-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яҡты ҡояш – булмышында

Сибайпедагогия училищеһында уҡығанда түңәрәк йөҙлө, асыҡ сырайлы, һомғол кәүҙәлеапай рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытырға килде. Тәүге дәресендә яттан үҙенеңшиғырын һөйләп, барыбыҙҙы ла һиҫкәндерҙе ул.

Сибай педагогия училищеһында уҡығанда түңәрәк йөҙлө, асыҡ сырайлы, һомғол кәүҙәле апай рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытырға килде. Тәүге дәресендә яттан үҙенең шиғырын һөйләп, барыбыҙҙы ла һиҫкәндерҙе ул:
Дим ярына моңһоу көҙҙәр килгән,
Оҙатҡандар алсаҡ йәйемде.
Көнгә ялтлап сабаҡ һикерҙе лә
Һыу өҫтөндә тулҡын йәйелде.
Ошо тулҡын өшөп бөтә яҙған
Хистәремә нурлы наҙ япты.
Шуның өсөн һыуҙан тотоп алып,
Яратырҙай булдым сабаҡты.
Балыҡтар бит башҡа һыуҙарҙа ла
Уйнайҙарҙыр иртә-кистәре,
Тик уларҙан йыйырылған тулҡын
Йылытмаҫ шул минең хистәрҙе.
Бер хискә лә оҡшамаған бит ул
Үҙ яғыңда күңел тулыуы.
Һыуҙың мотлаҡ
Дим булыуы кәрәк,
Сабаҡтың да яҡташ булыуы...
…Ул ваҡытта һөйкөмлө апайыбыҙҙың шағирә тигән исеме лә ишетелмәй ине. Уны һәр саҡ үҙенә саҡырып торған, сит тарафтарҙа йөрөгәндә лә күңеленән китмәгән йылғаның ниндәй район буйлап аҡҡаны, апайыбыҙҙың йәнтөйәгенең ҡайҙа икәнлеге хаҡында ла хәбәрҙар түгел инек шул. Гөлфиә апай ҙа беҙҙең кеүек студент. Рус теле һәм әҙәбиәте серҙәренә өйрәтеп, практика үткән апай педучилищебыҙҙа эшкә ҡалды…
Өс йыл уҡытҡандан һуң, апайыбыҙ Өфөгә күсеп китте. Остазыбыҙҙың шиғырҙарын китаптарҙан уҡыныҡ, радио тулҡындарынан тыңланыҡ, уның һүҙҙәренә сығарылған йырҙарҙы ишетеп һөйөндөк. Ул егерме бер йыл дауамында «Башҡортостан ҡыҙы» мөхәррире булғанда, журналды ҡулдан төшөрмәй уҡып, абруйы, хеҙмәте алдында баш эйҙек. Рәсәй Юғары Советы депутаты һәм Юғары Советы Президиумы ағзаһы, аҙағыраҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булараҡ илебеҙ, республикабыҙ мәнфәғәте өсөн закондар сығарыуҙа ҡатнашыуын, халыҡ шағирәһе исеменә лайыҡ булыуын күреп ғорурландыҡ.
Ике тиҫтә йылдан ашыу мөхәррирлек эшмәкәрлегендә күп тираждар менән сыҡҡан журналда Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының профессиональ оҫталығы, киң күңел офоҡтары сағылыш тапты. Журналда ғаилә ҡиммәттәре, әсәлек һәм балалыҡ, ҡатын-ҡыҙҙар проблемалары мөһим урын алды. Ул заманда, хеҙмәткә дан йырланған осорҙа, «Башҡортостан ҡыҙы» биттәрендә космонавт Валентина Терешкова, сөгөлдөр үҫтереүсе Банат Батырова, һауынсы Эльвира Гулина һәм башҡаларҙың батыр хеҙмәте тураһында фәһемле мәҡәләләрҙе лә яратып уҡыныҡ. Совет ҡатын-ҡыҙының ир-ат менән тиң хоҡуҡлылығына, бигерәк тә ауыл ҡатын-ҡыҙының ауыр хеҙмәтенә, һаулығына, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәренә иғтибар йүнәлтеп, гүзәл заттың яҙмышын ҡайғырта Гөлфиә апай Юнысова.
Ҡустыһы Мозафар ағай Абдуллин мәрхүм булғас, әсәйем уның ҡулъяҙмаларын миңә бирҙе. Мозафар ағай Әбйәлил районы Ишбулды ауылында йәшәүсе Социалистик Хеҙмәт Геройы – быҙау ҡараусы Фәхирә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы Ғүмәроваға арнап бәйет сығарғайны. Әҙәбиәттән йыраҡ агроном ағайҙың һарғайып бөткән ҡағыҙҙағы бәйетен Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы мөхәррирләп, «Юлдаш» радио каналы аша бөтә башҡорт халҡына ишеттерҙе. Һәр ҡатын-ҡыҙ мөрәжәғәтенә иғтибарлы, яуаплы булыу өсөн шундайын да оло йөрәк кәрәктер. Тиккә ул «Рәсәйҙең иң лайыҡлы кешеләре» исемлегенә индерелмәгән шул.
Ҡулымда Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Шиғырҙар» китабының беренсе томы. Дим йылғаһы тураһында ундан ашыу шиғыры һәм йырҙары тупланған. Гөлфиә апай үҙе лә Дим йылғаһына оҡшаш: йә үтә тыныс, йә эсенә хистәре һыймай тулҡынлана, йә боҙ аҫтында түҙем генә ағыуын дауам итә, йә ҡояшлы көнгә иркәләнеп емелдәй, һары һандуғастың талға ҡунып кемделер һағынып һайрауын тыңлай…
Матурлыҡҡа, изгелеккә әйҙәгән, күктәргә күтәргән, уйландырған, хисләндергән шиғриәтендә лә, бөтә ғәмәлдәрендә лә уның ҡояшлы булмышы сағыла.

Зөһрә Бәшәрова.

Әбйәлил районы,

Теләш ауылы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2018) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: