+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Дуҫлыҡ тирмәһе”

Саҡмағош районында республика балалар фольклор байрамы үтте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Дуҫлыҡ тирмәһе”
“Дуҫлыҡ тирмәһе”

Саҡмағош районында республика балалар фольклор байрамы үтте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 

Конкурста Бәләбәй, Благовещен, Бүздәк, Илеш, Кушнаренко, Тәтешле, Саҡмағош, Шишмә райондарынан, Дүртөйлө, Салауат, Туймазы, Өфө ҡалаларынан балалар фольклор, хореография, вокаль ансамблдәре, соло башҡарыусылар ҡатнашты, тип хәбәр итә Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Сара “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола.

“Еңеүселәрҙе, ҡатнашыусыларҙы ҡотлайбыҙ. Конкурста ҡатнашҡан коллективтарҙың әҙерлек кимәле төрлөсә. Шуға ҡарамаҫтан, һәр коллектив үҙ стилен, мөнәсәбәтен күрһәтә алды. Репертуар төрлөлөгө, бейеү элементтары, матур костюмдар – барыһы ла бергә ҡушылып, байрамды биҙәне”, – ти район мәҙәниәт йорто директоры Гөлзиә Ситдиҡова.

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/753506#scroll.  

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: