Нуриман районында йәшәп ижад иткән билдәле шағирә, драматург, прозаик Хәлисә Мөҙәрисова матур ғүмер байрамын – 65 йәшен билдәләй. Тынғыһыҙ ижадсының уҡыусыларға тәҡдим иткән шәлкемендәге лирик геройы ла берсә үткәндәрҙе барлап һағышлана, берсә яҡты өмөткә сорналып яңы көнгә баға. Шиғри гөлләмә ҡәләм эйәһенең ниндәй халәтен дә баһалы бер тыныслыҡ менән ҡаршылап, ысынбарлыҡты нисек бар, шул килеш яратып ҡабул итеүен тойҙорта.
Апрель кисе, йәшел урман,
Затлы бүләк – йәшмә ҡумта
Ҡабатланмаҫ был йылдарҙы,
Юҡ, көлдән усаҡ терелмәҫ,
Төнгө фонтан шыбыр-шыбыр ни һөйләй?
«Һуң инде, һуң, барыһы ла үтте», – тип көйләй.
Ҡушылғандай уға күлдең ҡамышы,
Ҡамышлыҡта – ҡыр өйрәге тауышы.
Офоҡҡа күмелгән поезд геүләүе,
Янда – аймылыш яҙмыштар түләүе.
Үтеп китте йыраҡлашҡан моң кеүек,
Уйға кергән, онота алмаған йыр кеүек,
Усҡа төшкән, тота алмаған нур кеүек,
Бөгөн инде ҡайтарыуҙар һуң кеүек.
Хәҙер төшөп ватылған аҡ кәсә ул,
Ҡарағайҙар араһында – рәшә ул.
Сәселде лә, түгелде лә, ыуалды,
Күк йөҙөндә ҡош юлындай моң ҡалды.
Төнгө фонтан шыбыр-шыбыр юл алған:
«Пустых небес прозрачное стекло…»
Буш күктәрҙә тоноҡ наҡыҫ нурҙар,
Аҡ бүректән ойой һоро өйҙәр,
Берсә олой, берсә әрнеп илай,
Берсә йырлай тышта иҫерек елдәр.
Ҡыштар керә, хистәр инде айныҡ:
Борсолоу юҡ, йырла, илап ҡара…
Беҙгә инде яҙҙар ҡағылмаҫтар,
Көҙҙәрҙең дә төҫө уңып бара.
Берсә йырлап, берсә әрнеп илап,
Был донъялар беҙҙән уҙып бара.