-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
20 Март 2018, 17:10

«Тормош шундай, кеше гел дә Ынтыла үрҙән үргә...»

Виниса Фәттәхова халыҡ араһында байтаҡ популяр йырҙарҙың авторы булараҡ билдәле.

Виниса Фәттәхова халыҡ араһында байтаҡ популяр йырҙарҙың авторы булараҡ билдәле. Бала сағы үткән Илешен һағынып, уға мәңге ынтылып йәшәгән ижадсының халыҡсан, ихлас шиғриәтенән тормошҡа, тыуған ергә ҡарата сикһеҙ һөйөү бөркөлә.
Ҡышҡы сейә
Күбәләкләп яуған ап-аҡ ҡарҙар
Килеп ҡуна битем остарына.
Күҙҙәремдә ай һәм йондоҙ нуры,
Бөтөрөләм хистәр ҡосағында.
Тик күрмәйем яуған ҡарҙарҙы ла,
Етәкләшеп үткән парҙарҙы ла,
Һин бит миңә бөгөн «һөйәм» тинең,
Ҡыш көнөндә бешкән сейәм, тинең.
Күкрәгемә ҡыҫып йылытырмын,
Сейәм, тинең, һине өшөтмәм.
Бындай иркә, наҙлы һүҙҙәрҙе бит
Мин бит тәүге тапҡыр ишетәм.
Күбәләкләп яуған ап-аҡ ҡарҙар
Килеп ҡуна битем остарына.
Ирендәрҙә баллы сейә тәме,
Ирейем кеүек һинең ҡосағыңда.

Өләсәй мираҫы
Өләсәйҙән ҡалды мираҫ – тиҫбе,
Элеп ҡуйҙым өйҙөң түренә.
Тиҫбеһенә теҙгән һәр төймәһе
Ожмах ташы булып күренә.
Тиҫбеһенең һәр бер төймәһендә –
Өләсәйҙең бармаҡ эҙҙәре.
Әле һаман яғымлы йылмайып
Баға кеүек наҙлы күҙҙәре.
Күҙем ҡараһылай шул тиҫбене
Һаҡлайым мин уның төҫө итеп.
Шул тиҫбене тотоп доға ҡылам
Булған саҡта күңелдәрем китек.
Күпте күргән ошо изге тиҫбем –
Иң ҡәҙерле, ҡиммәт зиннәтем.
Теләгем шул изге өләсәйгә:
Хоҙай насип итһен йәннәтен!
Читайте нас: