Ямғырҙарын самаһыҙ йыш яуҙырған.

Ә тауҙарҙың ымһынғаны шулмы ни –

Көҙ мәлендә көҫәгәне дыммы ни?

Уларға бит шифа ямғыр яҙ кәрәк,

Ә көҙгөһөн сыуаҡ кәрәк, наҙ кәрәк.

...Быйылғы көҙ иртә килә бигерәк,

Ямғырҙар ҙа йылдағынан күберәк.

Төштәремә инәһең йыш уғата,

Уянам да үҙеңде йыш юғалтам.

Йылдың-йылы матурлығың юйылыр,

Бынау көҙгө япраҡ һымаҡ ҡойолор.

Ерҙән тыуған бар матурлыҡ, һин булып,

Хәтерем менән ергә ҡалыр уйылып...

Быйылғы көҙ иртә килә бигерәк,

Ямғырҙар ҙа йылдағынан күберәк.

Кемдер айыҡ,

Мин – һөйөүҙән иҫергән,

Көҙ тауҙарға һары ҡашмау кейҙергән.
Мәүлит Ямалетдин.

Учалы ҡалаһы.


Күҙҙәреңдең төҫө

Йәшел йәйҙәремә ингән

Күҙҙәреңдең төҫө.

Шуғалырмы йәй миҙгелен

Һағыныуым көслө?

Наҙлы гөл бөтмәҫ йәм ҡоя –

Ул күҙ ҡарашыңдыр.

Күбәләк талпынып ҡуя –

Керпек ҡағышыңдыр.

Ҡояш сыға – күҙҙәреңдең

Йылы нуры бит ул.

Йәйғор сыға – күҙҙәреңдең

Йылмайыуы бит ул.

Күҙҙәреңдәй аҫыл төҫтә

Нәфис йәшмәләрем.

Ҡарашыңдай сафлыҡ бөркә

Көмөш шишмәләрем.

Күҙҙәреңдең төҫө йәйгә

Мөлдөрәмә тулған.

Шуғалырмы ҡайнар йөрәк

Йәйгә ғашиҡ булған?!

Мөнир Иҡсанов,
Учалы районы,
Миндәк ҡасабаһы.

Рәхмәт, һөйөү!

– Һиндәге һағыш миндәме? –

Миндәге һағыш – һиндә.

Өйөрөлтөп-сөйөрөлтөп

Һорашмам инде көн дә.

Өйөрөлтөп-сөйөрөлтөп

Яҙмышым китте алып.

Урау-урау һуҡмаҡтарҙа

Һағышым ҡалды янып.

Тик күңелдә илаһи көс –

Көҙ төҫөн бирмәй ғаләм.

– Һиндәге һағыш – миндә, – тип

Ҡулыма алдым ҡәләм.

Янып-шашып, ерҙән ашып

Түҙемлекте һынаным.

– Һиндәге көс – миндә, – тип,

Рәхмәт, һөйөү, һынманым!

Зөһрә Кашапова.

Әбйәлил районы,

Асҡар ауылы.


***

Сын-сынаяҡ гәлсәр – мин үҙем.

Кешеләрем, бер үк рәнйемәгеҙ,

Кенә тотмай минең күңелем.

Нескә хистәремә ҡағылһағыҙ,

Яралы ла аҡҡош – мин үҙем.

Кешеләрем, ҡаты бәрелмәгеҙ,

Сын-сынаяҡ гәлсәр – мин үҙем.

Селпәрәмә килһәм, ҡоршар өсөн

Етерме һуң көсөм, түҙемем?!

Ҡапылғара ауыр һүҙҙәр әйтеп,

Рәнйетмәгеҙ бер үк, кешеләр!

Ҡанаттары һынһа, оса алмай

Яралы ла аҡҡош ишеләр,

Минең кеүек хисле кешеләр!

Әнисә Аҫылғужина.

Белорет районы,

Ноҡат ауылы.

Көҙ

Алтын көҙҙөң һаубуллашҡан сағы –

Алтынланған тауҙар, болондар.

Тын күлдәрҙе ап-аҡ билбау менән

Уратып та алған томандар.

Күңелдәрҙең болоҡһоған мәле –

Ҡоштар китә илен ҡалдырып.

Хәйерле юл теләп, ҡулым болғап,

Ҡарап ҡалдым күҙем талдырып.

Иләҫләнеп көҙгө мөхәббәттән,

Наҙға сәсәй йылға буйҙары.

Көҙгө ҡояш һары һағыш түгә,

Серен сисә нескә талдары.

Ҡай арала елеп үтеп киткән

Шау сәскәле матур йәйе лә?

Көҙ һағышы, алтын келәм булып,

Ер өҫтөнә тағы йәйелә...

Хәҙис Ниғмәтуллин.

Әбйәлил районы,

Ҡаҙмаш ауылы.

Һиңә

Күп яҡтарым һиңә, бәлки,

Оҡшамайҙыр.

Ашығырға кәрәк, ә мин

Үтә яйҙыр.

Яңғыҙ сығып китер булһаң,

Гел маҙалап,

Күҙгә кергән себен кеүек,

Бимазалап,

Йөрөмәҫтәй урындарға

Тығыламдыр,

Аяғүрә торор мәлдә

Йығыламдыр.

Өйҙә генә булыр мәлдә

Юғаламдыр,

Һин булмаған тарафтарға

Юл аламдыр.

Рәхмәт инде, был һүҙҙәрҙе

Әйтмәйһең һин,

Минән башҡаса булыуҙы

Көтмәйһең һин.

Нисек бармын, ҡабул ҡылаң

Шулай итеп,

Һайлағанһың ғүмерлеккә

Ҡулай итеп.

...Тормош тигеҙ генә аҡмай,

Мин дә үҙем

Һинең етешһеҙ яҡтарға

Йомам күҙем.

Мәрйәм Сәлмәнова.

Әбйәлил районы,

Буранғол ауылы.

Эске донъям

Көндәр буйы, төндәр буйы,

Юлда, эштә, табындарҙа,

Аңымда гел эске донъям,

Йөҙәм сихри ағымдарҙа.

Әйткем килә кешеләргә

Матур һүҙҙәр шиғри телдә.

Үҙем бында, ә күңелем

Шиғриәттә – сихри илдә.

Ябай ғына ҡатын булып,

Тыныс йәшәп ятыр инем,

Илһам ҡошон һайратыусы,

Шиғриәтте яратыусы

Эске донъям тынмаҫ минең.

Айһылыу Хәсәнова.

Әбйәлил районы,

Ырыҫҡужа ауылы.

Кире ҡайтмай үткәндәр

Бала саҡтың бер көнөнә генә

Осоп ҡайтып килдем ҡош кеүек.

Мәктәп юлындағы ҡыҙ балаҡай

Күҙ алдыма баҫа төш кеүек.

Шул саҡтарҙан күпме һыуҙар аҡҡан,

Күпме яҙҙар килеп киткәндәр.

Иҫтәремә төшә үкендереп,

Кире ҡайтмай улар – үткәндәр.

Моңһоуланып тәҙрә аша бағам:

Бер ҡыҙ бала килә шәп атлап.

Ейәнсәрем килә мәктәбенән...

Минең бала саҡты ҡабатлап.

Наилә Кималова.

Белорет районы,

Инйәр ауылы.


Диуана

Тамырҙан үҙгәрҙе донъям,

Әйләнде ул баштүбән:

Йә күтәреләм күктәргә,

Йә тәгәрәйем түбән.

Күңел – диңгеҙ. Һиллек, дауыл –

Алышып тора гелән.

Аңламайым үҙ-үҙемде,

Йә илайым, йә көләм.

Аҡыл – алтын, инде күпме,

Алыша ул хис менән.

Ни ғәжәп, ни тамаша был,

Бер үлеп, бер тереләм.

Күкрәктәге ярһыу йөрәк,

Йырлай, һыҡтай, йыуана.

О, мөхәббәт! Һинең алда

Мин торғаны диуана.

Нәркәс Йомағужина.

Белорет районы,

Үткәл ауылы.


***

Ишетәһеңме ҡамыш шаулағанын,

Талғын ғына елгә ҡушылып?!

Әйтерһең дә, бөгөн шул тауышты

Күл дә тыңлай кеүек тын ҡалып.

Күрәһеңме? – Яңы көн башлана,

Йәй айының һуңғы бер көнө.

Яҡынлаша һиҙҙермәйсә генә,

Миҙгелемдең тағы бер көҙө...

Беләһеңме? – Күпме көтөп алдым

Һандуғаслы, йырлы яҙҙарҙы.

Шау сәскәле, матур йәйҙәремде,

Мөлдөрәмә һыулы ярҙарҙы...

Һиҙәһеңме? – Ғүмер үтеп бара,

Үткәндәргә юйып юлдарҙы.

Тик Хоҙайым йәлләмәһен ине

Алда беҙ йәшәйһе йылдарҙы...

Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов.

Әбйәлил районы,

Аһылай ауылы.

Йәшел диңгеҙ...

Йәшел диңгеҙ күргәнегеҙ бармы? –

Диңгеҙҙәрҙең иң-иң хислеһен,

Иң тәрәнен, киңен, иң дә сафын,

Тулҡындары ярһыу кискеһен...

Шул диңгеҙҙә йөҙгәнегеҙ бармы,

Ҡолас ташлап наҙлы хисендә?

Тәрәнлеге, киңлеге бит уның

Яратылған йөҙөр өсөн дә.

Ҡайҙа икән Йәшел диңгеҙ, тиеп

Эҙләмәгеҙ Ерҙең йөҙөндә!

Һөйгән йәрем генә йөҙә торған

Йәшел диңгеҙ – минең күҙемдә.

Мәүлит Кәрими.

Белорет районы,

Сосновка ауылы.
Читайте нас: