-2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Апрель , 14:21

Китапхана яңырҙы

Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр ауылында капиталь ремонттан һуң китапхана ишектәрен асты. Яңыртыу эштәренән һуң ул заманса дизайнлы уңайлы, яҡты бинаға әүерелгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Китапхана яңырҙы
Китапхана яңырҙы

 

Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр ауылында капиталь ремонттан һуң китапхана ишектәрен асты. Яңыртыу эштәренән һуң ул заманса дизайнлы уңайлы, яҡты бинаға әүерелгән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Китапхананы асыу тантанаһына почетлы ҡунаҡтар ҙа килде. Советтар Союзы Геройы Сәлих Шәйбәк улы Вәлиевтың ҡыҙы Мәрйәм Рәхмәтуллина һәм ейәндәре Рушан Рәхмәтуллин менән Әлфирә Мөғтәсимова килде, тип хәбәр итә  Кушнаренко районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Улар олаталары һөйләп ҡалдырған ваҡиғалар менән бүлешә. Тағы бер ҡунаҡ – “Нур” татар дәүләт театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Альберт Шәрәфетдинов тәьҫораттары менән бүлешә, бөгөн Ватаныбыҙҙы һаҡлаған егеттәрҙең ата-әсәләренә рәхмәтен белдерә.

Яңыртыу эштәре “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә алып барыла.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/750074#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: