-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«Күгәрсенем минең»

Тормошта бөтә нәмә осраҡлы, ваҡыт ҡына мәңгелек. Күптән түгел Матбуғат йортона барғанымда йөҙөндә йылмайыу балҡыған һөйкөмлө ханымды осраттым. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының әлеге мәлдәге баш мөхәррире икән. Һүҙгә һүҙ ялғанды, ҡасандыр ошо баҫманың башланғысында тороуым менән ғорурланыуымды белдерҙем. «Улай булғас, беләһегеҙҙер инде: тиҙҙән журналдың сыға башлауына 50 йыл тула бит!» – тине мөхәррир ханым. Был һүҙҙәрҙән «аһ» иттем. Шул көндәрҙән ярты быуат үтеп тә киткәнме ни?! Уйҙарым үткәндәргә йүгереп, хәтер төпкөлдәрендә һаҡланған ҡыҙыҡлы ла, сағыу ҙа, танһыҡ та иҫтәлектәрҙе барланы...

«Күгәрсенем минең»
«Күгәрсенем минең»

1967 йыл аҙағында мине КПСС-тың Өлкә Комитеты секретары Таһир Ахунйәнов саҡыртып алды. Юл ыңғай әйтеп үтәйем: ул ваҡытта Таһир Исмәғил улы комитеттағы иң йәш етәксе ине, әлеге вазифаһына тиклем «Ҡыҙыл таң» гәзитенең баш мөхәррире булып эшләгән. Идеология, мәҙәниәт, матбуғат өлкәләре өсөн яуаплы секретарь, хәҙерге заман теле менән әйткәндә, бик креатив кеше ине. Матбуғатҡа иғтибарлы булды, төрлө яңы башланғыстарҙы күтәреп ала белде. Республикала ҡатын-ҡыҙҙар өсөн журнал сығарыу идеяһын да тәү башлап ул хупланы.
– Киләһе йыл ғинуарҙа «Баш­ҡортостан ҡыҙы» журналының тәүге һаны донъя күрәсәк. Баш мөхәррир итеп шағирә Кәтибә Кинйәбулатова тәғәйенләнде. Коллегалары ла – шағирҙар. Уларға фотограф кәрәк, бына шул эшкә тотон әле, – тине миңә Өлкә Комитеты секретары.
– Юҡ, Таһир Исмәғилевич, булдыра алмаҫмын, мин бит башҡорт телен белмәйем...
– Өйрәнерһең, – тип өҙә яуапланы ул. – Шағирәләр һине башҡортсаға тиҙ өйрәтер... Шәп фототехника бирәбеҙ, төҫлө фотоһүрәт эшләүҙе үҙләштерергә тейешһең...
Редакцияға киттем. Ул Октябрь проспектындағы бер йорттоң аҫҡы ҡатында урынлашҡан ине.
Кәтибә апайҙың редакциялағы тәүге йыйылыштарҙың береһен үткәргән мәленә тура килдем. Ул саҡта башҡортса белгән берҙән-бер һүҙемде әйттем: «Иҫәнмеһегеҙ!» Мөхәррир баш ҡағып, буш ултырғысҡа ымланы ла йыйылышты башҡорт телендә дауам итте. Арыуыҡ ваҡыт һөйләшкәндән һуң нисектер яҡын һәм яғымлы итеп миңә өндәште:
– Славка, һин барыһын да аңланыңмы?
– Юҡ шул, – тигәйнем, дәррәү көлөштө.
– Беҙ бында журналыбыҙҙың беренсе һанының тышлығына кемдең фотоһүрәтен бирергә тип баш ватабыҙ. Һинең берәй тәҡдимең бармы?
– Йәш, һылыу, киләсәкте һын­ландырған ҡыҙ булырға тейештер...
– Дөрөҫ әйтәһең, ә уны ҡайҙан алырға? Үҙе матур, үҙе йәш, үҙе мораль йәһәттән ныҡ булған ҡыҙҙы?..
Хәҙерге йәштәр өсөн был һүҙҙәр, бәлки, ҡыҙыҡ тойолор, ә ул заманда кешенең эске тәртибенә, әхлаҡи ныҡлығына ғәйәт ҙур әһәмиәт бирелә ине.
– Университетҡа шылтыратайыҡ, унда бит башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеты бар. Әйҙә, журнал тышын биҙәйәсәк һылыуҡайҙы үҙҙәре һайлаһын һәм үҙҙәре үк яуаплы булһын.
– Маладис, малай! Хәҙер үк ректорға шылтыратам, – тип Кәтибә апай телефонға үрелде.
...Зөһрә мине тәү күреүҙән һылыулығы менән әсир итте. Ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡаштар, мөлдөрәп торған муйылдай ҡара күҙҙәр, Көнсығыш гүзәлдәренә хас нәфис йөҙ һыҙаттары, ирен ситтәренә йәшеренгән оялсан йылмайыу иң туң йөрәкте лә елкендерер сихри көскә эйә ине. «Тап ошондай сибәрҙәр арҡаһында Сың­ғыҙхан мәлендә һуғыштар ҡупҡандыр, Урта быуаттарҙа дуэлдәргә саҡырыуҙар ташланғандыр, шағирҙар аҡылдан яҙғандыр, моғайын», – тип уйланым эстән генә.
Илле йыл элек ҡыштар ҡарлы, буранлы ине. Өҫтөнә ҡупшы тун, аяғына йәтеш быйма кейгән Зөһрә менән урман паркына юлландыҡ һәм ҡар һырыған шыршылар янында фотосессия ойошторҙоҡ. Яңы йыл бүләге булып донъя күрәсәк баҫманың тышлығын йәшел ҡупшыҡайҙар фонындағы һылыу ҡыҙ биҙәһә, бик матур, килешле буласаҡ, тип күҙ алдына килтерҙем.
Ул саҡта нәшриәттә һәм редакцияларҙа төҫлө фотоһүрәт баҫыу нескәлектәре үҙләштерелмәгәйне. Шуға күрә рәссам Ғиндулла Хәйретдинов мин эшләгән аҡлы-ҡаралы фоторәсемгә акварель буяуҙар ярҙамында төҫ бирҙе. Журнал сыҡты. Барыбыҙ ҙа эшебеҙҙән ҡәнәғәтлек, шатлыҡ кисерҙек. Бөгөн ялтырап торған ҡиммәтле ҡағыҙҙа баҫылған «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тышлығында талантлы коллегам Александр Данилов төшөргән фотоһүрәттәргә ҡарайым да, үҙемдең тәүге «төҫлө фокусым» өсөн нисек ғорурланыуымды иҫләп, көлөмһөрәп ҡуям.
...Редакция тормошо әкренләп яйға һалынды. Талантлы, эш өсөн янып торған кешеләр тупланған ине бында. Шул таланттар араһынан айырыуса берәүһе – бөйөк башҡорт шағиры Рәми Ғарипов менән бергә эшләү минең өсөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә булды. Тәүҙә ул аҙ һүҙле, йомоғораҡ кеше булып тойолғайны. Өҫтәле артында нимәлер яҙа ла яҙа. Әммә тиҙҙән уны бөтөнләй икенсе яҡтан астым. Редакцияға шағирҙар, тәржемәселәр йыш килә, бер-береһенә илһамланып шиғыр уҡыйҙар. Бындай осрашыуҙар миңә лә ныҡ оҡшай, сөнки шиғриәткә битараф түгелмен, Лермонтов, Федерико Гарсиа Лорка, Кобо Абэның шиғырҙарын яттан һөйләргә яратам. Бер көн Рәми менән шиғриәт тураһында әңгәмә ҡорған мәлдә, үҙем ҡыҙыҡһынған шағирҙарҙың береһенең шиғырын һөйләй башланым:
Ты снова со мной.
За строфою-решеткой,
Как будто бы я с колдунами знаком,
Не облик, не образ – явственно, четко
Дыханье, пахнущее молоком...
Рәми ултырғысынан һикереп торҙо: «Ҡайҙан беләһең?! Был бит минең уҡытыусым – Илья Сельвинский!» Шул көндән дуҫлығыбыҙ тағы ла нығынды. Рәми миңә Сельвинскийҙың шиғырҙар йыйынтығын бүләк итте. Үҙенең руссаға тәржемәләнгән ижад өлгөләрен уҡырға бирә, фекеремде һораша. Тап Рәми Йәғәфәр улының тәҡдиме буйынса мин журналға репортаждар яҙа башланым. «Һин фотограф ҡына түгел, ә фотожурналист. Ни өсөн һин төшөргән һүрәттәргә башҡалар мәҡәлә яҙып ултырырға тейеш, үҙең яҙ», – тип ныҡышты ул.
Бер мәл мине тыуған ауылы Арҡауылға алып ҡайтты. Һуғыш тамамланыуға ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, бында тормош ауырлығы шунда уҡ күҙгә ташлана ине: емерек йорттар күп, кешеләр эш менән баҫылған. Рәми Йәғәфәр улы ауылдаштары менән осрашыуға китте, мин фотоаппаратымды алып «һунарға» юлландым. Шишмәгә һыуға барған ҡатындарҙы күреп, шул яҡҡа ыңғайланым. Мине, ҡала кешеһен, айырыуса уларҙың милли кейемдәре ҡыҙыҡһындырҙы. Әммә камераны тоҫҡауым була, ҡатындар йөҙҙәрен яулыҡ сите менән ҡаплай, ҡыйыуыраҡтары асыуланып нимәлер әйтә. Үҙемдең бында артыҡ булыуымды аңлап, шыпырт ҡына ҡайтып киттем.
– Йә, шунан, юлың уңдымы? – ти Рәми.
– Юҡ шул. Минән ниңәлер бөтәһе лә ҡурҡа, йөҙҙәрен йәшерә, ризаһыҙлыҡ белдерә...
– Ә мин хәҙер һиңә үҙеңде нисек тоторға өйрәтәм! – тип йәнләнеп китте шағир. – Берәй ҡатын-ҡыҙ осраһа: «Күгәрсенем минең, мин һине яратам!» тип әйт. Иҫләнеңме? Шулай тиһәң, барыһы ла яҡшы буласаҡ!
Мин яңынан фото төшөрөү ниәте менән сығып киттем. Ҡаршыма оло ғына йәштәге ҡатын килә. «Мин һине яратам, күгәрсенем минең!» – тигәйнем, әбей, миңә аҡылдан яҙған кешегә ҡараған кеүек төбәлде лә, йөҙөн ҡулдары менән ҡаплап көлөргә тотондо. Тап шул мәлдә бик үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы яҙмышлы фотопортрет тыуҙы. Был фото күп тапҡырҙар Рәсәй генә түгел, сит ил күргәҙмәләренә лә ҡуйылды, әллә күпме баҫмаларҙа донъя күрҙе.
Рәми борсолоуҙары менән дә уртаҡлаша торғайны, «Туған тел» шиғыры өсөн Яҙыусылар союзынан ситләтелеүен бик ауыр кисерҙе. Был шиғырын тәржемәлә миңә лә уҡыны. Ихлас күңел менән әйтәм: мин унда бер хилафлыҡ та күрмәнем. Һәр юлы туған телгә оло һөйөү менән һуғарылған был бөйөк әҫәрҙе халҡын, телен яратыусы бөйөк Шағир яҙған. Бары тик шул ғына.
...«Башҡортостан ҡыҙы» редак­цияһында ике йыл эшләнем. Шул ваҡыт эсендә аҙмы-күпме башҡортса һөй­ләшергә өйрәндем, талантлы, һоҡланғыс кешеләр менән таныштым, тормош тәжрибәһе тупланым. «Ағиҙел ярын­дағы ҡала» тип аталған фоторәсемдәр китабы сығарҙым. Минең өсөн бәхетле, матур мәл булды ул йылдар.
Ҡулыма тулҡынланыу һәм шатлыҡ хистәре ҡатыш «Башҡортостан ҡыҙы»ның тәүге һанын алған көндән илле йыл ваҡыт үткән. Әле булһа ҡасандыр миңә редакция коллективы уйлап тапҡан псевдонимды ҡулланам: Аҡман-Тоҡман – башҡорт далала­рындағы яҙғы буран... Бай тарихҡа, һоҡланғыс мәҙәниәткә, ғөрөф-ғәҙәттәргә, үҙенсәлекле менталитетҡа эйә башҡорт халҡы, уның күңел матурлығы менән яҡындан танышыу мөмкинлеге биргән хеҙмәттәштәремә, яҙмышымдың бәхетле боролошона әле булһа рәхмәтлемен...

Аҡман-Тоҡман.
(Вячеслав Стрижевский).

Башҡортостан ҡыҙы №4, 2017

«Күгәрсенем минең»
«Күгәрсенем минең»
«Күгәрсенем минең»
Автор:
Читайте нас: