+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Үҙ ҡулың менән эшләгән әйбер ҡәҙерле

Учалыла Балалар китабы аҙналығы үтте. Район китапханаһында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә саралар ойошторолдо. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Үҙ ҡулың менән эшләгән әйбер ҡәҙерле
Үҙ ҡулың менән эшләгән әйбер ҡәҙерле

Учалыла Балалар китабы аҙналығы үтте. Район китапханаһында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә саралар ойошторолдо.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Уларҙың береһе – “Фетрҙан китап геройҙары” оҫталыҡ дәресе.

Балалар фетр материалының үҙенсәлектәрен өйрәнә, уңайлы һәм уңайһыҙ яҡтары менән таныша, кейеҙҙе ниндәй ҡул эштәрендә ҡулланыу хаҡында мәғлүмәт ала. Аҙаҡтан фетрҙан яратҡан геройҙарын эшләйҙәр. Килеп сыҡҡан әйберҙәрҙе асҡысҡа тағырға, китап араһына ҡыҫтырырға мөмкин.

Уҡыусылар оҫталыҡ дәресенән күңелдәре күтәрелеп таралышты, барыһының да эштәре сағыу, үҙенсәлекле килеп сыҡты, тип хәбәр итә Учалы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/750610#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: