Күпереп кенә бешкән икмәктәргә
Ҡулдарыңдың һеңгән йылыһы.
Телем-телем ята алдыбыҙҙа,
Шаҡмаҡ шәкәр – сәйгә быныһы.
Үҙебеҙгә генә бик ҡәҙерле,
Шундай матур ине самауыр.
Шыжлап ҡына йырлап тик ултыра,
Шишмә сәйе тәмле, дауа ул.
Һин бешергән икмәк тәме, әсәй,
Тыуған өйөм, йылы, изге тупһам
Һағындыра, һағындыра, әсәй,
Гөлдәр менән тулған өй түре.
Күҙ алдымдан китмәй шул күренеш,
Күҙ алдымда һаман һин – тере!
Бәхет тигәндәре ябай ғына...
Был донъяла нисек кенә алданһам да,
Тетрәнһәм дә суҡмар башлы яуызлыҡтан,
Иҙелһә лә йәнем күпме кәмһенеүҙән,
Зарланманым бер иле лә бәхет юҡтан.
Ә бит бәхет тигәндәре ябай ғына...
Уйсанланып баҫып торған бер мәлемдә,
Бар йәмдәре күркәм миңә – сихри донъя,
Тәбиғәттең яңырыуы – үҙ ғәмендә.
Йөрәгемә тулған моңда һоҡланыуҙар,
Үҙ сабыйын көткән әсә фиғелендә.
Йырым менән тулышҡанмын, күңел наҙлы,
Бына-бына ҡош та һайрар ҡуш иңемдә.
Бәхет тигәндәре, ысын, ошо икән,
Ҡанаттарҙа, эйе, һәр саҡ өмөт-елкән.
Талпынырға әҙер күккә, төпһөҙлөккә,
Моңло көйҙөң бер сыңылай ғүмерлеккә.
Йәшәгеләр килә йырлай-йырлай
Таш өйҙәргә инеп бикләнгәнбеҙ.
Таш өйҙәргә инеп бикләнәбеҙ,
Күңел ҡата мәллә таш булып?
Таш юлдарҙан йөрөп арыйбыҙ ҙа,
Уйланабыҙ күҙгә йәш тулып.
Яҙмыш йөрөтәлер бәндәләрҙе,
Юҡтыр яҙмышыңдан уҙмышың.
Ғүмер ҡәҙерҙәрен һуң беләбеҙ,
Көткән кеүек алда йөҙ ҡышың.
Китәһеләр килмәй был ерҙәрҙән,
Ожмах булмаһа ла таш өйөң.
Йәшәгеләр килә йырлай-йырлай,
Юғалтмайса бары үҙ көйөң...