+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Апрель , 14:57

Һаулыҡ һағында

 “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты медицина учреждениеларын йыһазландырыуға булышлыҡ итә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Һаулыҡ һағында
Һаулыҡ һағында

 “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты медицина учреждениеларын йыһазландырыуға булышлыҡ итә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Күптән түгел Талбазы үҙәк район хәстәханаһына УЗИ аппараты алынды, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Яңы аппаратта ике белгес эшләй. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 27 йыл эшләгән ультратауышлы диагностика табибы Альберт Сәйетов уны ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары, ҡалҡан биҙе һәм бөйөрҙәрҙе тикшереү өсөн ҡуллана. 11 йыл эш стажы булған функциональ диагностика табибы Нурия Вәлиева заманса ҡорамал ярҙамында эхокардиография үткәрә – йөрәкте һәм уның клапандарын тикшерә.

– Яңы УЗИ аппараты күп функциялы, эргономикаһы яҡшы, һүрәттәрҙең сифаты юғары, эш өсөн бик уңайлы, – тип тәьҫораттары менән бүлешә белгестәр.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/749986#scroll.  

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: