Арҙаҡлы шағирә, билдәле прозаик, рухиәтебеҙҙә күренеш тип баһаланған «Ҡатындар» трилогияһы авторы, бар хеҙмәт юлын башҡорт матбуғатына һәм әҙәбиәтенә арнап, инде емешле етмешенә аяҡ баҫҡан Гөлнур Яҡупова – һәр яҡлап та матур кеше. Был хозурлыҡ, күңел яҡтылығы, моғайын да, уның ҡатын-ҡыҙ асылына тоғролоғонан киләлер. Ижадының төп темаһы ла тап шул тормошҡа ғашиҡ итер матурлыҡ һәм батырлыҡ хаҡында.
Йоҡламайым, серем генә итәм,
Баҡый таңға баҡый серем hүтәм...
Таң еленең тылсым-ҡанатында
Һушты юйыр наҙ-тат елпенә:
– Иҫеңдәме, Һауа, иҫеңдәме?!
– Әҙәп боҙған Әҙәм онотоламы?
– Ҡоторттоң бит үҙең, арбаның –
Ал, тип ул тыйылған алманы.
– Йә, биғәйбә, йәнем. Иҫемдә…
...Иблис-йылан ҡотҡоhона дусар
– Ожмах түрендәге алмағастан
Беҙгә мәңге бикле сер асылы
Йомолған, ти, йомро алмала,
Ҡанун ҡаты шуға: алмағасҡа
Яҡын барма, асыш даулама!
Еңде Һауа. Әҙәм йөрәгендә
Ҡайнаны сәм, сабыр ҡалманы,
Мөғжизәне ул киҫәне сикһеҙ –
Ожмах алмағасы ябай түгел,
Тыя алмағас, бәндә, хөкөм бер:
Үҙ көнөңдө ары үҙең күрең,
Йәннәттән hин Ергә hөрөлдөң!
Тәүге ҡараш, тәүге ҡауышыуға,
Тәүге гонаh, тәүге сауапҡа –
Тартылырмын бер көн яуапҡа...
Мең язаhын күндәм күтәрҙем,
Ғәҙел тип инанам Күктәрҙең.
– Туғыҙ ай тере йөк ҡарыныңда.
Түлә – туғыҙ тулғаҡ әсеhен!
Бер йөрәгең көсөн икәү өсөн
Көсөргәндер, түлә, Әсә hин!
– Әсәлектә сабырлыҡтар бирсе,
Һинең ҡөҙрәтеңдә, Йә, Раббым,
Ғәзиз балам, йөрәк ҡаным минең,
Үҙәгемдә, йәндә яралған –
Йәшәhен ул, зинhар, ялбарам!
...Йоҡламайым, серем генә итәм.
Бәпесемдең сәңгелдәген сиртәм.
Таң алдынан тауыш ишетәм:
– Алма hуты тама түшеңдән!
– Сеү, уятма, сабый төш күрә...
Ирендәрең бит алмама тейҙе...
Таңғы иләҫ-миләҫ моңға тулды.
Ҡулдарыңдың таныш наҙҙарынан
Туғыҙ тулғаҡ уты онотолдо...
Күктәр беҙҙе мәңге күҙәтәләр.
Иҫтән сыҡмай ожмах хозуры.
Ерҙе йәннәт итеп булмаhа ла,
Оҡшаш итеү – хыял заруры.
Әлеге шул тыйыла белмәҫ дәғүә –
Күп белергә, күпте аңларға!
Бәндә бәләләре боларғанда,
Күҙ терәргә Үргә – Аллаға.
Поэманың тулы вариантын журналдың 6-сы (2018) һанында уҡығыҙ.