Билдәле яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбай Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған «Бабич» романын тамамланы. Ошо әҫәрҙән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
Һуңғы көндәрҙә Йомабикә гел генә мүлдәкә әкә хаҡында уйлана. Беренсенән, уның яҙмышы борсой. Ҡайҙа булған? Уға ҡурҡыныс янамаймы? Икенсенән, егеттең теге саҡта туйҙа дәртләнеп йырлауы, шаян таҡмаҡтар әйтеүе, шунда оҫта итеп, килештереп мандолина сиртеүе йә думбыра һуғыуы күҙ алдынан китмәй. Ниндәй сибәр ине мүлдәкә шул саҡта! Сикәләре ҡыҙарып киткән, сәстәре тир бәреп сыҡҡан маңлайына йәбешкән, еңдәрен һыҙғанған, иҙеүҙәренең өҫкө төймәләре ысҡынған... Һабантуйҙа еңгән батырға оҡшатты әкәне ҡыҙ. Барыһының ҡарашы уға төбәлгән, егет бөтәһенең иғтибар үҙәгендә. Мандолинаһын бер сиртеүе етә, геүләп торған табын шунда уҡ тып-тын була, мүлдәкәнең шаян да, төртмә лә үләң әйтерен түҙемһеҙләнеп көтә башлай.
Шәйкүлзада әкә барыһының да үҙенә төбәлгәнлеген белә, шунан файҙаланып, тәүҙә мандолинала оҫта уйнауын күрһәтеп ала, ҡапыл уны өҫкә ырғыта ла, төшөп килгәндә кире эләктереп, ары сиртә башлай. Шул саҡта халыҡ «аһ» итеп ҡала. Мүлдәкә был алымының нисек тәьҫир итеүен яҡшы белә, йөҙөндә шаян йылмайыу барлыҡҡа килә һәм ул кемгәлер төрттөргән ҡыҫҡа ғына, әммә бик урынлы таҡмағын әйтә. Бик йыраҡта йәшәгән ҡайныларында ҡунаҡта булғанда атын урлатҡан ҡаҙаҡҡа былай тип йырланы:
Ә өйләнә алмай йөрөгән егеткә ошондай юлдар бағышланы:
Ҡыҫҡаһы, һәр кемгә тиерлек бер аҙ төрттөргән, әммә күңелен ҡыймаған таҡмаҡтар әйтте.
Шәйкүлзада табындың иң төп ҡунағына әүерелде. Хатта ҡайһы берәүҙәр йә бисәһенә, йә күршеһенә, ул да булмаһа, үҙенә йыр бағышлауын үтенә башланы. Мүлдәкә бер кемдең үтенесен кире ҡаҡманы, исемен белешеп, ҡиәфәтенә, кейеменә бер ҡараш ташлай ҙа «һә» тигәнсә йырлап та ебәрә. Халыҡ уның был оҫталығына хайран ҡалып сәпәкәй итә, егетте ҡымыҙ менән һыйларға тырыша. Шәйкүлзада иренен генә тигеҙә лә йәнә мандолинаһын ҡулына ала, сираттағы ҡунаҡтың үтенесен үтәргә ашыға.
Арып киткән сағында ул шаршау артына инеп китә.
Нимә эшләй икән ул унда? Бер тапҡыр ҡыҙ, сәбәп тапҡан булып, шунда барып инде. Бында таныш түгел ирҙән башҡа кеше юҡ. Уның ҡиәфәте, кейеме – мүлдәкәнеке, ә йөҙө, күҙҙәре... Ҡыҙҙың ҡаршыһында бик моңһоу ҡарашлы, хатта ҡайғылы, ныҡ арыған, маңлайын сырыш баҫҡан урта йәштәрҙәге ир ултыра ине. Уның битараф күҙҙәре вайымһыҙ рәүештә ҡыҙҙың йөҙөнә тейеп үтте.
Был бит Шәйкүлзада әкә! Ни булған уға?! Ҡыҙ ҡурҡышынан ни уйларға ла өлгөрмәне, мүлдәкәне «һә» тигәнсә алмаштырҙылармы ни!
Ул йәнә бар ҡыҙҙарҙы ғашиҡ итерҙәй үҙе шаян, үҙе матур йәш егеткә әүерелде, урынынан ырғып тороп, ҡыҙҙың ҡаршыһына килде лә:
– Йомабикә! Йә, нисек? Һынатманыммы? – тип һораны, ҡыуаныслы йылмайып.
– Юҡ, юҡ! Бик матур йырлайһың!
Ҡыҙ уның янында оҙаҡ торорға оялды, тиҙ генә улай-былай ҡаранды ла, йәнәһе, ниҙер эҙләп килеп ингән булып, ашығып сыға һалды.
Ниңә шулай үҙгәргән ине мүлдәкә? Шунан аңланы: ул бит арыған! Әммә ҡунаҡтарҙың күңелен уйлап, һаман тырыша, шат йөҙ күрһәтә. Шәйкүлзада әкә ҡыҙға йәл булып китте. Уны ял итһен өсөн ҡайтарып ебәргеһе килде. Ләкин шул уҡ ваҡытта унан айырылмай, шаян таҡмаҡтарын тыңларға теләй...
Йомабикә үҙе лә һиҙмәҫтән егетте күҙәтте. Хәйер, мүлдәкә һәр кемдең иғтибар үҙәгендә ине. Бер нисә тапҡыр уларҙың ҡараштары осрашты. Бындай саҡта әкәнең күҙҙәре тағы ла шаяныраҡ яна башлай кеүек, йылмайыуы ихласлана төшкәндәй. Табындың уртаһында йөрөгән, барыһының күңелен яулаған аҡынға ошолай тәьҫир итә алыуына эстән генә ҡыуана Йомабикә, хатта ғорурлыҡ кисерә. Был байрамда унан башҡа бер кемдең дә бындай көскә эйә түгеллеген аңлау күңелен иркәләй. Әкәнең ҡараштары менән тағы-тағы осрашҡыһы, шул саҡтағы егеттәге үҙгәреште йәнә күреп ҡыуанғыһы килә.
Ошо туйҙан һуң китмәй ҙә инде мүлдәкә хаҡында уйҙар ҡыҙҙың башынан. Мәктәпкә уның менән осрашыу өсөн дәрестәргә ҡыуанып бара, әкәнең һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңлай, ул әйткән һүҙҙәр, фекерҙәр иң дөрөҫ, иң аҡыллы кеүек ҡыҙға. Ҡайҙан шуларҙың бөтәһен дә белә икән?
Дәрес мәлендә лә уларҙың ҡараштары осрашып ала. Ләкин туйҙағы кеүек мүлдәкәнең күҙҙәре тоҡанып китмәй, фәҡәт етди йөҙөндә һиҙелер-һиҙелмәҫ йылмайыу уяна. Гүйә был ҡараштар әйтә кеүек: «Беҙҙең арала сер бар. Уны беҙ икәүҙән башҡа бер кем белмәй. Шулай бит?»
Бындай минуттарҙа Йомабикәнең мүлдәкә менән бергә-бер ҡалып, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеп ултырғыһы килә. Шул саҡта ниҙәр һөйләр ине икән әкә? Нимәләр әйтер? Әгәр ҡыҙҙы оҡшатыуын һиҙҙерһә, хатта яратыуын белдерһә, ни эшләргә тейеш Йомабикә?
Юҡ, юҡ! Бының булыуы мөмкин түгел! Сөнки... сөнки... Ә ниңә улай булырға тейеш түгел? Быны ҡыҙ үҙе лә белмәй, аңлата ла алмай.
Ләкин туйҙан һуң уларҙың икәүҙән-икәү ҡалып һөйләшеп ултырғаны юҡ. Йомабикәнең яҙған үләңдәре сәбәпсе булыр осрашырға. Шәйкүлзада әкәнең дәрестәрҙә илһамланып үҙ шиғырҙарын уҡыуы, бигерәк тә шундай анһат та, тиҙ ҙә йырҙар, таҡмаҡтар сығара алыуы ҡыҙҙы хәҙер үләң яҙырға дәртләндереп тора. Йомабикәнең дә уның кеүек оҫта булғыһы килә. Ә аҡындар араһында ҡатын-ҡыҙ юҡ тиерлек.
Сара Тастанбәк тигән ҡыҙ аҡын булған, тип ишеткәйне. Ул хатта ҡаҙаҡтарҙан иң билдәле Биржан Сал менән әйтешкә сығып, уны еңгән, имеш. Әммә ул инде күптән мәрхүм. Йомабикә лә уның кеүек аҡын була алмаймы ни?
Хәйер, Йомабикәнең аҡынлығы хаҡында бар халыҡтың белеүе кәрәкмәй. Яҡындары, туғандары, әхирәт-дуҫтары уның оҫталығын күреп һоҡланһа, шул еткән.
Бына шундай уйҙар ҡайнаша ҡыҙҙың башында. Әммә көтмәгәндә мүлдәкәнең ғәйеп булыуы Йомабикәнең бар хыял-өмөтөн юҡҡа сығарҙы. Ҡайҙа булды ул? Нисек табырға? Уйлана торғас, ҡыҙ йәнә Хәтирә менән осрашып һөйләшергә итте. Кисә ҡатын сәйер ҙә, серле лә һүҙҙәр ысҡындырҙы, ләкин аҙаҡҡаса сиселмәне. Йомабикә үҙе лә, мүлдәкәнең ныҡлап юғалыуын белмәгәнгә күрә, төпсөнөп тормағайны. Ә бына бөгөн уйлап ҡарай ҙа, нимәне аңлата Хәтирәнең «үлтереп ҡуймаһындар» тигән ҡурҡыныс һүҙҙәре – билдәһеҙ.
Хәтирәгә Йомабикә тағы ла Юныс менән бергә барҙы. Юлда егет ҡыҙыҡ ҡына һүҙ әйтеп ҡуйҙы:
– Мүлдәкә әйтештә ҡатнаша.
Ҡыҙ «терт» итеп ҡалды. Бының булыуы мөмкин түгел! Бәлки, башҡа берәй әйтеш хаҡында әйтәлер Юныс?
– Һинең өсөн әйтештә. Беҙҙә башҡа әйтеш үткәрергә йыйынмайҙар, буғай.
Нисек?! Ниңә ҡатнаша мүлдәкә? Йомабикәне кәләш итеп алырға йыйынамы? Аңлашылмай. Бигерәк тә был хаҡта Юныстың тыныс ҡына һөйләүе ғәжәпләндерҙе ҡыҙҙы! Әле өсөнсө көн генә ҡыҙҙың атаһы әйтеш үткәреп дөрөҫ эшләмәй тигән кеше. Ни аңлата ошо үҙгәреш? Быға төшөнөп етмәй Йомабикә һәм йәнә мүлдәкә хаҡында уйлай башлай, уның ҡылығын аңларға маташа.
Әгәр Шәйкүлзада әкә еңһә, ни эшләр Йомабикә? Хәйер, ниңә бындай һорау бирә әле? Еңһә, уға сығырға бурыслы ҡыҙ. Әйтештең шарты шулай. Әммә атаһы буласаҡ кейәүҙән ҙур ғына ҡалым да һорамаҡсы ла баһа. Ә мүлдәкәнең ҡалымы юҡ. Ундай байлығы булһа, алыҫ ерҙе яҡын итеп, бында килеп уҡытып та йөрөмәҫ ине. Ҡалымы булмағас, уны әйтештә ҡатнаштырмаясаҡтар. Бында ҡыҙ аңламаған ниҙер бар. Ошо хаҡта һорашты Йомабикә Юныстан.
Юныстың яуабы ҡыҙҙы хайран итте. Баҡһаң, мүлдәкә еңә ҡалһа, уның өсөн ҡалымды Юныстың атаһы түләй ҙә, Шәйкүлзада әкә Йомабикәне Юнысҡа бирә! Уның әйтештә ҡатнашыуының маҡсаты ла шунда икән – Юныс менән Йомабикәне ҡауыштырыу.
Быны белгәс, Йомабикәнең күңеле кителгәндәй итте. Шәйкүлзада әкә әйтештә ҡатнаша, уның еңеүе бик мөмкин, тигән өмөтлө уйҙар ҡыуаныс тыуҙырғайны ҡыҙҙың йөрәгендә. Ә инде мүлдәкәнең ысын ниәте асыҡланғас, Йомабикәгә ҡышҡы ел һалҡын тынын өргәндәй булды – ул ҡапыл өшөп китте, ҡош тәне ҡалҡты. Ул кинәт күңелһеҙләнде, өндәшмәҫ булды.
Ҡыҙҙың кәйефе ҡырылғанын егет үҙенсә аңланы – мүлдәкәне таба алмауына ҡайғыра – шуға төрлө мәҙәк хәлдәр һөйләргә кереште. Тик бының менән ҡыҙҙың асыуын ғына ҡабартты.
– Мүлдәкә юғалған! Ә һин юҡ-бар һөйләйһең! Ул табылмаһа...
«Һиңә мин эләкмәйәсәкмен!» – тип ҡурҡытырға итте лә тыйылып ҡалды. Ҡыҙ күңеле менән Шәйкүлзада менән Юныстың килешеүенә ҡаршы. Тик ни өсөн? Йомабикә үҙе лә аңламай, һәм был хаҡта нисек әйтергә, нимә тиергә белмәй.
...Хәтирә был юлы уйлағанын йәшереп торманы. Сөнки мүлдәкәнең юғалыуы уны бик ҡурҡытҡайны. Ҡыҙ менән егеттең Шәйкүлзаданы табырға тырышыуына ҡыуанды, уларға нисек тә ярҙам итергә теләй ине. Һәм ҡатын, бер аҙ икеләнгәндән һуң, ҡыҙға Көмөшбайҙың уны һоратҡанын, үҙенең баш тартыуын, шунан һуң булған ваҡиғаларҙы һөйләп бирҙе.
Йомабикә бер ни аңламаны.
– Бында мүлдәкәнең ниндәй ҡатнашлығы бар? – тип һораны аптыраған ҡыҙ.
– Көмөшбай, иҫәр, мин Шәйехзада арҡаһында уға сыҡмайым, тип уйлай. Өсөнсө бисәлеккә саҡыра мине. Тәүге ике бисәһе ныҡ уҫал. Башымды ашаясаҡ ғуй улар! Шуны аңламай, алйот!
Ҡыҙҙы ҡатындың яҙмышы борсомай. Нимәгә һөйләй уларҙы Хәтирә апай? Мүлдәкә ҡайҙа? Бер-бер хәл булғанмы?
– Мүлдәкәне табырға кәрәк! – тине Йомабикә.
– Үлтереп кенә ҡуймаһындар! Аллаһ һаҡлаһын! – тине йәнә Хәтирә.
Ҡатындың һүҙҙәре үҙенең ысын мәғәнәһендә ҡапыл Йомабикәнең аңына барып етте. «Үлтереп ҡуймаһындар?!» Шәйкүлзадаға үлем янаймы ни?
Йомабикә ишеккә ыңғайлаған ҡатындың беләгенән эләктереп туҡтатты.
– Нимә тиһең? Уны үлтерергә йөрөйҙәрме?
– Һуң, әйтеп торам бит! Көмөшбай көнләшеп...
Ҡыҙ бөтәһен дә аңланы. Йә, Хоҙай! Мүлдәкәне таба алмайҙар! Әгәр үлтергән булһалар?!
Хәҙер, бөтәһен дә белгәс, ҡыҙ менән егеттә мүлдәкәнең юғалыуы Көмөшбайға бәйле икәнлегенә шик ҡалманы.
Улар тура Көмөшбайҙың өйөнә табан атланы...