…Зина Мөрсәлимовнаның кемгә ҡаҙалыуы билдәле ине. Бөтә ашхана эсендә, трибунала торған ярһыу оратор кеүек, уның ғына тауышы яңғырап торҙо.
– Һиңә күпме әйтергә мөмкин! Ниңә балаңды һаман бында алып киләһең?! Ҡайҙа нянькаң? Ҡыҙбикәне әйтәм!
Тулҡынланған йомшаҡ тауыш йәнәшә ҡушылды.
– Үҙегеҙ беләһегеҙ бит, балалар баҡсаһында ремонт, ә Ҡыҙбикә апайҙар кисә Ырымбурға туйға китте. Минең, һуң, ғаризам бар: Артурға йәш ярым тулмаған бит әле... Риза булмаһам да, ашығыс эш бар, тип үҙегеҙ саҡыртып алдығыҙ ҙа баһа…
Ләкин тегенеһе Марфаның әйткәнен ҡолағына ла элмәне шикелле.
– Миңә көн дә эшләгән кеше кәрәк! Ҡайҙа медсправкаң? Ниңә һаман бирмәйһең?! Әллә берәй ауырыу йоҡторҙоңмо?! Бөгөн үк эштән китһәң дә була, барыбер һиңә әле приказ яҙмағанмын! Нюркаң әйткәнсә, ана бара юлың – дүрт яғың ҡибла – көсләү юҡ! Башҡаса бында ике аяғыңдың береһен баҫма балаң менән!
– Декретҡа тиклем һеҙҙә эшләнем бит…
– Эшләһәң һуң! Әгәр ваҡытлыса ҡалырға теләһәң, фермала йөрөгән теге әрмәндәрҙең ашарына ташы! Тик балаңды унда ла һөйрәтеп йөрөтмә! Ишет: бикләһәң – биклә, ауыл буйында ҡалдырһаң – ҡалдыр, әммә эшеңде күрһәт! Әрмәндең күҙен ҡыҙҙырһаң – уныһы һинең эшең, башҡа ебәрер кешем юҡ! Һине, былай ҙа, Трофимдың һөйәркәһе тиҙәр! Ана, бөтә ауыл шаулай!
– Зина апай, һеҙ нимә һөйләйһегеҙ? Ялған бит был.
– Етте, һинең урыныңа кеше алғанмын! Хәҙер эшһеҙҙәр менән быуа быуырлыҡ. Балаңды ҡайҙа ҡуйырға белмәгәс, теләһә кемдең аҫтына ятмаҫ инең! Етмәһә, апай, тип торған була!.. Зина Мөрсәлимовна, тип өндәшәләр миңә хатта түрәләр ҙә!.. Тапҡан туғанын!
Артурҙың илаған тауышы ишетелде.
– Әйҙә, атай… – Гөлназ ҡабаланып урынынан торҙо. – Тиҙерәк булайыҡ, Марфа апай менән Артур ҡайтып китмәһен...
Ат янына сыҡҡас, Гөлназ да, Миҙхәт тә ишектән күҙен алманы. Зина-Хужабикә һаман тыныслана алманы, көр тауышы ашхана урамына уҡ бәреп сыҡты:
– Бала күтәреп, аяҡ аҫтында буталып йөрөгәнсе, малайыңдың атаһының салғыйына булһа ла йәбешеп китер инең, сит ир һәпрәһе булып, Нюрканы алмаштырып, төноҙон йөрөгәнсе!.. Эшкә лә барымың юҡ, йоҡлап йөрөйһөң!
– Ҡайһылай оятһыҙ был Зина-Хужабикә… Артурҙы ҡурҡытып бөтә инде… – Ололарса ауыр итеп уфтанып ҡуйҙы Гөлназ. – Бигерәк йәл Марфуша апай…
Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2018) һанында уҡығыҙ.