-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә

Һыу һөлөгөндәй сибәр, талантлы, уңышлы, һәр саҡ үҙҙәренә шаян күҙ атҡан гүзәлдәр иғтибары үҙәгендә булып та, ҡатындан-ҡатынға һикермәй, бер никахта матур донъя көткән был шәхестәребеҙҙән интервьюлар алғанда шуны төшөндөм...

Һыу һөлөгөндәй сибәр, талантлы, уңышлы, һәр саҡ үҙҙәренә шаян күҙ атҡан гүзәлдәр иғтибары үҙәгендә булып та, ҡатындан-ҡатынға һикермәй, бер никахта матур донъя көткән был шәхестәребеҙҙән интервьюлар алғанда шуны төшөндөм: уларҙың барыһы ла үҙҙәренә тормош юлдашы итеп аҡыллы, тәрбиәле, юғары әхлаҡлы һәм, иң мөһиме – үҙҙәрен үлеп яратҡан ҡатын-ҡыҙҙы һайлаған. Ваҡытында «Һәнәк» журналының, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире булған, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры һәм башҡа юғары вазифаларҙы биләгән Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитовтың һөйөклө тормош юлдашы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова менән әңгәмәнән һуң, ғаилә тотҡаһы барыбер ҙә ҡатын-ҡыҙҙа, тигән хәҡиҡәткә тағы бер инанғайным. «Шәхси ғаилә тормошомда күңел кителеүҙәренә юл ҡуймаҫҡа тырышам. Тәлғәтте өйҙә туйғансы күреп тә булманы – иртәнән кискәсә гел эштә лә гел эштә. Һағынып көтөп алдым, исмаһам, ял көнөн бергә үткәрәйек, тип аҙна араһында костюмдарын, көн дә алмаштырырға күлдәктәрен йыуып, үтекләп, бөтә өй эштәрен алдан тамамлап ҡуям. Һәм, әйтергә кәрәк, быны бөтә күңелемдән, ихлас башҡарам. Ҡайтыуына тәмле итеп аш-һыу әҙерләйем, кисә бешергәнде бөгөн ашатмайым, өйҙө һәр саҡ таҙа тотам, кимәл яғынан унан ҡалышмаҫҡа тырышып, күп уҡыйым, ул ерем, был ерем ауырта, тип уға зарланмайым, өҫ-башыма, төҫ-ҡиәфәтемә иғтибарҙы юғалтмайым, ҡыҫҡаһы, иремде ҡунаҡ көткәндәй ҡаршы алам. Бәлки, һеҙгә сәйер тойолор, әммә миңә бер ҡасан да ғәйбәт ишеттермәнеләр. Ныҡ яҡын әхирәттәрем булмағанға ла шулайҙыр. Әгәр көнләшһәң, ҡыҙғанһаң, тыныс йәшәп, татыу ғаилә ҡормаҫ ине бит. Тәлғәттең һәр кешегә, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙға, иғтибарлы, ихтирамлы булыуын, алсаҡлығын беләм, ләкин уға ышанһам да, ғүмер буйы кеҫәләрен ҡарарға батырсылыҡ итмәнем: иҫкәрмәҫтән берәй нәмә килеп сығыр ҙа быны күтәрә алмам, тип ҡурҡтым. Һөйөү, татыулыҡ кәртәләрен емермәү, мөхәббәтте ғүмерлеккә һаҡлау иң тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙан тора ул», – тип һөйләгәйне ул.

Татыу ғаиләгә нигеҙ ҡатын-ҡыҙҙың сабырлығынан, уның маһирлығынан да һалыныуын яратҡан артисыбыҙ Фидан Ғафаровтың ғүмерлек тормош юлдашы Фәриҙә апай ҙа үҙе менән эшләгән интервьюмда раҫланы. «Мин бер ҡасан да Фиданды үҙемә бәйләп ҡуйырға тырышманым. Әгәр кешенең күңелендә ниндәйҙер уй бар икән, йүгәнләп кенә уны уйынан ваз кистереп булмай. Тегендә барма, бында бар, спектакль бөткәс тә йүгереп өйгә ҡайт, тип артисҡа әйтеү, ғөмүмән, дөрөҫ түгел. Аяғында ныҡ торған ғаиләле кешегә ниндәйҙер тыйыуҙар, кәртәләр ҡуйыу, беренсенән, уны кәмһетһә, икенсенән, үҙеңде осһоҙлата. Фидан күп балалы, тәрбиәле, татыу ғаиләнән һәм, бәлки, шуғалыр ҙа үҙ ғаиләһенең бөтөнлөгө – уның иң ҙур ҡыуаныстарының береһе. Ғүмер юлдашымды, уның артист күңелен һәр саҡ аңларға тырыштым. Ҡайҙалыр ситтә, үҙенә илһам нуры етмәгәндә булып алған мауығыу мәлдәренә лә тыныс ҡарарға өйрәнгәнмен».

Ихласлыҡ, ышаныс тантана иткән ғаиләлә генә тулы бәхет бар. Беҙҙең «Башҡортостан ҡыҙы» ла ярты быуат инде үҙенең меңәрләгән уҡыусыларынан торған ҙур, татыу, мөхәббәтле ғаиләһендә бәхетле ғүмерен кисерә. Журнал уҡыусыларыбыҙ менән булған илаһи бәйләнеш бер ҡасан да өҙөлмәһен, бер-беребеҙгә булған татыулыҡ, һөйөү хистәре мәңгегә һүрелмәһен. Байрамыбыҙ менән, дуҫтар!

Флорида ИҪӘНБАЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.

Аҙағы. Башы 2017 йылдың 11-се һанында.
Читайте нас: