– Бөгөн редакцияға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим килә. Янында яҙышҡан йәштәр ҙә булһа ине, һеҙ Йомабикә Ильясова менән төшә алмаҫһығыҙмы икән, – тине беҙгә «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова-Иҙелбаева.
Йәйге эҫе көндәрҙең береһе. Мин дә, Йомабикә лә ҡыҫҡа еңле кейемдәбеҙ. Халыҡ шағиры алдында былай килеш ултырыу нисектер уңайһыҙ кеүек.
– Бәлки, ҡайтып икенсе кейем кейеп килергәлер, – тием, аптырап.
– Юҡ, өлгөрә алмаҫһың. Мостай ағай теүәл йөрөй торған. Уны көттөрөү килешмәҫ, – тине Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы.
Шулай итеп, беҙ, Матбуғат йортоноң туғыҙынсы ҡатында эшләгән ҡыҙҙар, журнал редакцияһы урынлашҡан етенсе ҡатҡа төшөп киттек. Мөхәррир бүлмәһендә өҫтәлдә күҙҙең яуын алып торған ҡыҙыл ҡарағаттар иғтибарҙы йәлеп итте. Беҙгә, ауыл балаларына, ҡара ҡарағатты ғына күреп өйрәнгән кешеләргә, ул экзотик емеш кеүек күренде.
Һуңламай, ваҡытында килгән Мостай ағай ҙа өҫтәл артына ултырғас, әлеге емештәргә иғтибар итте:
– Әллә үҙеңдең баҡсаныҡылармы? – тип һораны ул Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙынан.
– Эйе, – тип яуапланы баш мөхәррир.
Башҡортостандың халыҡ шағиры менән күберәк Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы үҙе һөйләште. Мостай ағайҙың 70 йәшлек юбилейы уңайынан журналға мәҡәлә яҙыр өсөн төрлө һорауҙарын бирҙе. Беҙ тыңлап ултырҙыҡ. Бер арала Мостай ағай беҙҙең ижад менән дә ҡыҙыҡһынды. Аҙаҡ фотограф ошо осрашыу иҫтәлеге итеп Йомабикә менән икебеҙҙе Мостай ағай янында фотоға төшөрҙө. Ул 1989 йылдың октябрь айында журналдың 10-сы һанындағы тышлығында сыҡты.
Был иҫтәлекле ваҡиғанан һуң байтаҡ йылдар үтте. Халыҡ шағиры янында фотоға төшөп, Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының ышанысын аҡланыҡмы? Ниндәй ижади уңыштарға өлгәштек?
Йомабикә Ильясова – республикабыҙҙың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, танылған шағирә. Шул ваҡиғанан һуң байтаҡ ваҡыт үткәс, ул үҙе лә оҙаҡ йылдар «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире булды.
Минең дә үҙемә күрә уңыштарым юҡ түгел. Ҡырҡ йылдан ашыу балалар матбуғатында эшләп, бик күп үҫмерҙәргә журналистикала үҙ урынын табырға ярҙам итеүемә бик шатмын. Йырҙарым Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй киңлектәрендә яңғырай. «Гәлсәр һандуғас» телевизион бәйгеһе йыр сәнғәтенә индергән хеҙмәтемде баһалап, лауреат итте. Башҡа бик күп гәзит-журналдар менән бер рәттән «Башҡортостан ҡыҙы» журналы ла үҙенең йыллыҡ лауреаты яһаны.
Мостай ағай бер ваҡыт башҡорт шиғриәтен яландағы сәскәләр менән сағыштырғайны. «Әгәр бер төрлө генә гөлдәр үҫһә, туғай матур булмаҫ ине. Улар төрлөлөгө менән күҙҙе ҡамаштыра», – тигәйне. Һәр шағирҙың ижады төрлөсә булған кеүек, минең шиғырҙарым да бары тик үҙемсә.
Ижадымда документаль публицистика айырым урын алып тора. Бөйөк Еңеүҙең 65 һәм 70 йыллыҡтарына ҡарата сығарған «Һуғыш балалары – тарих яралары» һәм «Һуғыш яралаған бала саҡ» тигән китаптарым, ҡәләмдәштәрем һәм уҡыусылар әйтеүенсә, тарихта ҡалырлыҡ хеҙмәттәр булды. Публицистика өлкәһендә «Тамырҙарым – ерҙә, йәнем – күктә» тигән китабым донъя күрҙе. Әле йәнә һуңғы ун биш йылдағы хеҙмәттәремде туплап, яңы йыйынтыҡ әҙерләү өҫтөндәмен.
Әҙәбиәттәге һәм журналистикалағы хеҙмәттәремде баһалап, хөкүмәтебеҙ Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләне, «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирҙе. Шулай уҡ Баязит Бикбай, Рәми Ғарипов, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияларға лайыҡ булдым.
Мостай Кәрим менән бергә төшкән башҡа фотолар ҙа бар: осрашыуҙарҙа, кисәләрҙә, редакцияла, хатта өйөндә. Әммә «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тышлығында сыҡҡаны айырыуса иҫтәлекле. Нисә йылдар үткәндән һуң, моғайын, беҙ Башҡортостан ҡыҙҙары тигән исемгә тап төшөрмәгәнбеҙҙер, тип әйтергә хоҡуғыбыҙ барҙыр, тип уйлайым.