-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
29 Август 2018, 12:26

«Донъя йөгөн, әйҙә, һин, мин түгел, Һөйөү толпарҙары тартһындар!»

Билдәле шағирә, Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның шиғриәте ихласлыҡ осҡондары сәсрәп торған дөргөн усаҡ һымаҡ. Бәйнә-бәйнә суҡланған халыҡсан кәлимәләре күңелдәрҙе иретеп йылытһа, сабыйҙай эскерһеҙ, тура әйтелгән ҡайһы бер юлдары өтөп, һиҫкәндереп тә ала. Ижад эйәһе тел байлығы һәм ябай ғына һүҙҙәрҙе уйнатып та балҡып торған фекер төйнәү оҫталығы менән һоҡландыра.

Тәнзилә Дәүләтбирҙина

Әсәкәйем!

Әсәкәйем, йөрәккәйем,

Минең берҙән-бергенәм!

Күкрәккәйеңде ҡыҫмаймы

Өҫтөңдәге ергенәң?

Биткенәңде сылатмаймы

Һарҡып төшкән ҡар һыуы?

Йөрәгеңде ҡуҙғатмаймы

Наҙлы яҙҙың ярһыуы?

Төтөнһөҙ ауылда быйыл

Тәүге тапҡыр ҡыш сыҡтың.

Күҙ йәштәрең – ҡәбер йәмләр

Сәскәләге ысыҡтыр...

Әсәкәйем, йөрәккәйем,

Минең берҙән-бергенәм!

Һинең эҙеңде һағынған

Келән келәм ергенәң!


Етемлек

Атай, тиһәм, йәшем атылып сыға.

Әсәй, тиһәм, үкһеп, әсенәм.

Көҙгө елдәр иҫә, ағастарҙың

Иртә салын һөҙөп сәсенән.

Ике рәт көҙ һеҙһеҙ килде беҙгә.

Бер-бер артлы донъя ҡуйҙығыҙ.

Көтмәгәндә был тар фанилыҡтан

Баҡыйлыҡҡа тәҙрә уйҙығыҙ...

Шул тәҙрәнән яҡты йөҙгөнәгеҙ

Ҡайһы ваҡыт ҡуя сағылып:

Һеҙҙе төштә күрһәм, китерҙәймен

Артығыҙҙан илап, тағылып...


Йөрәк ялым

Йөрәк ялым – балаларым

Ғүмеремдең асылы.

Ерҙәге бар зиннәттәрҙең

Улар иң-иң аҫылы!

Улар – йәнле биҙәктәре

Аяуһыҙ донъялыҡтың.

Бала һаулығы хаҡына

Әсәгә төн, ял юҡтыр.

Төн йоҡоларым ҡалһа ла,

Сабыйҙарҙы ҡурсалап,

Мин яҙмышыма ризамын –

Бала ҡарау – ҙур сауап.

Юҡҡа түгел йәш тамырға

Һут биреп һулыуҙарым –

Балаларымдың теләйем

Бәхетле булыуҙарын!


Һин булғанға

Һин булғанға донъям түңәрәк шул,

Һин бар саҡта мин бит күбәләк.

Күбәләккә һәр саҡ һоҡланып та,

Осондора торған күҙ кәрәк!

Һин булғанға донъям имен минең –

Йондоҙ, сәскә, болан, айыңмын.

Күлдә йөҙгән һомғол аҡҡошоң мин,

Уйнаҡлап та сапҡан тайыңмын.

Һин һөйгәнгә көйөктәргә түҙәм.

Һин үпкәнгә битем һырланмай.

Һин юҡ саҡта ҡанаттарым тала,

Дәртем һүнә, йырым йырланмай.

Мин булғанға һинең йөҙөң асыҡ,

Ҡартлыҡ ҡасып йөрөй артыңда.

Донъя йөгөн, әйҙә, һин, мин түгел,

Һөйөү толпарҙары тартһындар!


Иллене үткәс

Яңынан ҡыҙ буламы ни

Иллене үткән әбей!

Мыҫҡал-мыҫҡал, семтем-семтем

Ғәйрәт ҡайта, көс кәмей.

Күккә сөйөлөп йөрөгән

Баш та ергә эйелә.

Ҡыҫҡа күлдәк урынына

Оҙон итәк кейелә.

Ял ит, ҡайҙа киттең, тиеп

Ҡартлыҡ арттан эйәрә.

Имгәнәһең, ҡолайһың, тип

Һөйрәй аҫҡа эйәрҙән.

Гел шыбырҙай ул ҡолаҡҡа:

«Арығанһың, ят, – тиеп, –

Хәҙер һиңә уйын-көлкө,

Шәп хәрәкәт ят», – тиеп.

«Нишләп һиңә бирешергә!» –

Тип ҡартлыҡтан ҡасамын.

Урман буйлап йүгерәмен,

Саңғыларға баҫамын.

Бассейнға сумһам, уға

«Был шунда!» – тип кем әйтер?

...Һыу төбөнән алып ҡайтам

Йәшлегемде эйәртеп!
Читайте нас: