-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йәнегеҙгә – шифа, күңелегеҙгә – ҡанат!

Башҡорт ҡатын-ҡыҙы элек-электән халыҡ ижадында көрәштә ал бирмәгән, иренә терәк булған, сос, зирәк зат итеп ҡылыҡһырлана.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙы элек-электән халыҡ ижадында көрәштә ал бирмәгән, иренә терәк булған, сос, зирәк зат итеп ҡылыҡһырлана. Тотош эпосты, әкиәттәрҙе төндәр буйы балаларына һөйләп тапшырыуҙы үҙенең мөҡәддәс бурысы һанаған әсә кеше күңелендәге сикһеҙ хазинаны быуаттарҙан быуаттарға тапшырған. Милләт киләсәген хәстәрләү ана шунан башланған. Уның үҙен тәрбиәләү, йәшәйешен яҡтыртыу, төрлө кәңәштәр биреү маҡсатын ҡуйған башҡорт ҡатын-ҡыҙ матбуғатының тамырҙарын юллау беҙҙе XX быуат баштарына алып килер.
1908 йылдан Ризаитдин бин Фәхретдин мөхәррирлегендә донъя күреүсе «Шура» журналы был юҫыҡта байтаҡ мәҡәләләр биргән. Гүзәл затты белемгә әйҙәүсе, ғилемле, киң ҡарашлы әсә генә милләт киләсәген хәстәрләүҙе ғаиләлә үк башлай, тигән фекер үткәреүсе баҫмала әхлаҡи проблемалар ҙа күтәрелә. «Шура» ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуҡи хәлен яҡтыртҡан, Европа һәм Төркөстан мәҙәниәтендә гүзәл затҡа мөнәсәбәт хаҡында ла һөйләгән.
Революциянан һуңғы ҡатын-ҡыҙ матбуғатында дөйөм йәмғиәт ағышына ҡушылыу, белем алыу, техниканы үҙләштереү, һайлауҙарҙа ҡатнашыу үҙәккә ҡуйылған. «Башҡортостан» гәзитенең «Ҡатындар сәхифәһе» бите ошо юҫыҡта өлгөргәнлек күрһәткән.
1921 йылдың 7 ноябренән «Азат ҡатын» гәзите сыға башлай. Баш мөхәррире билдәле шәхестәребеҙҙең береһе, Һәҙиә Дәүләтшинаның ауылдашы һәм бала саҡ әхирәте Рабиға Ҡушаева була. Был гәзитте Башҡортостанда тәүге ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһы тип атарға була. Матди ауырлыҡтар арҡаһында гәзиттең ғүмере оҙайлы түгел. Әммә бер аҙҙан ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһы «Яңы юлда» тигән исем менән нәшер ителә. Ул кәрәк ваҡытта үҙ тәғәйенләнешен үтәгәс, 1935 йылдың 1 сентябренән шул уҡ атама менән журнал булып донъя күрә. Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала был журналдың өс йыл дауамындағы һандары һаҡлана. Баш мөхәррир вазифаһын тәүҙә Төхфәт Кәлимуллин, унан Ғәлиә Мырҙагилдина, иң һуңынан Ҡасим Аҙнабаев башҡарған. «Азат ҡатын», «Яңы юлда» гәзиттәре, «Яңы юлда» журналының сығыу дәүерҙәре, тарихы, йөкмәткеһе әле тейешенсә өйрәнелмәгән.
Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙ матбуғаты 1921 йылдан уҡ юл алһа ла, даими баҫма булып 1968 йылда ғына башҡорт телендә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн «Башҡортостан ҡыҙы» журналы сыға башлай. Шул дәүерҙән беҙҙең көндәргәсә бына инде ярты быуат ул милләттәштәребеҙгә рухи аҙыҡ, дауа, фекер алышыр майҙан булып тора. Уңыштарыбыҙ һәм бер аҙ йәнде әсеткән мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеп, уларҙы хәл итеү юлдарын барлаусы, йүнәлтеүсе, тарихтан һабаҡ, бөгөнгөнән киләһе көнгә өмөт алыусы, маҡсаттарҙы елкән итеүсе лә ул баҫмабыҙ.
1968 йылда башлап юл алған журналдың инешендә уның тәүге баш мөхәррире шағирә Кәтибә Кинйәбулатова, яуаплы секретары мәшһүр шағирыбыҙ Рәми Ғарипов, шул йылдарҙа ең һыҙғанып эшләгән, баҫманы таратыу, халыҡҡа еткереү өсөн күп көс һалған Фәүзиә Рәхимғолова, Әнисә Таһирова, Зариф Яматов, Мәрйәм Бураҡаева, Сәриә Мәһәҙиева, Ғәлиә Айытҡужина һәм башҡаларҙы бөгөн оло хөрмәт һәм ихтирам менән телгә алабыҙ.
Шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Иҙелбаева-Юнысова етәкселек иткәндә тиражы 100 меңдән ашҡан, шағирә, сәйәсмән Йомабикә Ильясова мөхәррир булғанда сифаты яғынан бик күп үҙәк баҫмаларҙы көнләштергән ялтыр, сифатлы ҡағыҙҙа баҫыла башлаған журнал ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың рухиәтендә лайыҡлы урын биләй.
Баш мөхәррирҙәре – 1968 йылдан алып К.К. Кинйәбулатова, 1975 йылдан Р.С. Рөстәмова, 1978 йылдан Г.А. Иҙелбаева-Юнысова, 1999 йылдан 2013 йылғаса Й.С. Ильясова. Унан эстафетаны мин ҡабул итеп алдым. Күсәгилешлекте һаҡлап, социаль йүнәлеште өҫтөнлөклө итеп күреүебеҙ баҫмабыҙҙы айырыуса бәҫле итә. Йөкмәткеһе байыуы, гүзәл заттың йәмғиәтебеҙҙә тотҡан урынын асыҡ тойоп, хиссиәте, күңел талабын ҡәнәғәтләндерерлек баҫмаға әйләнергә ынтылыуы уҡыусыларыбыҙҙың бөгөнгө журналға ҡарата әйткән ыңғай фекере менән дә нығытыла.
«Башҡортостан ҡыҙы» – хәҙерге заман башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индергән баҫмаларҙың береһе. Уҡыусылар уның аша ижадсыларҙың өр-яңы әҫәрҙәре менән таныша.
Журнал йәмәғәтселектең иғтибарын мөһим, өлгөрөп еткән мәсьәләләргә йүнәлтә, ошо юҫыҡта алдынғы, уңышлы эшләгәндәрҙе өлгөгә ҡуя, уйланырға, фекер алышырға саҡыра.
«Бәхәс алмаһы», «Кәңәшле эш тарҡалмаҫ» рубрикалары аҫтында сыҡҡан материалдар уҡыусының зиһенен уятып, ойоғандарҙы һиҫкәндереп ебәрер һәләткә эйә.
Ҡатын-ҡыҙҙың йән һәм тән сәләмәтлеген хәстәрләүсе «Сихәт», «Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар» рубрикаларында алдынғы ҡарашлы табиптарҙың тәжрибәләренән сығып фәһемле кәңәштәр бирелә.
Гүзәл затты шәхес булараҡ күтәреүсе «Аһ, был ҡатын-ҡыҙ!», «Арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ», «Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙ», «Ғалимә сәхифәһе», «Һөнәренең оҫтаһы» рубрикалары замандашыбыҙҙың йөҙөн билдәләй.
Ауырлыҡтарҙы бер нәмәгә ҡарамай еңеп сыҡҡан ғәййәр рухлылар – «Яҙмыштарҙан көслөрәк», матур өлгөлө ғаиләләр – «Парлы ғүмерҙәр», «Йәнбикә менән Йәнбирҙе», өлкән йәштәгеләрҙең йәшәйешенә күҙ һалыусы «Ни хәлдәһең, оло кеше?», үҫмер ҡыҙҙарға тәғәйенләнгәндәре – «Ебәк тирмә», «Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар», уҡыусыларыбыҙҙың иҡтисади, хоҡуҡи белемдәрен күтәреүсе «Хоҡуҡи әлифба», «Ғаилә янсығы» рубрикалары даими эшләй. «Аллаһ бәрәкәте» рубрикаһы дини тәрбиә биреүҙе маҡсат итһә, «Рухи үҫеш», «Тәрбиә һабаҡтары» күңелде бөтәйтә. «Техника ҡаҙаныштары» заман менән бергә атларға әйҙәй.
Уҡыусыларыбыҙ менән осрашыуҙарҙан алған онотолмаҫ тәьҫораттарыбыҙ «Юлдар саҡыра», «Ауыл һулышы» рубрикаларында сағылыш тапһа, «Беҙгә килгән хаттарҙан», «Сит өлкәләрҙә» рубрикаларынан милләттәштәребеҙҙең тын алышын тойорға мөмкин.
Халҡыбыҙҙың данлы үткәне «Көнсығыштың бөйөк ҡатындары», «Беҙҙең шәжәрә» рубрикаларында яҡтыртылһа, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә «Милли йолалар» рубрикаһында ихтирам тәрбиәләнә.
Ғаиләлә атай абруйын булдырыуға булышлыҡ итеүсе, атайҙарға иғтибарҙы йүнәлдереүсе «Атайлы бала – арҡалы», «Ирҙәрҙең аҫылдары» рубрикалары көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә.
Ҡатын-ҡыҙ тышҡы матурлыҡҡа ла ынтылып йәшәргә тейеш. Ошоно күҙ уңында тотоп, эстетик зауыҡ һалыусы «Камиллыҡҡа ынтылыш», «Ҡулыңдан һөйөн» рубрикаларына айырыуса ҙур иғтибар бүленә.
«Әҙәби балҡыш»та әҙәби зауыҡ, шиғырға, сәсмә әҫәрҙәргә булған ихтыяж талабы ҡәнәғәтләндерелә, «Әҙибә»лә ошо өлкәлә уңышлы эшләгәндәр менән даими таныштырыла.
«Башҡортостан ҡыҙы» йәмәғәтселектең әүҙемлеген, йөрәк аҡылын ҡуҙғатып ебәреүсе бәйгеләр ҙә ойоштора. Ошоға сағыу миҫал – ҡорамасылар бәйгеһе, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Ул йылдарҙың даны мәңгелек» публицистик яҙмалар конкурсы үтте. Авторҙың үҙ шиғырын һөйләп, видеоһын ебәреү шарты ҡуйып, журналға Интернет киңлектәрендә лә иғтибар йәлеп итеү өсөн «Әсә йөрәге» шиғри ярышмаһы иғлан ителеүе халыҡ-ара кимәлдә хуплап ҡаршы алынды.
Ҡорамасылар бәйгеһе тотош республика ҡатын-ҡыҙҙарын ҡуҙғытып ебәрһә, «Милли биҙәк» төпкө милли асылға, тамырҙарыбыҙға диҡҡәт итеп, эҙләнергә саҡырҙы, «Башҡорт ҡурсағы», «Таҡыя нағышы» бәйгеләре тап ошо рух тантанаһы, күңел балҡышының дауамы булып тора.
2017 йылдан «Башҡорт ҡурсағы» бәйгеһе старт алды. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ әсәлек тойғоһон уятыусы уйынсыҡтарҙы нисек кенә әүәләмәй, нимәнән генә эшләмәй – иң мөһиме, улар һаулыҡҡа зыян итмәй, зауыҡ, донъяны танып-белеүгә ҡыҙыҡһыныу, милли аң тәрбиәләй. Быйыл «Бәйләнештә» селтәрендәге «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө менән берлектә иғлан ителгән «Таҡыя нағышы» бәйгеһе – боронғолоҡ менән хәҙергенең, тарих менән киләсәктең киҫешеүе. Журналда алъяпҡыстар конкурсы ла әллә нисәмә тапҡыр үткәрелгәне бар. Илле йыллыҡ матур юбилейҙы ҡаршылағанда уны тағы яңыртырға булдыҡ. Мәхмүт Ҡашғари исемендәге Халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһе тап беҙҙең баҫма тарафынан ойошторолоуы уның мәртәбәһен күтәрҙе. Киләсәктә лә был матур башланғыстың дауамы булыр, тип ышанғы килә.
Әлеге көндә редакцияла Альмира Кирәева, Альбина Ғөбәйҙуллина, Гөлнара Хәлфетдинова, Гөлшат Ҡунафина, Гөлдәр Яҡшығолова төплө, мауыҡтырғыс мәҡәләләре менән сығыш яһай. Журналды рәссам Артур Василов биҙәй, фотохәбәрсе Александр Данилов ваҡытында сифатлы фотолар менән тәьмин итә, версткаға Гөлнар Төхбәтова һала.
Йыл да журналдың йыллыҡ лауреаттары билдәләнә, бәйгеләргә йомғаҡ яһала. Еңеүселәр ҙур байрамға саҡырылып бүләкләнә.
Лотереялар, акциялар уҡыусыларыбыҙҙы йәлеп итеү өсөн эшләнелә. Был да йәмәғәтселекте дәртләндерә. Шуныһы асыҡ: журналдың артабанғы яҙмышы милләт әсәләре, милләт ҡыҙҙары ҡулында! Баҫмаға яҙҙырыу – халҡыбыҙ киләсәге, ҡыҙ-улдарыбыҙҙың сафлығы, ғаилә ныҡлығы, өйҙә атай абруйы, ҡатындың күңел бөтөнлөгө өсөн янған һәр кемдең, һәр беребеҙҙең рухиәт үҫешенә индергән өлөшө. «Башҡортостан ҡыҙы»н иң күпләп алдырған райондар – Ишембай, Баймаҡ, Учалы, Әбйәлил, Күгәрсен, Бөрйән, Хәйбулла, Белорет, Ейәнсура.
Йәнә лә билдәләп үтке килә: баҫма халыҡтың тын алышы менән, уның рухынан һут алып йәшәй. Яҙылыусыларыбыҙ ҙа – көсләп, өҫтән әйттереп яҙылғандар түгел, күңел тартыуы, йән талабы буйынса уны алдырыусылар. Көрсөк заманында журнал алдырыу ғаилә янсығына һуға тип ҡарағандарҙы йәлләйем. Улар балаларын ниндәй хазинанан мәхрүм итә. Ҡатын-ҡыҙ үҙ матбуғатына битараф түгел. Һәр һан сыҡҡан һайын рәхмәт белдереп шылтыратҡан, хаттар яҙған рухлы уҡыусыларыбыҙ булыуынан күңел үҫә.
«Башҡортостан ҡыҙы»ның 1968 йылда сыҡҡан тәүге һанын һыуыҡ ғинуар көнөндә (ул саҡта икенсе класс уҡыусыһы инем) йүгерә-йүгерә үҙебеҙҙең урамда таратып йөрөгәнем иҫемдә. Редакция хеҙмәткәрҙәренә эштәрендә уңыштар теләйем. Бөгөнгө журнал бигерәк матур сыға. Ҡарап ҡына ултырмалы! Уҡыусыларығыҙ күп булһын! Күп сәләмдәр менән Фәүзиә Ишкинина. Күмертау ҡалаһы». Ошондай йөкмәткеле һөйөү тулы хаттар йыш килә редакция почтаһына. Әлеге заманда зауыҡ менән биҙәлгән заманса журналдың йөкмәткеһе генә уҡыусыларын үҙ усағы йылыһы тирәһендә тота алалыр. Сөнки нескә ҡатын-ҡыҙ күңеле йылы һүҙгә, тәне – хәстәргә, һаулығы тураһында ҡайғыртыуға мохтаж, замана елдәренә бирешмәй аяғында ныҡ баҫып торһон өсөн, рухы көслө, белеме тәрән, аң даирәһе киң булыуы талап ителә.
Читайте нас: