-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
29 Декабрь 2017, 12:33

Хыялдағы атай

Фәриҙә Ситдиҡова – Учалы районы Ураҙ ауылынан. Бар ғүмерен балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүгә арнаған абруйлы мөғәллимә ул.

Фәриҙә СИТДИҠОВА

Фәриҙә Ситдиҡова – Учалы районы Ураҙ ауылынан. Бар ғүмерен балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүгә арнаған абруйлы мөғәллимә ул. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы” бәйгеһе еңеүсеһе. Хаҡлы ялға сыҡҡас, бар күңелен ижадҡа йүнәлтеп, байтаҡ хикәйәләр, шиғырҙар, очерктар яҙа. Үҙнәшер юлы менән ике йыйынтыҡ сығара. Әҫәрҙәре тормошсан булыуы, һутлы теле менән иғтибарҙы йәлеп итә.


Хыялдағы атай


Хикәйә


– Сип-сип-сип, тағы ҡайҙа юғалдығыҙ, – Гөлнар өйрәк бәпкәләрен саҡырып тегеләй-былай йүгергеләне. Ихатала йәшел үлән шундай ҡуйы, араһына йәшенһәләр, табырлыҡ түгел. Бына әле лә нимәнәндер ҡурҡып боҫҡандар. Ҡыҙыҡай ем һалынған иҫке тимер тәрилкәне тотоп, тегеләрҙе сығарырға тырышты. Тик тауыш-тын ишетелмәне. Ахыры, емде баҫҡыс аҫтына ҡуйып, өйгә ыңғайланы. Бәләкәй ҡоштабаҡҡа йылы һыу һалырға ла өлгөрмәне, ишек алдында ниндәйҙер тауыш ҡупты. Гөлнар тышҡа йүгерҙе. Ә унда, әҙ генә юғарылыҡта, ҙур ҡара ҡарға бәпкәләр өҫтөндә өйөрөлә. Уның йәйенке ҡанаттарынан ҡурҡып, тегеләре төрлө яҡҡа тырым-тыраҡай ҡаса. Ата өйрәк, муйынын һуҙып, һөжүмгә ынтылғандай, ҡарғаға ҡарап быжҡ-быжҡ килә. Инәләре ҡанаттары менән бәпкәләрен ышыҡларға тырыша, үҙенсә генә, ҡош телендә генә янына саҡыра, ҡыҙҙан ярҙам һорағандай, бер тегеләй, бер былай әйләнеп, өҙгөләнеп тауыш бирә. Гөлнар аптырап ҡалды: хатта өйрәктәр ҙә, үҙ балаларын ҡурсалап, йыртҡыс ҡошҡа ҡаршы тора ала икән?! Уның да атаһы булһа, ҡыҙҙарын шулай һаҡлар, яҡлар, уларға бер кем баҙына алмаҫ ине. Әсәһе әйткәнсә, аталы бала – арҡалы. Шул арала тиҙ генә башына алама сепрәк уралған ҡолғаны ала һалып, һелтәнеп, ҡарғаны ҡыуып ебәрҙе: «Көш-көш, ҡәһәр һуҡҡыр нәмә!» Тегеһе, кескәй ҡыҙға бирешергә теләмәгәндәй, өйөрөлә биреп йөрөнө лә осоп китте.


Оҙон көн кискә ауышты, һалҡынайта башланы. Апаһы һаман юҡ, ә быҙау ҡайтмаған. Ул барып еткәндә баҫыу ситендә бер баш мал да ҡалмағайны. Гөлнар ҡурҡыуға төштө: «Пәләүәт* бикләгән булһа?» Кире өйҙәренә йүгерҙе, бәлки, килгәндер, тип өмөтләнде. Өй тирәһенә, һарай артына күҙ һалды. Ләкин быҙау юҡ ине. Нишләргә белмәй, ел ҡапҡа кәртәһенә ултырып, Гөлгөнәне көттө: «Әсәйҙән алда ҡайтһа ярар ине. Хәҙер икебеҙгә лә эләгә инде», – тип көйәләнде.

Ауыл осонда трактор тауышы ишетелде. Шул мәл апайы ихатаға атылып килеп инде. Уның: «Быҙау ҡайттымы?» – тигәненә Гөлнар яуап бирергә лә өлгөрмәне, әсәләре ҡапҡаны асты. Әйберҙәрен үләнгә ҡуйып, салғыһын һөйәп, һарайға йүнәлде. Буш икәнен күргәс, ҡулына сыбыҡ алды.

«Аһ, һин, ауылсы бала, тағы быҙауҙы бикләмәнеңме?» – тип Гөлгөнәнең оҙон сәсенә йәбеште. Ауыртыуға сыҙай алмай, ҡыҙ аҡырып илап ебәрҙе. Әсәләре, әйтерһең, уның тауышын ишетмәне, толомонан матҡып тотоп, шыйыҡ сыбыҡты һелтәй бирҙе. Гөлнар ҡурҡышынан:

– Әсәй, әсәкәйем, теймә апайыма! – тип сарбайлап, ҡулына барып аҫылынды.

– Килен, нишләп ҡыйнайһың ҡыҙҙарыңды, улар сабый ғына бит әле, – ығы-зығылы тауышҡа килеп ингән күрше Хәлил бабай, әсәһенән сыбыҡты тартып алды ла һындырып ситкә ырғытты.


Иртән тороуҙарына быҙау ихатала тора ине. «Бына һиңә, нисек килеп ингән һуң?» – тип ғәжәпләнделәр. Хәнифә апай ғына һиҙенде – ҡарттың эше. Ысынлап та, балаларҙы ҡыҙғанған Хәлил бабай, ҡарауылсы менән килешеп, пәләүәт ҡулына эләккән быҙауҙы төндә индереп киткән ине.

Икенсе көнө ҡойоп ямғыр яуҙы. Быҙау ҙа, өйрәктәр ҙә бикле торҙо. Әсәләре бесәнгә китте. Ямғыр яуһа ла, колхозға бесән сабыу туҡтамай ине. Эштәрен бөтөргәс, ҡыҙҙар тәҙрәнән урам буйлап аҡҡан гөрләүектәрҙе күҙәтте. Өй ҡыйығынан шаптырҙап тамсылар тама. Күкте ҡара болот ҡаплап алған. Шыҡһыҙ һәм күңелһеҙ...


Ярты көн яуған ямғыр туҡтауға өйҙә ултырып сыҙамлығы бөткән бала-саға урамға һибелде. Тишек итеген кейеп, Гөлнар ҙа сыҡты. Уныһына һыу тулды ла, атлаған һайын шап-шоп килеп, йәнгә тейҙе. Әллә кире инергәме тип торғанда, сәрелдәп, Әлфизә күренде: «Әйҙә, күләүек йырайыҡ, мин юл ярам, һин минең арттан, йәме». Ҡыҙҙар мәж килеп һыу менән булашты. Уйындың ҡыҙған ғына мәлендә итек тишегенән Гөлнарҙың ойоҡ өлөшө килде лә сыҡты.

Әлфизә:

– Хи-хи-хи, итеге тишек бит әле, – тип бармаҡ төртөп көлә башланы. Гөлнар илар хәлгә етһә лә, бирешергә теләмәне:

– Ә һин, ә һин һармаҡ, иҫәр, – тине. Әлфизәнең урам ҡушаматы «Иҫәр» ине.

– Минме Иҫәр? – Ҡыҙҙар бер-береһенә йәбеште. Тас та тос һуғышып киттеләр. Батҡаҡ сәсрәп, өҫтәре буялды, хәлдәре бөттө. Әлфизә еңә алмағас:

– Етем, етем, бахырҙы атаһы ташлап киткән. Шул кәрәк һиңә! – тип өйөнә табан йүгерҙе. Гөлнар бысраҡ ҡулдары менән күҙен һөртөп:

– Алдашма, минең атайым үлгән ул, – тип ҡысҡырып ҡалды. Ысынында ла әсәһе уға шулай тигәйне.

Бысранып бөткән ҡыҙыҡай өйгә инде, күҙҙәренән субырҙап йәш аҡты. Тишек итегенән һарҡҡан ҡап-ҡара һыу иҙәнгә йәйелде. Хәнифә апай бәләкәсенә:

– Малайҙар шикелле болғанып ни, – тип асыуланып сисендерә башланы.

– Әлфизә алдаҡсы, эйе бит, әсәй. Ул, һине атайың ташлап киткән, тип әйтә. Беҙҙең атай үлгән дә инде, эйеме? – тип әрнеп әсәһенә ҡараны Гөлнар. Хәнифә апай ғәжәп итеп: «Бәләкәй генә балалар ҙа шулай үсекләшә икән. Улай тиһәң, ете йәш бөтөнләй сабый ҙа түгел инде. Әллә дөрөҫөн әйтергәме, – тигән икеләнеүле уйҙар менән Гөлнарҙы йылы һыуҙа йыуындырып, итектәрен киптерергә ҡуйҙы. – Алимент килһә, итек алырға кәрәк, йә һыуыҡ тейҙерер. Оҙаҡламай үҙебеҙгә бесән эшләр ваҡыт етә, күбә тарттырырға ла, кәбән ҡойҙорорға ла аҡса кәрәк. Нисек етешергә?» – әсә ауыр көрһөндө.


Иртәгәһенә урамдағы күләүектәр тиҙ арала кибеп тә бөттө. Ер иҙәнле соланға ғына һыу ныҡ тулғайны. Арҡыры таҡта һалып, шуның аша сығып йөрөнөләр. Ҡапҡа эсендәге бейек үләндәр араһындағы һыуға ҡойоноп өйрәктәр мас булды. Гөлнар, апаһының оло итеген кейеп, быҙауҙы яр аҫтына ҡыуып килде. Әсәһе тағы бесәнгә китте. Ҡыҙҙар иҙән, баҫҡыстарҙы йыуып сығарғас, нигеҙ буйына ултырып алдылар. Был уларҙың яратҡан урыны. Өй бүрәнәһенә терәлеп йылы ҡояш нурҙарына рәхәтләнәһең генә. Һәр кем үҙ уйҙарына сума... Әлфизәнең үсекләшкән һүҙҙәре Гөлнарҙың иҫенә килә лә төшә. Их, атайым нишләп үлгән икән? Атайың булмау – мәхрүмселек бит ул, насар йәшәйһең, тигәнде аңлата. Көслөһө лә, көсһөҙө лә һине ҡыйырһытырға тора. Уйнағанда бөтә арыу нәмә атайлыларға эләгә. Улар ғына теленә нимә килһә, шуны һөйләй ала. Яңынан-яңы кейемдәр кейеп, тәм-томдар ашап ҡына йәшәйҙәр. «Атаһы юҡ бала етем булмай ул, бына әсәһе лә юҡ икән – етем», – тип әүрәтә әсәһе ҡыҙҙарын. Ана, Ниләнең дә атаһы юҡ. Уны бер ҙә етем тип кәмһетмәйҙәр. Ниңә икән? Быға Гөлнарҙың башы етмәй. Атайым тере булһа, беҙ ҙә былай ыҙаланмаҫ инек, ҡапҡабыҙ ҙа таҡтанан булыр ине. Күҙҙәрен йомоп атаһын күҙ алдына килтерергә тырышты ҡыҙ: ул оҙон буйлы, ҙур кәүҙәле, көслө. Үҙе йылмайып ҡына тора, ҡыҙҙарын ярата. Әлфизә лә унан ҡурҡа...

Хыял диңгеҙендә бәүелгән ҡыҙҙы ҡапыл ямаҡай һүгенгән ирҙәр тауышы ергә төшөрҙө. «Зәлиә, йүнһеҙ, ас ҡапҡаны!» – Күрше Нәғим ағай иҫереп ҡайтып килә ине. Ҡыҙҙар ҡурҡышып соланға йәшенде. Уй, Аллам, хәҙер бала­ларын ҡыйнай инде, тип Зилә менән Виләне йәлләп ҡуйҙы Гөлнар. Нәғим ағай ҡапҡанан инеүгә, ысынлап та, ишек алдарында тауыш ҡупты. Зәлиә еңгә әсе итеп ҡысҡырҙы, ҡыҙҙары илашты, нимәләрҙер шарт-шорт килде. Иҫерек Нәғим ағай, күҙҙәрен алартып, уларға килеп инер кеүек тойолдо. Ирекһеҙҙән, әлдә минең атайым юҡ, тип эстән ҡыуанды Гөлнар. Ундай атай миңә кәрәкмәй. Үҙе эскесе, балаларын ҡыйырһыта, ҡатынын туҡмай. Етмәһә, бригадир бит әле. Ауылға хужа. Уларҙың өйҙәре лә ҙур, ике бүлмәле, күп тәҙрәле. Гөлнарға ул әкиәт донъяһындай күренә. Һарайҙарында һәлмесәктәре лә бар.


Бер аҙҙан күршеләрҙә тауыштар тынды. Нәғим ағай йоҡлап киткәндер инде. Гөлнар урамға сыҡҡанда Зилә менән Вилә ҡапҡа төптәрендә ултыра ине. Илауҙан күҙҙәре шешенеп бөткән. Байтаҡ ваҡыт күмәкләп шым ғына урамды күҙәттеләр.

– Атайымды яратмайым, иҫерһә, бөтәбеҙгә лә эләгә. Бөгөн әсәйемә көрәк менән бәрҙе, рәхәт һиңә, атайың булмағас, – тип беренсе булып телгә килде Зилә.

– Ыһы, – тип ҡуйҙы Вилә лә. – Барыбер теймәне.

– Әле әсәйең ҡайҙа?

– Арт ҡапҡанан сығып ҡасты.

– Һеҙ нисек ҡотолдоғоҙ?

– Баҫҡыс аҫтына йәшендек.

Бер аҙға тағы шымдылар. Әллә ҡайһы арала эргәләренә килеп баҫҡан Гөлгөнә: «Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, йылғаға. Мин кер йыуырмын, һеҙ ялпаҡ таштар йыйырһығыҙ», – тигәс, кемуҙарҙан һыу буйына йүгерҙеләр. Ә төндә Гөлнар төш күрҙе. Имеш, ул йылға буйында бер үҙе генә. Һыу аҫтынан ялтыр-йолтор йондоҙҙар йыя. Улары шундай күп. Әйтерһең, бөтә күк йөҙө йылғаға төшкән. Гөлнар башын ҡалҡытһа, атаһы тора. Тап ул күҙаллағанса, оҙон буйлы, ҙур кәүҙәле, уға ҡарап йылмая...


Уянғанында әсәһе бешеренеп йөрөй ине. Гөлнар ҡапыл төшөн хәтерләне: «Әсәй, әсәй, мин төшөмдә һыу төбөнән йондоҙ йыйҙым, нимә була ул? Атайымды ла күрҙем». «И-и, балаҡайым, йондоҙ насар түгел инде, бәхетле йәшәрһең», – тине Хәнифә апай. Әммә атаһы тураһында өндәшмәне. Бәхеттең ни икәнен әле аңламаһа ла, яҡшы нәмә булыуын аңғарып, әсәһенең был һүҙҙәрен мәңгелеккә иҫендә ҡалдырҙы.

Иртәнге сәйҙе эскәс, Хәнифә апай бөгөн йыуынырға, Гөлгөнә уға ярҙамлашырға булды. Гөлнар әхирәттәре менән Ташлыҡайға еләккә китте. Зилә, Вилә, Ләйлә, Әлфизә, ҡулдарына бәләкәй генә биҙрәләр тотоп, килеп тә еткәйнеләр. Һәр кеме үҙенә урын һайланы. Гөлнар йыйған ерҙә еләк түшәлеп ята. Ә ҡомһоҙ Әлфизәгә ҡайтышыраҡ урын тура килгәйне. Был уға ғәҙелһеҙлек һымаҡ тойолдо. Тиҙ генә Гөлнарҙың биләмәһенә күсте. Гөлнар башта аңғарманы – емеш йыйыу менән мәшғүл ине. Әлфизәне күреп ҡалғас:

– Һин нимәгә минең еләктәрҙе йыяң? – тип асыу менән ҡысҡырҙы.

Тегеһенең иҫе китмәне:

– Һин сәсеп үҫтермәгәнһең, – тип эшен дауам итте.


Ене ҡупҡан Гөлнар, еләклегенән сығарырға тырышып, Әлфизәне этәреп йыҡты. Уныһының тулып барған биҙрәһе түгелеп китте, етмәһә, тубығын ташҡа һуғып ҡанатты. Әлфизә иларға тотондо. Ҡыҙҙар яраһына япраҡ ябып, ҡулъяулыҡ менән бәйләп ҡуйҙылар. Үҙен яҫы таш өҫтөнә ултыртып, тиҙ генә еләк йыйып бирҙеләр. Бер аҙ тынысланһа ла, Әлфизәнең үпкәләүе бөтмәгәйне. Үс алырға булды: ауыртмаған аяғы менән Гөлнарҙың еләк тулы биҙрәһен тибеп осорҙо. Үҙе сатанлап ситкә китә биргәс: «Етем, етем, бахырҙы атаһы ташлап киткән. Ха-ха-ха, мин үсекләгәс, әсәйең итек алып бирҙеме, инде калуш алһын», – тип йәненә тейҙе. Әлфизәнең теле әсе ине. Гөлнар әрепләшеп торманы, мыш-мыш килеп, ҡайтанан еләк йыйырға тотондо. Бер Ләйлә әхирәте генә янында ҡалды, башҡалар Әлфизәне өйөнә алып китте. Ҡыҙҙар алыҫайғас, Гөлнар яҫы ташҡа килеп ултырҙы, күҙ йәштәре тәгәрәп һалҡын ташҡа тамды. Әсәһе, етем илаһа, тау-таш илар, ти. Ғәжәп, был таштар иларға йыйынмай ҙа. Улар нисек илаһын инде, күҙҙәре юҡ бит, тип йәш аралаш уйлап ҡуйҙы...

Ҡайтыуына Хәнифә апай менән Гөлгөнә эш бөтөрөп, сәй ултырта ине. Туғайҙағы хәлде һөйләп торманы. Әлфизә алдаҡсының әйткәненә әсәһенең яуабы барыбер әҙер инде. Төшкөнө ашағас, апайы менән алғы баҡсаның ҡый үләндәрен утанылар. Быҙауҙы килтереп яптылар. Кискә табан күктә тағы ҡара болоттар өйөрөлә башланы. Хәнифә апай Гөлнарға ел ҡапҡаға эленгән балаҫты алып инергә ҡушты. Сыбар балаҫты яйлап төрөүгә, болоттар тотош күкте ҡаплап алды. Уларҙың әлдән-әле төрлө ҡиәфәткә инеүе Гөлнарға ҡыҙыҡ ине. Ҡурҡыуҙы ла онотоп, ҡарап тора башланы. Ҡапыл көслө ел сыҡты. Бәләкәй ҡапҡа асылып китте. Ҡыҙ уны ябырға ашыҡты. Шул мәлдә сәстәре ялбырап урамдан Әлфизә ҡайтып бара ине. «Аяғы ауыртмай икән», – тип уйлап ҡуйҙы Гөлнар. Уны күреп, Әлфизә: «Гөлнар, һинең атайың үлмәгән бит ул, ысын әйтәм. Түбән яҡта йәшәй, икенсе апай менән, балалары күмә-ә-әк. Әсәйең һинең үҙе алдаҡсы», – тине лә йүгереп китеп барҙы. Ер һелкетеп күк күкрәне, ялт-йолт йәшен йәшнәне, ямғыр яуырға тотондо. Ә Гөлнар һаман баҫҡан урынынан ҡуҙғалманы. Ҡото осоп килеп сыҡҡан Хәнифә апай бәләкәсен етәкләп өйгә йүгерҙе. Балаҫ та онотолдо.


– Иҫең китеп ни ҡарап тораһың, йәшен атыр бит! – әсәһе асыуланды. Шул арала лысма һыу булып өлгөргән Гөлнар:

– Һин ниңә алдаттың, әсәй, атай үлмәгән бит. Ул түбән яҡта йәшәй, Әлфизә әйтте, – тип иланы ла ебәрҙе. Гөлгөнә лә, Хәнифә апай ҙа бер-береһенә ҡарашып шымып ҡалдылар. Өйҙә ауыр тынлыҡ урынлашты. Гөлнар ғына туҡтай алмай мыш-мыш килде. Ахырҙа:

– Ярай, илама инде, атайың тере ул, тик икенсе ғаиләлә йәшәй, – тип әсәһе уны алдына ултыртты. Иркәләп сәсенән һыйпаны, күҙ йәштәрен һөрттө. Әҙерәк тынысланған сабый:

– Әсәй, әйҙә, атайҙы алып ҡайтайыҡ, Әлфизә лә үсекләшмәҫ. Ул миңә тиктән «етем» тип әйтә, – тине балаларса бер ҡатлылыҡ менән.

– Эй, ҡайта алмай шул, унда уның бәләкәс кенә малайҙары күп, ә һеҙгә аҡса ебәреп тора, – тигән булды.

– Әсәй, әсәй, ул аҡсаһын малайҙарына ебәрһен, үҙе беҙгә ҡайтһын, – тип Хәнифә апайҙы аптыратты.

– Юҡ, Гөлнар, ул бер кәрәкле ҡағыҙға ҡул ҡуйған, шуға китә алмай, – тине әсә тыныс булырға тырышып.

– Әсәй, әсәй, һин миңә атайымды күрһәтерһеңме? – Гөлнар бөтөнләй йәнләнеп китте.

– Күрһәтермен. Әйҙә, хәҙер йоҡларға ятайыҡ, – Хәнифә апай ауыр уйҙарға сумып урын йәйә башланы.


Йөрәкһегән Гөлнар төндә насар йоҡланы. Төшөндә тағы атаһын күрҙе. Имеш, ул ҡапҡа төбөнә килгән дә: «Әлфизә, һин минең ҡыҙымды йәберһетмә, ул етем түгел!» – ти икән. Татлы хыялдар менән ҡанатланған ҡыҙ һикереп торҙо ла: «Әсәй, әсәй, ҡасан атайымды күрһәтәһең? Әйҙә, барайыҡ, һөйләшәйек? Башымдан һыйпар, арҡамдан да һөйөр әле ул», – тип тәтелдәне.

Әле бер ни аңламаған сабыйына ҡарап, Хәнифә апайҙың йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Аталары ҡыҙҙарын күҙенә лә элмәй шул. Яңы ғаиләһенә мөкиббән киткән. Үс иткәндәй, унда тик малайҙар ғына тыуа. Хәнифә менән талашһа ла, балаларҙы ситкә типмәһен ине. Уларҙың ни гонаһы? Килеп ярҙам итеп йөрөһә, арҡау булыр ине. Ҡыҙҙары үҙҙәрен етем итеп тоймаҫ ине, исмаһам. Атайлы булыу ҙур бәхет бит ул! Атайымдың һуғыштан иҫән ҡайтҡанын нисек көтөп алдым мин, тип хәтеренә төшөрҙө. Әле лә бар йомошом атайымда инде. Балаларға олатай ҙа, атай урынына ла.

Бығаса хыялында ғына йөрөткән атаһының иҫән-һау йәшәп ятҡанын белгәс, Гөлнарға бөтөнләй тынғылыҡ бөттө. Осрашырҙарын уйлап, тулҡынланыуҙан кескенә йөрәге дөпөлдәп торҙо. Бигерәк тә Әлфизә алдында маҡтанғыһы килде. Атаһын етәкләп үтергә хыялланды. Ләкин осрашыу бик күңелһеҙ килеп сыҡты...

А. ВАСИЛОВ һүрәте.

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2017) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: